Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 2 Тисалуникаларға 3
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

2 Тисалуникаларға. Йөкмәтке

      • Доға ҡылығыҙ (1—5)

      • Үҙен тейешһеҙ тотҡандарҙан ары тороғоҙ (6—15)

      • Хушлашыу һүҙҙәре (16—18)

2 Тисалуникаларға 3:3

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «яуыздан».

2 Тисалуникаларға 3:6

Төшөрмәләр

  • *

    Йә, бәлки, «уларға».

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «йолалар».

2 Тисалуникаларға 3:8

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2019, 5 б.

2 Тисалуникаларға 3:14

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    11/2016, 15 б.

2 Тисалуникаларға 3:15

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    11/2016, 15 б.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
2 Тисалуникаларға 3:1—18

Икенсе Тисалуникаларға

3 Шунлыҡтан, ҡәрҙәштәр, Йәһүә һүҙе тиҙ таралһын һәм үҙегеҙҙең арала данланған кеүек данланһын, тип беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ. 2 Шулай уҡ, беҙ ҡурҡыныс һәм яуыз кешеләрҙән ҡотолһон, тип һорағыҙ, сөнки бөтә кеше лә иманға эйә түгел бит. 3 Әммә Хужабыҙ тоғро, ул һеҙҙе нығытыр һәм Иблистән* һаҡлар. 4 Беҙ иһә, Хужабыҙҙың шәкерттәре булараҡ, тулыһынса шуға ышанабыҙ: һеҙ ҡушҡандарыбыҙҙы эшләйһегеҙ һәм артабан да эшләрһегеҙ. 5 Һеҙ Алланы яратһын һәм, Мәсих артынан эйәреп, сыҙам булып ҡалһын өсөн, Хужабыҙ күңелдәрегеҙҙе артабан да йүнәлтеп торһон.

6 Ҡәрҙәштәр, Хужабыҙ Ғайса Мәсих исеменән һеҙгә әйтәбеҙ: үҙен тейешһеҙ тотҡан һәм беҙ һеҙгә* биргән күрһәтмәләр* буйынса эш итмәгән һәр ҡәрҙәштән ары тороғоҙ. 7 Һеҙ үҙегеҙ ҙә беҙҙән нимәлә үрнәк алырға кәрәклеген беләһегеҙ, сөнки беҙ һеҙҙә булғанда үҙебеҙҙе тейешһеҙ тотманыҡ, 8 бер кемдең дә икмәген бушлай ашаманыҡ. Киреһенсә, бер кемегеҙгә лә йөк булмаҫ өсөн, көнө-төнө тир түгеп эшләнек. 9 Быны ярҙамығыҙға өмөт итергә хаҡыбыҙ булмағанға түгел, ә һеҙгә үрнәк күрһәтергә теләгәнгә эшләнек. 10 Әле һеҙҙә булғанда уҡ: «Кем эшләргә теләмәй, шул ашамаһын да», — тип ҡушҡайныҡ. 11 Ләкин беҙ ҡайһы берҙәрегеҙҙең үҙҙәрен тейешһеҙ тотҡаны, эшләмәгәне һәм кеше эшенә ҡыҫылғаны тураһында ишетәбеҙ. 12 Ундай кешеләргә беҙ Хужабыҙ Ғайса Мәсих исеменән тыныс ҡына йәшәргә һәм ризыҡтарын үҙ ҡулдары менән эшләп табырға ҡушабыҙ һәм өндәйбеҙ.

13 Ә һеҙ, ҡәрҙәштәр, яҡшылыҡ эшләүҙән арымағыҙ. 14 Әгәр ҙә берәйһе был хаттағы күрһәтмәләргә ҡолаҡ һалмаһа, уны иғтибарға алығыҙ һәм, уға оят булһын өсөн, уның менән аралашмағыҙ. 15 Ләкин уны дошман тип иҫәпләмәгеҙ, ә ҡәрҙәшегеҙҙе өгөтләгәндәй өгөтләгеҙ.

16 Тыныслыҡ биреүсе Хужабыҙ һеҙгә һәр ваҡыт һәр нәмәлә тыныслыҡ биреп торһон. Хужабыҙ һеҙҙең бөтәгеҙ менән дә булһын.

17 Был сәләмләү һүҙҙәрен мин, Пауыл, үҙ ҡулым менән яҙҙым. Һеҙ хаттың минән икәнен белһен өсөн, һәр хатымда шулай эшләйем.

18 Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең сикһеҙ игелеге һеҙҙең бөтәгеҙ менән дә булһын!

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу