2 Яхъя
1 Мин, аҡһаҡал*, Алла тарафынан һайлап алынған ханымға һәм уның балаларына яҙам. Һеҙҙе ысын күңелдән яратам, мин генә түгел, ә хәҡиҡәтте белгәндәрҙең барыһы ла ярата. 2 Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, сөнки йөрәгебеҙҙә — хәҡиҡәт һәм ул мәңге беҙҙең менән буласаҡ. 3 Атабыҙ Алланың һәм уның Улы Ғайса Мәсихтең сикһеҙ игелеге, мәрхәмәте һәм тыныслығы хәҡиҡәт һәм мөхәббәт менән бергә һәр ваҡыт беҙҙең менән буласаҡ.
4 Ҡайһы бер балаларыңдың, Атабыҙ ҡушҡанса, хәҡиҡәт юлында йөрөгәнен белгәс, мин бик ҡыуандым. 5 Хәҙер һиңә, ханым, беҙгә бирелгән «бер-берегеҙҙе яратығыҙ» тигән әмерҙе тотоуыңды үтенеп яҙам. (Был әмер яңы түгел, ә беҙгә баштан уҡ бирелгән әмер.) 6 Ә яратыу — Атаның әмерҙәре буйынса йәшәү ул. Был һеҙ баштан уҡ ишеткән әмер, уны үтәп йәшәгеҙ. 7 Донъяла алдаҡсылар күбәйҙе, улар Ғайса Мәсихтең ергә кеше булараҡ килгәнен танымай. Уларҙың барыһы ла — алдаҡсы һәм Мәсихтең дошманы.
8 Һаҡ булығыҙ, хеҙмәтебеҙ килтергән емештәрҙе юғалтып ҡуймағыҙ, шул саҡта бүләкте тулыһы менән алырһығыҙ. 9 Мәсихтең тәғлимәтен тотмаған һәм уның сигенән уҙған кешене Алла хупламай. Ә Мәсихтең өйрәтеүҙәрен тотҡан кешене Ата ла, Улы ла хуплай. 10 Әгәр берәйһе һеҙгә килеп, Мәсих өйрәткәнгә ҡаршы өйрәтһә, уны өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм сәләмләмәгеҙ, 11 сөнки уны сәләмләгән кеше уның яуыз эштәрендә ҡатнаша булып сыға.
12 Һеҙгә әйтер һүҙем күп әле, әммә быны хат аша яҙғым килмәй. Ҡыуанысығыҙ тулы булһын өсөн, янығыҙға барып, һеҙҙең менән йөҙгә-йөҙ һөйләшергә өмөтләнәм.
13 Алла тарафынан һайлап алынған апайыңдың балалары һиңә сәләм әйтә.