Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Колосстарға 3
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Колосстарға. Йөкмәтке

      • Иҫке һәм яңы шәхес (1—17)

        • «Тән ағзаларығыҙҙа йәшәгән боҙоҡлоҡтарҙы... үлтерегеҙ» (5)

        • «Яратыу берләштерә» (14)

      • Мәсихселәр ғаиләләре өсөн кәңәштәр (18—25)

Колосстарға 3:2

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    11/2017, 25 б.

Колосстарға 3:4

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «күренгәс».

Колосстарға 3:5

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «ерҙәге тән ағзаларығыҙҙа».

  • *

    Грекса порне́йа. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап», 57, 59 мәҡәләләр

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 40 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    11/2017, 26 б.

    8/2017, 18—20 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    6/2016, 20—21 бб.

Колосстарға 3:8

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2017, 18, 20—21 бб.

Колосстарға 3:9

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    3/2022, 2—7 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2017, 17—21 бб.

Колосстарға 3:10

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2017, 22 б.

Колосстарға 3:11

Төшөрмәләр

  • *

    Скифтар тип ҡырағай, мәҙәниәтһеҙ кешеләрҙе атағандар.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2017, 23 б.

Колосстарға 3:12

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 49 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2017, 23—26 бб.

Колосстарға 3:13

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 49 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    11/2017, 26—27 бб.

    6/2017, 17—18 бб.

Колосстарға 3:14

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «яратыу — берҙәмлектең камил бәйләнештәре».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2017, 26 б.

Колосстарға 3:15

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2017, 26 б.

Колосстарға 3:16

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «үҙ йөрәгегеҙҙә».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    11/2023, 32 б.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 10 дәрес

Колосстарға 3:19

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «уларға ныҡ асыуланмағыҙ».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?», 145—146 бб.

Колосстарға 3:20

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2023, 7 б.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 50 дәрес

Колосстарға 3:21

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «рух төшөнкөлөгөнә бирелмәһен; өмөтһөҙлөккә бирелмәһен».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Ғаилә бәхетенең сере», 148 б.

Колосстарға 3:22

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «улар һеҙҙе күҙәткәндә генә».

Колосстарға 3:23

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 37 дәрес

Колосстарға 3:24

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 37 дәрес

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Колосстарға 3:1—25

Колосстарға хат

3 Әгәр ҙә Мәсих менән терелтелгәнһегеҙ икән, артабан да күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда Мәсих Алланың уң яғында ултыра. 2 Ерҙәге нәмәләр тураһында түгел, ә күктәге нәмәләр тураһында уйлағыҙ. 3 Сөнки һеҙ үлдегеҙ, һәм хәҙер тормошоғоҙ Алла менән берҙәмлектә булған Мәсихкә тапшырылған. 4 Мәсих — беҙҙең тормошобоҙ — үҙ көсөн күрһәткәс*, һеҙҙең дә уның данын уртаҡлашҡанығыҙ күренәсәк.

5 Шуға күрә тән ағзаларығыҙҙа* йәшәгән боҙоҡлоҡтарҙы: аҙғынлыҡҡа* һәм нәжеслеккә әүәҫлекте, тыйылғыһыҙ енси нәфсене, һәләкәтле теләктәрҙе һәм боттарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто үлтерегеҙ. 6 Быларҙың барыһы Алланың асыуын килтерә. 7 Ҡасандыр һеҙ ҙә шулай эш иттегеҙ. 8 Ләкин хәҙер быларҙың барыһынан: ярһыуҙан, асыуҙан, яуызлыҡтан, яман теллелектән һәм оятһыҙ һөйләшеүҙәрҙән арынығыҙ. 9 Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ. Иҫке шәхесегеҙҙе эштәре менән бергә сисеп ташлағыҙ 10 һәм яңы шәхес булып кейенегеҙ. Ул теүәл белем ярҙамында үҙен Булдырыусыға оҡшаш булып яңыра бара. 11 Ундай кеше өсөн грек йә еврей, сөннәтле йә сөннәтһеҙ, сит ил кешеһе, скиф*, ҡол йә ирекле араһында айырма юҡ, әммә барыһы һәм барыһында — Мәсих.

12 Шулай итеп, Алланың һайланғандары, изгеләре һәм һөйөклөләре булараҡ, тәрән йәлләүҙе, игелекте, баҫалҡылыҡ, йыуашлыҡ һәм сабырлыҡты кейем кейгәндәй кейегеҙ. 13 Хатта үпкәләргә сәбәптәрегеҙ булһа ла, бер-берегеҙгә ҡарата сабыр булығыҙ һәм бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән ғәфү итегеҙ. Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерегеҙ. 14 Бынан тыш, яратыуҙы кейем кейгәндәй кейегеҙ, сөнки яратыу берләштерә*.

15 Йөрәктәрегеҙҙә Мәсих тыныслығы хөкөм һөрһөн, Алла бит, һеҙ бер тән булһын өсөн, һеҙҙе шул тыныслыҡҡа саҡырҙы. Шулай уҡ рәхмәтле булығыҙ. 16 Мәсих һүҙе һеҙҙә йәшәһен һәм һеҙгә аҡыллылыҡ бирһен. Мәҙхиәләр, Аллаға бағышланған маҡтау йырҙары һәм рәхмәт хисе сағылған рухи йырҙар менән бер-берегеҙҙе өйрәтегеҙ һәм рухландырығыҙ. Йәһүәгә бөтә йөрәктән* йырлағыҙ. 17 Нимә генә һөйләһәгеҙ ҙә, нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, барыһын да Хужабыҙ Ғайса исеме хаҡына эшләгеҙ һәм уның аша Атабыҙ Аллаға рәхмәттәр белдерегеҙ.

18 Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ, сөнки быны һеҙҙән Хужабыҙ көтә. 19 Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе улар менән тупаҫ тотмағыҙ*. 20 Балалар, ата-әсәләрегеҙгә һәр ваҡыт тыңлаусан булығыҙ, сөнки был Хужабыҙҙы ҡыуандыра. 21 Атайҙар, балаларығыҙ бойоҡмаһын* өсөн, уларҙың йәнен көйҙөрмәгеҙ. 22 Ҡолдар, хужаларығыҙға һәр ваҡыт буйһоноғоҙ. Быны, кешеләргә ярарға теләгәндәй, күҙ буяу өсөн* түгел, ә Йәһүәнән ҡурҡҡанға, ысын күңелдән эшләгеҙ. 23 Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, кешеләр өсөн түгел, ә Йәһүә өсөн эшләгән кеүек, ысын күңелдән эшләгеҙ, 24 сөнки Йәһүәнән бүләк итеп мираҫ алырығыҙҙы беләһегеҙ бит. Хужабыҙ Мәсихкә ҡол булып хеҙмәт итегеҙ. 25 Ә яуызлыҡ ҡылыусы яуызлығы өсөн тейешен аласаҡ, сөнки Алла бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡарай.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу