Марк яҙған
5 Улар диңгеҙ аръяғындағы гирасалар еренә йөҙөп килде. 2 Ғайса кәмәнән сығыу менән, уның ҡаршыһына зыяраттан шаҡшы рух эйәләшкән бер кеше йүгереп сыҡты. 3 Ул ҡәберҙәр араһында йәшәй ине, һәм әлегә тиклем берәү ҙә уны хатта сынйырҙар менән дә бәйләп ҡуя алмай ине. 4 Уға әллә нисәмә тапҡыр бығау һалғандар, сынйырҙар менән бәйләгәндәр, ләкин ул сынйырҙарҙы өҙгән һәм бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уға көсө етмәгән. 5 Ул бер туҡтауһыҙ, көнө-төнө тауҙарҙа һәм ҡәберҙәр араһында ҡысҡырып йөрөгән һәм үҙ-үҙен таш менән һуғып яралаған. 6 Ғайсаны алыҫтан уҡ күреп ҡалып, ул уның янына йүгереп килде лә алдына тубыҡланды. 7 Шунан ул: «Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Һиңә минән нимә кәрәк? Мине яфаламаҫҡа Алла менән ант ит!» — тип ҡысҡырҙы, 8 сөнки Ғайса уға: «Шаҡшы рух, был кешенән сыҡ!» — тигәйне. 9 Ғайса унан: «Исемең кем?» — тип һораны. Тегеһе: «Исемем Легион*, сөнки беҙ күмәкбеҙ», — тип яуап ҡайтарҙы. 10 Ул Ғайсанан үҙҙәрен шул ерҙән ҡыуып ебәрмәүен ҡат-ҡат ялбарҙы.
11 Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. 12 Шаҡшы рухтар Ғайсаға: «Беҙгә анау сусҡаларға инергә рөхсәт ит», — тип ялынды. 13 Ғайса уларға рөхсәт итте. Шунда шаҡшы рухтар кешенән сығып, сусҡаларға инде. Шул саҡта бөтөн көтөү — 2 000-гә яҡын сусҡа — текә ярҙан диңгеҙгә ташланып, батып үлде. 14 Көтөүселәр йүгереп китеп, был хаҡта ҡалалағы һәм тирә-яҡтағы кешеләргә һөйләне. Шунда кешеләр нимә булғанын ҡарарға килде. 15 Ғайса янына килгәс, улар ен эйәләшкән кешенең — эсендә легион булған теге кешенең — кейенгән һәм үҙ аҡылына килгән хәлдә ултырғанын күреп, бик ныҡ ҡурҡтылар. 16 Өҫтәүенә, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләр уларға ен эйәләшкән кеше менән һәм сусҡалар менән нимә булғанын һөйләп бирҙе. 17 Шунда халыҡ Ғайсанан үҙҙәренең еренән китеүен ялбара башланы.
18 Ғайса кәмәгә ултырған саҡта, эсенән ендәр сыҡҡан кеше унан, мине үҙең менән алсы, тип үтенде. 19 Әммә Ғайса уны үҙе менән алманы. Ул уға: «Бар, өйөңә ҡайтып, туғандарыңа Йәһүәнең һинең өсөн эшләгән бөтә эштәре һәм һиңә күрһәткән мәрхәмәте хаҡында һөйлә», — тине. 20 Шул кеше китеп, Ун ҡала өлкәһендә* Ғайсаның үҙе өсөн эшләгән бар эштәре хаҡында һөйләй башланы. Быны ишеткәндәрҙең барыһы ла таң ҡала ине.
21 Ғайса йәнә кәмәлә икенсе ярға сыҡты. Ул әле диңгеҙ буйында булған саҡта уҡ, уның янына бик күп халыҡ йыйылды. 22 Шул ергә синагоганың Яһир исемле бер башлығы килде. Ғайсаны күреү менән, ул уның аяҡтарына йығылды ла: 23 «Ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулыңды ҡуйһаңсы, ул һауығыр ҙа үлмәҫ ине», — тип ялбарҙы. 24 Ғайса уның менән китте. Ғайса артынан, төрлө яҡтан ҡыҫырыҡлап, ҙур халыҡ төркөмө эйәреп барҙы.
25 Уларҙың араһында 12 йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын бар ине. 26 Ул, әллә нисә табипта дауаланып, бик күп ғазап сиккән. Бөтә аҡсаһын тотоноп бөтһә лә, бер файҙаһын да күрмәгән, киреһенсә, хәле тағы ла насарайған. 27 Ул Ғайса хаҡында ишеткән ине, шуға күрә халыҡ араһына инде лә, арттан килеп, уның кейеменә ҡағылды, 28 сөнки: «Кейеменә генә ҡағылһам да, һауығырмын», — тип уйланы. 29 Ҡағылыу менән уның ҡан ағыуы туҡтаны, ул ҡаты ауырыуҙан һауыҡҡанын һиҙҙе.
30 Ғайса шунда уҡ үҙенән көс сыҡҡанын тойҙо. Ул халыҡҡа боролоп ҡараны ла: «Минең кейемемә кем ҡағылды?» — тип һораны. 31 Әммә шәкерттәре уға: «Күреп тораһың бит, халыҡ һине бөтә яҡтан ҡыҫырыҡлай, ни өсөн „кем миңә ҡағылды“ тип һорайһың?» — тине. 32 Ләкин ул тирә-яғына ҡаранып, үҙенә ҡағылған кешене эҙләй ине. 33 Һауыҡҡанын аңлаған ҡатын, ҡурҡыуҙан ҡалтыранып, уның янына килде лә алдына тубыҡланып, барыһын да һөйләп бирҙе. 34 Ғайса ҡатынға: «Һеңлем*, иманың һине һауыҡтырҙы. Иҫән-имен йөрө, был ҡаты ауырыу һине бүтән интектермәһен», — тине.
35 Ул әле һөйләп торған саҡта, синагога башлығының өйөнән кешеләр килеп: «Ҡыҙың үлде. Ниңә хәҙер Остазды мәшәҡәтләргә?» — тинеләр. 36 Әммә Ғайса, уларҙың һүҙҙәрен ишеткәс, синагога башлығына: «Ҡурҡма, ышан ғына», — тип әйтте. 37 Ул Петерҙән, Яҡуптан һәм Яҡуптың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә үҙе менән барырға рөхсәт итмәне.
38 Улар синагога башлығының өйөнә килгәндә, унда барыһы ла шау-шыу килә һәм үкереп илай ине. 39 Өйгә ингәс, Ғайса уларға: «Нимәгә улай шаулашаһығыҙ? Нишләп илашаһығыҙ? Бала үлмәгән, ул йоҡлай», — тине. 40 Унан көлә башланылар, ләкин ул барыһына ла өйҙән сығырға ҡушты һәм үҙе менән ҡыҙҙың ата-әсәһен, шулай уҡ шәкерттәрен алды ла ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде. 41 Шунан баланың ҡулынан тотоп: «Талифа́ куми́», — тине. Тәржемәһе: «Ҡыҙыҡай, һиңә әйтәм, тор!» 42 Ҡыҙыҡай шунда уҡ тороп, йөрөй башланы. (Уға 12 йәш ине.) Быны күргәс, барыһы ла сикһеҙ шатланды. 43 Әммә Ғайса ҡат-ҡат* был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә бойорҙо һәм ҡыҙыҡайға ашарға бирергә ҡушты.