Яхъя
20 Аҙнаның беренсе көнөндә, иртән-иртүк, әле ҡараңғы саҡта уҡ, Мағдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ҡәбер ауыҙындағы таштың инде ситкә ауҙарылғанын күрҙе. 2 Ул Шимун Петерҙең һәм Ғайса яратҡан шәкерттең янына йүгереп барып, уларға: «Хужабыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр, беҙ уны ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ», — тине.
3 Шунда Петер менән теге шәкерт ашығып ҡәбер янына киттеләр. 4 Тәүҙә улар икеһе бергә йүгерҙе, ләкин теге шәкерт, Петерҙән тиҙерәк йүгергәнгә, ҡәбер янына беренсе булып барып етте. 5 Эйелеп эскә ҡарағас, ул унда ятҡан етен кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне. 6 Уның артынан Шимун Петер йүгереп килеп етеп, ҡәбер эсенә инеп китте. Ул да шунда ятҡан кәфенде күрҙе. 7 Ғайсаның башына уралған яулыҡ, төрөлөп, кәфен менән түгел, ә айырым ята ине. 8 Шунан һуң ҡәбер янына беренсе булып килеп еткән шәкерт тә эскә керҙе. Ул барыһын да күреп, элегерәк үҙҙәре ишеткәнгә ышанды. 9 Ләкин улар һаман да Яҙмаларҙағы Ғайсаның үленән терелергә тейешлеге тураһындағы һүҙҙәрҙе аңламай ине. 10 Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтып китте.
11 Ә Мәрйәм ҡәбер янында илап тороп ҡалды. Ул илай-илай эйелеп ҡәбер эсенә ҡараны ла 12 аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш тәңгәлендә, икенсеһе аяҡ тәңгәлендә ултыра ине. 13 Улар унан: «Ниңә илайһың?» — тип һораны. «Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа һалғандарын белмәйем», — тип яуап бирҙе ул. 14 Шунда ул боролоп, артында Ғайса торғанын күрҙе, ләкин уны таныманы. 15 Ғайса унан: «Ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең?» — тип һораны. Мәрйәм уны баҡсасы тип уйлап: «Әфәндем, әгәр һин кәүҙәне алып киткән булһаң, уны ҡайҙа һалғаныңды әйт. Мин уны барып алырмын», — тине. 16 Ғайса уға: «Мәрйәм!» — тип өндәште. Мәрйәм боролоп, еврейса: «Раббуни!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. (Раббуни «остаз» тигәнде аңлата.) 17 Ғайса уға былай тине: «Миңә тотонма, сөнки мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Ҡәрҙәштәремә барып, уларға: „Мин үҙемдең Атама һәм һеҙҙең Атағыҙға, үҙемдең Аллама һәм һеҙҙең Аллағыҙға күтәреләм“, — тигән һүҙҙәремде еткер». 18 Мағдалалы Мәрйәм шәкерттәргә килеп: «Мин Хужабыҙҙы күрҙем!» — тине һәм Ғайсаның һүҙҙәрен еткерҙе.
19 Шул уҡ көндө, аҙнаның беренсе көнөндә, кисен шәкерттәр, йәһүдтәрҙән ҡурҡҡанға, ишектәрен бикләп, бергә йыйылып ултыра ине. Ҡапыл араларында Ғайса хасил булып: «Именлек һеҙгә!» — тине. 20 Ул уларға ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Хужаларын күреп, шәкерттәр бик ҡыуанды. 21 «Именлек һеҙгә! — тип ҡабатланы Ғайса. — Атам мине ебәргән кеүек, мин дә һеҙҙе ебәрәм». 22 Шулай тигәндән һуң, уларға өрҙө лә: «Изге рухты ҡабул итегеҙ, — тине. — 23 Һеҙ берәйһенең гонаһтарын кисерһәгеҙ, тимәк, Алла уларҙы кисергән. Ә кисермәһәгеҙ, тимәк, Алла ла уларҙы кисермәгән».
24 Ун икенең береһе, Игеҙәк тип йөрөтөлгән Тамас, араларында Ғайса хасил булған саҡта улар менән булманы. 25 Башҡа шәкерттәр уға: «Беҙ Хужабыҙҙы күрҙек», — тигәс, ул: «Уның ҡулдарында ҡаҙаҡтарҙан ҡалған яраларҙы* күрмәйенсә һәм шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһына ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, һис тә ышанмаясаҡмын», — тип яуапланы.
26 Һигеҙ көндән һуң шәкерттәр йәнә бер йортта йыйылдылар. Улар менән Тамас та булды. Ишектәр бикле булһа ла, араларында Ғайса хасил булып: «Именлек һеҙгә!» — тине. 27 Шунан ул Тамасҡа өндәште: «Ҡулдарыма ҡара һәм уларға бармағыңды тейҙер, ҡулыңды һуҙып, ҡабырғама ҡағыл. Ышан һәм бүтән шикләнмә». 28 «Минең Хужам һәм минең Аллам!» — тип яуап бирҙе Тамас. 29 Ғайса уға: «Һин мине күргәнгә ышандыңмы? Күрмәйенсә ышанғандар бәхетле», — тине.
30 Әлбиттә, Ғайса шәкерттәре алдында был төргәктә яҙылмаған башҡа күп мөғжизәләр ҙә ҡылды. 31 Ә былары һеҙ Ғайсаның Мәсих, Алла Улы икәненә ышанһын өсөн һәм ышанып, уның исеме аша тормош алһын өсөн яҙылды.