Филимунға хат
1 Мин, Мәсих Ғайсаға ышанған өсөн тотҡонлоҡта ултырған Пауыл, һәм ҡәрҙәшебеҙ Тимәти ҡәҙерле хеҙмәттәшебеҙ Филимунға, 2 шулай уҡ ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ Әпфиәгә, көрәштәшебеҙ Әрхипкә һәм Филимундың өйөндә йыйылған йыйылышҡа яҙабыҙ.
3 Атабыҙ Алланан һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсихтән һеҙгә сикһеҙ игелек һәм тыныслыҡ булһын!
4 Ҡәрҙәшем Филимун, доғаларымда һине иҫкә алғанда, мин Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, 5 сөнки Хужабыҙ Ғайсаға булған ышаныуың, шулай уҡ уға һәм бөтә изгеләргә булған һөйөүең тураһында ишетеп торам. 6 Башҡалар менән уртаҡ иманың һиңә Мәсих арҡаһында күпме яҡшы нәмәгә эйә булыуыбыҙҙы аңларға ярҙам итһен, тип доға ҡылам. 7 Имандаштарҙы яратыуың тураһында ишеткәс, был миңә бик күп ҡыуаныс һәм йыуаныс килтерҙе, сөнки һинең арҡала, ҡәрҙәшем, изгеләрҙең күңелдәре нығынды*.
8 Мәсихтең илсеһе булараҡ, мин һиңә дөрөҫ булғанды эшләргә бойора алыр инем. 9 Шулай ҙа, башҡаларға булған яратыуың тураһында белгәнгә, мин, Пауыл, оло кеше, ә хәҙер, өҫтәүенә, Мәсих Ғайса хаҡына төрмәлә ултырыусы, һиңә үтенес менән өндәшеүҙе яҡшыраҡ тип таптым. 10 Тотҡонлоҡта* улым һымаҡ булып киткән Анисим* тураһында һорайым. 11 Ҡасандыр ул һинең өсөн файҙаһыҙ ине, ә хәҙер һинең өсөн дә, минең өсөн дә файҙалы. 12 Уны, ҡәҙерле кешемде*, кире һиңә ебәрәм.
13 Мин уны, һөйөнөслө хәбәр хаҡына тотҡонлоҡта ултырған сағымда һинең урыныңа миңә хеҙмәт итһен өсөн, үҙемдә ҡалдырырға теләр инем. 14 Әммә изгелекле эшең мәжбүриләп түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын өсөн, һинең ризалығыңдан тыш бер нәмә лә эшләргә теләмәйем. 15 Бәлки, уның һине ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡалдырып китеүе уны бөтөнләйгә кире ҡабул итеүең өсөн булғандыр ҙа. 16 Уны инде ҡол итеп түгел, ә ҡолдан өҫтөнөрәк күреп, ҡәҙерле ҡәрҙәшең итеп ҡабул ит. Ул минең өсөн бик ҡәҙерле, һинең өсөн иһә ул ҡол булараҡ та, Хужабыҙға хеҙмәт иткән ҡәрҙәш булараҡ та күпкә ҡәҙерлерәк булыр. 17 Шуға күрә, мине дуҫың тип һанаһаң, уны, мине ҡабул иткән һымаҡ, асыҡ йөҙ менән ҡабул ит. 18 Ә әгәр уның һиңә берәй төрлө зыяны тейгән булһа йә һиңә ҡайтараһы ниндәйҙер бурысы булһа, мине ҡайтарырға тейеш тип иҫәплә. 19 Мин, Пауыл, үҙ ҡулым менән яҙам: мин барыһын да ҡайтарам. Ә инде һинең миңә үҙ ғүмерең менән бурыслы булыуың тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. 20 Шуға, ҡәрҙәшем, Хужабыҙ хаҡына миңә ярҙам күрһәтеп, Мәсих шәкерте булараҡ, күңелемде йылыт*.
21 Һиңә яҙам, сөнки үтенесемде үтәүеңә һәм мин һорағандан да күберәкте эшләүеңә һис тә шикләнмәйем. 22 Шулай уҡ минең өсөн туҡталыр урын әҙерләп ҡуй, сөнки доғаларығыҙ ярҙамында һеҙгә ҡайтырмын* тип өмөтләнәм.
23 Минең кеүек, Мәсих Ғайса хаҡына тотҡонлоҡта ултырған Ипафрас һиңә сәләм әйтә, 24 шулай уҡ хеҙмәттәштәрем Марк, Арыстарҡ, Димас һәм Лука сәләмдәр ебәрә.
25 Ғайса Мәсих яҡшы рух сағылдырғанығыҙ өсөн һеҙҙе сикһеҙ игелеге менән фатихалаһын!