Марк яҙған
8 Шул көндәрҙә тағы күп кеше йыйылып китте, уларҙың ашарға ризығы юҡ ине. Шунлыҡтан Ғайса шәкерттәрен саҡырып алды ла былай тине: 2 «Кешеләрҙе йәлләйем, сөнки улар минең менән инде өс көн, ә ашарҙарына бер нәмә лә юҡ. 3 Уларҙы ас көйө ҡайтарып ебәрһәм, юлда хәлдәре бөтөр. Ҡайһы берҙәре йыраҡтан килгән бит». 4 Әммә шәкерттәре: «Кеше йөрөмәгән был ерҙә барыһын да туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алайыҡ һуң?» — тине. 5 Ғайса: «Һеҙҙә нисә икмәк бар?» — тип һораны. «Ете», — тип яуапланы улар. 6 Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты. Шунан ете икмәкте алып, Аллаға рәхмәт әйтте лә уларҙы бүлгеләп, кешеләргә таратһындар тип, шәкерттәренә бирҙе. Шәкерттәре икмәктәрҙе халыҡҡа таратты. 7 Уларҙың шулай уҡ бер нисә балығы бар ине. Доға ҡылғас*, Ғайса уларҙы ла өләшергә ҡушты. 8 Кешеләр туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алғас, ете ҙур кәрзин тулды. 9 Ә унда 4 000 тирәһе ир кеше бар ине. Шунан Ғайса халыҡты ҡайтарып ебәрҙе.
10 Үҙе шунда уҡ шәкерттәре менән кәмәгә ултырҙы ла Далмануфа ерҙәренә килде. 11 Унда Ғайса янына фарисейҙар килеп, бәхәсләшә башланы. Уны һынарға теләп, улар күктән билдә күрһәтеүен талап итте. 12 Ул тәрән көрһөнөп: «Ни өсөн һеҙ* билдә һорайһығыҙ? Хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙгә бер ниндәй ҙә билдә бирелмәйәсәк», — тине. 13 Уларҙы ҡалдырып, Ғайса тағы кәмәгә ултырҙы ла икенсе ярға йөҙөп китте.
14 Уның шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны. Кәмәлә бер икмәктән башҡа бер ниндәй ҙә ризыҡ юҡ ине. 15 Ғайса уларҙы: «Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән һәм Һируд әсеткеһенән һаҡланығыҙ!» — тип киҫәтте. 16 Шунда шәкерттәре бер-береһен икмәк алмауҙа ғәйепләп, үҙ-ара бәхәсләшә башланы. 17 Быны ишетеп, Ғайса уларҙан һораны: «Нишләп икмәк юҡлығы хаҡында бәхәсләшәһегеҙ? Әллә һаман да аңламайһығыҙмы? Күңелдәрегеҙ һаман да ябыҡмы ни? 18 „Күҙҙәрегеҙ булһа ла, күрмәйһегеҙ. Ҡолаҡтарығыҙ булһа ла, ишетмәйһегеҙ“. Хәтерләмәйһегеҙме ни, 19 мин биш икмәк менән 5 000 ир кешене ашатҡас, ҡалған һыныҡтарҙан нисә кәрзин йыйып алдығыҙ?» «Ун ике», — тине улар. 20 «Ә мин 4 000 ир кешене ете икмәк менән ашатҡас, һеҙ ҡалған һыныҡтарҙан нисә ҙур кәрзин йыйып алдығыҙ?» — тип һораны ул. «Ете», — тип яуапланы улар. 21 Шунда Ғайса: «Һаман да аңламайһығыҙмы?» — тине.
22 Улар Бәйтсәйҙәгә килгәс, кешеләр Ғайсаға бер һуҡырҙы килтерҙе лә уны һауыҡтырыуын үтенә башланы. 23 Ул һуҡыр кешене, ҡулынан тотоп, ауылдан алып сыҡты. Шунан күҙҙәренә төкөрөп, уға ҡулдарын ҡуйҙы ла: «Берәй нәмә күрәһеңме?» — тип һораны. 24 Тегеһе тирә-яғына ҡаранып: «Кешеләрҙе күрәм, тик улар миңә ағастар йөрөгән кеүек күренә», — тине. 25 Ғайса ҡабат уның күҙҙәренә ҡулдарын ҡуйҙы. Шунда теге кеше һауыҡты һәм барыһын да асыҡ күрә башланы. 26 Шунан Ғайса: «Тик бынау ауылға инмә», — тип, уны ҡайтарып ебәрҙе.
27 Ғайса шәкерттәре менән Филип Ҡайсарияһы тирәһендә урынлашҡан ауылдарға китте. Юлда барғанда ул шәкерттәренән: «Кешеләр минең хаҡта нимә тиҙәр? Мине кем тип һанайҙар?» — тип һораша башланы. 28 Улар былай тине: «Берәүҙәр һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре — Ильяс, башҡалары пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тиҙәр». 29 Шунда ул: «Ә һеҙ мине кем тип иҫәпләйһегеҙ?» — тип һораны. «Һин — Мәсих», — тип яуап бирҙе Петер. 30 Ләкин Ғайса үҙе хаҡында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. 31 Ул шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә тейешлеге, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәренең уны кире ҡағасағы һәм уның үлтерелеп, өс көндән һуң терелеп торасағы тураһында һөйләй башланы. 32 Ул был хаҡта асыҡтан-асыҡ һөйләне. Шунда Петер Ғайсаны ситкәрәк алып китеп, ризаһыҙлыҡ белдерергә тотондо. 33 Ғайса боролоп шәкерттәренә ҡараны ла, Петергә: «Кит янымдан*, Шайтан! Һиндә Алла уйҙары түгел, ә кеше уйҙары», — тип ҡаты итеп әйтте.
34 Шунан Ғайса халыҡты һәм шәкерттәрен саҡырып алды ла былай тине: «Кем минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм үҙенең яфаланыу бағанаһын* алып, миңә эйәрһен. 35 Кем ғүмерен һаҡлап ҡалырға теләй, шул уны юғалтыр. Ә кем ғүмерен минең хаҡҡа һәм һөйөнөслө хәбәр хаҡына юғалтһа, шул уны һаҡлап ҡалыр. 36 Ысындан да, әгәр кеше бөтә донъяға эйә булып та, ғүмерен юғалтһа, бынан уға ни файҙа? 37 Кеше үҙ ғүмере өсөн нимә бирер? 38 Кем Аллаға тоғро булмаған был гонаһлы быуын алдында минән һәм минең һүҙҙәремдән ояла, Әҙәм Улы ла, изге фәрештәләр менән Атаһының данында килгәндә, шул кешенән оялыр».