Яхъяға бирелгән асылыш
12 Шунан һуң мин күктә ғәжәйеп күренеш* — ҡояшҡа төрөнгән* бер ҡатын күрҙем. Уның аяҡ аҫтында — ай, ә башында 12 йондоҙҙан торған таж бар ине. 2 Ул ауырлы булып, ауыртыуҙан һәм бала тыуҙырыу ғазабынан ҡысҡыра ине.
3 Шулай уҡ мин бүтән бер ғәжәйеп күренеш — ете башлы һәм ун мөгөҙлө уттай ҡыҙыл төҫтәге бик ҙур аждаһа күрҙем. Уның баштарында ете таж* бар ине. 4 Үҙенең ҡойроғо менән ул күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн һөйрәп алып китеп, ергә ташланы. Аждаһа, бала тыуыу менән уны йотор өсөн, ҡатын алдында уның бала тапҡанын көтөп тора ине.
5 Ҡатын бөтә халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итергә тейешле ир бала тапты. Бала шунда уҡ Алла һәм уның тәхете янына алынды. 6 Ә ҡатын сүлгә, Алла уның өсөн әҙерләп ҡуйған урынға, ҡасып китте. Унда уны 1 260 көн буйы ашатырға тейештәр ине.
7 Күктә һуғыш башланды. Миҡаил* һәм уның фәрештәләре аждаһа менән һуғышты. Аждаһа ла үҙенең фәрештәләре менән уларға ҡаршы һуғышты, 8 ләкин улар еңелде*, һәм уларға башҡаса күктә урын табылманы. 9 Бөйөк аждаһа — Иблис һәм Шайтан тип аталған һәм бөтә донъяны* алдаған боронғо йылан — ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ергә ырғытылды. 10 Шунда мин күктән көслө тауыш ишеттем, ул былай тине: «Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте, Батшалығы һәм уның Мәсихенең хакимлығы етте! Аллабыҙ алдында ҡәрҙәштәребеҙгә көнө-төнө яла яҡҡан ғәйепләүсе ергә бәреп төшөрөлдө! 11 Улар уны Бәрәстең ҡаны һәм үҙҙәре вәғәзләгән хәбәр* ярҙамында еңде һәм хатта үлем янағанда ла ғүмерҙәрен ҡорбан итергә әҙер булды*. 12 Күктәр һәм унда йәшәүселәр, ҡыуанығыҙ! Ер һәм диңгеҙ, һеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис һеҙгә көслө ярһыу менән төштө! Ул ваҡыты әҙ ҡалғанын белә».
13 Аждаһа, үҙенең ергә бәреп төшөрөлгәнен аңлағас, ир бала тапҡан ҡатынды эҙәрләй башланы. 14 Ләкин ҡатынға, үҙенә сүлдә әҙерләнгән урынға осоп китһен өсөн, ике ҙур бөркөт ҡанаты бирелде. Шул ерҙә, йыландан алыҫта, уны ваҡыт, ике ваҡыт* һәм ярты ваҡыт дауамында ашатырға тейештәр ине.
15 Ҡатын батып үлһен өсөн, йылан уның артынан ауыҙынан йылғалай һыу ағыҙып сығарҙы. 16 Әммә ҡатынға ярҙамға ер килде: ул асылып китте лә аждаһа ағыҙып сығарған йылғаны йотто. 17 Шунда аждаһа, ҡатынға ныҡ ярһып, уның ҡалған тоҡомдары* менән — Алла әмерҙәрен үтәгәндәр һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ ҡылыу эшен башҡарғандар менән — һуғыша башланы.