Марк яҙған
2 Бер нисә көндән һуң Ғайса Кәпернағумға ҡайтты, һәм уның өйҙә булыуы хаҡында хәбәр таралды. 2 Уға шул тиклем күп кеше килде, хатта ишек янында ла урын юҡ ине. Ғайса уларға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләй башланы. 3 Шул саҡта уға паралич һуҡҡан берәүҙе килтерҙеләр, уны дүрт кеше күтәреп алып килде. 4 Ләкин халыҡ араһынан үтә алмағанға, улар өй түбәһенең бер өлөшөн һүтеп, паралич һуҡҡан кешене ятҡан түшәге менән шул тишектән төшөрҙөләр. 5 Ғайса, уларҙың иманын күреп, паралич һуҡҡан кешегә: «Улым, һинең гонаһтарың кисерелде», — тине. 6 Унда бер нисә ҡанун белгесе ултыра ине. Улар эстән генә: 7 «Нимә һөйләй был кеше? Ул бит Алланы хурлай. Алланан башҡа кем гонаһтарҙы кисерә алһын?» — тип уйланы. 8 Ләкин Ғайса уларҙың нимә тураһында уйлағанын* шунда уҡ аңлап*, былай тине: «Нишләп һеҙ шундай уйҙар уйлайһығыҙ? 9 Паралич һуҡҡан был кешегә нимә тип әйтеү еңелерәк: „һинең гонаһтарың кисерелде“ типме, әллә „тороп, түшәгеңде ал да йөрө“ типме? 10 Ләкин һеҙ Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы барлығын белһен өсөн...» Шунда ул паралич һуҡҡан кешегә: 11 «Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт», — тине. 12 Теге кеше шунда уҡ тороп баҫты ла түшәген алып, бөтөн кешенең күҙ алдында сығып китте. Барыһы ла быға хайран ҡалып: «Беҙҙең бер ҡасан да бындай хәлде күргәнебеҙ юҡ ине», — тип Алланы данланы.
13 Ғайса йәнә диңгеҙ буйына сыҡты. Уның янына күп кеше килде, шунда ул уларҙы өйрәтә башланы. 14 Ғайса юлын дауам итте һәм һалым йыйыу контораһында ултырған Алфай улы Либәйҙе күреп ҡалды. Ул уға: «Миңә эйәр», — тине. Тегеһе торҙо ла Ғайсаның артынан китте. 15 Бер аҙҙан Ғайса шәкерттәре менән Либәйҙең өйөндә ашағанда, улар менән табын артында күп һалым йыйыусылар һәм гонаһ ҡылыусылар ҙа ултырҙы*, сөнки уларҙың күбеһе Ғайсаға эйәреп йөрөнө. 16 Фарисейҙар* араһынан булған ҡанун белгестәре, Ғайсаның гонаһ ҡылыусылар һәм һалым йыйыусылар менән ашағанын күргәс, уның шәкерттәренә: «Нишләп ул һалым йыйыусылар һәм гонаһ ҡылыусылар менән ашап ултыра?» — ти башланы. 17 Быны ишеткәс, Ғайса уларға: «Табип һау кешеләргә түгел, ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүәләрҙе түгел, гонаһ ҡылыусыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем», — тине.
18 Яхъя шәкерттәренең һәм фарисейҙарҙың ураҙа тотоу йолаһы бар ине. Шуға күрә Ғайсанан: «Ни өсөн Яхъяның һәм фарисейҙарҙың шәкерттәре ураҙа тота, ә һинең шәкерттәрең ураҙа тотмай?» — тип һоранылар. 19 Ғайса былай тине: «Кейәү үҙҙәре менән булғанда, дуҫтары ураҙа тотамы ни? Кейәү яндарында булғанда, ураҙа тотоуҙың кәрәге юҡ. 20 Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, шул саҡта улар ураҙа тотор. 21 Бер кем дә иҫке кейемде яңы туҡыма менән ямамай. Юғиһә, ямаулыҡ ултырып, кейемде йыртыр ҙа, тишек тағы ла ҙурайыр. 22 Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә, шарап турһыҡты йыртыр, шул саҡта шарап та, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡҡа һалалар».
23 Бер мәл шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп барғанда, уның шәкерттәре юл ыңғайында башаҡтар өҙөп алып ашай башланы. 24 Фарисейҙар, быны күреп: «Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көндө эшләргә ярамағанды эшләй?» — тине. 25 Ләкин Ғайса уларға әйтте: «Дауыттың ризығы бөтөп, үҙе һәм кешеләре асыҡҡас, уның нимә эшләгәнен бер ҡасан да уҡыманығыҙмы ни? 26 Өлкән рухани Әбйәтәр тураһындағы хәбәрҙә әйтелгәнсә, Дауыт Алла йортона инеп, руханиҙарҙан башҡа бер кемгә лә ашарға ярамаған изге икмәкте* үҙе лә ашаған, кешеләренә лә биргән». 27 Шунан Ғайса былай тине: «Кеше шәмбе көнө өсөн түгел, ә шәмбе кеше өсөн яратылған. 28 Шуға күрә Әҙәм Улы — шәмбе көнөнөң дә Хужаһы».