Лука яҙған
3 Тиберий ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтий Пилат идара иткәндә, Һируд* Ғәлиләйәнең башлығы* булғанда, уның ағаһы Филип — Итурия менән Трахонит өлкәләрендә, ә Лисаний Абилинияла идара иткәндә, 2 Ҡаяфас һәм өлкән рухани Ханнан көндәрендә сүлдә Зәкәриә улы Яхъя Алланан хәбәр алды.
3 Ул Иордан йылғаһының бөтә тирә-яғында йөрөп, кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеүҙәрен күрһәтеп һыуға сумдырылырға саҡыра башланы. 4 Был турала Ишағыя пәйғәмбәр китабында былай тип яҙылған: «Сүлдә ҡысҡырған тауыш яңғырай: „Йәһүәгә юл әҙерләгеҙ! Уның юлдарын тигеҙләгеҙ! 5 Бөтә үҙәндәрҙе күмегеҙ, бөтә тауҙарҙы һәм ҡалҡыулыҡтарҙы ер менән тигеҙләгеҙ, борма юлдарҙы турайтығыҙ һәм һикәлтәле юлдарҙы шымартығыҙ. 6 Шунда барлыҡ кеше Алланан килгән ҡотҡарыуҙы күрер“».
7 Халыҡ Яхъя янына һыуға сумдырылырға килгәндә, ул уларға былай тип әйтә ине: «Ҡара йылан тоҡомо, кем һеҙгә язанан ҡаса алаһығыҙ тип әйтте? 8 Тәүбә итеүегеҙҙе эштәр менән иҫбатлағыҙ*. „Беҙҙең атабыҙ — Ибраһим“, — тип үҙегеҙҙе тынысландырмағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла Ибраһимға ошо таштарҙан балалар булдыра ала. 9 Балта инде ағас төптәрендә ята. Яҡшы емеш бирмәгән ағасты ҡырҡып, утҡа ташларҙар».
10 «Беҙгә нишләргә һуң?» — тип һорай ине унан халыҡ. 11 Ул былай тип яуаплай ине: «Ике кейеме* булған кеше береһен кейеме булмаған кешегә бирһен, ризығы булған кеше лә ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын». 12 Һалым йыйыусылар ҙа һыуға сумдырылырға килеп, унан: «Остаз, ә беҙгә нимә эшләргә?» — тип һоранылар. 13 Ул уларға: «Кешеләрҙән тейешенән артығын талап итмәгеҙ», — тине. 14 «Ә беҙгә нишләргә һуң?» — тип һорай ине унан ғәскәриҙәр. «Бер кемде лә йәберләмәгеҙ*, бер кемде лә нахаҡҡа ғәйепләмәгеҙ, хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ», — тине ул уларға.
15 Халыҡ Мәсихте көткәнгә, бөтәһе лә Яхъя тураһында: «Бәлки, ул Мәсихтер?» — тип уйлай ине. 16 Яхъя уларға былай тип яуаплай ине: «Мин һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән көслөрәк берәү килә, мин уның сандалыйының ҡайыштарын да сисергә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе изге рухҡа һәм утҡа сумдырыр. 17 Уның ҡулында елгәргес көрәк бар. Ул ырҙынын* таҙартып, бойҙайҙы келәткә йыйып һалыр, ә кәбәген* һүнмәҫ утта яндырыр».
18 Яхъя кешеләргә башҡа күп өгөт-нәсихәт тә биреп, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләне. 19 Ул шулай уҡ өлкә башлығы Һирудты ағаһының ҡатыны Һирүдиәгә өйләнгәне өсөн һәм ҡылған бөтә яуыз эштәре өсөн шелтәләй ине. 20 Шуға Һируд, үҙенең енәйәттәренә тағы берәүҙе өҫтәп, Яхъяны төрмәгә ябып ҡуйҙы.
21 Бөтә халыҡ һыуға сумдырылғанда, Ғайса ла һыуға сумдырылды. Ул доға ҡылған ваҡытта күк асылды, 22 һәм уға күгәрсен рәүешендә изге рух төштө. Шунда күктән: «Һин — минең яратҡан Улым, мин һине хуплайым», — тигән тауыш яңғыраны.
23 Ғайса үҙенең хеҙмәтен 30 йәштәр тирәһендә башланы. Кешеләр иҫәпләгәнсә, ул
Йософ улы ине.
Ә Йософ — Ғәли улы,
24 Ғәли — Матфат улы,
Матфат — Либәй улы,
Либәй — Мәлҡи улы,
Мәлҡи —Яннай улы,
Яннай — Йософ улы,
25 Йософ — Маттафый улы,
Маттафый — Амус улы,
Амус — Нағум улы,
Нағум — Һисли улы,
Һисли — Нағай улы,
26 Нағай — Маһат улы,
Маһат — Маттафый улы,
Маттафый — Симәй улы,
Симәй — Йосох улы,
Йосох — Йоҙа улы,
27 Йоҙа — Яханан улы,
Яханан — Рисай улы,
Рисай — Зарубабил улы,
Зарубабил — Шалтиил улы,
Шалтиил — Нурый улы,
28 Нурый — Мәлҡи улы,
Мәлҡи — Һадый улы,
Һадый — Көсәм улы,
Көсәм — Әлмәҙәм улы,
Әлмәҙам — Ир улы,
29 Ир — Ғайса улы,
Ғайса — Илғәзәр улы,
Илғәзәр — Йәрим улы,
Йәрим — Матфат улы,
Матфат — Либәй улы,
30 Либәй — Шимғун улы,
Шимғун — Йәһүҙә улы,
Йәһүҙә — Йософ улы,
Йософ — Йонам улы,
Йонам — Илйәким улы,
31 Илйәким — Милиай улы,
Милиай — Миннай улы,
Миннай — Маттафай улы,
Маттафай — Натан улы,
Натан — Дауыт улы,
32 Дауыт — Ишай улы,
Ишай — Ғәбит улы,
Ғәбит — Боғаз улы,
Боғаз — Салмун улы,
Салмун — Нахшун улы,
33 Нахшун — Аминадап улы,
Аминадап — Арный улы,
Арный — Хизрун улы,
Хизрун — Фәрис улы,
Фәрис — Йәһүҙә улы,
34 Йәһүҙә — Яҡуп улы,
Яҡуп — Исхаҡ улы,
Исхаҡ — Ибраһим улы,
Ибраһим — Тирах улы,
Тирах — Наһур улы,
35 Наһур — Сируҡ улы,
Сируҡ — Рыу улы,
Рыу — Фәлиҡ улы,
Фәлиҡ — Ибер улы,
Ибер — Шилах улы,
36 Шилах — Ҡайнан улы,
Ҡайнан — Арпаҡшат улы,
Арпаҡшат — Шем улы,
Шем — Нух улы,
Нух — Ләмәҡ улы,
37 Ләмәҡ — Мәтүшәлих улы,
Мәтүшәлих — Ханух улы,
Ханух — Йәрит улы,
Йәрит — Маһалалил улы,
Маһалалил — Ҡайнан улы,
38 Ҡайнан — Әнүш улы,
Әнүш — Шис улы,
Шис — Әҙәм улы,
Әҙәм — Алла улы ине.