Беренсе Тисалуникаларға
4 Ҡәрҙәштәр, беҙ һеҙҙе Аллаға ярар өсөн нимә эшләргә кәрәклеген өйрәттек, һәм һеҙ шулай эшләйһегеҙ ҙә. Хәҙер беҙ һеҙҙән, тағы ла күберәк тырышлыҡ һалып, артабан да шулай эшләүегеҙҙе Хужабыҙ Ғайса исеме хаҡына үтенәбеҙ һәм ялбарып һорайбыҙ. 2 Һеҙ бит Хужабыҙ Ғайса исеменән үҙегеҙгә ниндәй күрһәтмәләр биргәнебеҙҙе яҡшы беләһегеҙ.
3 Алла һеҙҙең изге булыуығыҙҙы һәм енси әхлаҡһыҙлыҡтан* ҡасыуығыҙҙы теләй. 4 Һеҙҙең һәр берегеҙ, изге булыр өсөн һәм Аллаға ярар өсөн*, үҙ тәнен йүгәнләй белһен. 5 Алланы белмәгән кешеләр кеүек, туйғыһыҙ, тыйылғыһыҙ енси нәфсегә бирелмәгеҙ. 6 Бер кем дә был йәһәттән тыйылған сикте үтеп, ҡәрҙәшенә зыян килтерергә тейеш түгел. Беҙ инде һеҙгә әйткәнсә һәм етди киҫәткәнсә, Йәһүә быларҙың барыһы өсөн яза бирә. 7 Алла бит һеҙҙе нәжеслеккә түгел, ә изге булыуға саҡырҙы. 8 Был киҫәтеүҙәрҙе һанға һуҡмаусылар кешене түгел, ә һеҙгә изге рух биргән Алланы һанға һуҡмай.
9 Ә инде бер-берегеҙҙе туғандарса яратыу тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, сөнки Алла үҙе һеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте. 10 Һеҙ инде Македо́ниялағы бөтә имандаштарығыҙҙы яратаһығыҙ. Ләкин беҙ һеҙҙе, ҡәрҙәштәр, яратыуығыҙҙы арттырырға өндәйбеҙ. 11 Беҙ һеҙгә ҡушҡанса, тыныс-татыу тормош алып барырға, кеше эшенә ҡыҫылмаҫҡа һәм үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләп йәшәргә тырышығыҙ. 12 Шул саҡта һеҙ үҙ тәртибегеҙ менән кешеләрҙең хөрмәтен яуларһығыҙ һәм бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫһығыҙ.
13 Ҡәрҙәштәр, беҙ һеҙҙең үлгәндәрҙе нимә көткәнен белеүегеҙҙе һәм өмөттәре булмаған башҡа кешеләр кеүек ҡайғырмауығыҙҙы теләйбеҙ. 14 Сөнки Ғайсаның үлеп терелгәненә ышанабыҙ икән, тимәк, Алланың Ғайсаға тоғро ҡалып үлгәндәрҙе Ғайса менән бергә булһындар өсөн терелтәсәгенә лә ышанабыҙ. 15 Йәһүә һүҙенә нигеҙләнеп, һеҙгә әйтәбеҙ: Хужабыҙҙың килеү осоро ваҡытында тере булғандарыбыҙ үлгәндәрҙән уҙып китмәҫ. 16 Хужабыҙ бит үҙе, ҡулына Алла борғоһо тотоп, күктән төшәсәк. Уның ҡысҡырып саҡырған тауышы — баш фәрештәнең тауышы яңғырар, һәм Мәсихкә тоғро ҡалып үлгәндәр беренсе булып терелер. 17 Шунан әле тере булғандарыбыҙ, Хужабыҙ менән күктә осрашыр өсөн, болоттарҙа улар янына күтәрелер; шулай итеп, беҙ һәр ваҡыт Хужабыҙ менән булырбыҙ. 18 Бер-берегеҙҙе ошо һүҙҙәр менән йыуатығыҙ.