Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Тисалуникаларға 1
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Тисалуникаларға. Йөкмәтке

      • Сәләмләү һүҙҙәре (1)

      • Тисалуникаларҙың иманы өсөн Аллаға рәхмәт әйтеү (2—10)

1 Тисалуникаларға 1:1

Төшөрмәләр

  • *

    Силас булараҡ та билдәле.

1 Тисалуникаларға 1:9

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «Алланың ҡолдары булып китер өсөн».

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Тисалуникаларға 1:1—10

Беренсе Тисалуникаларға

1 Пауыл, Силуан* һәм Тимәти — Атабыҙ Алла һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсих менән берҙәмлектә булған Тисалуника йыйылышына яҙалар.

Алланың сикһеҙ игелеге һәм тыныслығы һеҙҙең менән булһын.

2 Доғаларыбыҙҙа һеҙҙең барығыҙҙы телгә алғанда, беҙ һәр ваҡыт Аллаға рәхмәт әйтәбеҙ. 3 Аллабыҙ һәм Атабыҙ алдында һеҙҙең иман һәм яратыу менән тырышып хеҙмәт иткәнегеҙҙе һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсихкә булған өмөтөгөҙ ярҙамында ауырлыҡтарҙы сыҙамлыҡ менән йырып сыҡҡанығыҙҙы гел иҫтә тотабыҙ. 4 Алла һөйгән ҡәрҙәштәр, уның һеҙҙе һайлап алғанын беҙ беләбеҙ. 5 Беҙ һеҙгә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәндә, был һүҙҙәр генә булманы, беҙ ныҡлы инанғанлыҡ менән изге рух ярҙамында һөйләнек, һәм был хәбәр һеҙгә көслө йоғонто яһаны. Һеҙҙең менән булған саҡта һеҙҙең хаҡҡа ниндәй булып киткәнебеҙҙе үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. 6 Һеҙ беҙҙең һәм Хужабыҙҙың өлгөһөнә эйәрҙегеҙ, сөнки, күп михнәттәргә ҡарамаҫтан, Алла һүҙен изге рух биргән шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ. 7 Шулай итеп һеҙ үҙегеҙ Ғайсаның Македо́ния менән Аха́ялағы бөтә шәкерттәренә өлгө булдығыҙ.

8 Һеҙҙең арҡала Йәһүә һүҙен Македо́ния менән Аха́яла ғына түгел, ә башҡа урындарҙа ла ишеттеләр. Һеҙҙең Аллаға булған иманығыҙ хаҡында бөтә ерҙә лә белделәр, шунлыҡтан беҙгә нимәлер һөйләүҙең кәрәге юҡ. 9 Бөтәһе лә һеҙҙең менән тәүге тапҡыр осрашҡаныбыҙ һәм һеҙҙең үҙегеҙ табынған боттарҙы нисек кире ҡаҡҡанығыҙ тураһында һөйләй. Һеҙ быны тере һәм хаҡ Аллаға хеҙмәт итер өсөн* 10 һәм күктәрҙән уның Улын көтөр өсөн эшләнегеҙ. Алла уны, үҙенең яҡынлашып килгән асыуынан беҙҙе ҡотҡарасаҡ Ғайсаны, үленән терелтте.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу