Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 2 Тисалуникаларға 1
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

2 Тисалуникаларға. Йөкмәтке

      • Сәләмләү һүҙҙәре (1, 2)

      • Тисалуникаларҙың иманы нығый (3—5)

      • Хәбәрҙе ҡабул итмәгәндәрҙән үс алыныр (6—10)

      • Йыйылыш өсөн доға ҡылыу (11, 12)

2 Тисалуникаларға 1:1

Төшөрмәләр

  • *

    Силас булараҡ та билдәле.

2 Тисалуникаларға 1:5

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тәҡүә».

2 Тисалуникаларға 1:6

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тәҡүә».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 33 дәрес

2 Тисалуникаларға 1:8

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Хужабыҙ Ғайса тураһындағы һөйөнөслө хәбәргә буйһонмағандарҙан».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 33 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    9/2019, 12—13 бб.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
2 Тисалуникаларға 1:1—12

Икенсе Тисалуникаларға

1 Пауыл, Силуан* һәм Тимәти — Атабыҙ Алла һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсих менән берҙәмлектә булған Тисалуника йыйылышына яҙалар.

2 Атабыҙ Алланан һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсихтән һеҙгә сикһеҙ игелек һәм тыныслыҡ булһын!

3 Беҙ, ҡәрҙәштәр, һеҙҙең өсөн Аллаға һәр ваҡыт рәхмәттәр әйтергә тейеш. Был дөрөҫ тә, сөнки һеҙҙең иманығыҙ нығый, ә бер-берегеҙҙе яратыуығыҙ көсәйә бара. 4 Шуға күрә беҙ Алла йыйылыштарында һеҙҙең турала ғорурланып һөйләйбеҙ, сөнки һеҙ барлыҡ эҙәрләүҙәр менән бәләләрҙе сыҙамлыҡ һәм иман менән йырып сығаһығыҙ. 5 Быларҙың барыһы Алланың ғәҙел* хөкөм иткәнен иҫбатлай. Шунлыҡтан һеҙ Алла Батшалығына инергә лайыҡлы тип һаналырһығыҙ, шул Батшалыҡ хаҡына һеҙ ғазап сигәһегеҙ ҙә инде.

6 Алла, ғәҙел* булғанға, һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә ғазап менән ҡайтарыр. 7 Ә һеҙ, ғазап сигеүселәр, беҙҙең менән бергә Хужабыҙ Ғайсаның асылышы ваҡытында ғазаптарҙан азат ителерһегеҙ. Ғайса күктән үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән янып торған утта килер. 8 Шул ваҡытта Алланы белмәгәндәрҙән һәм Хужабыҙ Ғайса тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итмәгәндәрҙән* үс алыныр. 9 Уларға хөкөм ҡарары сығарылыр, һәм улар мәңгегә юҡ ителер. Улар Хужабыҙҙың күҙ алдынан юҡ булыр һәм бүтән уның бөйөк ҡөҙрәтен күрмәҫ. 10 Ул үҙенең изгеләре менән данланыр өсөн килгәс, уға ышанғандарҙың барыһы ла уға һоҡланып ҡарап торор. Һеҙ ҙә улар араһында булырһығыҙ, сөнки беҙ һөйләгән нәмәләргә ышандығыҙ.

11 Шуға күрә беҙ һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт доға ҡылабыҙ. Алла һеҙҙе үҙегеҙ саҡырылған тормош өсөн лайыҡлы тип һанаһын, ул үҙ көсө менән үҙе хуп күргән бөтә яҡшылыҡты башҡарып сыҡһын һәм иманығыҙ дәртләндергән бөтә эштәрҙә һеҙгә уңыш бирһен, тип һорайбыҙ. 12 Шул саҡта Аллабыҙҙың һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең сикһеҙ игелеге арҡаһында Хужабыҙ Ғайсаның исеме һеҙҙең аша данланып, һеҙ ҙә уның менән берҙәмлектә данланырһығыҙ.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу