Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Илселәр 19
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Илселәр. Йөкмәтке

      • Пауыл Эфеста; ҡайһы бер шәкерттәр яңынан һыуға сумдырыла (1—7)

      • Пауыл Эфеста өйрәтә (8—10)

      • Йәһүә һүҙе ендәрҙән көслөрәк (11—20)

      • Эфестағы сыуалыш (21—41)

Илселәр 19:4

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап», 110 мәҡәлә

Илселәр 19:7

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «ир».

Илселәр 19:8

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Кешеләрҙе яратығыҙ», 7 дәрес

Илселәр 19:9

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «күңелдәрен ҡатырып, ышанманы».

  • *

    Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Кешеләрҙе яратығыҙ», 7 дәрес

Илселәр 19:10

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙлекте ҡ.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Кешеләрҙе яратығыҙ», 7 дәрес

Илселәр 19:12

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «тир һөртә торған сепрәктәрен».

Илселәр 19:19

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 24 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    4/2019, 22—23 бб.

Илселәр 19:23

Төшөрмәләр

  • *

    Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.

Илселәр 19:38

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «проконсулдар». Һүҙлекте ҡ.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
  • 31
  • 32
  • 33
  • 34
  • 35
  • 36
  • 37
  • 38
  • 39
  • 40
  • 41
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Илселәр 19:1—41

Илселәрҙең эштәре

19 Апалус Кәринттә булған саҡта, Пауыл диңгеҙҙән алыҫ ятҡан райондар аша Эфесҡа китте. Унда ул бер нисә шәкертте осратып, 2 уларҙан: «Һеҙ иманға килгәндә изге рух алдығыҙмы?» — тип һораны. Улар: «Беҙ изге рух тураһында бер нәмә лә ишетмәнек», — тинеләр. 3 «Улайһа, һеҙ нисек һыуға сумдырылдығыҙ һуң?» — тип һораны ул. «Яхъя өйрәткәнсә һыуға сумдырылдыҡ», — тип яуап бирҙе улар. 4 Пауыл былай тине: «Яхъя үткәргән һыуға сумдырылыу тәүбә итеүҙе күрһәткәйне. Ул кешеләрҙе үҙе артынан килеүсегә, йәғни Ғайсаға ышанырға өндәгәйне». 5 Быны ишеткәс, улар Хужабыҙ Ғайсаны танып һыуға сумдырылды. 6 Пауыл уларға ҡулдарын ҡуйғас, улар изге рух алып, төрлө телдәрҙә һөйләй һәм пәйғәмбәрлек итә башланы. 7 Унда ун икеләп кеше* бар ине.

8 Өс ай буйы Пауыл синагогала ҡыйыу вәғәзләне: ул телмәрҙәр һөйләне һәм тыңлаусыларын Алла Батшалығына ышандырырға тырышты. 9 Ләкин ҡайһы берәүҙәр, үҙһүҙләнеп, ышанырға теләмәне* һәм барыһы алдында Юлды* яманланы. Шуға Пауыл шәкерттәрҙе үҙе менән алып, улар янынан китте һәм көн һайын Тирандың мәктәбендә телмәрҙәр менән сығыш яһаны. 10 Ул ике йыл буйы шулай өйрәтте, һөҙөмтәлә Азияла* йәшәүселәрҙең барыһы ла — еврейҙар ҙа, гректар ҙа — Раббының һүҙен ишетте.

11 Алла Пауыл аша ғәжәйеп мөғжизәләр ҡыла ине. 12 Хатта ауырыуҙарға уның яулыҡтарын* һәм алъяпҡыстарын ғына килтерһәләр ҙә, улар һауыға ине һәм кешеләрҙән яуыз рухтар сыға ине. 13 Ил гиҙеп, ендәрҙе ҡыуып сығарып йөрөгән ҡайһы бер еврейҙар ҙа яуыз рухтар эйәләшкән кешеләргә: «Пауыл вәғәзләгән Ғайсаның исеменән һеҙгә сығырға ҡушам», — тиеп, Хужабыҙ Ғайсаның исемен ҡулланырға маташтылар. 14 Еврейҙарҙың Скиба исемле өлкән руханийының ете улы ла шулай эшләй ине. 15 Әммә яуыз рух уларға: «Ғайсаны беләм, Пауыл да миңә таныш, ә һеҙ кем?» — тине. 16 Яуыз рух эйәләшкән кеше уларға һөжүм итеп, уларҙы бер-бер артлы туҡмап ташланы. Тегеләре кейемһеҙ, яраланған килеш шул йорттан сығып ҡасты. 17 Был хаҡта Эфестың бөтә халҡы — еврейҙар ҙа, гректар ҙа белеп ҡалды. Улар ҡурҡыуға төштө, һәм Хужабыҙ Ғайсаның исеме тағы ла нығыраҡ ихтирам ителә башланы. 18 Ғайсаның шәкерте булып киткән күп кеше, үҙ гонаһтарын танып, ҡылған насар эштәре тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп бирә ине. 19 Сихырсылыҡ менән шөғөлләнгән байтаҡ кеше китаптарын килтереп, уларҙы барыһы алдында яндырҙы. Яндырылған китаптарҙың хаҡын иҫәпләгәс, барлығы 50 000 көмөш тәңкә сыҡты. 20 Шулай итеп Йәһүә һүҙе таралғандан-таралды, һәм уның йоғонтоһо көсәйә барҙы.

21 Ошо ваҡиғаларҙан һуң Пауыл Македо́ния менән Аха́я аша үтеп, Йәрүсәлимгә барырға ҡарар итте. Ул: «Йәрүсәлимдә булғандан һуң, мин Римды ла күрергә тейешмен», — тине. 22 Пауыл Македо́нияға үҙенең ике ярҙамсыһын — Тимәти менән Ирастты ебәрҙе, ә үҙе бер аҙ ваҡытҡа Азияла ҡалды.

23 Шул ваҡытта Юл* арҡаһында көслө шау-шыу күтәрелде. 24 Диметрәй исемле бер көмөшсө, көмөштән Артеми́даның кескенә ғибәҙәтханаларын яһап, һөнәрселәргә арыу ғына табыш алырға ярҙам итә ине. 25 Ул уларҙы һәм башҡа оҫталарҙы йыйҙы ла былай тине: «Егеттәр! Етеш тормошобоҙҙоң ошо кәсепкә бәйле икәнлеген һеҙ яҡшы беләһегеҙ. 26 Шулай уҡ Пауыл тигән кешенең нимә эшләгәнен дә күреп-ишетеп йөрөйһөгөҙ. Ул, кеше ҡулы менән яһалған илаһтар ысынында илаһтар түгел тиеп, Эфеста ғына түгел, ә бөтә Азияла тиерлек күп кешене ышандыра алған. 27 Шуның арҡаһында кәсебебеҙҙең яманаты сығыуы бар, шулай уҡ хатта бөйөк алиһә Артеми́да ғибәҙәтханаһының әһәмиәте бөтөп, барлыҡ Азия һәм бөтә донъя табына торған алиһәнең үҙ бөйөклөгөнән мәхрүм ҡалыуы ихтимал». 28 Быны ишеткәс, улар ярһып китеп: «Эфес Артеми́даһы бөйөк!» — тип ҡысҡыра башланы.

29 Ҡалала боларыш башланды. Пауылдың юлдаштарын — македон кешеләре Ғай менән Арыстарҡты тотоп алып, бөтәһе лә амфитеатрға атлыҡты. 30 Пауыл халыҡҡа өндәшер өсөн шунда барырға теләне, әммә шәкерттәр уны ебәрмәне. 31 Хатта байрамдар һәм уйындар ойоштороусыларҙың ҡайһы берҙәре лә — Пауылға дуҫтарса ҡарағандары — уға кешеләр ебәреп, унда бармауын һәм үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймауын үтенде. 32 Ә йыйылған халыҡ араһында тәртипһеҙлек хөкөм һөрҙө. Күбеһе ни өсөн йыйылғандарын да белмәй ине, шунлыҡтан берәүҙәр — бер нәмә, икенселәре башҡа нәмә ҡысҡыра ине. 33 Еврейҙар Искәндәр исемле бер кешене алғараҡ этеп сығарҙы, ә ҡайһы берәүҙәр уны халыҡ алдына сығарып баҫтырҙы. Искәндәр, халыҡҡа һүҙ әйтергә теләп, ҡулы менән ишара яһаны. 34 Әммә уның еврей икәнен аңлағас, бөтәһе лә бер тауыштан: «Эфес Артеми́даһы бөйөк!» — тип ике сәғәт буйы тиерлек ҡысҡырҙы.

35 Ахыр сиктә ҡала башлығы халыҡты тынысландырып былай тине: «Эфестар! Эфес ҡалаһының бөйөк Артеми́да ғибәҙәтханаһын һәм күктән төшкән һынды һаҡлаусы ҡала икәнен кем белмәй?! 36 Быға тамсы ла шик юҡ! Шулай булғас, һеҙгә тыныслыҡ һаҡларға һәм уйлап эш итергә кәрәк. 37 Һеҙ бында килтергән кешеләр ғибәҙәтхананы ла таламаған, алиһәбеҙҙе лә хурламаған. 38 Ә әгәр Диметрәй һәм башҡа һөнәрселәр берәйһен нимәләлер ғәйепләргә теләй икән, бының өсөн суд көндәре һәм идарасылар* бар, бер-береһен судта ғәйепләһендәр. 39 Әммә әгәр һеҙ башҡа берәй нәмә теләйһегеҙ икән, быны законлы рәүештә үткәрелгән йыйылышта хәл итергә кәрәк. 40 Юғиһә бөгөнгө ваҡиғалар арҡаһында беҙҙе фетнәгә ҡотортоуҙа ғәйепләүҙәре бар, ә бит бындай йыйынды аҡларлыҡ һис бер сәбәбебеҙ юҡ». 41 Ошо һүҙҙәр менән ул йыйылған халыҡты таратты.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу