Марк яҙған
16 Шәмбе көнө еткәс, Мағдалалы Мәрйәм, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм Сәлимә, Ғайсаның тәненә һөртөр өсөн, хуш еҫле нәмәләр* һатып алды. 2 Аҙнаның беренсе көнөндә иртән иртүк, ҡояш сығыу менән, улар ҡәбергә килде. 3 Юлда саҡта улар: «Ҡәбер ауыҙына терәтеп ҡуйылған ташты беҙгә кем шылдырып бирер икән?» — тиеште. 4 Килеп еткәс, ҡараһалар, таш инде шылдырылған. Ә таш бик ҙур ине. 5 Ҡәбер эсенә ингәс, улар уң яҡта оҙон аҡ кейем кейгән бер егет ултырғанын күреп шаҡ ҡатты. 6 Ул ҡатындарға былай тине: «Ғәжәпләнмәгеҙ. Мин беләм, һеҙ бағанаға ҡаҙаҡлап үлтерелгән Назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелеп торҙо. Ул бында юҡ. Ҡарағыҙ, бына ул ятҡан урын. 7 Ә хәҙер барығыҙ, уның шәкерттәренә һәм Петергә: „Ул һеҙҙе Ғәлиләйәлә көтәсәк. Ул һеҙгә әйткәнсә, уны шунда күрерһегеҙ“, — тип әйтегеҙ». 8 Ҡатындар бик ныҡ аптырап, ҡурҡыштан ҡалтырана-ҡалтырана ҡәберҙән сығып йүгерҙе. Ҡурҡҡанға, улар бер кемгә бер ни әйтмәне*.