Эфестарға хат
5 Шулай итеп, Алланың һөйөклө балалары булараҡ, унан үрнәк алығыҙ 2 һәм, Мәсих кеүек, артабан да бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Ул беҙҙе* яратып, үҙен беҙҙең* өсөн Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан итеп биргән.
3 Аҙғынлыҡ*, нәжеслек һәм ҡомһоҙлоҡ арағыҙҙа хатта телгә лә алынмаһын, сөнки был изгеләргә килешмәй. 4 Шулай уҡ оятһыҙ тәртип, әҙәпһеҙ шаяртыуҙар һәм ахмаҡ һүҙ һөйләү кеүек нәмәләр арағыҙҙа булмаһын. Бының урынына Аллаға рәхмәттәр уҡығыҙ. 5 Һеҙ бит аҙғын*, нәжес кешеләрҙең һәм ҡомһоҙҙарҙың, йәғни боттарға табыныусыларҙың, Мәсих һәм Алла Батшалығында мираҫ алмаясағын беләһегеҙ һәм быны яҡшы аңлайһығыҙ.
6 Үҙегеҙҙе буш һүҙҙәр менән алдарға бирмәгеҙ, сөнки өҫтәрәк телгә алынған эштәр өсөн буйһонмаусан кешеләрҙең өҫтөнә Алланың асыуы төшөр. 7 Шунлыҡтан улар менән бер ниндәй ҙә уртаҡ нәмәгеҙ булмаһын*. 8 Элек һеҙ ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер һеҙ — яҡтылыҡ, сөнки Хужабыҙҙыҡыһығыҙ. Яҡтылыҡ балалары кеүек эш итегеҙ, 9 сөнки яҡтылыҡтың емеше — яҡшылыҡ, тәҡүәлек һәм хәҡиҡәт. 10 Һәр ваҡыт Раббының нимәне хуп күргәнен аңларға тырышығыҙ* 11 һәм бүтән ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ. 12 Был кешеләр йәшерен эшләгән нәмәләрҙе хатта телгә алыуы ла оят бит. 13 Фаш ителгән бөтә нәмә яҡтылыҡта асыҡ күренә башлай, ә асыҡ күренгән бөтә нәмә — яҡтылыҡ ул. 14 Шуға күрә: «Эй йоҡоға талған әҙәм, уян, терел, һәм Мәсих һине яҡтылығы менән яҡтыртыр», — тип әйтелгән.
15 Шулай итеп, үҙегеҙҙе иғтибар менән күҙәтегеҙ һәм ахмаҡтар кеүек түгел, ә аҡыллылар кеүек эш итегеҙ. 16 Ваҡытығыҙҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланығыҙ*, яман көндәрҙә йәшәйбеҙ бит. 17 Шуға күрә аҡылһыҙ булмағыҙ, ләкин Йәһүәнең ихтыяры нимәлә икәнен аңларға тырышығыҙ. 18 Иҫергәнсе шарап эсмәгеҙ, сөнки был йүгәнһеҙлеккә килтерә, киреһенсә, изге рух менән һуғарылығыҙ. 19 Бер-берегеҙҙе* мәҙхиәләр, Алланы маҡтау йырҙары һәм рухи йырҙар менән нығытығыҙ. Ихлас йөрәктән* Йәһүәгә йырлап, уны маҡтағыҙ. 20 Һәр ваҡыт бөтә нәмә өсөн Аллабыҙ һәм Атабыҙға Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең исеме хаҡына рәхмәттәр әйтегеҙ.
21 Мәсихкә тәрән хөрмәт йөҙөнән бер-берегеҙгә буйһоноғоҙ. 22 Ҡатындар ирҙәренә Хужабыҙға буйһонғандай буйһонһон, 23 сөнки, Мәсих йыйылыштың башы һәм шул тәндең* ҡотҡарыусыһы булған кеүек, ир — ҡатынының башы. 24 Йыйылыш Мәсихкә буйһонған кеүек, ҡатындар ҙа бөтә нәмәлә ирҙәренә буйһонһон. 25 Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ, Мәсих тә, йыйылышты яратып, үҙен уның өсөн биргән бит. 26 Ул быны йыйылышты, һыу менән йыуғандай, Алланың һүҙе менән сафландырып изгеләндерер өсөн 27 һәм шулай итеп йыйылышты үҙенең алдында күркәм, тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ йәки шуға оҡшаш башҡа етешһеҙлектәрһеҙ, изге һәм кәмселекһеҙ итер өсөн эшләгән.
28 Шуның кеүек үк, ирҙәр ҙә ҡатындарын үҙ тәндәрен яратҡандай яратырға тейеш. Ҡатынын яратҡан кеше үҙен ярата, 29 сөнки бер кем дә үҙ тәнен нәфрәт итмәй, киреһенсә, уны туйындыра һәм наҙ менән хәстәрләй. Мәсих тә йыйылыш тураһында шулай ҡайғырта, 30 сөнки беҙ — уның тәненең ағзалары. 31 «Шуға күрә ир ата-әсәһен ҡалдырыр ҙа һәр ваҡыт ҡатыны менән булыр*, һәм икеһе бер бөтөн* булып китер». 32 Был изге сер бөйөк. Мин Мәсих һәм йыйылыш тураһында әйтәм. 33 Шулай итеп, һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙен яратҡандай яратһын, ә ҡатын ирен тәрән хөрмәт итһен.