Лука яҙған
14 Бер ваҡыт шәмбе көндө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә төшкө ашҡа барҙы. Барыһы ла уны иғтибар менән күҙәтте. 2 Унда шулай уҡ һары һыу ауырыуы менән сирләгән бер кеше бар ине. 3 Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан: «Шәмбе көндө һауыҡтырырға рөхсәт ителәме, юҡмы?» — тип һораны. 4 Ләкин улар өндәшмәне. Шунда ул теге кешегә ҡағылып, уны һауыҡтырҙы ла ҡайтарып ебәрҙе, 5 ә шунан уларға: «Әгәр шәмбе көндө берәйегеҙҙең улы йә үгеҙе ҡоҙоҡҡа ҡолап төшһә, һеҙ уны шунда уҡ тартып сығармаҫ инегеҙме ни?» — тине. 6 Улар быға бер ни әйтә алманы.
7 Саҡырылған ҡунаҡтарҙың түрҙән урын һайлағанын күреп, Ғайса уларға былай тине*: 8 «Һине туй мәжлесенә саҡырһалар, иң түрҙәге урынға ултырма, сөнки саҡырылғандар араһында һинән абруйлыраҡ берәү булырға мөмкин. 9 Шул саҡ хужа яныңа килеп: „Был урынды уға бир әле“, — тип әйтер, һәм һин, оятҡа ҡалып, ишек төбөндәге* урынға барып ултырырһың. 10 Әммә һине мәжлескә саҡырһалар, ишек төбөндәге* урынға ултыр. Шул саҡ хужа яныңа килеп: „Дуҫ, түргәрәк күсеп ултыр“, — тип әйтер, һәм һиңә бүтән ҡунаҡтар алдында хөрмәт күрһәтелер. 11 Сөнки үҙ-үҙен юғары күтәреүсе түбәнһетелер, ә үҙен кесе итеп тотоусы юғары күтәрелер».
12 Шунан һуң Ғайса үҙен ҡунаҡҡа саҡырған кешегә өндәште: «Төшкө йә киске ашҡа ҡунаҡ саҡырғанда, дуҫтарыңды ла, ағай-ҡустыларыңды ла, туғандарыңды ла, бай күршеләреңде лә саҡырма, сөнки аҙаҡ уларҙың да һине ҡунаҡҡа саҡырыуы ихтимал, һәм шуның менән яҡшылығың кире ҡайтарылыр. 13 Ләкин мәжлес ойошторғанда, ярлы, ғәрип, аҡһаҡ һәм һуҡырҙарҙы саҡыр. 14 Шул саҡта һин бәхетле булырһың, сөнки улар һинең яҡшылығыңа бер нәмә менән дә ҡайтара алмай. Һин тәҡүәләр терелгән ваҡытта бүләкләнерһең».
15 Быны ишеткәс, ҡунаҡтарҙың береһе уға: «Алла Батшалығында икмәк ашаған кеше бәхетле», — тип әйтте.
16 Ғайса уға былай тине: «Бер кеше ҙур табын әҙерләп, күп ҡунаҡ саҡырған. 17 Ашар ваҡыт еткәс, ул хеҙмәтсеһен ебәреп, саҡырылғандарға: „Килегеҙ, табын инде әҙер“, — тип әйтергә ҡушҡан. 18 Әммә улар барыһы ла һылтау табып, бер тауыштан баш тарта башлаған. Беренсеһе уға: „Мин баҫыу һатып алғайным, шуны барып ҡарап килергә кәрәк. Ғәфү ит инде“, — тигән. 19 Икенсеһе: „Мин биш пар үгеҙ һатып алғайным, шуларҙы һынап ҡарарға кәрәк. Ғәфү ит инде“, — тигән. 20 Ә өсөнсөһө: „Мин яңы ғына өйләндем, шуға килә алмайым“, — тигән. 21 Хеҙмәтсе ҡайтып, барыһын да үҙенең хужаһына һөйләп биргән. Шунда өйҙөң хужаһы, асыуланып, хеҙмәтсеһенә: „Бар, йәһәт кенә ҡала урамдарынан һәм тыҡрыҡтарынан ярлы, ғәрип, һуҡыр һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт“, — тип ҡушҡан. 22 Әйләнеп ҡайтҡас, хеҙмәтсе: „Хужам, әмереңде үтәнем, ләкин һаман да буш урындар ҡалды“, — тип әйткән. 23 Хужа хеҙмәтсеһенә: „Ҡала ситендәге юлдарға, ауыл-ара юлдарға сығып, кешеләрҙе килергә күндер, өйөм тулы булһын, — тигән. — 24 Һеҙгә шуны әйтәм: тәүҙә саҡырылғандарҙың береһе лә табынымдағы ризыҡтан ауыҙ итмәҫ“».
25 Ғайса менән бергә бик күп халыҡ китеп бара ине. Ул уларға боролоп, былай тине: 26 «Миңә килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе менән апай-һеңлеләрен һәм хатта үҙ йәнен мине яратҡандан нығыраҡ яратһа*, ул минең шәкертем була алмай. 27 Кем дә кем үҙенең яфаланыу бағанаһын* күтәреп, минең артымдан бармай, шул минең шәкертем була алмай. 28 Әйтәйек, һеҙҙең берегеҙ манара төҙөргә теләй, ти. Ул, уны төҙөп бөтөрөргә аҡсаһы етерме икәнен күрер өсөн, тәүҙә ултырып, уның күпмегә төшәсәген һанамаҫмы ни? 29 Юғиһә, ул нигеҙен һалып та уны төҙөп бөтә алмаһа, кешеләр унан көлөп: 30 „Был кеше төҙөй башланы, әммә бөтөрә алманы“, — тип әйтер. 31 Йәки берәй батша, икенсе батшаға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, тәүҙә ултырып, 10 меңлек ғәскәре менән 20 меңлек ғәскәрҙе еңә алырмы, юҡмы икәнлеге тураһында уйлап ҡарамаҫмы ни*? 32 Әгәр еңә алмағанын аңлаһа, дошманы әле йыраҡта саҡта уҡ, ул уға вәкилдәрен ебәреп, тыныслыҡ килешеүе төҙөйөк, тип үтенер. 33 Шулай итеп, иҫтә тотоғоҙ: һеҙҙең берегеҙ ҙә, үҙенең бөтә мөлкәтенән баш тартмаһа*, минең шәкертем була алмай.
34 Тоҙ, әлбиттә, яҡшы нәмә. Әммә тоҙ үҙ тәмен юғалтһа, уны нисек ҡабат тоҙло итергә? 35 Ундай тоҙ бер нәмәгә лә яраҡлы түгел: уны тупраҡҡа ла, тиреҫкә лә ҡушып булмай. Уны сығарып ташларға ғына ҡала. Ҡолағы булғандар тыңлаһын».