Беренсе Тисалуникаларға
3 Шуға күрә, һеҙҙән айырылыуыбыҙға бүтән сыҙай алмай, беҙ Афи́нала яңғыҙ ҡалып, 2 Мәсих тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгән Алла хеҙмәтсеһе* һәм ҡәрҙәшебеҙ Тимәтиҙе һеҙгә ебәрергә ҡарар иттек. Беҙ уны һеҙгә таяныс булһын*, йыуатһын һәм шулай итеп иманығыҙҙы нығытһын өсөн, 3 һеҙҙең берегеҙ ҙә шул бәләләр арҡаһында көсһөҙләнмәһен* өсөн ебәрҙек. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит, беҙ ундай ғазаптарҙан ҡаса алмайбыҙ. 4 Янығыҙҙа булғанда, беҙҙе бәләләр көтә, тип ҡат-ҡат алдан әйткәйнек бит, һәм, инде белгәнегеҙсә, тап шулай булды ла. 5 Шуға күрә, бүтән түҙә алмайынса, мин һеҙгә Тимәтиҙе ебәрҙем. Мин һеҙҙең Аллаға тоғро булып ҡалғанығыҙға һәм Иблистең* һеҙҙе гонаһҡа этәрә алмағанына инанырға теләгәйнем, юғиһә беҙҙең хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булған булыр ине.
6 Бына Тимәти яңыраҡ ҡына һеҙҙән ҡайтып, тоғролоғоғоҙ һәм яратыуығыҙ тураһында яҡшы яңылыҡтар алып килде. Ул һеҙҙең һәр ваҡыт беҙҙе йылы һүҙ менән иҫкә алыуығыҙ һәм беҙҙең кеүек үк күрешергә бик ныҡ теләүегеҙ тураһында һөйләне. 7 Ҡәрҙәштәр, һеҙҙең тоғро булып ҡалыуығыҙ беҙҙе ауырлыҡтарҙан* һәм бәләләрҙән интеккән сағыбыҙҙа йыуатты. 8 Хужабыҙ менән берҙәмлектә ныҡ тороуығыҙ беҙгә көс-дәрт бирҙе. 9 Һеҙҙең өсөн, һеҙгә ҡарап кисергән оло шатлыҡ өсөн рәхмәтебеҙҙе Аллаға нисек белдерәйек икән? 10 Һеҙҙең менән күрешеп, иманығыҙға нимә етмәһә, шуны бирер өсөн көнө-төнө ялбарып доға ҡылабыҙ.
11 Атабыҙ Алла һәм Хужабыҙ Ғайса беҙгә һеҙҙең янығыҙға килергә ярҙам итһен. 12 Беҙҙең һеҙгә ҡарата яратыуыбыҙ мул булған кеүек, Хужабыҙ һеҙҙең дә бер-берегеҙгә һәм башҡаларға булған яратыуығыҙҙы арттырһын, эйе, мул итһен. 13 Шул саҡта һеҙ* Хужабыҙ Ғайсаның үҙенең бөтә изгеләре менән килеү осоро ваҡытында Атабыҙ Алла алдында сыҙам, тел тейҙергеһеҙ һәм изге булырһығыҙ.