Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 2 Тисалуникаларға 2
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

2 Тисалуникаларға. Йөкмәтке

      • Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе (1—12)

      • Ныҡ булығыҙ (13—17)

2 Тисалуникаларға 2:3

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «асылмайынса».

2 Тисалуникаларға 2:6

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре»,

    7/2019, 4 б.

2 Тисалуникаларға 2:7

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре»,

    7/2019, 4 б.

2 Тисалуникаларға 2:8

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «ауыҙының рухы».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре»,

    7/2019, 4 б.

2 Тисалуникаларға 2:15

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «өйрәткән йолаларҙы».

2 Тисалуникаларға 2:17

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «һеҙҙе ныҡ итһендәр».

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
2 Тисалуникаларға 2:1—17

Икенсе Тисалуникаларға

2 Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең килеү осоро һәм уның менән булыр өсөн йыйыласағыбыҙ тураһында әйткәндә, ҡәрҙәштәр, үтенеп һорайбыҙ: 2 берәйһе Йәһүә көнө килеп етте инде тип әйтһә, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ һәм, хатта был Алланан килгән хәбәр йә беҙҙән килгән хат булып күренһә лә, хафаға төшмәгеҙ.

3 Бер кемгә лә үҙегеҙҙе алдарға юл ҡуймағыҙ, сөнки мөртәтлек башланмайынса һәм ҡанунһыҙлыҡ кешеһе, йәғни һәләкәт улы, асыҡ эш итә башламайынса*, ул көн килмәйәсәк. 4 Был дошман «алла» тип аталған һәр кемдән һәм кешеләр табынған бар нәмәнән үҙен юғары күтәрер. Ул Алланың ғибәҙәтханаһында ултырып алып, үҙен Алла итеп күрһәтер. 5 Минең һеҙгә был хаҡта әле янығыҙҙа булған сағымда уҡ һөйләгәнемде хәтерләмәйһегеҙме ни?

6 Хәҙер һеҙ кемдең уны тотҡарлағанын һәм уға ваҡытынан алда асыҡ эш итергә бирмәгәнен беләһегеҙ. 7 Эйе, уның әлегә сер булып ҡалған ҡанунһыҙлығы инде эш итә, ләкин был ҡанунһыҙлыҡ үҙен тотҡарлап тороусы киткәнсе генә сер булып ҡалыр. 8 Шунан был ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асыҡ эш итә башлар. Ләкин Хужабыҙ Ғайса, үҙенең килеү осоро асыҡ күренгәс, уны һүҙҙәренең көсө* менән юҡ итер. 9 Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе Шайтан тәьҫире аҫтында ғәжәйеп эштәр башҡара, ялған билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәтә, 10 тәҡүәһеҙлек тыуҙырған ялғанды ла ҡуллана. Быларҙың барыһы яза итеп һәләкәткә дусар ителгән кешеләрҙе яңылыштыра, сөнки улар үҙҙәрен ҡотҡара алырлыҡ хәҡиҡәтте яратманы. 11 Шуға күрә Алла был кешеләрҙең, алданып, ялғанға ышаныуҙарына юл ҡуя. 12 Ул быны, улар һөҙөмтәлә, хәҡиҡәтҡә ышанмайынса, тәҡүәһеҙлекте яратҡандары өсөн хөкөм ителһендәр, тип эшләй.

13 Ләкин беҙ, ҡәрҙәштәрем, Йәһүәнең һөйөклөләре, һәр ваҡыт һеҙҙең өсөн Аллаға рәхмәт әйтергә тейеш, сөнки Алла һеҙҙе баштан уҡ ҡотолоу өсөн һайлап алды. Һеҙ хәҡиҡәткә ышанғанға, ул һеҙҙе үҙ рухы менән изгеләндерҙе. 14 Һеҙ Хужабыҙ Ғайса Мәсих кеүек данланһын тип, ул һеҙҙе ҡотолоу өсөн беҙ вәғәзләгән һөйөнөслө хәбәр ярҙамында саҡырҙы. 15 Шуға күрә, ҡәрҙәштәр, ныҡ булығыҙ, беҙ һеҙгә хаттар аша йәки телдән биргән күрһәтмәләрҙе* тотоғоҙ. 16 Хужабыҙ Ғайса Мәсих һәм беҙҙе яратҡан, сикһеҙ игелеге буйынса беҙгә мәңгелек йыуаныс һәм иҫ киткес өмөт биргән Атабыҙ Алла 17 күңелдәрегеҙҙе йыуатһындар, яҡшы эштәр ҡылырға һәм игелекле һүҙҙәр һөйләргә көс бирһендәр*.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу