Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Илселәр 25
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Илселәр. Йөкмәтке

      • Фест Пауылды хөкөм итә (1—12)

        • «Ҡайсар хөкөмөн талап итәм!» (11)

      • Фест Агриппа батша менән кәңәшләшә (13—22)

      • Пауыл Агриппа алдында (23—27)

Илселәр 25:1

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «провинцияға».

Илселәр 25:8

Төшөрмәләр

  • *

    Йәғни цезарға.

Илселәр 25:13

Төшөрмәләр

  • *

    Йәғни Һируд Агриппа II. Һүҙлектә «Һируд» тигән мәҡәләне ҡ.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Илселәр 25:1—27

Илселәрҙең эштәре

25 Йәһүҙиәгә* килеп, үҙ вазифаларын үтәй башлауына өс көн үткәс, Фест Ҡайсариянан Йәрүсәлимгә китте. 2 Өлкән руханиҙар һәм абруйлы еврейҙар килеп, Фест алдында Пауылға ғәйеп ташланы 3 һәм унан, Пауылды Йәрүсәлимгә килтереп, үҙҙәренең үтенесен үтәүен һораны. Улар уны юлда һағалап тороп, үлтерергә йыйына ине. 4 Ләкин Фест Пауылдың Ҡайсарияла һаҡ аҫтында ҡаласағы һәм тиҙҙән үҙенең дә унда ҡайтасағы хаҡында әйтте. 5 «Әгәр был кеше ысынлап та ғәйепле икән, — тине ул, — башлыҡтарығыҙ минең менән барып, уны шунда ғәйепләһендәр».

6 Фест, Йәрүсәлимдә һигеҙ-ун көн булғандан һуң, Ҡайсарияға ҡайтты. Киләһе көндө ул хөкөм итеү урынына ултырҙы ла Пауылды килтерергә бойорҙо. 7 Пауыл ингәс, Йәрүсәлимдән килгән еврейҙар уны уратып алып, күп етди енәйәттәрҙә ғәйепләнеләр, ләкин ғәйепләүҙәрен иҫбат итә алманылар.

8 Пауыл үҙен яҡлап: «Мин еврейҙарҙың Ҡанунына ла, ғибәҙәтханаға ла, ҡайсарға* ҡаршы ла бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылманым», — тине. 9 Еврейҙарға ярарға теләп, Фест Пауылдан: «Йәрүсәлимгә барып, ошо ғәйепләүҙәр буйынса шунда хөкөм ителергә теләйһеңме?» — тип һораны. 10 Әммә Пауыл былай тине: «Мин ҡайсарҙың хөкөм итеү урыны алдында торам, һәм мине ошонда хөкөм итергә тейештәр. Һин үҙең дә минең еврейҙарға бер насарлыҡ та ҡылмағанымды беләһең. 11 Әгәр мин ысынлап та енәйәтсемен һәм үлемгә хөкөм ителергә тейешмен икән, үлемдән баш тартмайым. Ә әгәр ҙә был кешеләрҙең ғәйепләүҙәре нигеҙһеҙ икән, мине уларҙың ҡулына тапшырырға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Ҡайсар хөкөмөн талап итәм!» 12 Шунда Фест кәңәшселәре менән һөйләшеп алды ла: «Ҡайсар хөкөмөн талап итәһең икән, ҡайсарға барасаҡһың», — тип яуап бирҙе.

13 Бер нисә көндән һуң, Фестты тәбрикләр өсөн, Ҡайсарияға Агри́ппа* батша менән Бәрникә килде. 14 Улар унда шаҡтай оҙаҡ булғанға күрә, Фест батшаға Пауылдың эшен һөйләп бирҙе.

Ул Агри́ппаға былай тине: «Бында Фе́ликс һаҡ аҫтында ҡалдырған бер кеше бар. 15 Мин Йәрүсәлимдә булғанда, еврейҙарҙың өлкән руханиҙары һәм аҡһаҡалдары уға ғәйеп ташлап, уны хөкөм итеүемде талап иттеләр. 16 Ләкин мин, римдарҙа кешене үҙен яҡлап һөйләргә мөмкинлек бирмәйенсә ғәйепләүселәренә тапшырмайҙар, тип яуап бирҙем. 17 Шуға күрә, улар бында килгәс, мин оҙаҡҡа һуҙмай, икенсе көндө үк, хөкөм итеү урынына ултырып, шул кешене алып килергә әмер бирҙем. 18 Мин, ғәйепләүселәре тороп баҫып, уны ниндәйҙер яуыз эштәрҙә ғәйепләр, тип көткәйнем, ләкин улар быны эшләй алманы. 19 Улар ни бары уның менән үҙҙәренең дине тураһында, Пауыл тере тип һанаған ниндәйҙер үлгән Ғайса хаҡында бәхәсләштеләр. 20 Быға оҡшаш бәхәстәрҙе нисек хәл итергә икәнен белмәгәнгә, мин Пауылдан, Йәрүсәлимгә барып, ошо ғәйепләүҙәр буйынса шунда хөкөм ителергә теләйһеңме, тип һораным. 21 Ләкин Пауыл, император был эш буйынса ҡарар сығарғансы, бында ҡалырға теләне, шуға мин уны ҡайсарға ебәргәнгә тиклем һаҡ аҫтында тоторға бойорҙом».

22 Агри́ппа Фестҡа: «Мин был кешене тыңларға теләр инем», — тине. «Иртәгә һин уны тыңларһың», — тип яуап бирҙе Фест. 23 Иртәгәһе көндө Агри́ппа менән Бәрникә тантаналы рәүештә килеп, ғәскәр башлыҡтары һәм ҡаланың күренекле кешеләре менән бергә ултырыштар залына керҙе. Фесттың әмере буйынса, Пауылды алып килделәр. 24 «Агри́ппа батша һәм бында ултырыусылар! — тине Фест. — Алдығыҙҙа торған ошо кеше тураһында Йәрүсәлимдә лә, бында ла еврейҙар миңә мөрәжәғәт итте һәм ҡысҡыра-ҡысҡыра уның үлемен талап итте. 25 Әммә мин уның үлемгә лайыҡ бер нәмә лә эшләмәгәнен аңланым. Шунлыҡтан, ул император хөкөмөн һорағас, уны уға ебәрергә булдым. 26 Ләкин әфәндемә уның хаҡында нимә яҙырға ла белмәйем. Шуның өсөн, уның эшен тикшергәндән һуң императорға яҙырлыҡ берәй нәмә булһын тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агри́ппа батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем. 27 Сөнки тотҡондо, уның ниндәй эштә ғәйепләнеүен күрһәтмәйенсә, Римға ебәреү аҡылһыҙ булыр, тип уйлайым».

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу