Титҡа хат
3 Артабан да иҫтәренә төшөрөп тор: улар хөкүмәттәргә һәм властарға тыңлаусан булһын, уларға буйһонһон һәм һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер торһон, 2 бер кемде лә яманламаһын, әрләшеп йөрөмәһен һәм бөтәһе менән дә йомшаҡ* мөғәмәлә итеп, аҡыл менән эш итһен*. 3 Сөнки беҙ ҙә бит ҡасандыр аңһыҙ, тыңлауһыҙ, алданған инек, төрлө теләктәр һәм ләззәттәр ҡоло булдыҡ, яуызлыҡ ҡылдыҡ һәм көнсөллөккә бирелеп йәшәнек, ерәнгес кешеләр инек, бер-беребеҙҙе нәфрәт иттек.
4 Ләкин кешеләргә Ҡотҡарыусыбыҙ Алланың игелеге һәм яратыуы күрһәтелгәс 5 (тәҡүә эштәребеҙ өсөн түгел, ә уның мәрхәмәте буйынса), ул тормош биргән таҙартыу* һәм изге рух менән яңыртыу аша беҙҙе ҡотҡарҙы. 6 Ул Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә был рухты мул итеп яуҙырҙы. 7 Беҙ уның сикһеҙ игелеге арҡаһында тәҡүә тип иғлан ителеп, мәңгелек тормош өмөтөнә эйә булған мираҫсылар булып китһен өсөн, шулай эшләне.
8 Был һүҙҙәр ышанысҡа лайыҡ. Аллаға инанғандар үҙ иғтибарын изгелекле эштәр ҡылыуға туплаһын өсөн, ошо һүҙҙәргә һәр ваҡыт баҫым яһап һөйләүеңде үтенәм. Быларҙың барыһы яҡшы һәм файҙалы.
9 Бушҡа һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәләрҙә соҡоноуҙан, бәхәстәрҙән һәм Ҡанунға бәйле әрләшеүҙәрҙән ситтә тор, сөнки быларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ. 10 Ике тапҡыр иҫкәртелгәндән* һуң да, ялған тәғлимәттәр* таратыуын дауам иткән кеше менән аралашма, 11 сөнки ундай кеше юлдан яҙған һәм гонаһ ҡыла, ул үҙ-үҙенә хөкөм инде сығарған.
12 Мин һиңә Артимас менән Тихиҡты ебәргәс, яныма Ниҡапулға килергә тырыш, сөнки мин ҡышты шунда үткәрергә булдым. 13 Ҡанунды яҡшы белгән Зинасҡа, шулай уҡ Апалусҡа юлға йыйынырға ярҙам ит, уларға сәйәхәттәре өсөн кәрәкле бөтә нәмәне биреп ебәр. 14 Ҡәрҙәштәребеҙ ҙә изгелек эшләргә һәм кисектергеһеҙ ярҙамға мохтаж булғандарға ярҙам итергә өйрәнһендәр, шул саҡта уларҙың хеҙмәте һөҙөмтәһеҙ* булмаҫ.
15 Минең менән булғандарҙың барыһы ла һиңә сәләм ебәрә. Беҙҙе яратҡан бөтә имандаштарға минән сәләм әйт.
Алланың сикһеҙ игелеге һеҙҙең барығыҙ менән дә булһын!