Филипиҙарға хат
3 Шулай итеп, ҡәрҙәштәрем, һәр ваҡыт Раббыға хеҙмәт итеүҙә* ҡыуаныс табығыҙ. Миңә бер үк нәмә тураһында яҙыу ҡыйын түгел, ә һеҙҙе был яҡлар.
2 Әшәке әҙәмдәрҙән* һаҡланығыҙ. Башҡаларға зыян килтереүселәрҙән һаҡланығыҙ. Сөннәтләүҙе яҡлаусыларҙан* һаҡланығыҙ. 3 Ысын сөннәтлеләр — беҙ ул, сөнки беҙ Аллаға уның рухы ярҙамында хеҙмәт итәбеҙ, Мәсих Ғайса менән ғорурланабыҙ һәм кеше ҡәҙерләгән нәмәләргә* таянмайбыҙ. 4 Шулай ҙа берәйһенең шуларға таянырға сәбәптәре бар икән, ул кеше — мин.
Әгәр кемдер кеше ҡәҙерләгән нәмәләргә таянырға сәбәптәрем бар тип уйлай икән, минең быға сәбәптәрем тағы ла күберәк. 5 Мин һигеҙенсе көндә сөннәткә ултыртылғанмын, Исраил халҡынан, Бинйәмин ырыуынан, еврейҙар ғаиләһендә тыуған евреймын. Ҡанун тураһында әйткәндә, фарисей инем, 6 мин ашҡынып йыйылышты эҙәрләнем, Ҡанунды үтәнем* һәм был йәһәттән тел тейҙергеһеҙ инем. 7 Шулай ҙа үҙем өсөн ҡиммәтле булған нәмәләрҙе Мәсих хаҡына файҙаһыҙ тип һанай башланым*. 8 Мин бөтә нәмәне, Хужам Мәсих Ғайса тураһындағы күпкә ҡиммәтлерәк белемдәр менән сағыштырғанда, файҙаһыҙ тип һанайым. Уның хаҡына мин бөтә нәмәнән баш тарттым һәм быны сүп-сар тип һанайым. Мин быны Мәсихкә эйә булыр өсөн 9 һәм уның менән берҙәмлеккә өлгәшер өсөн эшләйем. Минең тәҡүәлегем — барыһын да Ҡанун буйынса дөрөҫ эшләүемдә түгел, ә Мәсихкә ышаныуыма нигеҙләнеп дөрөҫ булғанды эшләүемдә. Ундай тәҡүәлек — Алланан, һәм ул иманға нигеҙләнгән. 10 Минең маҡсатым — Мәсихте һәм уны терелтеүсенең ҡөҙрәтен* белеү, уныҡы кеүек үлем менән үлеп, уның ғазаптарын уртаҡлашыу, 11 шулай уҡ, мөмкин булһа, беренсе булып терелгәндәр* араһында булыу.
12 Мин әле бүләк алманым һәм камил булып китмәнем, ләкин Мәсих Ғайса мине нимә өсөн һайлаған, шуға эйә булыр өсөн бөтә көсөмдө һалам. 13 Ҡәрҙәштәр, мин инде үҙемде быға эйә булдым тип һанамайым, ләкин шуныһы хаҡ: артта ҡалған нәмәләрҙе онотоп һәм алда көткән нәмәләргә ынтылып, 14 маҡсатыма өлгәшер өсөн, йәғни күктәге тормош бүләген алыр өсөн барыһын да эшләйем. Алла ул тормошто үҙе Мәсих Ғайса аша саҡырғандарға бирәсәк. 15 Арабыҙҙа кем рухи өлгөргәнлеккә өлгәшһә, ул шундай уҡ ҡарашта булһын*. Ә инде ул берәй яҡтан башҡа ҡарашта торһа, Алла уға дөрөҫ ҡарашҡа эйә булырға ярҙам итер. 16 Һәр хәлдә, нимәгә генә өлгәшһәк тә, әйҙәгеҙ артабан да шул уҡ юл менән барайыҡ.
17 Минән өлгө алығыҙ, ҡәрҙәштәр, һәм беҙ ҡалдырған өлгө буйынса йәшәгәндәрҙән күҙегеҙҙе алмағыҙ. 18 Сөнки күптәр Мәсихтең яфаланыу бағанаһының дошмандары кеүек эш итә. Мин улар тураһында күп тапҡыр һөйләнем, ә хәҙер хатта күҙ йәштәремде түгеп һөйләйем. 19 Уларҙың ахыры — үлем, уларҙың аллаһы — ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған нәмәләр менән ғорурлана һәм донъяуи нәмәләр тураһында ғына уйлай. 20 Ә беҙҙең гражданлығыбыҙ — күктә, һәм беҙ түҙемһеҙлек менән ҡотҡарыусыбыҙҙы, Хужабыҙ Ғайса Мәсихте, күктән көтәбеҙ. 21 Ул бөтә нәмәне үҙенә буйһондора алырлыҡ ҙур ҡеүәте менән беҙҙең хәлһеҙ тәнебеҙҙе үҙгәртеп, уны үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.