Беренсе Тисалуникаларға
2 Ҡәрҙәштәр, һеҙгә килеүебеҙ юҡҡа булмағанын үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. 2 Һеҙгә билдәле булғанса, Филипиҙа ғазап сигеп, мыҫҡыллауҙарға дусар булһаҡ та, Алла беҙгә, көслө ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, һеҙгә үҙенең һөйөнөслө хәбәрен вәғәзләргә ҡыйыулыҡ бирҙе. 3 Өгөт-нәсихәттәребеҙ хаталы ҡараштарға нигеҙләнмәгән, уларҙы яман ниәттән йә һеҙҙе алдарға теләгәндән һөйләмәйбеҙ. 4 Әммә Алла үҙе беҙҙе һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә лайыҡлы тип тапты, шуға беҙ кешеләргә түгел, ә йөрәктәребеҙҙе тикшергән Аллаға ярарға теләп һөйләйбеҙ.
5 Белеүегеҙсә, беҙ бер ҡасан да һеҙгә ярамһаҡланманыҡ һәм, һеҙҙән берәй нәмә алырға теләп, бер ҡасан да һеҙҙе алдаманыҡ. Быға Алла шаһит! 6 Мәсихтең илселәре булараҡ, сығымдарыбыҙҙы ҡаплауығыҙға өмөт итә алһаҡ та, беҙ кешеләрҙән — һеҙҙән дә, башҡа берәүҙән дә — айырым бер мөнәсәбәт көтмәнек. 7 Киреһенсә, бала имеҙгән әсә үҙ сабыйын наҙлап ҡайғыртҡан кеүек, беҙ һеҙгә ҡарата яғымлы булдыҡ. 8 Һеҙгә ҡарата наҙлы хистәр кисереп, беҙ һеҙҙең менән Алланың һөйөнөслө хәбәрен уртаҡлашырға ғына түгел, ә һеҙгә үҙ-үҙебеҙҙе бирергә теләнек, сөнки һеҙҙе бик ныҡ яраттыҡ.
9 Ҡәрҙәштәр, һеҙ, әлбиттә, беҙҙең ни тиклем ауыр эшләгәнебеҙҙе хәтерләйһегеҙ. Һеҙгә Алланың һөйөнөслө хәбәрен вәғәзләгәндә, берегеҙгә лә йөк булмаҫ өсөн, беҙ көнө-төнө эшләп, үҙ-үҙебеҙҙе тәьмин иттек. 10 Һеҙҙең менән — иманлылар менән булғанда, беҙҙең ни тиклем тоғро, тәҡүә һәм тел тейҙергеһеҙ булғаныбыҙға һеҙ ҙә, Алла ла шаһит. 11 Атай кеше балалары менән үҙен нисек тотһа, беҙҙең дә һеҙҙең менән үҙебеҙҙе шулай тотҡаныбыҙҙы яҡшы беләһегеҙ: һәр берегеҙҙе рухландырҙыҡ, йыуаттыҡ һәм һәр ҡайһығыҙға өгөт-нәсихәт бирҙек. 12 Быны үҙенең Батшалығына инергә һәм данға эйә булырға саҡырған Алланың хеҙмәтселәренә тейеш булғанса эш итеүегеҙ өсөн эшләнек.
13 Беҙ шулай уҡ һәр ваҡыт Аллаға рәхмәттәр әйтәбеҙ, сөнки һеҙ беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кеше һүҙе итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шулай итеп — Алла һүҙе итеп ҡабул иттегеҙ, һәм был һүҙ һеҙгә — иманлыларға тәьҫир итә. 14 Ҡәрҙәштәр, Йәһүҙиәлә урынлашҡан, Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә булған Алла йыйылыштары ниндәй һынауҙар менән осрашһа, һеҙ ҙә шундай уҡ һынауҙар менән осраштығыҙ. Йәһүҙиәләге ҡәрҙәштәр йәһүдтәр арҡаһында зыян күргән кеүек, һеҙ ҙә үҙ ватандаштарығыҙ арҡаһында зыян күрҙегеҙ. 15 Ул йәһүдтәр Хужабыҙ Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә эҙәрләне. Улар Алла хуплаған эштәр ҡылмай, ә барыһына ла зыян килтерә. 16 Сөнки беҙ еврей булмағандарға ҡотолһондар тип вәғәзләргә тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай. Шулай эшләп, улар үҙ гонаһтарына яңы гонаһтар өҫтәй. Ләкин Алланың асыуы оҙаҡламай уларға ябырылыр.
17 Ҡәрҙәштәр, беҙгә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа һеҙҙән айырылырға тура килгәс (әммә күңелдәребеҙ һеҙҙең менән ине), һеҙҙе бик ныҡ күргебеҙ килгәнгә, янығыҙға барыр өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләнек. 18 Эйе, һеҙгә барырға теләнек. Мин, Пауыл, быны бер тапҡыр түгел, ә ике тапҡыр эшләргә маташтым. Әммә Шайтан юлыбыҙҙы ҡапланы. 19 Хужабыҙ Ғайсаның килеү осоро ваҡытында уның алдында кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ йәки ғорурланырлыҡ бүләгебеҙ*? Һеҙ түгелме ни? 20 Һеҙ — беҙҙең даныбыҙ һәм шатлығыбыҙ.