ЯХЪЯ ЯҘҒАН ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР
1 Башта Һүҙ булған, Һүҙ Алла менән булған, һәм Һүҙ Аллаға оҡшаш булған*. 2 Ул башта Алла менән булған. 3 Бөтә нәмә уның аша яратылған, һәм унһыҙ бер нәмә лә яратылмаған.
4 Уның аша тормош булдырылған, һәм тормош* кешеләр өсөн яҡтылыҡ булған. 5 Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡый, әммә ҡараңғылыҡ уны еңә алманы.
6 Алла ебәргән кеше килде, уның исеме Яхъя ине. 7 Ул, үҙе аша төрлө кеше иманға эйә булһын өсөн, шаһит булараҡ, яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ бирергә килде. 8 Ул үҙе шул яҡтылыҡ түгел ине, ләкин яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ бирергә тейеш ине.
9 Һәр төрлө кешегә яҡтылыҡ биреүсе ысын яҡтылыҡ оҙаҡламай донъяға килергә тейеш ине. 10 Ул донъяла булды, әммә уның аша яратылған донъя уны таныманы. 11 Ул үҙенекеләренә килде, ләкин улар уны ҡабул итмәне. 12 Ә үҙен ҡабул иткәндәргә ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе, сөнки улар уға* ышана ине. 13 Улар ҡандан да, тән теләгенән дә, кеше ихтыяры буйынса ла түгел, ә Алла ихтыяры буйынса тыуҙылар.
14 Һүҙ кеше булды һәм беҙҙең арала йәшәне. Беҙ уның данын — берҙән-бер улының атаһынан алған данын күрҙек. Ул гел хәҡиҡәткә өйрәтте, һәм Алла уны һәр ваҡыт хуп күрҙе*. 15 (Яхъя уның тураһында шаһитлыҡ биреп: «„Артымдан килеүсе минән алға сыҡты, сөнки ул миңә тиклем үк булған“ тигән кешем ошо», — тип ҡысҡырып иғлан итеп йөрөнө.) 16 Ул сикһеҙ игелек менән тулы булғанға, беҙ һәр саҡ үҙебеҙҙә уның сикһеҙ игелеген тойҙоҡ. 17 Ҡанун Муса аша бирелгән булһа, сикһеҙ игелек менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде. 18 Бер кеше лә бер ҡасан да Алланы күрмәгән. Уның тураһында беҙгә Атаһының янында* булған, уға оҡшаш берҙән-бер Улы һөйләп бирҙе.
19 Бына Яхъяның шаһитлығы. Йәһүдтәр Йәрүсәлимдән руханиҙар менән либәйҙәрҙе ебәреп, унан: «Һин кем?» — тип һорағас, 20 ул яуап биреүҙән ҡасманы һәм туранан-тура: «Мин Мәсих түгел», — тине. 21 «Кем һуң һин? Ильясмы?» — тип һораны улар. Ул: «Юҡ», — тип яуап бирҙе. «Бәлки, килергә тейешле пәйғәмбәрҙер?» — тип һораны улар. Ул йәнә: «Юҡ», — тип яуапланы. 22 Улар унан: «Кем һуң һин? Әйт беҙгә, сөнки беҙҙе ебәргән кешеләргә һинең яуабыңды еткерергә кәрәк. Үҙең тураһында ни тиерһең?» — тип һораны. 23 «Мин, Ишағыя пәйғәмбәр әйткәнсә, „Йәһүәнең юлдарын тигеҙләгеҙ!“ — тип сүлдә ҡысҡырған тауыш», — тип яуап бирҙе ул. 24 Ә ул кешеләрҙе фарисейҙар* ебәргән ине. 25 Улар унан: «Әгәр һин Мәсих тә, Ильяс та, килергә тейешле пәйғәмбәр ҙә түгел икән, ни өсөн һуң, улайһа, һин кешеләрҙе һыуға сумдыраһың?» — тип һоранылар. 26 Яхъя уларға былай тип яуап бирҙе: «Мин кешеләрҙе һыуға сумдырам, ләкин арағыҙҙа һеҙ белмәгән берәү бар. 27 Ул минең артымдан килә, мин уның сандалыйының ҡайыштарын сисергә лә лайыҡ түгелмен». 28 Был хәлдәр Яхъя һыуға сумдырған ерҙә, Иордан аръяғындағы Бәйтәниҙә булды.
29 Икенсе көндө ул, үҙенә килә ятҡан Ғайсаны күреп: «Бына донъяның гонаһын юҡ итеүсе Алла Бәрәсе! — тине. — 30 „Артымдан килеүсе минән алға сыҡты, сөнки ул миңә тиклем үк булған“ тип мин уның тураһында әйткәйнем. 31 Мин уны белмәй инем, ләкин, уның тураһында Исраилға билдәле булһын өсөн, кешеләрҙе һыуға сумдырырға килдем». 32 Яхъя шулай уҡ былай тип һөйләне*: «Мин күктән күгәрсен рәүешендә изге рух төшөп, уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем. 33 Мин уны белмәй инем, ләкин мине кешеләрҙе һыуға сумдырырға Ебәреүсе миңә: „Кемдең өҫтөнә изге рух төшөп, уның өҫтөндә ҡалғанын күрһәң, шул изге рухҡа сумдырыусы“,— тигәйне. 34 Мин быны күрҙем һәм, ул — Алла Улы, тип шаһитлыҡ бирәм».
35 Киләһе көндө Яхъя, үҙенең ике шәкерте менән тағы шул урында торғанда, 36 үтеп барған Ғайсаны күреп: «Бына Алла Бәрәсе!» — тине. 37 Быны ишеткәс, шул ике шәкерт Ғайса артынан китте. 38 Ғайса боролоп, уларҙың эйәреп килгәнен күрҙе лә: «Һеҙ нимә эҙләп йөрөйһөгөҙ?» — тине. Улар унан: «Рабби, һин ҡайҙа туҡталдың?» — тип һораны. (Рабби «остаз» тигәнде аңлата.) 39 Ул: «Әйҙәгеҙ минең менән, үҙегеҙ күрерһегеҙ», — тип яуапланы. Сәғәт көндөҙгө дүрттәр тирәһе ине*. Улар барып, уның ҡайҙа туҡталғанын күрҙеләр һәм көндөң аҙағына тиклем уның менән ҡалдылар. 40 Яхъяның һүҙҙәрен ишетеп Ғайса артынан эйәргән шәкерттәрҙең береһе Шимун Петерҙең ҡустыһы* Әндрәй ине. 41 Ул шунда уҡ ағаһы Шимунды эҙләп табып, уға: «Беҙ Мәсихте таптыҡ», — тине. (Мәсих «майланған зат» тигәнде аңлата.) 42 Шунан ул уны Ғайса янына килтерҙе. Ғайса уға ҡараны ла: «Һин Яхъя улы Шимун. Хәҙер һин Кифа тип аталырһың», — тине. (Кифа грекса «Петер» була.)
43 Киләһе көндө Ғайса Ғәлиләйәгә барырға булды. Ул Филипты осратып, уға: «Миңә эйәр», — тине. 44 Филип та, Әндрәй менән Петер кеүек, Бәйтсәйҙәнән ине. 45 Ул Натанаилға барҙы ла уға: «Беҙ Муса ҡанунында һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарында әйтелгән кешене таптыҡ. Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса», — тине. 46 Ләкин Натанаил: «Назаранан берәй йүнле нәмә сыға аламы ни?» — тип әйтте. «Бар ҙа ҡара», — тине Филип. 47 Ғайса килә ятҡан Натанаилды күреп: «Бына ысын Исраил кешеһе, унда һис ниндәй мәкер юҡ», — тине. 48 «Һин мине ҡайҙан беләһең?» — тип һораны Натанаил. «Филип һине саҡырғанға тиклем үк, мин һине инжир ағасы төбөндә күрҙем», — тип яуапланы Ғайса. 49 Шунда Натанаил: «Остаз*, һин — Алла Улы, һин — Исраил Батшаһы», — тине. 50 Быға Ғайса: «„Мин һине инжир ағасы төбөндә күрҙем“ тигәнем өсөн ышандыңмы? Һин бынан да бөйөгөрәк нәмәләр күрерһең», — тип әйтте. 51 Шунан ул: «Шикләнмәгеҙ, һеҙ асыҡ күкте, шулай уҡ Алла фәрештәләренең Әҙәм Улы янына төшөп, өҫкә күтәрелеп йөрөүҙәрен күрерһегеҙ», — тип өҫтәне.
2 Ике көндән һуң Ғәлиләйәләге Ҡана ҡалаһында туй булды, Ғайсаның әсәһе лә шунда ине. 2 Ғайса ла шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны.
3 Туйҙа шарап бөтөп барғанға, Ғайсаның әсәһе уға: «Уларҙың шарабы юҡ», — тине. 4 «Беҙҙең бында ни эшебеҙ бар?* Минең ваҡытым әле килеп етмәгән», — тип яуап бирҙе Ғайса. 5 Шунда уның әсәһе хеҙмәтселәргә: «Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ», — тине. 6 Унда, йәһүдтәрҙең таҙарыныу ҡағиҙәләре талап иткәнсә, һәр береһе ике йә өс үлсәм* һыу һыйҙырышлы алты таш һауыт тора ине. 7 Ғайса хеҙмәтселәргә: «Һауыттарҙы һыу менән тултырығыҙ», — тип ҡушты. Улар һауыттарҙы мөлдөрәмә тултырып ҡуйҙы. 8 Шунан ул: «Ә хәҙер бер аҙ һоҫоп алығыҙ ҙа туй башлығына алып барығыҙ», — тине. Улар шулай эшләне лә. 9 Туй башлығы, шарапҡа әйләндерелгән һыуҙан ауыҙ иткәс (ә ул был шараптың ҡайҙан икәнен белмәй ине, быны тик һыуҙы һоҫоп алған хеҙмәтселәр генә белә ине), кейәүҙе саҡырып алды ла 10 былай тине: «Кеше тәүҙә ҡунаҡтарға яҡшы шарап ҡуя, ә улар иҫереп алғас, насарырағын сығара. Ә һин яҡшы шарапты ошоға тиклем ҡалдырғанһың». 11 Шулай итеп Ғайса, Ғәлиләйәләге Ҡанала үҙенең беренсе мөғжизәһен ҡылып, ниндәй ҡөҙрәткә эйә булғанын күрһәтте, һәм шәкерттәре уға инанды.
12 Бынан һуң ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Кәпернағумға китте, ләкин унда улар оҙаҡҡа ҡалманы.
13 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡас, Ғайса Йәрүсәлимгә китте. 14 Ғибәҙәтханала ул өҫтәл артында ултырған аҡса алмаштырыусыларҙы, шулай уҡ үгеҙ, һарыҡ, күгәрсен һатыусыларҙы күрҙе лә 15 бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, һатыусыларҙы үгеҙ-һарыҡтары менән бергә ғибәҙәтхананан ҡыуып сығарҙы. Ул аҡса алмаштырыусыларҙың тәңкәләрен сәсеп ебәрҙе һәм уларҙың өҫтәлдәрен ауҙарҙы, 16 ә күгәрсен һатыусыларға: «Быларҙы бынан алып китегеҙ! Атайымдың йортон баҙарға* әйләндермәгеҙ!» — тине. 17 Шунда уның шәкерттәре Яҙмаларҙағы «һинең йортоңа ҡарата ашҡыныу күңелемдә ут кеүек яна» тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө.
18 Йәһүдтәр унан: «Быны эшләргә хаҡың барлығын ниндәй билдә менән иҫбатларһың?» — тип һораны. 19 «Был ғибәҙәтхананы емерегеҙ, мин уны өс көндә торғоҙормон», — тип яуап бирҙе Ғайса. 20 Йәһүдтәр: «Был ғибәҙәтхана 46 йыл буйы төҙөлдө, ә һин уны өс көн эсендә торғоҙмаҡсы булаһыңмы?» — тип ҡаршы төштө. 21 Ләкин Ғайса, ғибәҙәтхана тураһында әйткәндә, үҙенең тәнен күҙ уңында тотҡайны. 22 Ул үленән терелгәс, шәкерттәре уның һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, Яҙмаларға һәм уның әйткәндәренә ышанды.
23 Ғайса Йәрүсәлимдә Ҡотҡарылыу байрамында булғанда, күп кеше ул ҡылған мөғжизәләрҙе* күреп, уға* ышанды. 24 Әммә Ғайса, кеше тәбиғәтен яҡшы белгәнгә, уларға ышанып бөтмәй ине. 25 Ул кеше күңелендә ни барлығын үҙе белгәнлектән, кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә мохтаж түгел ине.
3 Фарисейҙар араһында йәһүдтәрҙең Ниҡәдим исемле бер башлығы бар ине. 2 Бер ваҡыт төнөн ул Ғайса янына килеп, былай тине: «Остаз*, беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән уҡытыусы икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе*, Алла көс бирмәһә, берәү ҙә ҡыла алмай». 3 Яуап итеп Ғайса: «Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: яңынан* тыумаһа, кеше Алла Батшалығын күрә алмаясаҡ», — тине. 4 Ниҡәдим унан: «Кеше, ҡарт булһа, нисек яңынан тыуа алһын? Ул әсә ҡарынына инеп, ҡабат тыуа аламы ни?» — тип һораны. 5 Ғайса былай тип яуапланы: «Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше, һыуҙан һәм рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына керә алмаясаҡ. 6 Тәндән — тән, ә рухтан рух тыуа. 7 „Һеҙ яңынан тыуырға тейеш“ тип әйткәнемә ғәжәпләнмә. 8 Ел, ҡайҙа теләһә, шунда иҫә. Һин уның тауышын ишетәһең, ләкин уның ҡайҙан килеп, ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Рухтан тыуған һәр кем менән дә шулай була».
9 Ниҡәдим унан: «Нисек улай була алһын?» — тип һораны. 10 Ғайса былай тип яуапланы: «Нисек инде һин, Исраил уҡытыусыһы була тороп, быны белмәйһең? 11 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ белгәнебеҙҙе һөйләйбеҙ һәм күргәндәребеҙ тураһында шаһитлыҡ ҡылабыҙ. Һеҙ иһә беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ. 12 Мин һеҙгә ерҙәге нәмәләр тураһында һөйләгәндә, ышанмайһығыҙ икән, күктәге нәмәләр тураһында һөйләһәм, нисек ышанырһығыҙ? 13 Күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа бер кешенең дә күктә булғаны* юҡ. 14 Муса сүлдә йыланды юғары күтәргән кеүек, Әҙәм Улын да шулай күтәрергә тейештәр. 15 Был уға ышанған һәр кем мәңгелек тормош алһын өсөн буласаҡ.
16 Алла донъяны шул тиклем ныҡ ярата, хатта Улына ышанған* бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормош алһын өсөн, үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе. 17 Алла бит үҙ Улын донъяға уны хөкөм итер өсөн түгел, ә донъя уның аша ҡотҡарылһын өсөн ебәрҙе. 18 Улына ышаныусы хөкөм ителмәҫ, ә ышанмаусы инде хөкөм ителде, сөнки Алланың берҙән-бер Улына* ышанманы. 19 Хөкөм өсөн нигеҙ бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, ләкин кешеләр яҡтылыҡты түгел, ә ҡараңғылыҡты яратты, сөнки уларҙың эштәре яуыз ине. 20 Яуызлыҡ ҡылыусы яҡтылыҡты нәфрәт итә һәм, үҙенең яуыз эштәре асылмаһын өсөн*, яҡтылыҡҡа килмәй. 21 Ә хаҡ эштәр ҡылыусы, эштәре Алла ихтыярына тура килгәне күренһен өсөн, яҡтылыҡҡа килә».
22 Шунан һуң Ғайса үҙенең шәкерттәре менән Йәһүҙиәнең ауылдары буйлап китте. Унда улар менән күпмелер ваҡыт булып, кешеләрҙе һыуға сумдырҙы. 23 Яхъя ла Сәлим эргәһендәге Әйнүндә кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, сөнки унда һыу күп ине. Кешеләр уға килеп, һыуға сумдырылды 24 (ул саҡта уны әле төрмәгә ташламағандар ине).
25 Яхъяның шәкерттәре менән бер йәһүд кешеһе араһында таҙарыныу ҡағиҙәләре тураһында бәхәс сыҡты. 26 Шәкерттәре Яхъя янына килеп: «Остаз*, һинең менән Иордандың аръяғында булған һәм һин шаһитлыҡ ҡылған кеше халыҡты һыуға сумдыра, барыһы ла уға бара», — тинеләр. 27 Яуап итеп Яхъя былай тине: «Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмәгә лә эйә була алмай. 28 Һеҙ үҙегеҙ: „Мин Мәсих түгел, әммә уның алдынан ебәрелгәнмен“, — тип әйткәнемде раҫлай алаһығыҙ. 29 Кәләш — кейәүҙеке. Ә кейәүҙең янында торған дуҫы, кейәүҙең тауышын ишеткәндә, сикһеҙ шатлана. Минең дә шатлығым эсемә һыймай. 30 Мәсих — үҫергә, ә мин кесерәйергә тейеш».
31 Юғарынан килеүсе — барыһынан да өҫтөн. Ерҙән булған ерҙәге нәмәләр тураһында һөйләй, сөнки ул ерҙән яралған. Күктән килеүсе — барыһынан да өҫтөн. 32 Ул күргәндәре һәм ишеткәндәре тураһында шаһитлыҡ ҡыла, тик уның шаһитлығын бер кем дә ҡабул итмәй. 33 Ә уның шаһитлығын ҡабул иткән кеше Алланың хаҡ икәнен раҫлай*. 34 Алла тарафынан ебәрелгән Алла һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Алла үҙ рухын йомарт итеп* бирә. 35 Ата Улын ярата һәм бөтә нәмәне уның ҡулына тапшырған. 36 Кем Улына ышана, мәңгелек тормош алыр. Ә кем Улына буйһонмай, тормошто күрмәҫ, уның өҫтөндә Алланың асыуы торор.
4 Фарисейҙар Ғайсаның Яхъяға ҡарағанда күберәк кешеләрҙе шәкерттәр итеп һыуға сумдырғанын ишетеп ҡалды 2 (ысынында, Ғайса үҙе түгел, ә уның шәкерттәре һыуға сумдыра ине). 3 Хужабыҙ, был турала белеп ҡалғас, Йәһүҙиәне ҡалдырып, йәнә Ғәлиләйәгә китте. 4 Уға Самария аша үтергә тура килде. 5 Ул Самариялағы Сихар тигән ҡалаға килеп етте. Был ҡала Яҡуп үҙенең улы Йософҡа биргән ялан янында урынлашҡан. 6 Унда Яҡуп ҡоҙоғо бар ине. Юлдан арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ* янына килеп ултырҙы. Төш ваҡыты ине*.
7 Шул ергә һыу алырға тип бер Самария ҡатыны килде. «Миңә эсергә һыу бир әле», — тине уға Ғайса. 8 (Шәкерттәре уның менән түгел ине: улар ризыҡ һатып алырға тип ҡалаға киткәйне.) 9 Ҡатын уға: «Нисек инде һин, еврей була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һыу һорайһың?» — тине. (Сөнки йәһүдтәр Самария кешеләре менән аралашмай.) 10 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Алланың кешеләргә ниндәй бүләк биргәнен һәм үҙеңдән: „Миңә эсергә һыу бир әле“, — тип кем һорағанын белһәң, һин үҙең унан һорар инең һәм ул һиңә тере һыу бирер ине». 11 Ҡатын уға былай тине: «Әфәнде, һинең бит хатта һыуҙы һоҫоп алырға биҙрәң дә юҡ, ә ҡоҙоҡ тәрән. Һин ул тере һыуҙы ҡайҙан алдың һуң? 12 Был ҡоҙоҡто беҙгә бабабыҙ Яҡуп биргән. Ул үҙе лә, уның улдары ла, мал-тыуары ла шунан эскән. Һин Яҡуптан бөйөгөрәкме әллә?» 13 Ғайса былай тип яуапланы: «Был һыуҙы эскән һәр кем яңынан һыуһар. 14 Ә кем мин биргән һыуҙы эсә, шул бүтән бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин уға биргән һыу ул кешелә урғылып сығып ятҡан һәм мәңгелек тормош биргән шишмәгә әйләнер». 15 Ҡатын уға: «Әфәнде, миңә шул һыуҙы бирсе, ул ваҡытта мин бүтән һыуһамаҫ та инем, бында һыу алырға килеп йөрөмәҫ тә инем», — тине.
16 Ғайса уға: «Бар, иреңде саҡырып кил», — тине. 17 «Минең ирем юҡ», — тип яуапланы ҡатын. Ғайса уға: «Ирем юҡ тип дөрөҫ әйттең, — тине.— 18 Һин биш тапҡыр кейәүҙә булдың, ә әле бергә йәшәп ятҡан кешең ирең түгел. Һин дөрөҫөн әйттең». 19 «Әфәнде, һинең пәйғәмбәр икәнеңде күрәм, — тип яуап бирҙе ҡатын. — 20 Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Аллаға ошо тауҙа табынған, ә һеҙ, уға Йәрүсәлимдә табынырға кәрәк, тип әйтәһегеҙ». 21 «Ышан миңә, — тине уға Ғайса, — килер шундай ваҡыт: һеҙ Атаға был тауҙа ла, Йәрүсәлимдә лә табынмаҫһығыҙ. 22 Һеҙ белмәйенсә табынаһығыҙ, ә беҙҙең табыныуыбыҙ белемгә нигеҙләнгән, сөнки ҡотолоу еврейҙар аша килә*. 23 Шулай ҙа ваҡыт етеп килә һәм етте лә инде: ысын табыныусылар Атаға рух һәм хәҡиҡәт буйынса табыныр, сөнки Ата үҙенә тап шундай табыныусыларҙы эҙләй ҙә. 24 Алла — ул рух, һәм уға табыныусылар рух һәм хәҡиҡәт буйынса табынырға тейеш». 25 Ҡатын уға: «Мин Мәсих тип аталған заттың килерен беләм. Ул килеп, беҙгә бөтә нәмә тураһында һөйләр», — тине. 26 «Һин әле уның үҙе менән һөйләшеп тораһың», — тип яуапланы Ғайса.
27 Шул ваҡыт уның шәкерттәре килде. Улар уның ҡатын менән һөйләшкәненә аптыраны, ләкин береһе лә унан: «Һиңә унан нимә кәрәк?» йә «Нишләп уның менән һөйләшәһең?» — тип һораманы. 28 Ә ҡатын һыу көршәген ҡалдырҙы ла ҡалаға барып, кешеләргә былай тине: 29 «Барығыҙ, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән кешене күрегеҙ. Ул Мәсих түгел микән?» 30 Улар ҡаланан сығып, Ғайса янына киттеләр.
31 Ул арала шәкерттәр Ғайсаны: «Остаз*, ашап ал инде», — тип ҡыҫтаны. 32 Ләкин ул: «Минең һеҙ белмәгән ризығым бар», — тине. 33 Шунда шәкерттәре үҙ-ара: «Әллә берәйһе уға ашарға килтергән микән?» — тиеште. 34 Ғайса уларға былай тине: «Минең ризығым — мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм уның миңә тапшырған эшен тамамлау. 35 „Ураҡҡа тиклем әле дүрт ай бар“, — тип әйтәһегеҙ түгелме? Ә мин һеҙгә әйтәм: башығыҙҙы күтәреп, баҫыуҙарға ҡарағыҙ, иген бешеп*, ураҡ өҫтө еткән. 36 Ураҡсы инде эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя, шуға күрә сәсеүсе менән ураҡсы бергә ҡыуана. 37 „Береһе сәсә, икенсеһе ура“ тип дөрөҫ әйтәләр. 38 Мин һеҙҙе үҙегеҙ сәсмәгәнде урырға ебәрҙем. Башҡалар сәсте, ә уларҙың хеҙмәт емештәренең файҙаһын һеҙ ҙә күрәһегеҙ».
39 Теге ҡатындың: «Ул минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп бирҙе», — тигән шаһитлығын ишеткәс, шул ҡалалағы күп кенә Самария кешеләре Ғайсаға ышанды. 40 Шуға күрә улар Ғайсаға килеп, уның үҙҙәрендә ҡалыуын үтенде. Ул унда ике көн булды. 41 Ғайсаның һөйләгәндәрен ишетеп, тағы ла күберәк кеше уға ышанды. 42 Улар теге ҡатынға: «Беҙ инде һинең һөйләүең буйынса түгел, ә уның әйткән һүҙҙәрен үҙебеҙ ишетеп ышанабыҙ. Хәҙер инде беҙ уның донъяны ҡотҡарыусы икәнен беләбеҙ», — тинеләр.
43 Ике көндән һуң Ғайса ул ерҙән Ғәлиләйәгә китте. 44 Ләкин ул үҙе, пәйғәмбәрҙе тыуған ерендә хөрмәт итмәйҙәр, тип әйткәйне. 45 Ул Ғәлиләйәгә килгәс, ундағы кешеләр уны асыҡ йөҙ менән ҡабул итте, сөнки улар ҙа Йәрүсәлимдәге байрамға барып, уның шунда ҡылған бөтә эштәрен күргәйне.
46 Шунан Ғайса тағы үҙе ҡасандыр һыуҙы шарапҡа әйләндергән ергә — Ғәлиләйәләге Ҡана ҡалаһына килде. Ә Кәпернағумда батшаға хеҙмәт итеүсе бер түрә йәшәй ине, уның улы ауырып ята ине. 47 Ғайсаның Йәһүҙиәнән Ғәлиләйәгә ҡайтҡанын ишеткәс, был кеше уның янына барып, Кәпернағумға килеүен һәм үлем хәлендә ятҡан улын һауыҡтырыуын үтенде. 48 Ләкин Ғайса уға: «Билдәләр һәм мөғжизәләр күрмәйенсә, һеҙ һис тә ышанмаясаҡһығыҙ», — тине. 49 «Хужам, балам үлмәҫ борон кил инде», — тине уға түрә. 50 Ғайса: «Өйөңә ҡайт, улың һауыҡты», — тип яуап бирҙе. Тегеһе, Ғайсаның һүҙҙәренә ышанып, ҡайтып китте. 51 Ул әле юлда саҡта уҡ хеҙмәтселәре уның ҡаршыһына килеп, малайҙың хәле яҡшырғаны* тураһында әйттеләр. 52 Түрә уларҙан улының хәле сәғәт нисәләрҙә яҡшырғаны хаҡында һораны. «Уның тән яныуы кисә көндөҙгө сәғәт берҙәр тирәһендә* үтте», — тип яуап бирҙе улар. 53 Атай кеше, Ғайсаның «улың һауыҡты» тигән һүҙҙәре тап шул сәғәткә тура килгәнен аңлағас, үҙе лә, өйөндәгеләренең бөтәһе лә Ғайсаға инанды. 54 Был Ғайсаның Йәһүҙиәнән Ғәлиләйәгә килгәс ҡылған икенсе мөғжизәһе ине.
5 Бынан һуң Ғайса Йәрүсәлимгә йәһүдтәрҙең байрамына китте. 2 Йәрүсәлимдә Һарыҡ ҡапҡаһы янында еврейса Бәйтзата тип аталған, биш колоннада* менән уратып алынған быуа бар ине. 3 Унда бик күп ауырыу, һуҡыр, аҡһаҡ, паралич һуҡҡан* кеше ята ине. 4* —— 5 Улар араһында 38 йыл буйы ауырыған бер кеше бар ине. 6 Уның шунда ятҡанын күреп һәм шул тиклем оҙаҡ ауырығанын белеп, Ғайса унан: «Һауығырға теләйһеңме?» — тип һораны. 7 Теге кеше: «Әфәндем, һыу болғана башлаған ваҡытта мине һыуға төшөрөрлөк бер кемем дә юҡ. Ә мин үҙем барып еткәнсе, унда башҡа берәү төшөп өлгөрә», — тип яуап бирҙе. 8 «Тор ҙа түшәгеңде* алып, атлап кит», — тине уға Ғайса. 9 Теге кеше шунда уҡ һауыҡты һәм түшәген алып, атлап китте.
Был хәл шәмбе көнө булды. 10 Шуға күрә йәһүдтәр һауыҡҡан кешегә: «Бөгөн шәмбе көнө, һиңә түшәгеңде күтәреп йөрөргә ярамай», — тинеләр. 11 Әммә ул: «Мине һауыҡтырған кеше, түшәгеңде ал да атлап кит, тип әйтте», — тине. 12 «Түшәгеңде ал да атлап кит, тип һиңә кем әйтте?» — тип һораны улар. 13 Ләкин һауыҡҡан кеше уның кем икәнен белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны.
14 Һуңғараҡ Ғайса уны ғибәҙәтханала осратып: «Хәҙер һин һау-сәләмәт. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, бүтән гонаһ ҡылма», — тине. 15 Ул кеше йәһүдтәргә барып, үҙен Ғайса һауыҡтырғанын әйтте. 16 Шунда йәһүдтәр Ғайсаны шәмбе көндө шундай эштәр ҡылғаны өсөн эҙәрләй башланы. 17 Әммә Ғайса уларға: «Атайым һаман да эшләй, мин дә эшләйем», — тип әйтә ине. 18 Бынан һуң йәһүдтәр Ғайсаны үлтереү әмәлен тағы ла тырышыбыраҡ эҙләне, сөнки, уларҙың уйлауынса, ул шәмбене боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы үҙенең Атаһы тип атап, үҙен Аллаға тиңләне.
19 Ләкин Ғайса уларға былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Улы үҙенән сығып бер нәмә лә эшләй алмай, ә бары тик Атаһының нимә эшләгәнен күреп, шуны ғына эшләй. Ата нимә эшләй, Улы ла шул рәүешсә шуны эшләй. 20 Ата бит Улын ярата һәм уға үҙе башҡарған бөтә эштәрен күрһәтә. Ул, һеҙ таң ҡалһын өсөн, уға тағы ла бөйөгөрәк эштәр күрһәтәсәк. 21 Ата үлеләрҙе терелткән кеүек, Улы ла, кемгә теләй, шуға тормош бирә. 22 Ата бер кемде лә хөкөм итмәй, бөтә хөкөмдө ул Улына тапшырған. 23 Ата быны бөтәһе лә, уның үҙен хөрмәт иткән кеүек, Улын да хөрмәт итһендәр өсөн эшләне. Кем Улын хөрмәт итмәй, шул уны ебәргән Атаны ла хөрмәт итмәй. 24 Шикләнмәгеҙ, минең һүҙемде ишеткән һәм мине Ебәреүсегә ышанған кеше мәңгелек тормош аласаҡ. Ундай кеше хөкөм ителмәйәсәк, ул үлемдән тормошҡа күскән.
25 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: үлеләр Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә һәм килеп етте лә инде. Уға ҡолаҡ һалғандары йәшәр. 26 Сөнки Атаның тормош бирергә ҡөҙрәте бар*, һәм ул Улына ла тормош биреү ҡөҙрәтен биргән. 27 Ата уға хөкөм итеү вәкәләтен тапшырған, сөнки ул — Әҙәм Улы. 28 Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки шундай ваҡыт етеп килә: ҡәберҙәгеләрҙең* һәммәһе уның тауышын ишетеп, 29 терелеп торор. Яҡшылыҡ ҡылғандар мәңгелек тормош алыр, ә яманлыҡ ҡылғандар хөкөм алдына баҫыр. 30 Мин үҙемдән сығып бер нәмә лә эшләй алмайым. Атамдан ишеткәнемә нигеҙләнеп хөкөм итәм, һәм минең хөкөмөм ғәҙел, сөнки мин үҙ ихтыярымды түгел, ә мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәйем.
31 Үҙем тураһында үҙем шаһитлыҡ бирһәм, шаһитлығым көскә эйә булмаҫ ине. 32 Минең турала башҡа берәү шаһитлыҡ бирә, һәм мин уның шаһитлығы хаҡ икәнен беләм. 33 Һеҙ Яхъяға кешеләр ебәрҙегеҙ, һәм ул минең турала дөрөҫ шаһитлыҡ бирҙе. 34 Мин берәй кешенең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙ ҡотола алһын тип әйтәм. 35 Яхъя балҡып янған яҡтыртҡыс ине, әммә уның яҡтылығына ҡыуаныу теләгегеҙ оҙаҡҡа барманы. 36 Ләкин минең Яхъяның шаһитлығынан ҙурыраҡ шаһитлығым бар, сөнки Атам миңә башҡарырға ҡушҡан эштәр — мин әле башҡарған эштәр — Атам тарафынан ебәрелгәнемә шаһитлыҡ ҡыла. 37 Мине ебәргән Атам үҙе лә минең хаҡта шаһитлыҡ бирҙе. Һеҙ иһә бер ҡасан да уның тауышын ишетмәнегеҙ, уның йөҙөн күрмәнегеҙ, 38 һәм күңелдәрегеҙҙә уның һүҙе юҡ, сөнки ул ебәргән затҡа ышанмайһығыҙ.
39 Һеҙ Яҙмаларҙы ентекләп өйрәнәһегеҙ, сөнки улар ярҙамында мәңгелек тормошҡа эйә булырға ниәтләнәһегеҙ, ә бит Яҙмалар минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыла. 40 Әммә һеҙ тормош алыр өсөн миңә килергә теләмәйһегеҙ. 41 Миңә кешеләрҙең маҡтауы кәрәк түгел, 42 әммә һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә Аллаға ҡарата яратыу юҡлығын беләм. 43 Мин Атамдың исеменән килдем, ләкин һеҙ мине ҡабул итмәйһегеҙ. Ә берәйһе үҙ исеменән килгән булһа, һеҙ уны ҡабул итер инегеҙ. 44 Берҙән-бер Алланың хуплауын эҙләмәйенсә, бер-берегеҙҙән маҡтау ҡабул итәһегеҙ икән, нисек миңә ышанырһығыҙ? 45 Мине Ата алдында һеҙҙе ғәйепләр тип уйламағыҙ. Һеҙҙе ғәйепләүсе — үҙегеҙ өмөт бағлаған Муса. 46 Мусаға ышанған булһағыҙ, миңә лә ышаныр инегеҙ, сөнки ул минең турала яҙған. 47 Ләкин уның яҙғандарына ышанмайһығыҙ икән, минең һүҙҙәремә нисек ышанырһығыҙ?»
6 Бынан һуң Ғайса Ғәлиләйә диңгеҙенең икенсе ярына китте, ул шулай уҡ Тиберия диңгеҙе тип тә атала. 2 Уның артынан бик күп халыҡ бара ине, сөнки уның ауырыуҙарҙы мөғжизәле рәүештә һауыҡтырғанын күргәйне. 3 Ғайса тауға менеп, шәкерттәре менән шунда ултырҙы. 4 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине. 5 Үҙенә табан күп халыҡ килә ятҡанын күреп, Ғайса Филиптан: «Уларҙы ашатыр өсөн, ҡайҙан икмәк һатып алайыҡ икән?» — тип һораны. 6 Ул быны Филипты һынар өсөн әйтте, сөнки үҙенең нимә эшләрен белә ине. 7 «Хатта 200 динарға* икмәк һатып алһаҡ та, һәр береһенә әҙ генә бирергә лә етмәҫ», — тип яуапланы Филип. 8 Уның башҡа шәкерте, Шимун Петерҙең бер туғаны Әндрәй, былай тине: 9 «Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике бәләкәй генә балығы бар. Ләкин шул тиклем күп халыҡ өсөн был нимә инде?»
10 Ғайса: «Барыһы ла ултырышһын», — тине. Ул ерҙә күп үлән үҫә ине, шуға күрә кешеләр үләнгә ултырҙы. Араларында ирҙәр генә 5000 самаһы ине. 11 Ғайса икмәк алды ла Аллаға рәхмәт әйтеп, уны кешеләргә өләште. Балыҡ менән дә ул шулай эшләне, һәм һәр кеше күпме теләй, шунса алды. 12 Ә кешеләр ашап туйғас, ул шәкерттәренә: «Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын», — тине. 13 Улар биш арпа икмәгенән ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, 12 кәрзингә тултырҙы.
14 Ғайсаның ниндәй мөғжизә ҡылғанын күреп, кешеләр: «Ул ысынлап та донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр икән», — тип әйтә башланы. 15 Ғайса иһә, уларҙың үҙен тотоп алып батша итеп ҡуйырға йыйынғандарын белеп, яңғыҙы ҡалыр өсөн, тағы тауға менеп китте.
16 Кис еткәс, уның шәкерттәре диңгеҙ буйына төштө лә 17 кәмәгә ултырып, диңгеҙҙең икенсе ярына, Кәпернағумға табан йөҙөп китте. (Ҡараңғы төшкәйне, ә Ғайса әле улар янына килмәгәйне.) 18 Ул арала ҡаты ел сығып, диңгеҙ ҡоторона башланы. 19 Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым* ара үткәйне. Шул саҡ улар, диңгеҙ өҫтөнән атлап кәмәгә яҡынлашып килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡыуға төштө. 20 «Был мин, ҡурҡмағыҙ!» — тине Ғайса. 21 Шунда улар шатланып Ғайсаны кәмәгә алдылар һәм оҙаҡламай үҙҙәре юлланған ярға килеп туҡтанылар.
22 Икенсе көндө диңгеҙҙең теге ярында ҡалған кешеләр яр буйында бер кәмә лә ҡалмағанын күрҙеләр. Быға тиклем унда бер бәләкәй кәмә тора ине, әммә Ғайса ул кәмәгә шәкерттәре янына ултырмағайны. Шәкерттәре үҙҙәре генә йөҙөп киткәйне. 23 Ул арала Тибериянан бер нисә кәмә йөҙөп килде. Улар килеп туҡтаған урын Хужабыҙ Аллаға рәхмәт әйтеп, кешеләргә ашарға икмәк биргән ерҙән йыраҡ түгел ине. 24 Ғайсаның да, уның шәкерттәренең дә унда юҡлығын күргәс, кешеләр шул кәмәләргә ултырып, Ғайсаны эҙләп Кәпернағумға йөҙөп киттеләр.
25 Уны диңгеҙҙең икенсе ярында тапҡас, улар: «Остаз*, һин бында ҡасан килдең?» — тип һоранылар. 26 Ғайса былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ мине мөғжизәләр күргәнгә түгел, ә туйғансы икмәк ашағанға эҙләйһегеҙ. 27 Боҙола торған ризыҡ өсөн түгел, ә мәңгелек тормош биргән, боҙолмай торған ризыҡ өсөн көс һалығыҙ. Ундай ризыҡты һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки күктәге Ата, Алла, уға быны эшләргә хакимлыҡ биргән*».
28 Шунда улар унан: «Алла беҙҙе хуплаһын өсөн, беҙгә нимә эшләргә?» — тип һоранылар. 29 «Алла үҙе ебәргән затҡа ышаныуығыҙҙы теләй», — тип яуапланы Ғайса. 30 «Беҙҙе үҙеңә ышандырырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең? Ни ҡылырһың? — тине улар. — 31 Мәҫәлән, ата-бабаларыбыҙ сүлдә манна ашаған. Яҙмаларҙа: „Ул уларға күктән икмәк бирҙе“, — тиелгән». 32 Ғайса уларға бындай яуап ҡайтарҙы: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Муса һеҙгә күктән ысын икмәк бирмәне, ләкин уны хәҙер һеҙгә Атам бирә. 33 Алла икмәге — күктән төшөп, донъяға тормош биреүсе зат ул». 34 Быға улар: «Хужабыҙ, беҙгә һәр ваҡыт шул икмәкте биреп тор», — тинеләр.
35 Ғайса уларға былай тине: «Мин — тормош икмәге. Миңә килгән кеше бер ҡасан да асыҡмаҫ, миңә ышанған кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. 36 Ләкин, инде әйткәнемсә, һеҙ, мине күрһәгеҙ ҙә, барыбер миңә ышанмайһығыҙ. 37 Атам миңә биргән һәр кем миңә килер, мин бер ҡасан да үҙемә килгәндәрҙе ҡыуып ебәрмәҫмен. 38 Мин бит үҙ ихтыярымды түгел, ә мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәр өсөн күктән төштөм. 39 Ә уның ихтыяры шул: ул миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтмайынса, һуңғы көндә уларҙы үленән терелтергә тейешмен. 40 Атамдың ихтыяры буйынса, Улын таныған һәм уға инанған һәр кем мәңгелек тормош алыр, һәм мин уны һуңғы көндә терелтермен».
41 Шунда йәһүдтәр уның «мин — күктән төшкән икмәк» тигән һүҙҙәренә зарлана башланы. 42 Улар: «Был Йософ улы Ғайса түгелме ни? Беҙ бит уның ата-әсәһен беләбеҙ. Нисек һуң ул, күктән төштөм, тип әйтә ала?» — тиә инеләр. 43 Яуап итеп Ғайса: «Зарланмағыҙ, — тине. — 44 Мине ебәргән Атам йәлеп итмәһә, бер кем дә миңә килә алмай. Миңә килгән кешене иһә һуңғы көндә терелтермен. 45 Пәйғәмбәрҙәр: „Уларҙың барыһын да Йәһүә өйрәтер“, — тип яҙғандар. Атамды тыңлаған һәм унан өйрәнгән һәр кем миңә килә. 46 Был берәйһе Атаны күргән тигән һүҙ түгел. Атаны бары тик Алланан килгән зат ҡына күрҙе. 47 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем ышана, шул мәңгелек тормош алыр.
48 Мин — тормош икмәге. 49 Ата-бабаларығыҙ, сүлдә манна ашаған булһа ла, барыбер үлгәндәр. 50 Ә күктән төшкән икмәкте ашағандарҙың береһе лә үлмәйәсәк. 51 Мин — күктән төшкән тере икмәк. Был икмәкте ашаған кеше мәңге йәшәр. Был икмәк — минең тәнем. Мин уны донъя йәшәһен өсөн бирәм».
52 Шунда йәһүдтәр бер-береһе менән бәхәсләшә башланы. Улар: «Нисек инде был кеше үҙ тәнен беҙгә ашарға бирер?» — тиештеләр. 53 Ғайса иһә былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Әҙәм Улының тәнен ашамайһығыҙ һәм ҡанын эсмәйһегеҙ икән, тормош алмаясаҡһығыҙ*. 54 Минең тәнемде ашаған һәм ҡанымды эскән кеше мәңгелек тормош алыр, һәм мин уны һуңғы көндә терелтермен. 55 Минең тәнем — ысын ризыҡ, минең ҡаным — ысын эсемлек. 56 Кем минең тәнемде ашай һәм ҡанымды эсә, шул минең менән берҙәмлектә, ә мин уның менән берҙәмлектә. 57 Мин үҙемде ебәргән тере Ата арҡаһында йәшәгән кеүек, минең тәнемде ашаған кеше лә минең арҡала йәшәр. 58 Күктән төшкән икмәк бына ошондай. Ул ата-бабаларығыҙ ашаған икмәк кеүек түгел. Улар, уны ашаһалар ҙа, барыбер үлгән. Ә кем был икмәкте ашай, шул мәңге йәшәр». 59 Быларҙы ул Кәпернағумдағы синагогала* өйрәткәндә әйтте.
60 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, шәкерттәренең күбеһе: «Был һүҙҙәр ҡот осҡос! Быны кем тыңлай алһын?» — тине. 61 Ғайса, һүҙҙәре шәкерттәренең күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғанын белеп, уларға былай тине: «Әллә был һүҙҙәр иманығыҙҙы ҡаҡшаттымы*? 62 Ә Әҙәм Улының элекке урынына күтәрелгәнен күрһәгеҙ, нимә булыр? 63 Рух ҡына тормош бирә, кеше үҙе уға эйә була алмай*. Мин һеҙгә һөйләгән һүҙҙәр — рух һәм тормош ул. 64 Ләкин арағыҙҙа ышанмағандар ҙа бар». (Сөнки Ғайса баштан уҡ кемдәрҙең ышанмағанын һәм кемдең үҙенә хыянат итәсәген белә ине.) 65 Шунан ул былай тип өҫтәне: «Бына ни өсөн мин һеҙгә, Атам рөхсәт итмәһә, миңә бер кем дә килә алмай, тигәйнем».
66 Бынан һуң Ғайсаның күп кенә шәкерттәре үҙ эштәренә кире ҡайтып, башҡа уның менән йөрөмәне. 67 Ғайса 12 илсеһенән: «Бәлки, һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер?» — тип һораны. 68 Шимун Петер былай тип яуап бирҙе: «Хужабыҙ, беҙ кемгә барайыҡ? Һинең һүҙҙәрең мәңгелек тормош бирә бит. 69 Беҙ һинең Алла ебәргән изге зат икәнеңә ышандыҡ һәм быны беләбеҙ». 70 Ғайса уларға: «Һеҙҙең ун икегеҙҙе лә мин һайлап алманыммы ни? Ләкин һеҙҙең берегеҙ — яла яғыусы*», — тине. 71 Ғайса Шимун Искариот улы Йәһүҙә тураһында әйтте. Ул, 12 илсенең береһе булһа ла, һуңғараҡ Ғайсаға хыянат итте.
7 Бынан һуң Ғайса Ғәлиләйәлә ҡалды. Ул Йәһүҙиәгә барырға теләмәне, сөнки йәһүдтәр уны үлтерергә ниәтләй ине. 2 Сатыр* ҡороу байрамы етеп килә ине. 3 Шунда ҡустылары уға былай тине: «Башҡа шәкерттәрең дә эштәреңде күрһен өсөн, Йәһүҙиәгә бар. 4 Кеше, билдәле булырға теләһә, үҙ эштәрен йәшерен башҡармай. Шундай эштәр ҡылаһың икән, үҙеңде донъяға күрһәт!» 5 Ысынында ҡустылары уға ышанмай ине. 6 Ғайса уларға былай тине: «Минең ваҡытым әле килеп етмәгән, ә һеҙ байрамға үҙегеҙ теләгән ваҡытта бара алаһығыҙ. 7 Донъяның һеҙҙе нәфрәт итергә сәбәбе юҡ, ә мине ул нәфрәт итә, сөнки мин уның эштәренең яуыз икәне тураһында һөйләйем. 8 Һеҙ байрамға барығыҙ, ә мин әлегә бармайым, сөнки минең ваҡытым әле килеп етмәгән». 9 Шулай тигәндән һуң, ул Ғәлиләйәлә ҡалды.
10 Ләкин ҡустылары киткәс, ул да, бер кемгә лә белдермәйенсә, байрамға китте. 11 Байрамда йәһүдтәр: «Ул ҡайҙа икән?» — тип һорашып, уны эҙләй башланы. 12 Халыҡ араһында уның хаҡында күп һүҙ йөрөй ине. Берәүҙәр: «Ул яҡшы кеше», — тиһә, икенселәре: «Юҡ, ул халыҡты алдай», — тип ҡаршы төшә ине. 13 Ләкин, йәһүдтәрҙән* ҡурҡҡанға, берәү ҙә уның тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләмәне.
14 Байрамдың яртыһы инде үткәс, Ғайса ғибәҙәтханаға инеп, халыҡты өйрәтә башланы. 15 Йәһүдтәр: «Был кеше Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? Ул бит бер ҡайҙа ла уҡымаған*», — тип ғәжәпләнде. 16 Яуап итеп Ғайса былай тине: «Өйрәткәндәрем — минеке түгел, ә мине Ебәреүсенеке. 17 Уның ихтыярын үтәргә теләгән кеше был тәғлимәттең Аллананмы йә мин үҙемдән һөйләйемме икәнен белер. 18 Үҙ исеменән һөйләгән кеше үҙенә дан эҙләй, ә үҙен ебәреүсене данларға теләгән кеше хаҡ һәм унда ялған юҡ. 19 Муса һеҙгә Ҡанун биргән, шулай бит? Ләкин һеҙҙең берегеҙ ҙә Ҡанунға буйһонмай. Мине ни өсөн үлтерергә теләйһегеҙ?» 20 Шунда кешеләр уға: «Һиңә ен эйәләшкән. Кем һине үлтерергә теләй?» — тине. 21 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: «Мин шәмбе көндө бер генә мөғжизә ҡылдым, һеҙ бөтәгеҙ ҙә быға ғәжәпләнәһегеҙ. 22 Әммә бына нимә тураһында уйлап ҡарағыҙ: Муса һеҙгә сөннәтләү тураһында ҡанун биргән (ысынында иһә ул Мусанан түгел, ә ата-бабаларҙан килә) һәм һеҙ шул ҡанунды хатта шәмбе көндө лә үтәйһегеҙ. 23 Әгәр ҙә, Муса ҡанунын боҙмаҫ өсөн, кешене шәмбе көндө сөннәткә ултырталар икән, ни өсөн һуң, улайһа, һеҙ миңә кешене шәмбе көндө тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн асыуланаһығыҙ? 24 Кешене тыштан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, ғәҙел* хөкөм итегеҙ».
25 Шунда ҡайһы бер Йәрүсәлим кешеләре: «Ошо кешене үлтерергә йыйыналар түгелме? — тиешә башланы. — 26 Ул халыҡ алдында асыҡтан-асыҡ һөйләй, әммә берәү ҙә уға бер нәмә лә әйтмәй. Әллә башлыҡтар уның Мәсих икәненә ышанған инде? 27 Ләкин беҙ бит уның ҡайҙан икәнен беләбеҙ, ә Мәсих килгәс, уның ҡайҙан икәнен бер кем дә белмәҫ». 28 Шунда ғибәҙәтханала өйрәтеп торған Ғайса ҡысҡырып былай тине: «Һеҙ минең кем икәнемде лә, ҡайҙан икәнемде лә беләһегеҙ. Мин үҙ белдегем менән килмәнем. Мине Ебәреүсе ысынлап та бар, ләкин һеҙ уны белмәйһегеҙ, 29 ә мин беләм, сөнки мин унан килдем. Мине ул ебәрҙе». 30 Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин бер кем дә быны эшләй алманы, сөнки уның ваҡыты әле килеп етмәгәйне. 31 Әммә күптәр уға ышанып: «Мәсих, килгәс, ошо кешенән дә күберәк мөғжизәләр ҡылыр микән ни?» — тиә ине.
32 Фарисейҙар халыҡтың уның тураһында нимә һөйләгәнен ишетте, шуға өлкән руханиҙар менән фарисейҙар ғибәҙәтхана һаҡсыларын уны ҡулға алырға ебәрҙе. 33 Ғайса кешеләргә былай тине: «Мин һеҙҙең менән тағы бер аҙ булам, ә шунан үҙемде Ебәреүсе янына китәм. 34 Һеҙ мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ, мин булған ергә килә алмаҫһығыҙ». 35 Шул саҡ йәһүдтәр үҙ-ара былай тиеште: «Беҙ тапмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән ул? Бәлки, ул гректар араһында таралып йәшәгән еврейҙарға барып, гректарҙы ла өйрәтергә йыйыналыр? 36 Уның „һеҙ мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ, мин булған ергә килә алмаҫһығыҙ“ тигән һүҙҙәре нимә аңлата икән?»
37 Байрамдың аҙаҡҡы, иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла ҡысҡырып былай тине: «Кем һыуһай, шул миңә килеп эсһен. 38 Кем миңә инана, Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, „шуның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағып сығыр“». 39 Ул быны үҙенә инанғандар алырға тейешле рух тураһында әйтте. Ул ваҡытта улар әле рух алмағайны, сөнки Ғайса әле данланмағайны. 40 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, халыҡ араһындағы ҡайһы бер кешеләр: «Ул ысынлап та килергә тейешле Пәйғәмбәр», — тиә башланы. 41 Башҡалары: «Был Мәсих», — тиҙәр ине. Әммә ҡайһы берәүҙәр: «Мәсих Ғәлиләйәнән килергә тейешме ни? — тип ҡаршы төштө. — 42 Яҙмаларҙа, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың ауылы Бәйтлеһемдән сығасаҡ, тип әйтелмәгәнме ни?» 43 Шулай итеп уның арҡаһында халыҡ араһында фекер ҡаршылыҡтары килеп сыҡты. 44 Ҡайһы берәүҙәр уны тотоп алырға теләне, ләкин бер кем дә быны эшләй алманы.
45 Һаҡсылар өлкән руханиҙар менән фарисейҙарға әйләнеп ҡайтҡас, тегеләре уларҙан: «Нишләп уны килтермәнегеҙ?» — тип һораны. 46 Һаҡсылар: «Берәүҙең дә бер ҡасан да уның кеүек һөйләгәне юҡ», — тип яуап бирҙеләр. 47 Быға фарисейҙар: «Әллә һеҙ ҙә алдандығыҙмы? — тине. — 48 Башлыҡтарҙың йә фарисейҙарҙың берәйһе уға ышандымы ни? 49 Ә Ҡанунды белмәгән был халыҡ ҡәһәрләнгән». 50 Шул саҡ уларҙың береһе — элегерәк Ғайса янына килеп киткән Ниҡәдим — былай тине: 51 «Беҙҙең Ҡанун буйынса, кешене тәүҙә тыңлап, уның нимә эшләгәнен белмәйенсә хөкөм итергә буламы ни?» 52 Яуап итеп өлкән руханиҙар менән фарисейҙар уға: «Әллә һин дә Ғәлиләйәнәнме? Яҙмаларҙы тикшереп ҡара, шунда бер ниндәй пәйғәмбәрҙең дә Ғәлиләйәнән сыҡмаясағын күрерһең», — тинеләр*.
8 12 Ғайса тағы халыҡҡа мөрәжәғәт итте: «Мин — донъя өсөн яҡтылыҡ. Кем минең артымдан бара, шул бер ҡасан да ҡараңғылыҡта йөрөмәҫ. Ул тормош биргән яҡтылыҡҡа эйә булыр». 13 Шунда фарисейҙар уға: «Һин үҙең тураһында үҙең шаһитлыҡ ҡылаһың, шуға һинең шаһитлығың хаҡ түгел», — тинеләр. 14 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Мин үҙем тураһында үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, минең шаһитлығым хаҡ, сөнки мин ҡайҙан килеп, ҡайҙа барғанымды беләм, ә һеҙ минең ҡайҙан килеп, ҡайҙа барғанымды белмәйһегеҙ. 15 Һеҙ кеше күҙлегенән сығып хөкөм итәһегеҙ, ә мин бер кемде лә хөкөм итмәйем. 16 Ә хөкөм итәм икән, хөкөмөм ғәҙел, сөнки мин бер үҙем түгел, минең менән мине ебәргән Атам. 17 Өҫтәүенә, Ҡанунығыҙҙа: „Ике кешенең шаһитлығы хаҡ“, — тип яҙылған. 18 Мин үҙем тураһында үҙем шаһитлыҡ бирәм, һәм мине ебәргән Атам да минең турала шаһитлыҡ бирә». 19 Шунда улар: «Һинең Атаң ҡайҙа?» — тип һоранылар. Ғайса: «Һеҙ мине лә, Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр мине белгән булһағыҙ, Атамды ла белер инегеҙ», — тип яуап бирҙе. 20 Ул ошо һүҙҙәрҙе ғибәҙәтханалағы иғәнә һауыттары торған ерҙә өйрәткән саҡта әйтте. Әммә бер кем дә уны ҡулға алманы, сөнки уның ваҡыты әле етмәгән ине.
21 Ғайса ҡабат уларға: «Мин китәм. Һеҙ мине эҙләрһегеҙ, ләкин барыбер үҙ гонаһығыҙҙа үлерһегеҙ. Мин барған ергә һеҙ килә алмаҫһығыҙ», — тине. 22 Шунда йәһүдтәр: «Ул нимә? Үҙен үлтерергә йыйынамы әллә? Ни өсөн ул: „Мин барған ергә һеҙ килә алмаҫһығыҙ“, — тип әйтә?» — тиешә башланылар. 23 Ғайса һүҙен былай тип дауам итте: «Һеҙ — бынан, ерҙән, ә мин күктән килдем. Һеҙ — был донъянан, ә мин был донъянан түгел. 24 Шуға күрә лә мин һеҙгә, үҙ гонаһтарығыҙҙа үлерһегеҙ, тинем. Сөнки минең килергә тейешле зат булыуыма ышанмаһағыҙ, үҙ гонаһтарығыҙҙа үлерһегеҙ». 25 Улар унан: «Кем һуң һин?» — тип һораны. Ғайса уларға былай тине: «Нишләп мин һеҙҙең менән һөйләшеп торам әле? 26 Мин һеҙҙең турала әле күпте әйтә алыр инем, һеҙҙе күп нәмә өсөн хөкөм итә алыр инем. Мине Ебәреүсе хаҡ, һәм мин донъяға унан ишеткәндәрҙе һөйләйем». 27 Улар уның Ата тураһында һөйләүен аңламаны. 28 Ғайса һүҙен дауам итеп былай тине: «Әҙәм Улын юғары күтәргәс*, һеҙ минең шул зат икәнемде һәм бер нәмәне лә үҙемдән сығып эшләмәгәнемде белерһегеҙ. Атам нимәгә өйрәткән булһа, шуны ғына һөйләйем. 29 Мине Ебәреүсе — минең менән. Ул мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки мин һәр ваҡыт ул хуплағанды эшләйем». 30 Ул быларҙы һөйләгән ваҡытта күптәр уға ышанды.
31 Ғайса үҙенә ышанған кешеләргә былай тине: «Әгәр минең һүҙемде тотһағыҙ, һеҙ ысынлап та минең шәкерттәрем. 32 Һеҙ хәҡиҡәтте белерһегеҙ, һәм хәҡиҡәт һеҙҙе азат итер». 33 Быға ҡайһы берәүҙәр: «Беҙ — Ибраһим нәҫеленән, — тинеләр, — беҙ бер ҡасан да ҡол булманыҡ. Нишләп һин беҙгә „азат булырһығыҙ“ тиһең?» 34 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем — гонаһ ҡоло. 35 Ҡол хужаһының өйөндә мәңгегә ҡалмай, ә улы мәңгегә ҡала. 36 Атаның Улы һеҙҙе азат итһә, һеҙ ысындан да азат булырһығыҙ. 37 Мин һеҙҙең Ибраһим нәҫеленән булғанығыҙҙы беләм, ләкин һеҙ мине үлтерергә теләйһегеҙ, сөнки һүҙҙәремде ҡабул итмәйһегеҙ. 38 Мин Атам менән бергә булған саҡта күргәндәремде һөйләйем, ә һеҙ үҙ атағыҙҙан ишеткәнде эшләйһегеҙ». 39 Яуап итеп улар уға: «Беҙҙең атабыҙ — Ибраһим», — тинеләр. Ғайса уларға былай тип ҡаршы төштө: «Әгәр һеҙ Ибраһим балалары булһағыҙ, Ибраһим кеүек эш итер инегеҙ. 40 Әммә һеҙ мине, һеҙгә Алланан ишеткән хәҡиҡәтте һөйләгән кешене, үлтерергә теләйһегеҙ. Ибраһим улай эшләмәгән. 41 Һеҙ үҙ атағыҙ кеүек эш итәһегеҙ». Улар уға: «Беҙ уйнаштан* тыумағанбыҙ, беҙҙең бер генә Атабыҙ бар, ул — Алла», — тинеләр.
42 Ғайса уларға былай тине: «Әгәр Атағыҙ Алла булһа, һеҙ мине яратыр инегеҙ, сөнки мин Алланан килеп, бында торам. Мин үҙемдән килмәнем, мине ул ебәрҙе. 43 Ни өсөн һеҙ әйткәндәремде аңламайһығыҙ? Сөнки һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ*. 44 Һеҙҙең атағыҙ — Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул фетнә күтәргән сағынан бирле* кеше үлтереүсе булған. Унда хәҡиҡәт юҡ, шуға күрә ул хәҡиҡәтте кире ҡаҡҡан. Ялған һөйләгәндә, ул үҙенә хас булғанды эшләй, сөнки ул — ялғансы һәм ялғандың атаһы. 45 Мин иһә һеҙгә хәҡиҡәтте һөйләйем, шуға һеҙ миңә ышанмайһығыҙ. 46 Гонаһ ҡылыуҙа ғәйепле булғанымды кемегеҙ иҫбат итер? Ә хәҡиҡәтте һөйләйем икән, ни өсөн миңә ышанмайһығыҙ? 47 Кем Алланан, шул Алла һүҙҙәрен тыңлай. Ә һеҙ Алланан түгел, шуға күрә тыңламайһығыҙ ҙа».
48 Быға йәһүдтәр: «„Һин Самария кешеһе, һин енле“ тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән», — тине. 49 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Миндә ен юҡ. Мин Атайымды хөрмәт итәм, ә һеҙ мине кәмһетәһегеҙ. 50 Мин үҙемә дан эҙләмәйем, мине данларға теләгән Зат бар, ул хөкөм дә итә. 51 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк». 52 Йәһүдтәр уға: «Хәҙер инде һинең енле икәнеңә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, — тинеләр. — Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән, ә һин: „Кем һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк“, — тиһең. 53 Һин нимә, атабыҙ Ибраһимдан бөйөгөрәкме әллә? Ул да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән. Һин үҙеңде кемгә һанайһың?» 54 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Мин үҙемә дан эҙләгән булһам, даным бер ни ҙә тормаҫ ине, ләкин мине һеҙ „Аллабыҙ“ тип атаған Атам данлай. 55 Шулай ҙа һеҙ уны белмәйһегеҙ, ә мин уны беләм. Әгәр ҙә уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Ләкин мин уны беләм һәм уның һүҙен тотам. 56 Атағыҙ Ибраһим минең көнөмдө күрәсәгенә бик шатланғайны. Ул уны күрҙе һәм шатланды». 57 Йәһүдтәр уға: «Һиңә 50 йәш тә юҡ бит, нисек инде һин Ибраһимды күрҙең?!» — тинеләр. 58 Ғайса: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин әле Ибраһим тыуғанға тиклем үк бар инем», — тип яуап бирҙе. 59 Шунда йәһүдтәр, уға бәрер өсөн, ҡулдарына таштар алды, әммә ул йәшенеп ғибәҙәтхананан сығып китте.
9 Китеп барғанда Ғайса тыумыштан һуҡыр бер кешене күрҙе. 2 Шәкерттәре унан: «Остаз*, ул нишләп һуҡыр булып тыуған? Кем гонаһ ҡылған: ул үҙеме йә ата-әсәһеме?» — тип һораны. 3 «Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә гонаһ ҡылмаған, — тип яуап бирҙе Ғайса, — ләкин уның һуҡырлығы Алла көсөн* күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. 4 Әле көн булғанда, беҙ мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә* тейеш. Төн етеп килә, ул саҡта бер кем дә бер нәмә лә эшләй алмаҫ. 5 Донъяла булған сағымда мин — донъя өсөн яҡтылыҡ». 6 Шулай тигәндән һуң, ул ергә төкөрҙө лә төкөрөгөн тупраҡ менән бутап, шуны һуҡырҙың күҙҙәренә һөрттө. 7 Шунан уға: «Силуам быуаһына барып, күҙҙәреңде йыу», — тине. (Силуам «ебәрелгән» тип тәржемә ителә.) Һуҡыр барып йыуынды, ә кире килгәндә күҙҙәре күрә ине.
8 Күршеләре һәм уның элек хәйер һорағанын күргән кешеләр: «Был хәйер һорап ултырған теге кеше лә баһа!» — тиә башланылар. 9 Берәүҙәре: «Шул ул, шул», — тип әйтә ине. Икенселәре: «Юҡ, ул уға оҡшаған ғына», — тип бәхәсләшә ине. Ул үҙе иһә: «Мин шул кеше», — тине. 10 Шунда улар унан: «Һин нисек күрә башланың һуң?» — тип һораны. 11 «Ғайса исемле кеше ниндәйҙер ҡатышма яһап, күҙҙәремә һөрттө лә: „Силуамға барып, күҙҙәреңде йыу“, — тине. Барып йыуынғайным, күрә башланым», — тип яуап бирҙе ул. 12 Улар: «Ул кеше ҡайҙа?» — тип һоранылар. «Белмәйем», — тине ул.
13 Шунан элек һуҡыр булған шул кешене фарисейҙарға алып барҙылар. 14 Ә Ғайса ҡатышма яһап һуҡырҙы һауыҡтырған көн шәмбе көнө ине. 15 Фарисейҙар ҙа уның нисек күрә башлағаны тураһында һорашырға тотондо. Һауыҡҡан кеше уларға: «Ул күҙҙәремә ниндәйҙер ҡатышма һөрттө. Шунан мин күҙҙәремде йыуҙым да күрә башланым», — тип яуап бирҙе. 16 Шунда ҡайһы бер фарисейҙар: «Ул кеше Алланан түгел, ул бит шәмбе көнөн тотмай», — тиә башланы. Башҡалары иһә: «Гонаһ ҡылыусы шундай мөғжизәләр ҡыла аламы ни?» — тиә инеләр. Шулай итеп улар араһында бәхәс сыҡты. 17 Улар ҡабат Ғайса һауыҡтырған кешенән: «Ә һин уның тураһында нимә тиерһең? Ул бит күреү һәләтен һиңә ҡайтарған», — тип һоранылар. Тегеһе: «Ул — пәйғәмбәр», — тине.
18 Ләкин йәһүдтәр һауыҡҡан кешенең элек һуҡыр булғанына ата-әсәһен саҡырмайынса ышанманы. 19 Улар уның ата-әсәһенән: «Һеҙ һуҡыр булып тыуҙы тигән улығыҙ ошомо? Нисек һуң ул күрә башланы?» — тип һоранылар. 20 «Эйе, был беҙҙең улыбыҙ, — тип яуап бирҙе ата-әсәһе. — Уның тыумыштан һуҡыр булғанын беҙ беләбеҙ. 21 Ә уның нисек күрә башлағанын һәм уны кем һауыҡтырғанын белмәйбеҙ. Уның үҙенән һорағыҙ, ул инде бала түгел, үҙе өсөн үҙе әйтһен». 22 Уның ата-әсәһе йәһүдтәрҙән ҡурҡҡанға шулай тине, сөнки тегеләре Ғайсаны Мәсих тип таныған һәр кешене синагоганан ҡыуырға ҡарар иткәйне. 23 Шуға уның ата-әсәһе: «Ул инде бала түгел, уның үҙенән һорағыҙ», — тине.
24 Шунда йәһүдтәр элек һуҡыр булған кешене ҡабат саҡырып, уға: «Алланы данла һәм дөрөҫөн әйт. Беҙ ул кешенең гонаһ ҡылыусы икәнен беләбеҙ», — тинеләр. 25 Һауыҡҡан кеше: «Уның гонаһ ҡылыусымы, юҡмы икәнен белмәйем. Шуны ғына беләм: мин һуҡыр инем, ә хәҙер күрәм», — тип яуап бирҙе. 26 Улар унан: «Ул һинең менән нимә эшләне? Ул һине нисек һауыҡтырҙы?» — тип һоранылар. 27 «Мин инде һеҙгә һөйләнем, әммә һеҙ тыңламанығыҙ. Нишләп тағы быны ишетергә теләйһегеҙ? Әллә һеҙ ҙә уның шәкерттәре булырға йыйынаһығыҙмы?» — тип яуап бирҙе ул. 28 Улар уға нәфрәтләнеп былай тине: «Уның шәкерте — һин, ә беҙ — Мусаның шәкерттәре. 29 Муса менән Алла һөйләшкәнен беҙ беләбеҙ, ә был кешенең ҡайҙан икәнен белмәйбеҙ». 30 Тегеһе былай тип яуапланы: «Бына шуныһы ғәжәп тә: һеҙ ул кешенең ҡайҙан икәнен белмәйһегеҙ, ә ул мине һауыҡтырҙы. 31 Белеүебеҙсә, Алла гонаһ ҡылыусыларҙы тыңламай, ул бары тик үҙенән ҡурҡыусыларҙы* һәм ихтыярын үтәүселәрҙе генә тыңлай. 32 Тыумыштан һуҡыр кешенең күрә башлағаны тураһында боронғо замандан бирле бер кемдең дә ишеткәне юҡ. 33 Был кеше, Алланан булмаһа, бер ни эшләй алмаҫ ине». 34 Яуап итеп улар: «Һин тотош гонаһлы булып тыуғанһың. Етмәһә, беҙҙе өйрәтергә маташаһыңмы?» — тиеп, уны ҡыуып сығарҙылар*.
35 Ғайса ул кешене ҡыуып сығарғандары тураһында ишетте һәм уны осратып: «Әҙәм Улына ышанаһыңмы?» — тип һораны. 36 Теге кеше: «Ә кем ул, әфәндем? Әйтсе миңә, шунда мин уға ышанырмын», — тип яуап бирҙе. 37 Ғайса: «Һин уны күрҙең, әле ул һинең менән һөйләшеп тора», — тине. 38 Теге кеше: «Ышанам, Хужам!» — тине лә уның алдында йөҙ түбән ҡапланды. 39 Ғайса: «Мин был донъяға, күрмәгәндәр күрһен, ә күргәндәр һуҡырайһын тип, хөкөм итергә нигеҙ бирер өсөн килдем», — тине. 40 Янында торған фарисейҙар быны ишетеп, унан: «Беҙҙе лә һуҡыр тип әйтергә теләйһеңме?» — тип һоранылар. 41 «Һуҡыр булһағыҙ, гонаһта ғәйепле булмаҫ инегеҙ, ә „күрәбеҙ“ тиһегеҙ икән, гонаһта ғәйепле булып ҡалаһығыҙ», — тип яуапланы Ғайса.
10 Ғайса былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һарыҡтар ябылған ялан кәртәгә ҡапҡанан түгел, ә башҡа юл менән кереүсе — бур һәм талаусы ул. 2 Ә ҡапҡанан кереүсе — һарыҡтарға көтөүсе. 3 Һаҡсы уға ҡапҡа аса, һәм һарыҡтар уның тауышына буйһона. Көтөүсе үҙенең һарыҡтарын исемдәре менән саҡырып, уларҙы ялан кәртәнән сығара. 4 Һарыҡтарҙың барыһын сығарғас, көтөүсе уларҙың алдынан бара, ә һарыҡтар уның артынан эйәрә, сөнки уның тауышын белә. 5 Сит кешегә улар бер ҡасан да эйәрмәҫ, улар унан ҡасып китер, сөнки уның тауышын белмәй». 6 Ғайса уларға ошо миҫалды килтерҙе, әммә улар уның нимә тураһында һөйләгәнен аңламаны.
7 Шуға Ғайса дауам итте: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин — һарыҡтар өсөн ҡапҡа. 8 Үҙҙәрен ысын көтөүсе тип атап килгәндәрҙең барыһы ла — бурҙар һәм талаусылар. Ләкин һарыҡтар уларҙы тыңламаны. 9 Мин — ҡапҡа. Кем минең аша инә, шул ҡотолор, ул инер, сығыр һәм көтөүлек табыр. 10 Бур урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә һарыҡтар тормошҡа эйә булып, мәңге йәшәһен өсөн килдем. 11 Мин — яҡшы көтөүсе. Яҡшы көтөүсе һарыҡтар өсөн үҙ ғүмерен бирә. 12 Ә ялланған кеше, бүрене күреү менән, һарыҡтарҙы ҡалдырып ҡасып китә, сөнки ул көтөүсе түгел һәм һарыҡтар ҙа уныҡы түгел. Бүре һарыҡтарға ташлана, һәм көтөү төрлө яҡҡа тарала. 13 Ул һарыҡтарҙы ҡайғыртмай, сөнки ялланған эшсе генә. 14 Мин — яҡшы көтөүсе. Атам — мине, ә мин Атамды белгән кеүек, 15 мин — һарыҡтарымды, ә һарыҡтарым мине белә. Мин һарыҡтар өсөн үҙ ғүмеремде* бирәм.
16 Минең был ялан кәртәнән булмаған башҡа һарыҡтарым да бар. Мин уларҙы ла килтерергә тейешмен. Улар тауышымды тыңлар, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр. 17 Мин үҙ ғүмеремде уны ҡабат алыр өсөн бирәм, шуға күрә лә Атам мине ярата. 18 Бер кем дә ғүмеремде тартып алмай, мин уны үҙем бирәм. Уны бирергә лә, ҡабат алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто миңә Атам бирҙе».
19 Был һүҙҙәр арҡаһында йәһүдтәр араһында тағы бүленеш тыуҙы. 20 Уларҙың күбеһе: «Ул енле, аҡылдан яҙған. Нимә уны тыңлап тораһығыҙ?» — тиә ине. 21 Башҡалар иһә: «Был ен эйәләшкән кешенең һүҙҙәре түгел. Ен һуҡырҙы һауыҡтыра аламы ни?» — тип әйтә ине.
22 Ул ваҡытта Йәрүсәлимдә Ғибәҙәтхананы бағышлау байрамы* бара ине. Ҡыш ине. 23 Ғайса ғибәҙәтханала Сөләймәндең колонналар теҙмәһе буйлап йөрөп ята ине. 24 Йәһүдтәр уны уратып алып: «Күпме тағы беҙҙе билдәһеҙлектә тоторһоң? Мәсих булһаң, беҙгә туранан-тура әйт», — тиә башланылар. 25 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Мин һеҙгә әйттем, ләкин һеҙ ышанмайһығыҙ. Мин Атам исеменән ҡылған эштәр минең кем икәнлегемде күрһәтә. 26 Әммә һеҙ ышанмайһығыҙ, сөнки һеҙ минең һарыҡтарым түгел. 27 Минең һарыҡтарым тауышыма буйһона. Мин уларҙы беләм, һәм улар минең артымдан бара. 28 Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаҫ, бер кем дә уларҙы минән* тартып алмаҫ. 29 Атам тарафынан миңә бирелгәндәр бөтә нәмәнән дә ҡиммәтерәк, бер кем дә уларҙы Атамдан тартып ала алмаҫ. 30 Мин һәм Ата — бер*».
31 Йәһүдтәр, уны бәргесләр өсөн, тағы ҡулдарына таш алдылар. 32 Шунда Ғайса уларға: «Мин һеҙгә Атам башҡарырға ҡушҡан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыныһы өсөн мине таш менән бәргесләргә йыйынаһығыҙ?» — тине. 33 «Беҙ һине яҡшы эш өсөн түгел, ә, кеше була тороп, үҙеңде алла итеп күрһәтеп, Аллаға ҡаршы һөйләгәнең өсөн таш менән бәргесләргә йыйынабыҙ», — тип яуап бирҙе йәһүдтәр. 34 Ғайса уларға былай тине: «Ҡанунығыҙҙа Алланың „Һеҙ — аллалар*“ тигән һүҙҙәре яҙылмағанмы ни? 35 Алла үҙ һүҙе аша ғәйепләгән кешеләрҙе „аллалар“ тип атаған (ә Яҙмаларҙы ғәмәлдән сығарып булмай). 36 Мин иһә үҙемде Алла Улы тинем. Ни өсөн һуң һеҙ миңә — Алла изгеләндереп, донъяға ебәргән затҡа: „Һин Аллаға ҡаршы һөйләйһең“, — тип әйтәһегеҙ? 37 Әгәр Атамдың эштәрен ҡылмайым икән, миңә ышанмағыҙ. 38 Ә ҡылам икән, миңә ышанмаһағыҙ ҙа, эштәремә булһа ла ышанығыҙ. Шунда һеҙ Атамдың — минең менән, ә минең Атам менән берҙәмлектә икәнебеҙҙе белерһегеҙ һәм быны яҡшыраҡ аңларһығыҙ». 39 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, улар йәнә уны тотоп алырға маташты, ләкин ул, үҙен тоттормай, китеп барҙы.
40 Шунан Ғайса ҡабат Иордандың икенсе ярына, элек Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырған ергә юлланды һәм шунда ҡалды. 41 Уның янына күп кеше килә ине. Улар: «Яхъя һис бер мөғжизә ҡылмаһа ла, уның был кеше тураһында һөйләгәндәренең бөтәһе лә дөрөҫ», — тип әйтә ине. 42 Унда күптәр Ғайсаға инанды.
11 Ул ваҡытта Лазар исемле бер кеше ауырып китте. Ул Бәйтәниҙән — Мәрйәм менән уның апаһы Марта йәшәгән ауылдан ине. 2 Был Хужабыҙҙың аяҡтарына хуш еҫле май ағыҙып, уларҙы үҙенең сәстәре менән һөрткән Мәрйәм ине, ә ауырып киткән Лазар уның ҡустыһы ине. 3 Марта менән Мәрйәм Ғайсаға: «Хужабыҙ, һинең яҡын дуҫың ауырып ята», — тигән хәбәр ебәрҙе. 4 Быны ишеткәс, Ғайса: «Был ауырыу үлемгә түгел, ә Алланың һәм уның Улының данланыуына килтерәсәк», — тине.
5 Ғайса Мартаны, уның һеңлеһен һәм Лазарҙы ярата ине. 6 Шулай ҙа, Лазарҙың ауырығанын белеп ҡалғас, ул булған урынында тағы ике көнгә ҡалды. 7 Шунан ул шәкерттәренә: «Әйҙәгеҙ, тағы Йәһүҙиәгә барайыҡ», — тине. 8 Шәкерттәр уға: «Остаз*, әле күптән түгел генә Йәһүҙиә кешеләре һине таш менән бәргесләргә теләгәйне, ә һин тағы шунда бараһыңмы?» — тинеләр. 9 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Көн оҙонлоғо 12 сәғәт түгелме ни? Кем көндөҙ йөрөй, шул абынмай, сөнки был донъяның яҡтылығын күрә. 10 Ә кем төндә йөрөй, шул эләгеп йығыла, сөнки уның үҙендә яҡтылыҡ юҡ».
11 Быны әйткәс, ул: «Дуҫыбыҙ Лазар йоҡлап киткән, ләкин мин уны уятырға барам», — тип өҫтәне. 12 Шәкерттәр уға: «Хужабыҙ, әгәр йоҡлай икән, һауығыр», — тинеләр. 13 Ғайса уның үлеме тураһында әйткәйне, ә улар ғәҙәттәге йоҡо тураһында әйтә тип уйланылар. 14 Шунда Ғайса уларға туранан-тура: «Лазар үлгән, — тине. — 15 Мин унда булмағаныма шатмын, сөнки хәҙер иманығыҙ тағы ла нығыр. Әйҙәгеҙ, уның янына барайыҡ». 16 Игеҙәк тип йөрөтөлгән Тамас бүтән шәкерттәргә: «Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә барып, уның менән бергә үләйек», — тине.
17 Килгәс, Ғайса Лазарҙың инде дүрт көн ҡәберҙә ятҡанын белде. 18 Бәйтәни Йәрүсәлимдән йыраҡ түгел, өс саҡрым* самаһы алыҫлыҡта ята ине. 19 Ҡустыларының үлгәненә ҡайғырған Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп йәһүдтәр килгәйне. 20 Марта, Ғайсаның килә ятҡанын ишеткәс, уның ҡаршыһына китте, ә Мәрйәм өйҙә ҡалды. 21 Марта Ғайсаға былай тине: «Хужам, әгәр ҙә һин бында булған булһаң, ҡустым үлмәгән булыр ине. 22 Әммә мин хәҙер ҙә ышанам: һин Алланан нимә генә һораһаң да, ул һиңә бирәсәк». 23 Ғайса уға: «Ҡустың үленән тереләсәк», — тине. 24 «Уның һуңғы көндә, терелеү ваҡытында тереләсәген беләм», — тип яуап бирҙе Марта. 25 Ғайса уға былай тине: «Мин — терелеү һәм тормош. Миңә инанған кеше, үлһә лә, тереләсәк. 26 Йәшәгән һәм миңә инанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы?» 27 Марта: «Эйе, Хужам. Мин һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнеңә ышанам», — тип яуап бирҙе. 28 Шунан һуң ул барып, һеңлеһе Мәрйәмде саҡырҙы һәм, бер кемгә лә белдермәйенсә, уға: «Остаз бында, ул һине саҡыра», — тине. 29 Быны ишеткәс, Мәрйәм шунда уҡ тороп, Ғайса янына китте.
30 Ғайса әле ауылға инмәгәйне, ә Марта менән осрашҡан ерҙә тора ине. 31 Мәрйәмде йыуатыр өсөн өйөнә килгән йәһүдтәр уның ашығып сығып киткәнен күрҙеләр. Мәрйәмде ҡәбергә иларға бара тип уйлап, улар уның артынан китте. 32 Ғайса торған ергә килеп етеп, уны күргәс, Мәрйәм уның аяҡтарына йығылып: «Хужам, һин бында булған булһаң, ҡустым үлмәгән булыр ине», — тине. 33 Мәрйәмдең һәм уның менән килгән йәһүдтәрҙең илағанын күреп, Ғайса ауыр көрһөндө лә көйөнөп: 34 «Һеҙ уны ҡайҙа һалдығыҙ?» — тип һораны. «Хужабыҙ, әйҙә барайыҡ, үҙең күрерһең», — тип яуап бирҙе улар. 35 Шунда Ғайса илап ебәрҙе. 36 Быны күреп, йәһүдтәр: «Ҡарағыҙ, ул уны ҡалай ныҡ яратҡан икән!» — тиә башланылар. 37 Ә уларҙың ҡайһы берҙәре: «Ул бит һуҡыр кешенең күҙен асҡайны. Был кешене лә үлемдән алып ҡала алмаған микән ни?» — тине.
38 Ғайса йәнә ауыр көрһөндө лә ҡәбер янына килде. Был ауыҙы таш менән ҡапланған мәмерйә ине. 39 Ғайса: «Ташты ситкә шылдырығыҙ», — тип ҡушты. Мәрхүмдең апаһы Марта уға: «Хужам, уның үлгәненә дүрт көн үтте бит, еҫләнгәндер инде», — тип әйтте. 40 Ғайса: «Мин һиңә, ышанһаң, Алланың данын күрерһең, тип әйтмәгәйнемме ни?» — тине. 41 Ташты шылдырҙылар. Ғайса, күҙҙәрен күккә күтәреп, былай тине: «Атай, мине ишеткәнең өсөн рәхмәт һиңә. 42 Мине һәр ваҡыт ишеткәнеңде беләм, әммә быны янымда торған кешеләр өсөн, мине һин ебәргәнгә ышанһындар өсөн әйттем». 43 Шунан Ғайса ҡысҡырып: «Лазар, сыҡ!» — тине. 44 Шунда үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулдары кәфенгә уралған, ә бите яулыҡ менән ҡапланған ине. «Кәфенен тағатығыҙ, атлап китһен», — тине Ғайса.
45 Мәрйәмгә килгән күп йәһүдтәр, Ғайсаның нимә эшләгәнен күреп, уға ышанды. 46 Ә уларҙың ҡайһы берҙәре фарисейҙарға барҙылар ҙа Ғайсаның нимә эшләгәнен һөйләп бирҙеләр. 47 Шунда өлкән руханиҙар менән фарисейҙар Юғары кәңәшмә йыйып, былай тинеләр: «Нимә эшләйек икән? Был кеше күп мөғжизә ҡыла бит. 48 Әгәр ҙә беҙ бер нәмә лә эшләмәһәк, барыһы ла уға ышанасаҡ. Шул саҡта римдар килеп, ғибәҙәтханабыҙҙы* ла, халҡыбыҙҙы ла баҫып алыр». 49 Улар араһында шул йылда баш рухани булған Ҡаяфас бар ине. Ул уларға: «Һеҙ бер нәмә лә белмәйһегеҙ, — тине. — 50 Бөтөн халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, бер кешенең халыҡ хаҡына үлеүе һеҙҙең үҙегеҙ өсөн хәйерлерәк икәнен аңламайһығыҙмы әллә?» 51 Ул быны үҙенән әйтмәне. Шул йылда баш рухани булғанға, ул Ғайсаның халыҡ өсөн үлергә тейешлеге тураһында пәйғәмбәрлек әйтте. 52 Ғайса халыҡ өсөн генә түгел, ә шулай уҡ төрлө яҡҡа таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн дә үлергә тейеш ине. 53 Шул ваҡыттан алып улар үҙ-ара Ғайсаны үлтереү тураһында кәңәшләшә башланы.
54 Шуға күрә Ғайса йәһүдтәр араһында бүтән асыҡтан-асыҡ йөрөмәне. Ул сүл янында урынлашҡан Ифраим ҡалаһына китте һәм шәкерттәре менән шунда ҡалды. 55 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы етеп килә ине. Байрам алдынан Муса ҡануны буйынса таҙарыныр өсөн, күп кеше ауылдарҙан Йәрүсәлимгә килде. 56 Улар Ғайсаны эҙләне һәм ғибәҙәтханала үҙ-ара: «Нисек уйлайһығыҙ, бәлки, ул байрамға бөтөнләй килмәҫ?» — тиеште. 57 Ә өлкән руханиҙар менән фарисейҙар, Ғайсаның ҡайҙа икәнлеген белеп ҡалған кеше был турала хәбәр итергә тейеш, тигән бойороҡ бирҙе, сөнки уны ҡулға алырға теләйҙәр ине.
12 Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса үҙе терелткән Лазарҙың ауылы Бәйтәнигә килде. 2 Унда Ғайса өсөн киске аш ойошторҙолар. Марта хеҙмәт күрһәтеп йөрөнө, ә Лазар Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табын артында ултыра ине. 3 Мәрйәм 300 грамм тирәһе* хуш еҫле май — бик ҡиммәтле саф нард алып, уны Ғайсаның аяҡтарына ҡойҙо һәм үҙенең сәстәре менән һөрттө. Өйҙөң эсе тотош майҙың хуш еҫе менән тулды. 4 Ләкин шәкерттәрҙең береһе, һуңғараҡ уға хыянат иткән* Йәһүҙә Искариот: 5 «Ниңә был майҙы 300 динарға* һатып, аҡсаһын ярлыларға өләшеп бирмәҫкә ине инде?» — тине. 6 Ләкин быны ул ярлылар хаҡында ҡайғыртҡанға түгел, ә бур булғанға әйтте. Уртаҡ аҡса йәшниге уның ҡулында ине, һәм ул унда һалынған аҡсаны урлай ине. 7 Шунда Ғайса уға былай тине: «Борсома уны, уға мине ерләү көнөнә әҙерләр өсөн был йоланы үтәргә мөмкинлек бир. 8 Ярлылар бит һеҙҙең менән һәр ваҡыт булыр, ә мин һеҙҙең менән гел булмам».
9 Күп йәһүдтәр Ғайсаның ҡайҙа икәнен белеп ҡалып, Ғайсаны ғына түгел, ә ул терелткән Лазарҙы ла күрер өсөн, шунда килделәр. 10 Өлкән руханиҙар иһә Лазарҙы ла үлтерергә һүҙ ҡуйышты, 11 сөнки уның арҡаһында шул ергә килгән күп кенә йәһүдтәр Ғайсаға ышанды.
12 Киләһе көндө байрамға йыйылған күп халыҡ Ғайсаның Йәрүсәлимгә килә ятҡанын ишетте. 13 Улар пальма ботаҡтары алды ла уны ҡаршы алырға сығып: «Ҡотҡар уны, үтенеп һорайбыҙ! Йәһүә исеме хаҡына килеүсе, Исраил батшаһы фатихалы!» — тип ҡысҡыра башланы. 14 Ә Ғайса йәш ишәк табып, уға атланды. Был хаҡта Яҙмаларҙа былай тиелгән: 15 «Сион ҡыҙы, ҡурҡма! Бына, һинең батшаң ишәк балаһына атланып килә». 16 Тәүҙә уның шәкерттәре быны аңламанылар, ләкин Ғайса данланғандан һуң, улар был һүҙҙәрҙең уның хаҡында яҙылған булғанын һәм уны шулай ҡаршы алғандарын иҫтәренә төшөрҙө.
17 Уның Лазарҙы ҡәберҙән саҡырып, үленән терелткәнен күргән кешеләр был хаҡта бер туҡтауһыҙ һөйләнеләр. 18 Күптәр уның ҡылған мөғжизәһе тураһында ишетте, шуға уны ҡаршы алырға сыҡты ла. 19 Ә фарисейҙар үҙ-ара: «Күрәһегеҙме, беҙҙең бер нәмә лә килеп сыҡмай. Бөтә донъя уның артынан бара!» — тиештеләр.
20 Аллаға табыныр өсөн байрамға килгәндәр араһында гректар ҙа бар ине. 21 Улар Ғәлиләйә Бәйтсәйҙәһенән булған Филипҡа килеп, унан: «Әфәнде, беҙҙең Ғайсаны күргебеҙ килә», — тип үтенделәр. 22 Филип барып, был хаҡта Әндрәйгә һөйләне, ә шунан улар икәүләп барып, быны Ғайсаға әйттеләр.
23 Ғайса уларға былай тине: «Әҙәм Улының данланыр ваҡыты етте. 24 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә бойҙай бөртөгө, ергә төшөп үлмәһә, бер бөртөк булып ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер. 25 Кем үҙ ғүмерен* ярата, шул уны һәләк итер, ә кем был донъяла үҙ ғүмерен* нәфрәт итә, шул уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлап ҡалыр. 26 Кем миңә хеҙмәт итергә теләй, шул миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Кем миңә хеҙмәт итә, Атам шуға хөрмәт күрһәтер. 27 Йәнем тынғы тапмай. Нимә тип әйтәйем? Атай, мине был ауыр ваҡыттан* ҡотҡар. Ләкин мин ошо ауыр ваҡыт* өсөн килдем дә. 28 Атай, исемеңде данла». Шунда күктән: «Данланым һәм тағы данлармын», — тигән тауыш яңғыраны.
29 Унда торған кешеләр: «Күк күкрәне», — тиеште. Ә ҡайһы берәүҙәр: «Уның менән фәрештә һөйләште», — тине. 30 Ғайса былай тип әйтте: «Был тауыш минең өсөн түгел, һеҙҙең өсөн яңғыраны. 31 Әле был донъя өҫтөнән суд бара, һәм был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ. 32 Кешеләр мине ер өҫтөнән күтәргәс*, мин үҙемә төрлө-төрлө кешеләрҙе йәлеп итермен». 33 Ошо һүҙҙәр менән Ғайса үҙенең ниндәй үлем менән үләсәген белгертте. 34 Шунда кешеләр уға: «Ҡанунда, Мәсих мәңге йәшәр, тип яҙылған. Ни өсөн һуң һин, Әҙәм Улы ер өҫтөнән күтәрелгән булырға тейеш, тип әйтәһең? Һин әйткән Әҙәм Улы кем ул?» — тинеләр. 35 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Яҡтылыҡ һеҙҙең менән тағы бер аҙ ваҡыт булыр. Яҡтылыҡ әле һеҙҙең менән булған саҡта, һеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫып алмаһын өсөн, яҡтылыҡта йөрөгөҙ. Кем ҡараңғылыҡта йөрөй, шул ҡайҙа барғанын белмәй. 36 Яҡтылыҡ әле һеҙҙең менән булған саҡта, яҡтылыҡ улдары булып китер өсөн, шул яҡтылыҡҡа ышанығыҙ».
Быны әйткәс, Ғайса китеп, уларҙан йәшенде. 37 Ул уларҙың күҙ алдында шул тиклем күп мөғжизә ҡылған булһа ла, улар уға ышанманы. 38 Шулай итеп Ишағыя пәйғәмбәр әйткән ошо һүҙҙәр үтәлде: «Йәһүә, беҙҙән ишеткәнгә кем ышанды? Йәһүә үҙ көсөн* кемгә күрһәтте?» 39 Уларҙың ни өсөн ышана алмағанын күрһәтеп, Ишағыя шулай уҡ былай тигән: 40 «Улар күҙҙәре менән күрмәһен, күңелдәре менән аңламаһын, үҙгәрмәһен һәм мин уларҙы һауыҡтырмаһын өсөн, уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ иттем, йөрәктәрен тупаҫландырҙым». 41 Ишағыя, Мәсихтең данын күргәнгә, был һүҙҙәрҙе уның тураһында әйткән. 42 Шулай ҙа хатта йәһүдтәрҙең күп кенә башлыҡтары ла уға ышанды, ләкин фарисейҙар арҡаһында быны асыҡ белдермәне, сөнки синагоганан ҡыуылыуҙан ҡурҡты. 43 Улар өсөн кешеләрҙең хуплауы Алланың хуплауына ҡарағанда ҡәҙерлерәк ине.
44 Ғайса ҡысҡырып былай тине: «Кем миңә ышана, шул миңә генә түгел, ә мине Ебәреүсегә лә ышана. 45 Кем мине күрә, шул мине Ебәреүсене лә күрә. 46 Миңә ышанған һәр кем ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, мин донъяға яҡтылыҡ булып килдем. 47 Һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы тотмағандарҙы хөкөм итмәйем, сөнки мин донъяға уны хөкөм итергә түгел, ә ҡотҡарырға килдем. 48 Мине кире ҡағып, һүҙҙәремде ҡабул итмәгәндәр өсөн хөкөмсө бар. Уларҙы һуңғы көндә мин әйткән һүҙ хөкөм итер. 49 Мин бит үҙемдән һөйләмәнем. Мине ебәргән Атам миңә нимә һөйләргә һәм нимәгә өйрәтергә икәнен әйтте*. 50 Мин уның әмере мәңгелек тормошто аңлатҡанын беләм. Шуға күрә нимә генә һөйләһәм дә, тап Атам миңә әйткәнсә һөйләйем».
13 Ғайса үҙенең был донъянан китеп, Ата янына барыр ваҡыты еткәнен Ҡотҡарылыу байрамына тиклем үк белә ине. Ғайса был донъялағы шәкерттәрен* яратты һәм уларҙы ахырғаса яратты. 2 Иблис Шимун улы Йәһүҙә Искариоттың күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында 3 Ғайса, Атаның барыһын да үҙенең ҡулына биргәнен һәм үҙенең Алланан килеп, Аллаға барғанын белеп, 4 өҫтәл артынан торҙо ла өҫкө кейемен сисеп, биленә таҫтамал бәйләне. 5 Шунан ул тасҡа һыу һалып алды ла шәкерттәренең аяҡтарын йыуып, билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы. 6 Ул Шимун Петер янына килгәс, тегеһе уға: «Хужам, һин минең аяҡтарымды йыумаҡсы булаһыңмы?» — тине. 7 Ғайса: «Әле һин нимә эшләгәнемде аңламайһың, ләкин аҙағыраҡ аңларһың», — тине. 8 Петер: «Мин бер ҡасан да һинән аяғымды йыуҙырмайым!» — тип ҡаршы төштө. Ғайса уға: «Йыуҙырмаһаң, минең менән була алмаҫһың*», — тип яуап бирҙе. 9 Быға Шимун Петер: «Улайһа, Хужам, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыу», — тине. 10 Ғайса уға: «Йыуынған кешегә аяғынан башҡа бүтән бер ерен дә йыуырға кәрәкмәй, ул тотош таҙа. Һеҙ ҙә таҙа, ләкин бөтәгеҙ ҙә түгел», — тине. 11 Ул үҙенә кемдең хыянат итәсәген белә ине, шуға «бөтәгеҙ ҙә түгел» тине.
12 Шәкерттәренең аяҡтарын йыуып бөткәс, Ғайса өҫкө кейемен кейеп, яңынан урынына барып ултырҙы ла былай тине: «Һеҙгә нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? 13 Һеҙ мине „Остаз“ һәм „Хужа“ тип атайһығыҙ, һәм һеҙ хаҡ, сөнки был ысынлап та шулай. 14 Әгәр мин, һеҙҙең Хужағыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ. 15 Мин һеҙгә нимә эшләнем, һеҙ ҙә шулай эшләһен тип, һеҙгә үрнәк күрһәттем. 16 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡол — хужаһынан, ә ебәрелгән үҙен ебәреүсенән өҫтөн түгел. 17 Хәҙер һеҙ быны беләһегеҙ, һәм шулай эш итһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ. 18 Мин һеҙҙең бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Мин үҙем һайлағандарҙы беләм. Ләкин шулай итеп Яҙмаларҙағы: „Минең менән бергә икмәк ашаған кеше миңә дошман булып китте*“, — тигән һүҙҙәр үтәлергә тейеш. 19 Был һүҙҙәр үтәлгәс, һеҙ уларҙың минең турала яҙылғанына ышанһын өсөн, уларҙы алдан уҡ әйтәм. 20 Бер ҙә шикләнмәгеҙ: кем мин ебәргәнде ҡабул итә, шул мине лә ҡабул итә. Ә кем мине ҡабул итә, шул мине Ебәреүсене лә ҡабул итә».
21 Шулай тигәндән һуң, Ғайса бик ныҡ көйөнөп: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: берегеҙ миңә хыянат итәсәк», — тине. 22 Шәкерттәре, кем тураһында һүҙ барғанын аңламайынса, бер-береһенә ҡарашты. 23 Өҫтәл артында Ғайса янында* уның яратҡан шәкерте ултыра ине. 24 Шимун Петер, ишара яһап, унан: «Кем тураһында әйтә ул?» — тип һораны. 25 Тегеһе башын Ғайсаның күкрәгенә эйеп: «Хужам, кем ул?» — тип һораны. 26 Ғайса: «Мин икмәк һынығын манып кемгә бирәм, шул», — тип яуап ҡайтарҙы һәм икмәк һынығын манып, Шимун Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе. 27 Йәһүҙә икмәкте алғас, уның эсенә Шайтан инде. Ғайса Йәһүҙәгә: «Эшләй башлаған эшеңде тиҙерәк эшлә», — тине. 28 Ләкин өҫтәл артында ултырғандарҙың береһе лә уның быны ни өсөн әйткәнен аңламаны. 29 Йәһүҙә уртаҡ аҡса йәшниген йөрөткәнгә күрә, ҡайһы берәүҙәр, Ғайса уға байрам өсөн кәрәкле нәмәләр һатып алырға йәки ярлыларға нимә лә булһа бирергә ҡушҡан, тип уйланылар. 30 Икмәк һынығын алыу менән, Йәһүҙә сығып китте. Төн ине.
31 Йәһүҙә киткәс, Ғайса былай тине: «Хәҙер Әҙәм Улы данланасаҡ, һәм уның аша Алла данланасаҡ. 32 Алла үҙе уны данлаясаҡ, һәм быны кисектермәйенсә эшләйәсәк. 33 Дуҫтарым*, мин инде һеҙҙең менән оҙаҡ булмам. Һеҙ мине эҙләрһегеҙ, ләкин йәһүдтәргә әйткәнемсә, хәҙер һеҙгә лә әйтәм: „Мин барған ергә һеҙ килә алмайһығыҙ“. 34 Мин һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай яратығыҙ. 35 Әгәр бер-берегеҙҙе яратһағыҙ, барыһы ла һеҙҙең минең шәкерттәрем икәнегеҙҙе белер».
36 Шимун Петер унан: «Хужам, һин ҡайҙа бараһың?» — тип һораны. «Мин барған ергә һин минең артымдан әле бара алмайһың, ләкин аҙаҡ барырһың», — тип яуап бирҙе Ғайса. 37 Петер уға: «Хужам, ни өсөн мин һинең артыңдан әле бара алмайым? Мин һинең өсөн үлергә лә әҙер», — тине. 38 Ғайса: «Минең өсөн үлергә әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: әтәс ҡысҡырып та өлгөрмәҫ, һин минән өс тапҡыр ваз кисерһең», — тип яуап бирҙе.
14 «Күңелдәрегеҙ хафаланмаһын. Аллаға ышанығыҙ һәм миңә ышанығыҙ. 2 Атамдың йортонда йәшәр урындар* күп. Шулай булмаһа, һеҙгә әйтер инем, сөнки мин һеҙгә йәшәргә урын әҙерләргә барам. 3 Ә мин барып, һеҙгә урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә мин булған ерҙә булһын өсөн, кире килеп, һеҙҙе үҙемә алырмын. 4 Һеҙ мин барған ергә юлды беләһегеҙ».
5 Тамас Ғайсаға: «Хужам, беҙ һинең ҡайҙа барғаныңды белмәйбеҙ. Унда барыр юлды ҡайҙан беләйек?» — тине.
6 Ғайса: «Мин — юл, хәҡиҡәт һәм тормош, — тине. — Атаға минең аша ғына килеп була. 7 Әгәр һеҙ мине беләһегеҙ икән, Атамды ла беләһегеҙ. Хәҙер һеҙ уны беләһегеҙ һәм уны күрҙегеҙ инде».
8 «Хужам, беҙгә Атаны күрһәт, беҙгә шул етер», — тине Филип уға.
9 Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: «Мин инде шул тиклем күп ваҡыт һеҙҙең менән, Филип, ә һин һаман да мине белмәйһеңме? Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Ни өсөн һуң һин, беҙгә Атаны күрһәт, тиһең? 10 Әллә һин минең Ата менән берҙәмлектә һәм Атаның минең менән берҙәмлектә икәненә ышанмайһыңмы? Мин һеҙгә әйткәндәрҙе үҙемдән сығып әйтмәйем, ә минең менән берҙәмлектә булған Ата минең аша үҙенең ихтыярын үтәй. 11 Мин Ата менән берҙәмлектә һәм Ата минең менән берҙәмлектә, тип әйткәнемә ышанығыҙ. Әгәр әйткәнемә ышанмаһағыҙ, уның ихтыяры буйынса ҡылған эштәремә ышанығыҙ. 12 Шикләнмәгеҙ, миңә инанған кеше мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки мин Атаға барам. 13 Минең исемемдән нимә генә һораһағыҙ ҙа, мин быны эшләрмен. Шунда Ата үҙенең Улы аша данланыр. 14 Минең исемемдән берәй нәмә һораһағыҙ, мин быны эшләрмен.
15 Әгәр мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ. 16 Мин Атанан һорармын, һәм ул һеҙҙең менән мәңге буласаҡ бүтән ярҙамсыны* — 17 хәҡиҡәт рухын бирер. Донъя уны ала алмай, сөнки уны күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Һеҙ иһә уны беләһегеҙ, сөнки ул һеҙҙең менән һәм һеҙҙә. 18 Мин һеҙҙе йәтим ҡалдырмам, мотлаҡ һеҙгә килермен. 19 Тағы бер аҙ ваҡыт үтер, һәм донъя мине бүтән күрмәҫ, ә һеҙ мине күрерһегеҙ, сөнки мин йәшәйем һәм һеҙ ҙә йәшәрһегеҙ. 20 Шул көндө минең — Атам менән, үҙегеҙҙең — минең менән һәм минең һеҙҙең менән берҙәмлектә икәнемде белерһегеҙ. 21 Кем әмерҙәремде танып, уларҙы үтәй, шул мине ярата. Ә кем мине ярата, шуны Атам яратыр, мин дә уны яратырмын һәм уға асылырмын».
22 Шунда Йәһүҙә (Искариот түгел) уға: «Хужам, ни өсөн һин донъяға түгел, ә беҙгә асылырға йыйынаһың?» — тине.
23 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Кем мине ярата, шул минең һүҙҙәремде тотор, һәм Атам уны яратыр. Беҙ Ата менән уға килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ*. 24 Кем мине яратмай, шул минең һүҙҙәремде тотмай. Һеҙ ишеткән һүҙҙәр минеке түгел, ә мине ебәреүсе Атаныҡы.
25 Мин һеҙгә быларҙың барыһын әле һеҙҙең менән булған сағымда һөйләйем. 26 Ата минең исемем хаҡына ебәрәсәк ярҙамсы, изге рух, һеҙҙе барыһына өйрәтер һәм мин һеҙгә һөйләгәндәрҙең барыһын иҫегеҙгә төшөрөр. 27 Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам, үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм. Мин һеҙгә биргән тыныслыҡ был донъя биргән тыныслыҡтан айырылып тора. Күңелегеҙҙе хәүеф биләп алмаһын, ҡурҡмағыҙ. 28 „Мин китәм һәм һеҙгә кире килермен“ тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр мине яратһағыҙ, Атам янына барыуыма ҡыуанырһығыҙ, сөнки Атам минән бөйөгөрәк. 29 Был тормошҡа ашҡас, һеҙ минең һүҙҙәремә ышанһын өсөн, мин был турала һеҙгә алдан әйттем. 30 Инде һеҙҙең менән оҙаҡ һөйләшмәм, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ. 31 Ләкин донъя Атаны яратҡанымды белергә тейеш, шуға күрә мин Атам ҡушҡанса эш итәм. Тороғоҙ, китәйек бынан.
15 Мин — ысын йөҙөм ағасы, ә Атам — йөҙөм үҫтереүсе. 2 Миндәге емеш бирмәгән һәр ботаҡты ул ҡырҡып ташлай, ә емеш биргән ботаҡты, тағы ла күберәк емеш бирһен өсөн, таҙарта. 3 Мин һеҙгә һөйләгән һүҙ аша һеҙ инде таҙарындығыҙ. 4 Минең менән берҙәмлектә булығыҙ, мин дә һеҙҙең менән берҙәмлектә булырмын. Ботаҡ, ағаста ҡалмаһа, емеш бирә алмай. Шуның кеүек, һеҙ ҙә, минең менән берҙәмлектә булмаһағыҙ, емеш бирә алмаҫһығыҙ. 5 Мин — ағас, һеҙ — ботаҡтар. Кем минең менән берҙәмлектә һәм мин кем менән берҙәмлектә, шул күп емеш бирә. Һеҙ минһеҙ бер ни эшләй алмайһығыҙ. 6 Кем минең менән берҙәмлектә ҡалмай, шул ҡырҡып ташланған һәм ҡороған ботаҡҡа оҡшаш. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлайҙар, һәм улар янып бөтә. 7 Минең менән берҙәмлектә ҡалып, һүҙҙәремде үтәйһегеҙ икән, теләгәнегеҙҙе һорағыҙ, һәм һеҙгә бирелер. 8 Һеҙ күп емеш биреп, минең шәкерттәрем булғанығыҙҙы иҫбатлағанда, был Атама дан килтерә. 9 Атам мине нисек яратһа, мин дә һеҙҙе шулай яратам. Минең һөйөүемдә ҡалығыҙ. 10 Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, уның һөйөүендә ҡалған кеүек, һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, минең һөйөүемдә ҡалырһығыҙ.
11 Мин һеҙгә быларҙы шатлығым һеҙҙә булһын һәм шатлығығыҙ тулы булһын тип һөйләйем. 12 Әмерем шул: мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай яратығыҙ. 13 Дуҫтары өсөн үҙ ғүмерен* биргән кешенең яратыуынан да ҙурыраҡ яратыу юҡ. 14 Ҡушҡандарымды үтәһәгеҙ, һеҙ — минең дуҫтарым. 15 Мин инде һеҙҙе ҡолдар тип атамайым, сөнки ҡол хужаһының ни эшләгәнен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтар тип атайым, сөнки Атамдан ишеткәндәрҙең барыһын һеҙгә астым. 16 Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә мин һеҙҙе һайлап алдым. Мин һеҙгә артабан да күп емеш — мәңгелеккә ҡаласаҡ емеш бирергә ҡуштым. Шунда минең исемемдән нимә генә һораһағыҙ ҙа, Атам һеҙгә барыһын да бирер.
17 Мин быларҙы һеҙ бер-берегеҙҙе яратһын өсөн ҡушам. 18 Донъя һеҙҙе нәфрәт итә икән, белегеҙ: тәүҙә ул мине нәфрәт итте. 19 Һеҙ был донъянан булһағыҙ, донъя һеҙҙе үҙенеке кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, мин һеҙҙе һайлап алып, унан айырҙым, шуға күрә лә донъя һеҙҙе нәфрәт итә. 20 Әйткән һүҙемде иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡол хужаһынан ҙурыраҡ түгел. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотҡандар икән, һеҙҙекен дә тоторҙар. 21 Әммә кешеләр минең исемем арҡаһында һеҙҙең менән шулай мөғәмәлә итер, сөнки мине Ебәреүсене белмәйҙәр. 22 Мин килеп, уларға бер ни һөйләмәгән булһам, улар гонаһта ғәйепле булмаҫ ине. Әммә хәҙер уларҙың гонаһын аҡлап булмай. 23 Кем мине нәфрәт итә, шул Атамды ла нәфрәт итә. 24 Мин уларҙың күҙ алдында бүтән бер кем дә эшләмәгән эштәрҙе эшләмәгән булһам, улар гонаһта ғәйепле булмаҫ ине. Ләкин улар, мине күрһәләр ҙә, барыбер мине лә, Атамды ла нәфрәт иттеләр. 25 Әммә уларҙың Ҡанунында „улар мине бер сәбәпһеҙ нәфрәт итте“ тип яҙылған һүҙҙәр үтәлһен өсөн шулай булды. 26 Мин Атанан һеҙгә ярҙамсы* — хәҡиҡәт рухын ебәрәсәкмен. Ул, Атанан килгәс, минең турала шаһитлыҡ ҡылыр. 27 Һеҙ ҙә минең турала шаһитлыҡ бирерһегеҙ, сөнки баштан уҡ минең менән булдығыҙ.
16 Мин быны һеҙ иманығыҙҙы юғалтмаһын* өсөн әйтәм. 2 Һеҙҙе синагоганан ҡыуырҙар, һәм шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтереүселәр, шулай итеп Аллаға хеҙмәт итәбеҙ, тип уйларҙар. 3 Улар Атаны ла, мине лә белмәгәнгә шулай эшләр. 4 Мин быны, шул ваҡыт еткәс, һеҙ минең был хаҡта һөйләгәнемде иҫкә төшөрһөн өсөн әйтәм.
Башта был хаҡта һөйләмәгәйнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем. 5 Хәҙер мин үҙемде Ебәреүсе янына китәм, ләкин берегеҙ ҙә: „Ҡайҙа бараһың?“ — тип һорамай. 6 Һүҙҙәрем һеҙҙе ҡайғыға һалды. 7 Әммә ысын әйтәм: мин һеҙҙең файҙағыҙ өсөн китәм. Сөнки китмәһәм, ярҙамсы* һеҙгә килмәҫ, ә китһәм, уны һеҙгә ебәрәм. 8 Килгәс, ул донъяға гонаһтың, тәҡүәлектең һәм Алла хөкөмөнөң нимә икәнен асыҡ күрһәтер. 9 Тәүҙә гонаһтың нимә икәнен күрһәтер, сөнки кешеләр миңә ышанмай. 10 Шунан тәҡүәлектең нимә икәнен күрһәтер, сөнки мин Атама барам һәм һеҙ мине бүтән күрмәҫһегеҙ. 11 Ә шунан Алла хөкөмөнөң нимә икәнен асыҡ күрһәтер, сөнки был донъяның хакимы инде хөкөм ителгән.
12 Һеҙгә әйтәһе һүҙем күп әле, әммә һеҙ уларға хәҙер төшөнә алмаҫһығыҙ. 13 Ә ярҙамсы — хәҡиҡәт рухы, килгәс, һеҙгә хәҡиҡәтте тулыһынса аңларға ярҙам итеп, һеҙҙе етәкләп барыр, сөнки ул үҙенән сығып һөйләмәҫ. Ул ишеткәнен һөйләр һәм һеҙгә нимә булырын иғлан итер. 14 Ул мине данлар, сөнки һеҙгә минән алғанды еткерер. 15 Атамда булған бөтә нәмә — минеке, шуға күрә лә, һеҙгә минән алғанды еткерер, тинем. 16 Бер аҙҙан һеҙ мине инде күрмәҫһегеҙ, ә шунан тағы бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ».
17 Шунда ҡайһы бер шәкерттәр былай тиеште: «„Бер аҙҙан һеҙ мине инде күрмәҫһегеҙ, ә шунан тағы бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ“ һәм „Мин Атама барам“ тигән һүҙҙәре нимә аңлата икән?» 18 Улар: «„Бер аҙҙан“ тигәне нимә аңлата? Уның нимә тураһында һөйләгәнен аңламайбыҙ», — тип аптыраны. 19 Ғайса, уларҙың был хаҡта һорарға теләгәнен белеп, былай тине: «Һеҙ бер-берегеҙҙән минең: „Бер аҙҙан һеҙ мине инде күрмәҫһегеҙ, ә шунан тағы бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ“ тигән һүҙҙәрем тураһында һорашаһығыҙмы? 20 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ үкереп иларһығыҙ һәм көйөнөрһөгөҙ, ә донъя ҡыуаныр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, ләкин ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер. 21 Ҡатын бала тапҡанда яфа сигә. Ләкин балаһын тапҡас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан үҙенең кисергән ғазаптарын онота. 22 Шуның кеүек, һеҙ ҙә әле ҡайғыраһығыҙ, әммә мин һеҙҙе ҡабат күргәс, шатланырһығыҙ, һәм бер кем дә шатлығығыҙҙы тартып алмаҫ. 23 Ул көндө һеҙ минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Шикләнмәгеҙ, Атанан минең исемемдән нимә генә һораһағыҙ ҙа, ул һеҙгә бирер. 24 Быға тиклем һеҙҙең әле минең исемемдән бер нәмә лә һорағанығыҙ булманы. Күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулһын өсөн, һорағыҙ һәм алырһығыҙ.
25 Мин һеҙгә быларҙы сағыштырыуҙар ҡулланып һөйләйем. Ләкин шундай ваҡыт етеп килә: мин инде һеҙгә сағыштырыуҙар килтермәм, ә Атам тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләрмен. 26 Ул көндә һеҙ Атамдан минең исемемдән һорарһығыҙ. Һеҙҙең өсөн һорармын тип әйтмәйем. 27 Атам бит үҙе һеҙҙе ярата, сөнки һеҙ мине яратаһығыҙ һәм минең Алланан килгәнемә ышанаһығыҙ. 28 Мин донъяға Атамдан килдем. Хәҙер иһә донъяны ҡалдырып, Атам янына китәм».
29 Шәкерттәре: «Бына хәҙер һин сағыштырыуҙар килтермәйенсә, асыҡтан-асыҡ һөйләйһең, — тинеләр. — 30 Хәҙер беҙ һинең барыһын да белгәнеңде һәм, кеше һиңә һорау биргәнгә тиклем үк, уның нимә тураһында уйлағанын белгәнеңде күрәбеҙ. Шуға күрә беҙ һинең Алланан килгәнеңә ышанабыҙ». 31 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: «Хәҙер ышанаһығыҙмы? 32 Шундай ваҡыт яҡынлашып килә һәм килеп етте инде: һеҙ бөтәгеҙ ҙә өйҙәрегеҙгә таралышып, мине яңғыҙ ҡалдырырһығыҙ. Ләкин мин яңғыҙ түгел, сөнки Атам минең менән. 33 Мин быны һеҙҙә минең арҡала тыныслыҡ булһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ! Мин донъяны еңдем».
17 Быларҙы әйткәндән һуң Ғайса, күҙҙәрен күккә күтәреп, былай тине: «Атай, ваҡыт етте. Улың һине данлаһын өсөн, улыңды данла. 2 Данла уны, сөнки һин уға ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бүләк итһен өсөн, уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән инде хакимлыҡ бирҙең. 3 Мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, һинең турала — берҙән-бер хаҡ Алла тураһында һәм һин ебәргән Ғайса Мәсих тураһында белем алырға* кәрәк. 4 Һин ҡушҡан эште башҡарып сығып, мин һине ерҙә данланым. 5 Хәҙер ҙә, Атай, мине данла: миңә һинең яныңда булырға һәм донъя яратылғанға тиклем һинең эргәңдә булған саҡтағы даныма эйә булырға рөхсәт ит.
6 Һин донъянан алып, миңә биргән кешеләргә һинең исемеңде астым*. Улар һинеке ине, һин уларҙы миңә бирҙең, һәм улар һинең һүҙеңде үтәй. 7 Хәҙер улар һин миңә биргән бөтә нәмә һинән икәнен белә, 8 сөнки миңә әйткән һүҙҙәреңде уларға еткерҙем, һәм улар был һүҙҙәрҙе ҡабул иттеләр. Улар минең һинән килгәнемә инанды һәм мине һин ебәргәнгә ышанды. 9 Мин улар өсөн һорайым. Мин донъя өсөн түгел, ә һин миңә биргән кешеләр өсөн һорайым, сөнки улар һинеке, 10 һәм минең бөтә нәмәм — һинеке, ә һинең бөтә нәмәң — минеке. Мин улар араһында данландым.
11 Улар донъяла, ә мин инде донъяла түгел, сөнки һиңә барам. Изге Атайым, беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһын өсөн*, һин миңә биргән исемең хаҡына уларҙы һаҡла. 12 Мин улар менән булған сағымда һин миңә биргән исемең хаҡына уларҙы һаҡланым. Мин уларҙы яҡланым һәм, Яҙмаларҙа әйтелгәндәр үтәлһен өсөн, һәләкәт улынан башҡа уларҙың береһе лә һәләк булманы. 13 Ләкин хәҙер мин һиңә барам, һәм улар мин кисергән шатлыҡты тулыһынса кисерһен өсөн, мин әле донъяла саҡта быларҙы әйтәм. 14 Мин уларға һинең һүҙеңде еткерҙем, һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел.
15 Мин һинән уларҙы донъянан алыуыңды түгел, ә Иблистән* һаҡлауыңды үтенәм. 16 Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. 17 Уларҙы хәҡиҡәт менән изге ит*. Һинең һүҙең — хәҡиҡәт. 18 Һин мине донъяға ебәргән кеүек, мин дә уларҙы донъяға ебәрҙем. 19 Улар ҙа хәҡиҡәт ярҙамында изге ителһен өсөн, улар хаҡына изге булып ҡалам.
20 Улар өсөн генә түгел, ә уларҙың һүҙе аша миңә ышанасаҡ кешеләр өсөн дә һорайым. 21 Донъя мине һин ебәргәнгә ышанһын өсөн, һин, Атай, минең менән берҙәмлектә, ә мин һинең менән берҙәмлектә булған кеүек, улар ҙа бер булһын һәм беҙҙең менән берҙәмлектә булһын. 22 Беҙҙең кеүек үк, улар ҙа бер булһын өсөн, уларға һинән алған данды бирҙем. 23 Улар камил берҙәмлек һаҡлаһын өсөн һәм донъя мине һин ебәргәнеңде һәм уларҙы мине яратҡан кеүек яратҡаныңды белһен өсөн, мин улар менән берҙәмлектә, ә һин минең менән берҙәмлектә. 24 Атай, һин миңә биргән кешеләрҙең мин буласаҡ ерҙә булып, һин миңә биргән данды күреүҙәрен теләйем, сөнки һин мине донъяға нигеҙ һалынғанға* тиклем үк ярата инең. 25 Ғәҙел* Атайым, донъя һине белмәй, ә мин беләм, һәм улар һинең мине ебәргәнеңде беләләр. 26 Улар башҡаларҙы һин мине яратҡан кеүек яратһын өсөн һәм улар менән берҙәмлектә булыуым өсөн, мин уларға һинең исемеңде астым һәм артабан да асырмын».
18 Быны әйткәс, Ғайса шәкерттәре менән Ҡидрун үҙәненең* икенсе яғындағы баҡсаға китте. 2 Ғайсаға хыянат итергә йыйынған Йәһүҙә лә был урынды белә ине, сөнки Ғайса йыш ҡына шәкерттәре менән шунда осраша ине. 3 Йәһүҙә шул урынға римдарҙың ғәскәри төркөмөн, шулай уҡ өлкән руханиҙар менән фарисейҙар ебәргән һаҡсыларҙы килтерҙе. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны. 4 Ғайса, үҙен нимәләр көткәнен белеп, алға сыҡты ла уларҙан: «Һеҙ кемде эҙләйһегеҙ?» — тип һораны. 5 Улар: «Назаралы Ғайсаны», — тип яуап бирҙеләр. «Был мин», — тине Ғайса. Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән тора ине.
6 Ғайса «был мин» тигәс, улар артҡа сигенеп, ергә йығылды. 7 Ғайса ҡабат: «Һеҙ кемде эҙләйһегеҙ?» — тип һораны. «Назаралы Ғайсаны», — тине улар. 8 «Мин һеҙгә, был мин, тинем бит. Әгәр һеҙгә мин кәрәк икән, был кешеләрҙе ебәрегеҙ», — тип яуап бирҙе Ғайса. 9 Ул быны үҙенең «һин миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым» тигән һүҙҙәре үтәлһен өсөн әйтте.
10 Шунда Шимун Петер ҡылысын сығарҙы ла баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙҙө. (Хеҙмәтсенең исеме Мәлик ине.) 11 Ләкин Ғайса Петергә: «Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй. Мин Атам биргән касанан эсергә тейеш түгелме ни?» — тине.
12 Шунда рим ғәскәриҙәре, уларҙың башлығы һәм йәһүд һаҡсылары Ғайсаны тотоп алып бәйләнеләр. 13 Тәүҙә улар уны Ханнан янына алып барҙылар. Ханнан шул йылда баш рухани булған Ҡаяфастың ҡайныһы ине. 14 Йәһүдтәргә: «Бер кешенең халыҡ хаҡына үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк», — тип әйткән кеше ана шул Ҡаяфас ине.
15 Ғайса артынан Шимун Петер һәм тағы бер шәкерт эйәрҙе. Был шәкерт баш руханиҙың танышы ине. Ул Ғайса менән бергә баш руханиҙың ишек алдына керҙе, 16 ә Петер урамда, ҡапҡа янында тороп ҡалды. Шунан баш рухани менән таныш булған шул шәкерт сыҡты ла ҡапҡа һаҡлаусы ҡыҙ менән һөйләшеп, Петерҙе эскә индерҙе. 17 Ҡапҡа һаҡлаусы хеҙмәтсе ҡыҙ Петерҙән: «Һин дә ул кешенең шәкерте түгелме?» — тип һораны. «Юҡ», — тип яуап бирҙе Петер. 18 Һыуыҡ ине, шуға хеҙмәтселәр һәм һаҡсылар усаҡ яғып, уның тирәләй йылынып тора ине. Петер ҙә улар менән бергә йылынып торҙо.
19 Өлкән рухани Ғайсанан шәкерттәре һәм тәғлимәттәре тураһында һорашты. 20 Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: «Мин донъяға асыҡтан-асыҡ вәғәзләнем, һәр ваҡыт бөтә йәһүдтәр йыйылған синагогаларҙа һәм ғибәҙәтханала өйрәттем, бер нәмәне лә йәшереп һөйләмәнем. 21 Нишләп һин минән һорайһың? Минең һүҙҙәремде ишеткәндәрҙән һора. Улар минең нимә һөйләгәнемде беләләр». 22 Шунда Ғайсаның янында торған һаҡсыларҙың береһе уның яңағына һуғып: «Өлкән руханиға һин шулай яуап бирәһеңме?» — тине. 23 Ғайса уға: «Нимәнелер дөрөҫ әйтмәйем икән, нимәне икәнен әйт, ә дөрөҫ әйтәм икән, нишләп миңә һуғаһың?» — тине. 24 Шунан һуң Ханнан Ғайсаны бәйләнгән килеш баш рухани Ҡаяфасҡа ебәрҙе.
25 Шимун Петер усаҡ янында йылынып торғанда, унан: «Һин уның шәкерте түгелме?» — тип һоранылар. Ул: «Юҡ», — тип яуап бирҙе. 26 Баш рухани хеҙмәтселәренең береһе, Петер ҡолағын сабып өҙгән кешенең туғаны: «Уның менән бергә баҡсала һине күрҙем түгелме һуң?» — тине. 27 Әммә Петер йәнә быны кире ҡаҡты. Тап шул мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
28 Ҡаяфастан Ғайсаны хаким һарайына алып киттеләр. Был иртән-иртүк булды. Ләкин уны килтергән кешеләр, нәжесләнмәҫ өсөн, һарайға инмәнеләр, сөнки инһәләр, Ҡотҡарылыу байрамы ашын ашай алмаҫтар ине. 29 Шуға Пилат улар янына үҙе сығып: «Был кешене нимәлә ғәйепләйһегеҙ?» — тип һораны. 30 «Әгәр ул енәйәтсе булмаһа, беҙ уны һиңә килтермәҫ инек», — тип яуап бирҙе улар. 31 Ләкин Пилат: «Уны алып китеп, үҙегеҙҙең ҡанунығыҙ буйынса хөкөм итегеҙ», — тине. Йәһүдтәр: «Беҙҙең бер кемде лә үлтерергә хоҡуғыбыҙ юҡ», — тип яуап бирҙеләр. 32 Шулай итеп Ғайсаның үҙенең ниндәй үлем менән үләсәген белгертер өсөн әйткән һүҙҙәре тормошҡа ашты.
33 Пилат яңынан һарайға кереп, Ғайсаны саҡыртты ла унан: «Һин йәһүдтәр батшаһымы?» — тип һораны. 34 «Һин быны ысынлап та белгең килгәнгә һорайһыңмы, әллә башҡаларҙан минең турала ишеткәнгәме?» — тип яуап бирҙе Ғайса. 35 Пилат: «Мин евреймы ни? Һине миңә үҙ халҡың һәм өлкән руханиҙар килтерҙе. Һин нимә эшләнең?» — тине. 36 Ғайса былай тип яуапланы: «Минең Батшалығым был донъяның батшалыҡтары кеүек түгел*. Әгәр Батшалығым шундай булһа, хеҙмәтселәрем мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн көрәшерҙәр ине. Ләкин юҡ, минең Батшалығым был донъяның батшалыҡтары кеүек түгел». 37 Пилат унан: «Тимәк, һин батша, шулаймы?» — тип һораны. «Һин үҙең мине батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ бирер өсөн тыуҙым һәм шуның өсөн донъяға килдем. Хәҡиҡәт яҡлы булған һәр кем минең һүҙҙәремә ҡолаҡ һала», — тип яуап бирҙе Ғайса. 38 Пилат уға: «Нимә ул хәҡиҡәт?» — тине.
Шунан һуң Пилат ҡабат йәһүдтәр янына сығып, уларға: «Мин был кешелә бер ғәйеп тә күрмәйем, — тине. — 39 Өҫтәүенә, һеҙҙең йолағыҙ буйынса, Ҡотҡарылыу байрамы уңайынан мин һеҙгә бер кешене азат итергә тейеш. Һеҙгә йәһүдтәр батшаһын азат итәйемме?» 40 Шунда улар: «Уны түгел, Барабты!» — тип ҡысҡырҙылар. Бараб иһә юлбаҫар ине.
19 Шунан һуң Пилат Ғайсаны ҡамсыларға ҡушты. 2 Ә ғәскәриҙәр сәнскәктән таж үреп, Ғайсаның башына һалдылар, уға ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге* ябынса* кейҙерҙеләр. 3 Улар уның янына килеп: «Йәшәһен йәһүдтәр батшаһы!» — тиә-тиә, яңаҡтарына һуҡтылар. 4 Пилат тағы сығып, халыҡҡа: «Ҡарағыҙ! Мин уны ғәйепләрлек бер сәбәп тә тапмайым. Һеҙ быны белһен тип, уны алдығыҙға сығарам», — тине. 5 Шунда башына сәнскеле таж, өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл ябынса кейҙерелгән Ғайса сығып баҫты. Пилат халыҡҡа: «Бына ул кеше!» — тине. 6 Ләкин өлкән руханиҙар һәм һаҡсылар, Ғайсаны күргәс: «Уны бағанаға ҡаҙаҡла! Бағанаға!» — тип ҡысҡыра башланылар. Пилат уларға: «Уны алып китеп, үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин уның бер ғәйебен дә күрмәйем», — тине. 7 Йәһүдтәр уға: «Беҙҙең ҡануныбыҙ бар, һәм ҡанун буйынса ул үлергә тейеш, сөнки үҙен Алла улы тип атаны», — тип яуап бирҙеләр.
8 Быны ишеткәс, Пилат тағы ла нығыраҡ ҡурҡты. 9 Ул йәнә һарайға кереп, Ғайсанан: «Һин ҡайҙан килдең?» — тип һораны. Әммә Ғайса уға яуап бирмәне. 10 Шунда Пилат уға: «Минең менән һөйләшергә теләмәйһеңме? Һине азат итергә лә, бағанаға ҡаҙаҡлатырға ла хакимлығым барлығын белмәйһеңме әллә?» — тине. 11 «Әгәр һиңә юғарынан бирелмәгән булһа, минең өҫтөмдән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шуға мине һинең ҡулыңа тапшырған кешенең гонаһы ҙурыраҡ», — тине уға Ғайса.
12 Пилат тағы Ғайсаны азат итеү әмәлен табырға тырышты. Ләкин йәһүдтәр: «Уны азат итһәң, ҡайсарға* дуҫ түгелһең. Үҙен батша тип иғлан иткән һәр кем ҡайсарға ҡаршы сыға*», — тип ҡысҡырҙылар. 13 Быны ишеткәс, Пилат Ғайсаны алып сыҡты ла Таш майҙансыҡ (еврейса «Ғабата») тип аталған ерҙә урынлашҡан хөкөм итеү урынына ултырҙы. 14 Ҡотҡарылыу байрамына әҙерләнеү көнө, төш тирәһе* ине. Пилат йәһүдтәргә: «Бына батшағыҙ!» — тине. 15 Ләкин улар: «Үлтер уны! Үлтер! Бағанаға ҡаҙаҡла!» — тип ҡысҡырҙылар. Ул: «Батшағыҙҙы ҡаҙаҡларғамы?» — тине. Өлкән руханиҙар: «Беҙҙең ҡайсарҙан* башҡа батшабыҙ юҡ», — тип яуапланы. 16 Шунда Пилат Ғайсаны, бағанаға ҡаҙаҡлаһындар өсөн, уларға тапшырҙы.
Уны алып киттеләр. 17 Ғайса үҙенең яфаланыу бағанаһын Баш һөйәге (еврейса «Голго́фа») тип аталған урынға тиклем күтәреп барҙы. 18 Унда уны бағанаға ҡаҙаҡланылар. Уның эргәһендә, ике яғынан, тағы ике кеше бағаналарға ҡаҙаҡланған ине, ә Ғайса уртала ине. 19 Пилат ҡушҡанса, «Назаралы Ғайса, йәһүдтәр батшаһы» тигән яҙыу яҙып, бағанаға ҡағып ҡуйҙылар. 20 Ул яҙыуҙы күп еврейҙар уҡыны, сөнки Ғайса ҡаҙаҡланған ер ҡаланан йыраҡ түгел ине, ә яҙыу еврей, латин һәм грек телдәрендә ине. 21 Йәһүдтәрҙең өлкән руханиҙары Пилатҡа: «„Йәһүдтәр батшаһы“ тип яҙма. Ул үҙе әйткәнсә, „Мин — йәһүдтәр батшаһы“ тип яҙ», — тинеләр. 22 Ләкин Пилат: «Нимә яҙҙым, шуны яҙҙым инде», — тип яуап бирҙе.
23 Ә ғәскәриҙәр, Ғайсаны бағанаға ҡаҙаҡлағас, уның өҫ кейемен алып, дүрткә бүлделәр, һәр береһенә берәр өлөш тейҙе. Шулай уҡ уның эске кейемен алдылар, ләкин ул йөйһөҙ, бер бөтөн туҡыманан ине. 24 Шуға күрә улар бер-береһенә: «Быны йыртмайыҡ, ә кемгә эләгерен хәл итер өсөн, йәрәбә һалайыҡ», — тинеләр. Шулай итеп Яҙмаларҙағы: «Үҙ-ара кейемемде бүлештеләр һәм эс кейемем өсөн йәрәбә һалдылар», — тигән һүҙҙәр үтәлде. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне лә.
25 Ғайса ҡаҙаҡланған бағана янында уның әсәһе һәм әсәһенең һеңлеһе, шулай уҡ Клүпәстең ҡатыны Мәрйәм һәм Мағдалалы Мәрйәм торалар ине. 26 Ғайса әсәһен һәм уның эргәһендә торған яратҡан шәкертен күреп: «Әсәй, хәҙер ул һинең улың!» — тине. 27 Шунан шәкертенә: «Хәҙер ул һинең әсәйең!» — тине. Шул ваҡыттан шәкерт уны үҙенең өйөнә алды.
28 Шунан һуң, инде барыһының да тормошҡа ашҡанын белеп, Ғайса: «Һыуһаным», — тине һәм шулай итеп Яҙмаларҙағы һүҙҙәрҙе үтәне. 29 Шул урында әсе шарап тултырылған һауыт тора ине. Яҡын тирәләге кешеләр иссоп* сыбығына әсе шарап һеңдерелгән губканы кейҙереп, уның ауыҙына терәнеләр. 30 Ғайса, әсе шарапты татып ҡарағас: «Тормошҡа ашты!» — тине лә башын эйеп, үлде.
31 Был Шәмбегә әҙерләнеү көнө* ине, шуға йәһүдтәр шәмбе көндө (ә ул бөйөк шәмбе ине) кәүҙәләрҙе бағаналарҙа ҡалдырырға теләмәне. Шуға улар Пилаттан бағаналарға ҡаҙаҡланғандарҙың аяҡтарын һындырып, кәүҙәләрен алып ҡуйыуын һораны. 32 Шунда ғәскәриҙәр килеп, Ғайса янында ҡаҙаҡланғандарҙың тәүҙә береһенең, шунан икенсеһенең аяҡтарын һуғып һындырҙы. 33 Ғайса янына килгәс, уның инде үлгәнен күреп, аяҡтарын һындырмаҫҡа булдылар. 34 Ғәскәриҙәрҙең береһе һөңгө менән Ғайсаның ҡабырғаһына сәнсте, унан шунда уҡ ҡан менән һыу ағып сыҡты. 35 Был турала быны күргән кеше шаһитлыҡ ҡыла, уның шаһитлығы хаҡ. Ул һөйләгәндәренең хаҡ икәнен белә, һәм ул быларҙы һеҙ ҙә ышанһын өсөн һөйләй. 36 Был хәлдәр Яҙмаларҙағы: «Уның бер һөйәге лә һындырылмаҫ», — тип яҙылған һүҙҙәр үтәлһен өсөн булды. 37 Ә Яҙмаларҙың башҡа урынында: «Улар үҙҙәре сәнскән кешегә ҡарап торор», — тип әйтелә.
38 Шунан һуң сығышы менән Ариматайҙан булған Йософ Пилаттан Ғайсаның кәүҙәһен алып китергә рөхсәт һораны. Ул Ғайсаның шәкерте ине, әммә йәһүдтәрҙән ҡурҡҡанға, быны йәшереп йөрөй ине. Пилат рөхсәт иткәс, ул кәүҙәне барып алды. 39 Шулай уҡ бер ваҡыт Ғайсаға төндә килгән Ниҡәдим дә килде. Ул 30 килограмм тирәһе* мирра менән алоэ ҡатышмаһы* килтерҙе. 40 Улар Ғайсаның кәүҙәһен алып, йәһүдтәрҙең ерләү йолаһы буйынса, уны хуш еҫле үләндәр менән бергә етен кәфенгә уранылар. 41 Ғайса бағанаға ҡаҙаҡланған урын эргәһендә — бер баҡса, ә баҡсала бығаса бер кем дә һалынмаған яңы ҡәбер бар ине. 42 Йәһүдтәрҙең Шәмбегә әҙерләнеү көнө булғанға һәм был ҡәбер яҡын урынлашҡанға, Ғайсаны шунда һалдылар.
20 Аҙнаның беренсе көнөндә, иртән-иртүк, әле ҡараңғы саҡта уҡ, Мағдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ҡәбер ауыҙындағы таштың инде ситкә ауҙарылғанын күрҙе. 2 Ул Шимун Петерҙең һәм Ғайса яратҡан шәкерттең янына йүгереп барып, уларға: «Хужабыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр, беҙ уны ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ», — тине.
3 Шунда Петер менән теге шәкерт ашығып ҡәбер янына киттеләр. 4 Тәүҙә улар икеһе бергә йүгерҙе, ләкин теге шәкерт, Петерҙән тиҙерәк йүгергәнгә, ҡәбер янына беренсе булып барып етте. 5 Эйелеп эскә ҡарағас, ул унда ятҡан етен кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне. 6 Уның артынан Шимун Петер йүгереп килеп етеп, ҡәбер эсенә инеп китте. Ул да шунда ятҡан кәфенде күрҙе. 7 Ғайсаның башына уралған яулыҡ, төрөлөп, кәфен менән түгел, ә айырым ята ине. 8 Шунан һуң ҡәбер янына беренсе булып килеп еткән шәкерт тә эскә керҙе. Ул барыһын да күреп, элегерәк үҙҙәре ишеткәнгә ышанды. 9 Ләкин улар һаман да Яҙмаларҙағы Ғайсаның үленән терелергә тейешлеге тураһындағы һүҙҙәрҙе аңламай ине. 10 Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтып китте.
11 Ә Мәрйәм ҡәбер янында илап тороп ҡалды. Ул илай-илай эйелеп ҡәбер эсенә ҡараны ла 12 аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш тәңгәлендә, икенсеһе аяҡ тәңгәлендә ултыра ине. 13 Улар унан: «Ниңә илайһың?» — тип һораны. «Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа һалғандарын белмәйем», — тип яуап бирҙе ул. 14 Шунда ул боролоп, артында Ғайса торғанын күрҙе, ләкин уны таныманы. 15 Ғайса унан: «Ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең?» — тип һораны. Мәрйәм уны баҡсасы тип уйлап: «Әфәндем, әгәр һин кәүҙәне алып киткән булһаң, уны ҡайҙа һалғаныңды әйт. Мин уны барып алырмын», — тине. 16 Ғайса уға: «Мәрйәм!» — тип өндәште. Мәрйәм боролоп, еврейса: «Раббуни!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. (Раббуни «остаз» тигәнде аңлата.) 17 Ғайса уға былай тине: «Миңә тотонма, сөнки мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Ҡәрҙәштәремә барып, уларға: „Мин үҙемдең Атама һәм һеҙҙең Атағыҙға, үҙемдең Аллама һәм һеҙҙең Аллағыҙға күтәреләм“, — тигән һүҙҙәремде еткер». 18 Мағдалалы Мәрйәм шәкерттәргә килеп: «Мин Хужабыҙҙы күрҙем!» — тине һәм Ғайсаның һүҙҙәрен еткерҙе.
19 Шул уҡ көндө, аҙнаның беренсе көнөндә, кисен шәкерттәр, йәһүдтәрҙән ҡурҡҡанға, ишектәрен бикләп, бергә йыйылып ултыра ине. Ҡапыл араларында Ғайса хасил булып: «Именлек һеҙгә!» — тине. 20 Ул уларға ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Хужаларын күреп, шәкерттәр бик ҡыуанды. 21 «Именлек һеҙгә! — тип ҡабатланы Ғайса. — Атам мине ебәргән кеүек, мин дә һеҙҙе ебәрәм». 22 Шулай тигәндән һуң, уларға өрҙө лә: «Изге рухты ҡабул итегеҙ, — тине. — 23 Һеҙ берәйһенең гонаһтарын кисерһәгеҙ, тимәк, Алла уларҙы кисергән. Ә кисермәһәгеҙ, тимәк, Алла ла уларҙы кисермәгән».
24 Ун икенең береһе, Игеҙәк тип йөрөтөлгән Тамас, араларында Ғайса хасил булған саҡта улар менән булманы. 25 Башҡа шәкерттәр уға: «Беҙ Хужабыҙҙы күрҙек», — тигәс, ул: «Уның ҡулдарында ҡаҙаҡтарҙан ҡалған яраларҙы* күрмәйенсә һәм шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһына ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, һис тә ышанмаясаҡмын», — тип яуапланы.
26 Һигеҙ көндән һуң шәкерттәр йәнә бер йортта йыйылдылар. Улар менән Тамас та булды. Ишектәр бикле булһа ла, араларында Ғайса хасил булып: «Именлек һеҙгә!» — тине. 27 Шунан ул Тамасҡа өндәште: «Ҡулдарыма ҡара һәм уларға бармағыңды тейҙер, ҡулыңды һуҙып, ҡабырғама ҡағыл. Ышан һәм бүтән шикләнмә». 28 «Минең Хужам һәм минең Аллам!» — тип яуап бирҙе Тамас. 29 Ғайса уға: «Һин мине күргәнгә ышандыңмы? Күрмәйенсә ышанғандар бәхетле», — тине.
30 Әлбиттә, Ғайса шәкерттәре алдында был төргәктә яҙылмаған башҡа күп мөғжизәләр ҙә ҡылды. 31 Ә былары һеҙ Ғайсаның Мәсих, Алла Улы икәненә ышанһын өсөн һәм ышанып, уның исеме аша тормош алһын өсөн яҙылды.
21 Шунан һуң Ғайса шәкерттәренә Тиберия диңгеҙе янында тағы күренде. Уның күренеүе былай булды: 2 Шимун Петер, Игеҙәк тип йөрөтөлгән Тамас, Ғәлиләйә Ҡанаһынан Натанаил, Зәбәҙәй улдары һәм тағы ике шәкерт бергә ине. 3 Шимун Петер уларға: «Мин балыҡ тоторға барам», — тине. «Беҙ һинең менән барабыҙ», — тип яуап бирҙе башҡа шәкерттәр. Шунан улар кәмәгә ултырып йөҙөп киттеләр, ләкин шул төндө бер нәмә лә тота алманылар.
4 Таң атҡанда яр буйында Ғайса баҫып тора ине, әммә шәкерттәр уны таныманы. 5 Ғайса уларҙан: «Дуҫтар*, ашарға берәй нәмәгеҙ* бармы?» — тип һораны. «Юҡ», — тип яуапланы улар. 6 Ғайса: «Ауҙы кәмәнең уң яғына һалығыҙ, шунда берәй нәмә тоторһоғоҙ», — тине. Улар ауҙы һалдылар, әммә бик күп балыҡ эләккәнгә, тартып сығара алманылар. 7 Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте Петергә: «Был Хужабыҙ», — тине. «Хужабыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, ярым яланғас йөрөгән Шимун Петер өҫ кейемен кейҙе лә һыуға һикерҙе. 8 Башҡа шәкерттәр балыҡ тулы ауҙы һөйрәп, уның артынан йөҙөп китте. Улар ярҙан йыраҡ түгел, 100 метр самаһы* алыҫлыҡта ғына ине.
9 Ярға сыҡҡас, улар ҡуҙ өҫтөндә балыҡ ятҡанын күрҙеләр, уның эргәһендә икмәк тә бар ине. 10 Ғайса уларға: «Әле тотҡан балығығыҙҙан бер нисәүһен алып килегеҙ әле», — тине. 11 Шимун Петер кәмә янына барып, ауҙы ярға сығарҙы. Унда 153 ҙур балыҡ бар ине. Балыҡ шул тиклем күп булһа ла, ау йыртылманы. 12 Ғайса уларға: «Әйҙәгеҙ, ашап алығыҙ», — тине. Шәкерттәрҙең береһе лә: «Һин кем?» — тип һорарға баҙнат итмәне, сөнки уның үҙ Хужалары икәнен беләләр ине. 13 Ғайса икмәк алып, уларға өләште, балыҡ менән дә шулай итте. 14 Был Ғайсаның үлеп терелгәндән һуң шәкерттәренә инде өсөнсө тапҡыр күренеүе ине.
15 Улар ашап алғас, Ғайса Шимун Петерҙән: «Яхъя улы Шимун, һин мине быларға ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы?» — тип һораны. «Эйе, Хужам, һине ни тиклем яҡын күргәнемде беләһең», — тине Петер. Ғайса уға: «Бәрәстәрем хаҡында ҡайғырт*», — тине. 16 Ғайса йәнә унан: «Яхъя улы Шимун, һин мине яратаһыңмы?» — тип һораны. «Эйе, Хужам, һине ни тиклем яҡын күргәнемде беләһең», — тип яуап бирҙе Петер. Ғайса уға: «Бәрәстәремде көт», — тине. 17 Шунан Ғайса өсөнсө тапҡыр унан: «Яхъя улы Шимун, һин мине яҡын күрәһеңме?» — тип һораны. Петер Ғайсаның өсөнсө тапҡыр «Һин мине яҡын күрәһеңме?» тип һорағанына көйөнөп: «Хужам, һин барыһын да беләһең. Һине ни тиклем яҡын күргәнемде беләһең», — тине. «Бәрәстәрем хаҡында ҡайғырт*, — тине Ғайса. — 18 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәшерәк булған сағыңда һин үҙең кейенеп, үҙең теләгән ергә бара инең. Ә ҡартайғас, һин ҡулдарыңды һуҙырһың һәм башҡа берәү һине кейендереп, һин теләмәгән ергә алып китер». 19 Был һүҙҙәр менән Ғайса уның ниндәй үлем менән Алланы данлаясағын белгертте. Быны әйткәс, ул Петергә: «Артабан да миңә эйәр», — тине.
20 Петер боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килә ятҡанын күрҙе. Был киске аш ваҡытында башын Ғайсаның күкрәгенә эйеп: «Хужам, кем һиңә хыянат итәсәк?» — тип һораған шәкерт ине. 21 Уны күргәс, Петер Ғайсаға: «Хужам, ә уның менән нимә булыр?» — тине. 22 «Мин килгәнгә тиклем уның иҫән ҡалыуын теләһәм дә, ниңә был хаҡта борсолаһың? Һин артабан да миңә эйәр», — тип яуап бирҙе Ғайса. 23 Шуға күрә ҡәрҙәштәр араһында шул шәкерттең үлмәйәсәге тураһында һүҙ таралды. Әммә Ғайса, ул үлмәйәсәк, тимәне, бары тик: «Мин килгәнгә тиклем уның иҫән ҡалыуын теләһәм дә, ниңә был хаҡта борсолаһың?» — тине.
24 Тап шул шәкерт был хәлдәр тураһында шаһитлыҡ биреп, быларҙы яҙҙы ла инде. Беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнен беләбеҙ.
25 Ғайса башҡа күп эштәр ҙә башҡарҙы. Улар тураһында төргәктәрҙә ентекләп яҙһаң, бөтә донъя ла уларҙы һыйҙыра алмаҫ ине, тип уйлайым.
Һүҙмә-һүҙ «алла булған».
Йәки «уның тормошо».
Һүҙмә-һүҙ «уның исеменә».
Йәки «Ул Алланың сикһеҙ игелеге һәм хәҡиҡәт менән тулы ине».
Йәки «Атаһының күкрәге янында». Кемдеңдер күкрәге янында булыу уның айырым илтифатынан файҙаланыуҙы аңлатҡан.
Һүҙлекте ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «шаһитлыҡ ҡылды».
Һүҙмә-һүҙ «сәғәт унынсы тирәһе ине (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Грек теле Әндрәйҙең Петерҙән олораҡмы йә кесерәкме булғанын асыҡ күрһәтмәй.
Һүҙмә-һүҙ «рабби».
Һүҙмә-һүҙ «Ҡатын, миңә ни ҙә, һиңә ни?». Риза булмауҙы белдергән идиома. «Ҡатын» тип өндәшеү ихтирамһыҙлыҡты белдермәй.
Күрәһең, бындағы үлсәм бат булған. Бер бат 22 литрға тиң.
Йәки «сауҙа йортона».
Йәки «күрһәткән билдәләрҙе».
Һүҙмә-һүҙ «уның исеменә».
Һүҙмә-һүҙ «рабби».
Йәки «күрһәткән билдәләрҙе».
Йә, бәлки, «юғарынан».
Һүҙмә-һүҙ «күккә күтәрелгәне».
Йәки «иманын эштәре менән күрһәткән».
Һүҙмә-һүҙ «Улының исеменә».
Йәки «фаш ителмәһен өсөн».
Һүҙмә-һүҙ «рабби».
Һүҙмә-һүҙ «Алланың хаҡ икәненә мөһөр һуҡҡан».
Йәки «үлсәмәй».
Йәки «ҡойо; һыу сығанағы».
Һүҙмә-һүҙ «сәғәт алтынсы тирәһе (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Йәки «еврейҙарҙан башлана».
Һүҙмә-һүҙ «рабби».
Йәки «баҫыуҙар ағарып».
Һүҙмә-һүҙ «тере икәне».
Һүҙмә-һүҙ «сәғәт етенселә (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Йәғни колонналар теҙмәһе.
Йәки «аяҡ-ҡулы ҡороған».
Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
Йәки «матрасыңды».
Йәки «Атаның үҙендә тормош бар».
Йәғни үлеп, Алла хәтерендә һаҡланғандарҙың.
Динар — 3,85 грамлыҡ рим көмөш тәңкәһе.
Һүҙмә-һүҙ «яҡынса 25 йә 30 ста́дий». Бер стадий 185 метрға тиң.
Һүҙмә-һүҙ «рабби».
Йәки «хуплауын белдереп, уға мөһөр һуҡҡан».
Һүҙмә-һүҙ «һеҙҙә тормош юҡ».
Йә, бәлки, «халыҡ йыйынында».
Һүҙмә-һүҙ «һеҙҙе абындырҙымы».
Һүҙмә-һүҙ «тәндән бер ниндәй ҙә файҙа юҡ».
Йәки «иблис».
Йәки «ҡыуыш».
Һүҙ, күрәһең, дин етәкселәре тураһында бара.
Йәғни раввиндар мәктәптәрендә уҡымаған.
Йәки «тәҡүә».
Байтаҡ боронғо абруйлы ҡулъяҙмаларҙа 7-се бүлектең 53-сө аятынан алып 8-се бүлектең 11-се аятына тиклемге өҙөк юҡ.
Һүҙ бағанаға ҡаҙаҡлап үлтереү тураһында бара.
Грекса порне́йа. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәки «тыңлай алмайһығыҙ».
Йәки «иң баштан уҡ».
Һүҙмә-һүҙ «рабби».
Һүҙмә-һүҙ «эштәрен».
Һүҙмә-һүҙ «эштәрен башҡарырға».
Йәки «үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙе; ололаусыларҙы». Һүҙлектә «Алланан ҡурҡыу» тигән мәҡәләне ҡ.
Һүҙ, күрәһең, синагоганан бөтөнләй ҡыуыу тураһында бара.
Йәки «йәнемде».
Һүҙлектә «Ғибәҙәтхананы бағышлау байрамы» тигән мәҡәләне ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «ҡулымдан».
Йәки «берҙәм».
Йәки «алла кеүектәр».
Һүҙмә-һүҙ «рабби».
Һүҙмә-һүҙ «15 стадий». Бер стадий 185 метрға тиң.
Һүҙмә-һүҙ «урыныбыҙҙы».
Йәғни бер рим фунты. Бер рим фунты 327 грамға тиң.
Йәки «хыянат итергә йыйынған».
Динар — 3,85 грамлыҡ рим көмөш тәңкәһе.
Йәки «йәнен».
Йәки «йәнен».
Йәки «был сәғәттән».
Йәки «ошо сәғәт».
Һүҙ бағанаға ҡаҙаҡлап үлтереү тураһында бара.
Һүҙмә-һүҙ «ҡулын».
Һүҙмә-һүҙ «әмер бирҙе».
Йәки «үҙенекеләрен».
Йәки «минең менән өлөшөң булмаҫ».
Һүҙмә-һүҙ «миңә үксәһен күтәрҙе».
Һүҙмә-һүҙ «Ғайсаның күкрәге янында».
Һүҙмә-һүҙ «балалар». Шулай тип наҙлы хистәр белдергәндәр.
Йәки «торлаҡтар».
Йәки «йыуатыусыны».
Йәки «унда үҙебеҙгә торлаҡ ҡорорбоҙ».
Йәки «йәнен».
Йәки «йыуатыусы».
Йәки «абынмаһын».
Йәки «йыуатыусы».
Бында ҡулланылған грек ҡылымы даими процесты күрһәтә.
Йәки «билдәле иттем».
Йәки «беҙ берҙәм булған кеүек, улар ҙа берҙәм булһын өсөн».
Һүҙмә-һүҙ «яуыздан».
Йәки «айырып ҡуй».
Күрәһең, Әҙәм менән Һауаның балалары тыуыуы күҙ уңында тотола.
Йәки «тәҡүә».
Был йылға үҙәне, көслө ямғырҙар яумаһа, хатта ҡыш көнө лә ҡоро булған.
Йәки «был донъянан түгел».
Йәғни пурпур төҫөндәге.
Йәғни мантия.
Йәғни цезарға.
Һүҙмә-һүҙ «ҡаршы һөйләй».
Һүҙмә-һүҙ «сәғәт алтынсы тирәһе (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Йәғни цезарҙан.
Һүҙлекте ҡ.
Һүҙлекте ҡ.
Йәғни 100 рим фунты. Бер рим фунты 327 грамға тиң.
Йә, бәлки, «төргәге».
Йәки «эҙҙәрҙе».
Һүҙмә-һүҙ «балалар».
Йәки «балығығыҙ».
Һүҙмә-һүҙ «200 терһәк самаһы».
Һүҙмә-һүҙ «бәрәстәремде ашатып тор».
Һүҙмә-һүҙ «бәрәстәремде ашатып тор»