Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Филипиҙарға 1
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Филипиҙарға. Йөкмәтке

      • Сәләмләү һүҙҙәре (1, 2)

      • Аллаға рәхмәттәр уҡыу; Пауылдың доғаһы (3—11)

      • Һөйөнөслө хәбәр ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан тарала (12—20)

      • Йәшәү — Мәсих өсөн, үлем — табыш (21—26)

      • «Һөйөнөслө хәбәргә лайыҡлы булып йәшәгеҙ» (27—30)

Филипиҙарға 1:1

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә булғандарға». Һүҙмә-һүҙ «Мәсих Ғайсала булғандарға».

Филипиҙарға 1:5

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «таратыуҙа ҡатнашаһығыҙ».

Филипиҙарға 1:7

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023»,

    7/2023, 3 б.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 21 дәрес

Филипиҙарға 1:9

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2022, 3 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2019, 9—10 бб.

Филипиҙарға 1:10

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 12 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2019, 10—12 бб.

Филипиҙарға 1:11

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2019, 12 б.

Филипиҙарға 1:13

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «император гвардияһының». Һүҙлекте ҡ.

Филипиҙарға 1:20

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «үҙ тәнем менән данлай алырыма».

Филипиҙарға 1:27

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «үҙегеҙҙе граждандар кеүек тотоғоҙ».

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Филипиҙарға 1:1—30

Филипиҙарға хат

1 Мәсих Ғайсаның ҡолдары Пауыл менән Тимәти Филипиҙа булған бөтә изгеләргә — Мәсих Ғайсаның шәкерттәренә*, шул иҫәптән күҙәтеүселәргә һәм йыйылыш ярҙамсыларына яҙалар.

2 Атабыҙ Алланың һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең сикһеҙ игелеге һәм тыныслығы һеҙҙең менән булһын!

3 Һеҙҙе иҫкә төшөргәндә, мин һәр ваҡыт Аллама рәхмәттәр уҡып, 4 һеҙҙең барығыҙ өсөн ҡайнар доға ҡылам. Быны ҡыуанып эшләйем, 5 сөнки һеҙ һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткән көндән бирле уны таратыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ*. 6 Арағыҙҙа яҡшы эш башлаған Алланың уны Мәсих Ғайсаның көнөнә тиклем тамамларына бер ҙә шикләнмәйем. 7 Бөтәгеҙ тураһында ла шулай уйларға нигеҙем бар, сөнки һеҙ минең күңелемдә. Эйе, һеҙ бығауҙа ултырған сағымда миңә таяныс булып тораһығыҙ, шулай уҡ һөйөнөслө хәбәрҙе яҡлауҙа һәм уны законлаштырыуҙа ярҙам итәһегеҙ. Шулай итеп һеҙ ҙә, мин дә Алланың сикһеҙ игелеген тоябыҙ.

8 Һеҙгә ҡарата, Мәсих Ғайса кеүек, наҙлы хистәр кисереп, барығыҙҙы ла бик ныҡ һағыныуыма Алла шаһит. 9 Яратыуығыҙ теүәл белем һәм Алла ихтыярын тәрән аңлау менән бергә артҡандан-арта барһын, тип гел доға ҡылам, 10 шулай уҡ, һеҙ һәр ваҡыт ысындан да мөһим нәмәләрҙе һайлаһын, тип һорайым. Шул саҡта һеҙ Мәсих көнөнә тиклем тел тейҙергеһеҙ булып ҡалырһығыҙ һәм башҡаларҙың иманын ҡаҡшатмаҫһығыҙ. 11 Шулай уҡ Алла данланһын һәм маҡталһын өсөн, һеҙ Ғайса Мәсих ярҙамы менән мул итеп тәҡүәлек емештәре килтерһен, тип доға ҡылам.

12 Ҡәрҙәштәр, шарттарым һөйөнөслө хәбәрҙең таралыуына булышлыҡ иткәнен белеүегеҙҙе теләйем, 13 сөнки ҡайсар һаҡсыларының* һәм башҡаларҙың барыһына ла Мәсихкә ышанғаным өсөн бығауҙа ултырыуым билдәле булды. 14 Минең бығауҙарҙа ултырыуым тураһындағы хәбәр Хужабыҙға хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙең күбеһенең рухын нығытты, һәм улар Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй башланы.

15 Эйе, ҡайһы берәүҙәр Мәсих хаҡында көнсөллөк һәм бер-береһе менән ярышыу арҡаһында вәғәзләй, башҡалары иһә быны изге ниәт менән эшләй. 16 Һуңғылары Мәсих хаҡында яратыуҙан сығып иғлан итә, сөнки миңә һөйөнөслө хәбәрҙе яҡларға ҡушылғанын белә. 17 Беренселәре иһә быны саф ниәттән эшләмәй, улар бәхәсләшергә ярата һәм бығауҙа ултырған сағымдағы ғазаптарымды көсәйтергә теләй. 18 Ә һөҙөмтәһе ниндәй? Ниндәй генә ниәттәрҙән сығып вәғәзләмәһендәр, иң мөһиме, Мәсих хаҡындағы хәбәр иғлан ителә, һәм мин быға шатланам. Мин быға артабан да шатланырмын, 19 сөнки беләм: бының арҡаһында, шулай уҡ ҡайнар доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсихтең рухы ярҙамында мин ҡотҡарылырмын. 20 Мин һис оятҡа ҡалмаҫыма, артабан да ҡыйыулыҡ менән һөйләремә һәм шуның менән Мәсихте һәр ваҡыттағыса данлай алырыма* өмөтләнәм һәм быны түҙемһеҙлек менән көтәм. Йәшәйемме, үләмме, мин уны данлаясаҡмын.

21 Йәшәйем икән, Мәсих өсөн йәшәйем, үләм икән, был минең өсөн табыш булыр. 22 Артабан да был тәнемдә йәшәүемде дауам итһәм, хеҙмәтем тағы ла күберәк емеш килтерер. Әммә нимәне өҫтөн күргәнемде әйтеп тормайым. 23 Мин тегеһе менән быныһы араһында өҙгөләнәм, сөнки был тәндән ҡотолоп, Мәсих менән булырға теләйем. Был, әлбиттә, күпкә яҡшыраҡ. 24 Әммә һеҙҙең өсөн был тәндә ҡалыуым хәйерлерәк. 25 Быға ныҡ инанғанлыҡтан, һеҙ үҫһен һәм иманығыҙ һеҙгә шатлыҡ килтерһен өсөн, һеҙҙең барығыҙ менән ҡалырымды беләм. 26 Шулай итеп, мин янығыҙға ҡабат килгәс, һеҙ, Мәсих Ғайсаның шәкерттәре булараҡ, тағы ла нығыраҡ ҡыуанырһығыҙ.

27 Тик Мәсих хаҡындағы һөйөнөслө хәбәргә лайыҡлы булып йәшәгеҙ*. Шул саҡ, киләмме һеҙгә йә килмәйемме, һеҙҙең берҙәмлек һаҡлап, ныҡ торғанығыҙҙы, һөйөнөслө хәбәргә иман итеү хаҡына иңгә-иң терәп көрәшкәнегеҙҙе 28 һәм дошмандарға үҙегеҙҙе ҡурҡытырға бирмәгәнегеҙҙе ишетермен. Быларҙың барыһы — уларҙың һәләк буласағына, ә һеҙҙең ҡотоласағығыҙға дәлил, һәм был — Алланан. 29 Һеҙгә Мәсихкә ышаныу ғына түгел, ә уның хаҡына ғазап сигеү хөрмәте лә бирелде. 30 Һеҙ элек алып барған көрәшемде күрҙегеҙ һәм әле лә көрәшкәнемде ишетеп тораһығыҙ. Һеҙ үҙегеҙ ҙә шундай уҡ көрәштә ҡатнашаһығыҙ.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу