Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Эфестарға 5
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Эфестарға. Йөкмәтке

      • Саф телмәр һәм саф тәртип (1—5)

      • «Яҡтылыҡ балалары кеүек эш итегеҙ» (6—14)

      • Рух менән һуғарылығыҙ (15—20)

        • «Ваҡытығыҙҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланығыҙ» (16)

      • Ирле-ҡатынлылар өсөн кәңәштәр (21—33)

Эфестарға 5:2

Төшөрмәләр

  • *

    Йә, бәлки, «һеҙҙе».

  • *

    Йә, бәлки, «һеҙҙең».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2017, 28 б.

Эфестарға 5:3

Төшөрмәләр

  • *

    Грекса порне́йа. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап», 59 мәҡәлә

Эфестарға 5:5

Төшөрмәләр

  • *

    Бында ҡулланылған грек һүҙе порне́йа тигән һүҙгә яҡын. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 40 дәрес

Эфестарға 5:6

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2024»,

    3/2024, 22 б.

Эфестарға 5:7

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «улар менән ҡатнашмағыҙ; улар кеүек эш итмәгеҙ».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2024»,

    3/2024, 22—23 бб.

Эфестарға 5:8

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2024»,

    3/2024, 20—21, 23—24 бб.

Эфестарға 5:10

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тикшереп белегеҙ».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 44 дәрес

Эфестарға 5:11

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2024»,

    3/2024, 22 б.

Эфестарға 5:15

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 35 дәрес

Эфестарға 5:16

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «ваҡытты һатып алығыҙ».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2024»,

    3/2024, 24—25 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2022, 26—31 бб.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 11 дәрес

Эфестарға 5:17

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    2/2023, 17 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    5/2016, 19—21 бб.

    «Күҙәтеү манараһы»,

    1.12.2003,

Эфестарға 5:19

Төшөрмәләр

  • *

    Йә, бәлки, «үҙ-үҙегеҙҙе».

  • *

    Йәки «үҙ күңелегеҙҙә».

Эфестарға 5:23

Төшөрмәләр

  • *

    Йәғни йыйылыштың.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 20 дәрес

Эфестарға 5:25

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 49 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2016, 14 б.

Эфестарға 5:28

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 49 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2016, 20 б.

Эфестарға 5:29

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап»,

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 49 дәрес

Эфестарға 5:31

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «ҡатынына йәбешер».

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «бер тән».

Эфестарға 5:33

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 49 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    7/2020, 3—4 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2016, 19—20 бб.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
  • 31
  • 32
  • 33
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Эфестарға 5:1—33

Эфестарға хат

5 Шулай итеп, Алланың һөйөклө балалары булараҡ, унан үрнәк алығыҙ 2 һәм, Мәсих кеүек, артабан да бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Ул беҙҙе* яратып, үҙен беҙҙең* өсөн Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан итеп биргән.

3 Аҙғынлыҡ*, нәжеслек һәм ҡомһоҙлоҡ арағыҙҙа хатта телгә лә алынмаһын, сөнки был изгеләргә килешмәй. 4 Шулай уҡ оятһыҙ тәртип, әҙәпһеҙ шаяртыуҙар һәм ахмаҡ һүҙ һөйләү кеүек нәмәләр арағыҙҙа булмаһын. Бының урынына Аллаға рәхмәттәр уҡығыҙ. 5 Һеҙ бит аҙғын*, нәжес кешеләрҙең һәм ҡомһоҙҙарҙың, йәғни боттарға табыныусыларҙың, Мәсих һәм Алла Батшалығында мираҫ алмаясағын беләһегеҙ һәм быны яҡшы аңлайһығыҙ.

6 Үҙегеҙҙе буш һүҙҙәр менән алдарға бирмәгеҙ, сөнки өҫтәрәк телгә алынған эштәр өсөн буйһонмаусан кешеләрҙең өҫтөнә Алланың асыуы төшөр. 7 Шунлыҡтан улар менән бер ниндәй ҙә уртаҡ нәмәгеҙ булмаһын*. 8 Элек һеҙ ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер һеҙ — яҡтылыҡ, сөнки Хужабыҙҙыҡыһығыҙ. Яҡтылыҡ балалары кеүек эш итегеҙ, 9 сөнки яҡтылыҡтың емеше — яҡшылыҡ, тәҡүәлек һәм хәҡиҡәт. 10 Һәр ваҡыт Раббының нимәне хуп күргәнен аңларға тырышығыҙ* 11 һәм бүтән ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ. 12 Был кешеләр йәшерен эшләгән нәмәләрҙе хатта телгә алыуы ла оят бит. 13 Фаш ителгән бөтә нәмә яҡтылыҡта асыҡ күренә башлай, ә асыҡ күренгән бөтә нәмә — яҡтылыҡ ул. 14 Шуға күрә: «Эй йоҡоға талған әҙәм, уян, терел, һәм Мәсих һине яҡтылығы менән яҡтыртыр», — тип әйтелгән.

15 Шулай итеп, үҙегеҙҙе иғтибар менән күҙәтегеҙ һәм ахмаҡтар кеүек түгел, ә аҡыллылар кеүек эш итегеҙ. 16 Ваҡытығыҙҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланығыҙ*, яман көндәрҙә йәшәйбеҙ бит. 17 Шуға күрә аҡылһыҙ булмағыҙ, ләкин Йәһүәнең ихтыяры нимәлә икәнен аңларға тырышығыҙ. 18 Иҫергәнсе шарап эсмәгеҙ, сөнки был йүгәнһеҙлеккә килтерә, киреһенсә, изге рух менән һуғарылығыҙ. 19 Бер-берегеҙҙе* мәҙхиәләр, Алланы маҡтау йырҙары һәм рухи йырҙар менән нығытығыҙ. Ихлас йөрәктән* Йәһүәгә йырлап, уны маҡтағыҙ. 20 Һәр ваҡыт бөтә нәмә өсөн Аллабыҙ һәм Атабыҙға Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең исеме хаҡына рәхмәттәр әйтегеҙ.

21 Мәсихкә тәрән хөрмәт йөҙөнән бер-берегеҙгә буйһоноғоҙ. 22 Ҡатындар ирҙәренә Хужабыҙға буйһонғандай буйһонһон, 23 сөнки, Мәсих йыйылыштың башы һәм шул тәндең* ҡотҡарыусыһы булған кеүек, ир — ҡатынының башы. 24 Йыйылыш Мәсихкә буйһонған кеүек, ҡатындар ҙа бөтә нәмәлә ирҙәренә буйһонһон. 25 Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ, Мәсих тә, йыйылышты яратып, үҙен уның өсөн биргән бит. 26 Ул быны йыйылышты, һыу менән йыуғандай, Алланың һүҙе менән сафландырып изгеләндерер өсөн 27 һәм шулай итеп йыйылышты үҙенең алдында күркәм, тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ йәки шуға оҡшаш башҡа етешһеҙлектәрһеҙ, изге һәм кәмселекһеҙ итер өсөн эшләгән.

28 Шуның кеүек үк, ирҙәр ҙә ҡатындарын үҙ тәндәрен яратҡандай яратырға тейеш. Ҡатынын яратҡан кеше үҙен ярата, 29 сөнки бер кем дә үҙ тәнен нәфрәт итмәй, киреһенсә, уны туйындыра һәм наҙ менән хәстәрләй. Мәсих тә йыйылыш тураһында шулай ҡайғырта, 30 сөнки беҙ — уның тәненең ағзалары. 31 «Шуға күрә ир ата-әсәһен ҡалдырыр ҙа һәр ваҡыт ҡатыны менән булыр*, һәм икеһе бер бөтөн* булып китер». 32 Был изге сер бөйөк. Мин Мәсих һәм йыйылыш тураһында әйтәм. 33 Шулай итеп, һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙен яратҡандай яратһын, ә ҡатын ирен тәрән хөрмәт итһен.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу