Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Эфестарға 4
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Эфестарға. Йөкмәтке

      • Мәсих тәненең берҙәмлеге (1—16)

        • Бүләк итеп бирелгән кешеләр (8)

      • Иҫке һәм яңы шәхес (17—32)

Эфестарға 4:2

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «йомшаҡ».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    6/2016, 22 б.

Эфестарға 4:3

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    6/2016, 22 б.

Эфестарға 4:5

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап», 110 мәҡәлә

Эфестарға 4:8

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2020, 21 б.

Эфестарға 4:12

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «өйрәтеү».

Эфестарға 4:13

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «өлгөрөп еткән».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2022, 2—3 бб.

Эфестарға 4:19

Төшөрмәләр

  • *

    Грекса асе́лгейа. Һүҙлектә «Оятһыҙ тәртип» тигән мәҡәләне ҡ.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы»,

    15.5.2009, 13 б.

Эфестарға 4:22

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «иҫке шәхесегеҙҙе сисеп ташларға».

Эфестарға 4:23

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «аҡылығыҙҙы этәргән көстө». Һүҙмә-һүҙ «аҡылығыҙҙың рухын».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2023, 8 б.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 60 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    6/2019, 10—12 бб.

Эфестарға 4:24

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «кейенегеҙ».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2023, 10—11 бб.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 60 дәрес

Эфестарға 4:26

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап», 152 мәҡәлә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2018, 10—11 бб.

    «Ғаилә бәхетенең сере», 156 б.

Эфестарға 4:27

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Иблискә урын ҡалдырмағыҙ».

Эфестарға 4:28

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 36 дәрес

Эфестарға 4:29

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 51 дәрес

    «Алла һөйөүе», 164—168 бб.

    «Алла мөхәббәтендә», 139—143 бб.

Эфестарға 4:31

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 51 дәрес

Эфестарға 4:32

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 51 дәрес

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
  • 31
  • 32
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Эфестарға 4:1—32

Эфестарға хат

4 Шуға күрә мин, Хужабыҙға ышаныуым өсөн тотҡонда ултырыусы, саҡырыуығыҙға лайыҡлы эш итеүегеҙҙе үтенәм: 2 һәр ваҡыт баҫалҡы, йыуаш*, түҙемле булығыҙ, бер-берегеҙҙе яратып, үҙ-ара сабыр мөнәсәбәт күрһәтегеҙ. 3 Бер-берегеҙ менән татыу йәшәп, изге рух ярҙамында өлгәшкән берҙәмлекте һаҡлар өсөн бөтә көсөгөҙҙө һалығыҙ. 4 Алла һеҙҙе саҡырған өмөт берәү булған шикелле, тән дә берәү һәм рух та берәү, 5 Хужабыҙ ҙа берәү, иман да берәү, һыуға сумдырылыу ҙа берәү, 6 барыһының Атаһы Алла ла берәү. Ул барыһы өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм барыһы аша барыһында ла эш итә.

7 Алла һәр беребеҙгә сикһеҙ игелек күрһәтте, һәм беҙ был бүләкте, Мәсих күпме бүлеп биргән, шул тиклем алдыҡ. 8 Былай тип әйтелгән бит: «Юғарыға күтәрелеп, ул әсирҙәр алып китте, бүләк итеп кешеләр бирҙе». 9 Ә «күтәрелеп» тигән һүҙ нимә аңлата? Уның башта аҫҡа, йәғни ергә төшкәнен аңлатмаймы ни? 10 Кем аҫҡа төшкән, тап шул, үҙе аша бөтә нәмә тулылыҡҡа эйә булһын өсөн, бөтә күктәрҙән юғарыраҡ күтәрелгән дә.

11 Ул ҡайһы берәүҙәрҙе — илселәр, башҡаларын — пәйғәмбәрҙәр, кемделер — һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын көтөүселәр һәм уҡытыусылар итеп бирҙе. 12 Улар изгеләрҙе төҙәтеү*, башҡаларға хеҙмәт итеү һәм Мәсих тәнен нығытыу өсөн бирелде. 13 Улар быны беҙ Алла Улы тураһындағы теүәл белемдә һәм иманда берҙәмлеккә өлгәшкәнсе, үҫеп еткән* кешеләр булғансы һәм бар нәмәлә Мәсих өлгөргәнлегенә ирешкәнсе эшләйәсәк. 14 Шуға күрә бүтән балалар кеүек булмайыҡ һәм башҡаларҙы алдаған, хәйлә ҡороп яңылыштырған кешеләрҙең ялған тәғлимәттәренә эйәрмәйек, юғиһә ел һәм тулҡындар диңгеҙҙә бер яҡтан икенсе яҡҡа бәреп йөрөткән кәмәгә оҡшаш булырбыҙ. 15 Киреһенсә, хәҡиҡәтте һөйләйек һәм, башыбыҙ Мәсихтән үрнәк алып, яратыуҙан сығып, бөтә нәмәлә өлгөргәнлеккә ынтылайыҡ. 16 Мәсих арҡаһында тәндең бөтә ағзалары быуындар ярҙамында үҙ-ара тура килеп тоташа һәм бергә эш итә. Тәндең һәр ағзаһы үҙ ролен үтәгәндә, тән яратыу арҡаһында нығынып үҫә бара.

17 Шуға күрә һеҙҙе Хужабыҙҙың исеменән саҡырам: бүтән Аллаға ышанмаған һәм уй-фекерҙәре буш һәм файҙаһыҙ булған кешеләр кеүек эш итмәгеҙ. 18 Уларҙың аңдары ҡараңғылыҡта һәм улар Алла тәҡдим иткән тормоштан айырылған, сөнки улар уны белергә теләмәй һәм күңелдәре тупаҫланған. 19 Выждан ғазабы кисермәйенсә, улар оятһыҙ эш итә* һәм ҡомһоҙлоҡ менән нәжеслеккә бирелә.

20 Ләкин һеҙ Мәсихтең ундай түгел икәнен белдегеҙ, 21 уны ишетеп, унан өйрәнһәгеҙ генә инде, сөнки хәҡиҡәт Ғайсала. 22 Һеҙ иҫке шәхесегеҙҙән арынырға* кәрәк икәненә өйрәтелдегеҙ, сөнки ул һеҙҙең элекке йәшәү рәүешегеҙ тәьҫире аҫтында формалашҡан һәм үҙенең алдатҡыс теләктәре арҡаһында аҙа бара. 23 Артабан да фекер йөрөтөү рәүешегеҙҙе* яңыртығыҙ 24 һәм Алла ихтыяры буйынса булдырылған, ысын тәҡүәлек һәм тоғролоҡ менән айырылып торған яңы шәхескә эйә булығыҙ*.

25 Шуға хәҙер, алдауҙан туҡтағас, бер-берегеҙгә дөрөҫөн һөйләгеҙ, сөнки беҙ бер тәндең ағзалары. 26 Асыуланғанда гонаһ ҡылмағыҙ. Асыуығыҙ ҡояш байығансы баҫылһын; 27 Иблискә үҙегеҙгә йоғонто яһарға мөмкинлек бирмәгеҙ*. 28 Урлашыусы бүтән урлашмаһын, ә мохтаждарға бирерлек берәй нәмәһе булһын өсөн, үҙ ҡулдары менән тырышып файҙалы эш башҡарһын. 29 Ауыҙығыҙҙан һис ниндәй серек һүҙ сыҡмаһын. Һүҙҙәрегеҙ үҙегеҙҙе тыңлағандарға файҙа килтерһен өсөн, осрағына ҡарап, башҡаларҙы нығытырлыҡ игелекле һүҙҙәр генә һөйләгеҙ. 30 Шулай уҡ Алланың изге рухын көйөндөрмәгеҙ, сөнки һеҙ ҡотолоу көнө килгәндә йолом арҡаһында азат ителер өсөн шул рух менән мөһөрләнгәнһегеҙ.

31 Уҫаллыҡтан, асыу, ярһыу, ҡысҡырыу, яман теллелектән һәм башҡа төрлө яуызлыҡтан арынығыҙ. 32 Бер-берегеҙгә ҡарата игелекле, ҡыҙғаныусан булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих аша ихлас күңелдән ғәфү иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән ғәфү итегеҙ.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу