Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Ғалаттарға 5
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Ғалаттарға. Йөкмәтке

      • Мәсихселәр азатлығы (1—15)

      • Рух буйынса эш итеү (16—26)

        • Гонаһлы тәндең эштәре (19—21)

        • Рух емеше (22, 23)

Ғалаттарға 5:11

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «миңә ҡаршы килеүселәр өсөн кәртә булмаҫ ине».

Ғалаттарға 5:12

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «алашар булһалар ҙа». Был уларҙы үҙҙәре яҡлаған Ҡанунды үтәү өсөн яраҡһыҙ итер ине.

Ғалаттарға 5:16

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2023, 11 б.

Ғалаттарға 5:19

Төшөрмәләр

  • *

    Грекса порне́йа. Һүҙлекте ҡ.

  • *

    Грекса асе́лгейа. Һүҙлекте ҡ.

Ғалаттарға 5:20

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «спиритизм; оккультизм». Был грек һүҙе наркотиктар ҡулланыуға ла ҡарай ала.

Ғалаттарға 5:21

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 43 дәрес

Ғалаттарға 5:22

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тыныслыҡ».

  • *

    Һүҙлекте ҡ.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы)»,

    № 1 2022 12—13 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    6/2020, 17 б.

Ғалаттарға 5:23

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «йомшаҡлыҡ».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы)»,

    № 1 2022 12—13 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    6/2020, 17 б.

Ғалаттарға 5:26

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    7/2021, 15—16 бб.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Ғалаттарға 5:1—26

Ғалаттарға хат

5 Шундай азатлыҡ өсөн Мәсих беҙҙе азат итте лә. Шуға күрә ныҡ булығыҙ һәм үҙегеҙгә ҡабат ҡоллоҡ ҡамыты кейҙерергә бирмәгеҙ.

2 Мин, Пауыл, һеҙгә әйтәм: сөннәтләнһәгеҙ, Мәсихтән һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ. 3 Тағы берҙе иҫегеҙгә төшөрәм: сөннәтләнеүсе һәр кем бөтөн Ҡанунды үтәргә бурыслы. 4 Ҡанунды үтәү нигеҙендә тәҡүә тип иғлан ителеүгә ынтылаһығыҙ икән, тимәк, һеҙ Мәсихтән айырылғанһығыҙ һәм уның сикһеҙ игелегенән мәхрүм ҡалғанһығыҙ. 5 Беҙ иһә имандан килгән тәҡүәлекте рух ярҙамында түҙемһеҙлек һәм өмөт менән көтәбеҙ. 6 Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә булғандар өсөн сөннәтләнеүҙең дә, сөннәтләнмәүҙең дә әһәмиәте юҡ, яратыуҙа сағылған иман ғына әһәмиәткә эйә.

7 Һеҙ һәйбәт кенә йүгереп бара инегеҙ. Кем һеҙгә хәҡиҡәткә артабан да буйһонорға ҡамасауланы? 8 Ундай тәғлимәттәр һеҙҙе Саҡырыусынан түгел. 9 Аҙ ғына әсетке бөтөн ҡамырҙы әсетә. 10 Һис тә шикләнмәйем: һеҙ, Хужабыҙ менән берҙәмлектә булғандар, башҡаса фекер йөрөтмәҫһегеҙ. Ә һеҙгә ҡыйынлыҡтар тыуҙырғандар, кем генә булмаһындар, тейешле язаһын алырҙар. 11 Ҡәрҙәштәр, әгәр мин әле лә сөннәткә ултыртылыуҙы вәғәзләгән булһам, мине эҙәрләмәҫтәр ине. Шул саҡта Мәсихтең яфаланыу бағанаһы миңә ҡаршы килеүселәрҙең хистәрен рәнйетмәҫ ине*. 12 Ә һеҙҙе юлдан яҙҙырырға тырышыусылар үҙ-үҙҙәрен бестерһәләр ҙә* була.

13 Ҡәрҙәштәр, һеҙ азатлыҡҡа саҡырылдығыҙ, тик был азатлыҡты гонаһлы теләктәрҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн ҡулланмағыҙ. Ләкин яратыуҙан сығып бер-берегеҙгә ҡолдар кеүек хеҙмәт итегеҙ. 14 Сөнки бөтөн Ҡанун «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигән бер әмергә ҡайтып ҡала. 15 Әгәр ҙә бер-берегеҙгә ташланып, бер-берегеҙҙе кимерәһегеҙ икән, һаҡ булығыҙ: бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөрөүегеҙ бар.

16 Һеҙгә әйтәм: рух буйынса эш итһәгеҙ, бер ниндәй ҙә гонаһлы теләктәргә бирелмәҫһегеҙ. 17 Гонаһлы тән үҙ теләктәре арҡаһында — рухҡа ҡаршы, ә рух — гонаһлы тәнгә ҡаршы. Улар бер-береһенә ҡаршы тора, шуға һеҙ эшләргә теләгәнегеҙҙе эшләмәйһегеҙ. 18 Әгәр ҙә һеҙҙе рух йөрөтә икән, һеҙ ҡанун аҫтында түгелһегеҙ.

19 Ә гонаһлы тәндең эштәре билдәле, был — енси әхлаҡһыҙлыҡ*, нәжеслек, оятһыҙ тәртип*, 20 боттарға табыныу, сихырсылыҡ*, дошманлашыу, ыҙғыш-талаш, көнләшеү, ярһыу, әрләшеү, бүленештәр, сектантлыҡ, 21 көнсөллөк, эскелек, йүгәнһеҙ мәжлестәр һәм шуға оҡшаш башҡа нәмәләр. Мин инде һеҙҙе иҫкәрткәйнем, тағы берҙе иҫкәртәм: шундай эштәр ҡылыусылар Алла Батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ.

22 Ә рух емеше — ул мөхәббәт, шатлыҡ, татыулыҡ*, сабырлыҡ, игелек, яҡшылыҡ*, иман, 23 йыуашлыҡ*, тотанаҡлыҡ. Бындай сифаттарға ҡаршы ҡанун юҡ. 24 Унан да бигерәк, Мәсих Ғайсаныҡылар гонаһлы тәнде уның нәфселәре һәм теләктәре менән бергә бағанаға ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.

25 Әгәр ҙә рух буйынса йәшәйбеҙ икән, әйҙәгеҙ артабан да рух буйынса эш итәйек. 26 Дан һөйөүсән булмайыҡ, бер-беребеҙҙе ярышыуға ҡотортмайыҡ һәм бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу