Филипиҙарға хат
4 Һөйөклө ҡәрҙәштәрем, һеҙ минең ҡыуанысым һәм бүләгем*, мин һеҙҙе бик һағынам. Ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе артабан да Раббыға* тоғро булып ҡалырға* саҡырам.
2 Әүҙиә менән Синтихәне Раббыға* хеҙмәт итеүҙә бер фекерҙә булырға өндәйем. 3 Һинән дә, тоғро хеҙмәттәшем*, был ҡатындарға ярҙам ит, тип үтенәм. Улар, Климәнт һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән бергә, минең менән һөйөнөслө хәбәр хаҡына иңгә-иң терәп хеҙмәт иттеләр*.
4 Раббыға* хеҙмәт итеүҙә* шатланығыҙ. Тағы берҙе әйтәм: шатланығыҙ! 5 Бөтәһе лә һеҙҙең аҡыллы* икәнегеҙҙе күрһен. Раббы* яҡын. 6 Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, ләкин бөтә үтенестәрегеҙҙе доға ҡылып, ялбарып һәм рәхмәттәр уҡып Аллаға белдерегеҙ. 7 Шул саҡта кеше аҡылы етмәҫтәй Алла тыныслығы йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Мәсих Ғайса аша һаҡлар.
8 Шулай итеп, ҡәрҙәштәр, артабан да хаҡ, мөһим*, тәҡүә, саф, яратыу уятҡан, хуплап һөйләнелә торған, юғары әхлаҡлы һәм маҡтауға лайыҡ нәмәләр тураһында уйланығыҙ. 9 Минән өйрәнгән, ҡабул иткән, ишеткән һәм күргән нәмәләрҙе тормошоғоҙҙа ҡулланығыҙ, һәм тыныслыҡ Аллаһы һеҙҙең менән булыр.
10 Минең именлегемде ҡабат хәстәрләй башлауығыҙ мине шатландыра, бының өсөн Раббыға* рәхмәт әйтәм. Әлбиттә, һеҙ элек тә минең турала ҡайғырттығыҙ, тик быны күрһәтергә мөмкинлегегеҙ генә булманы. 11 Быны берәй нәмәгә мохтаж булғанға әйтмәйем, сөнки мин һәр төрлө шарттарҙа ҡәнәғәт булырға өйрәндем. 12 Мин мохтажлыҡтың да, муллыҡтың да нимә икәнен беләм. Мин һәр төрлө шарттарҙа: туҡлыҡта ла, аслыҡта ла, муллыҡта ла, мохтажлыҡта ла ҡәнәғәт булыуҙың серенә төшөндөм. 13 Миңә ҡеүәт биреүсе ярҙамы менән мин барыһын да булдыра алам.
14 Шулай ҙа, бәләгә эләккән сағымда миңә ярҙам итеп, һеҙ яҡшы эшләнегеҙ. 15 Һеҙгә бит, филипиҙар, шул билдәле: һеҙ һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәндән һәм мин Македо́ниянан киткәндән һуң, һеҙҙән башҡа бер йыйылыш та, уларға ярҙам күрһәткән булһам да, миңә ярҙам итергә теләмәне*. 16 Һеҙ иһә Тисалуникала булған сағымда мин мохтаж булған нәмәләрҙе миңә хатта бер тапҡыр түгел, ә ике тапҡыр ебәрҙегеҙ. 17 Ләкин мин бүләктәр көтмәйем, ни бары изге эштәрегеҙҙең бүләкләнеүен генә теләйем. 18 Әйткәндәй, минең бөтә кәрәкле нәмәм дә бар, хатта артығы менән. Мин Ипафрадиттан һеҙ ебәргән нәмәләрҙе алдым һәм хәҙер бер нәмәгә лә мохтаж түгелмен. Һеҙҙең бүләгегеҙ хуш еҫ кеүек, Аллаға яраҡлы ҡорбан шикелле. 19 Бөйөк байлыҡҡа эйә булған Аллам иһә Мәсих Ғайса аша һеҙгә кәрәк булғандың барыһын да бирәсәк. 20 Беҙҙең Аллабыҙға һәм Атабыҙға мәңгенән-мәңгегә дан булһын. Амин.
21 Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә булған бөтә изгеләргә минән сәләм әйтегеҙ. Минең менән булған ҡәрҙәштәр ҙә һеҙгә сәләмдәрен ебәрә. 22 Һеҙгә бөтә изгеләр, айырыуса ҡайсар* йортонан булғандары, сәләм әйтә.
23 Сағылдырған рухығыҙ өсөн һеҙгә Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең сикһеҙ игелеге күрһәтелһен.