ИЛСЕЛӘРҘЕҢ ЭШТӘРЕ
1 Ҡәҙерле Тәүфил, беренсе китапта мин Ғайсаның күккә алынған көнөнә тиклем башҡарған бар эштәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙған инем. 2 Күккә алыныр алдынан ул үҙе һайлап алған илселәргә изге рух тәьҫире аҫтында күрһәтмәләр бирҙе. 3 Ғазапланып үлгәндән һуң, Ғайса күп һанлы ышандырырлыҡ дәлилдәр ярҙамында үҙенең тере икәнлеген иҫбат итте. Ул 40 көн дауамында уларға күп тапҡыр күренде һәм Алла Батшалығы хаҡында һөйләне. 4 Бер ваҡыт, улар менән осрашҡанда, Ғайса бындай бойороҡ бирҙе: «Йәрүсәлимдән китмәгеҙ, Атам вәғәҙә иткәнде көтөгөҙ. Һеҙ минән был вәғәҙә хаҡында ишеткәйнегеҙ. 5 Яхъя һыуға сумдырҙы, ә һеҙ оҙаҡламай изге рухҡа сумдырылырһығыҙ».
6 Тағы бергә йыйылғас, улар Ғайсанан: «Хужабыҙ, һин Исраил батшалығын ошо ваҡытта торғоҙаһыңмы?» — тип һоранылар. 7 Ул былай яуап бирҙе: «Атамдың ғына билдәләргә хоҡуғы* булған ваҡыттарҙы һәм миҙгелдәрҙе һеҙгә белергә кәрәк түгел. 8 Әммә һеҙгә изге рух төшкәс, ҡөҙрәт алырһығыҙ ҙа Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм бөтә ер йөҙө буйлап минең хаҡта шаһитлыҡ бирерһегеҙ». 9 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса уларҙың күҙ алдында күккә күтәрелә башланы һәм болот артына инеп юғалды. 10 Улар күккә ҡарап торғанда, эргәләрендә аҡ кейем кейгән ике ир хасил булды. 11 Улар былай тине: «Ғәлиләйә ирҙәре, ниңә күккә ҡарап тораһығыҙ? Һеҙ Ғайсаның янығыҙҙан нисек итеп күккә алынғанын күрҙегеҙ. Ул күккә нисек киткән булһа, шул рәүешсә киләсәк».
12 Шунда улар Зәйтүн тауынан төшөп, Йәрүсәлимгә ҡайтты. (Был тау Йәрүсәлимдән йыраҡ түгел, бер саҡрым тирәһе алыҫлыҡта* урынлашҡан.) 13 Улар үҙҙәре туҡталған өйгә килде һәм өҫкө ҡаттағы бүлмәгә менде. Улар Пете́р һәм Яхъя, Яҡуп һәм Әндрәй, Филип һәм Тамас, Барталмай һәм Матфай, Алфай улы Яҡуп, «дәртле»* тип йөрөтөлгән Шимун һәм Яҡуп улы Йәһүҙә ине. 14 Улар барыһы гел бергә йыйылып, доға ҡылды. Улар менән ҡайһы бер ҡатындар, шулай уҡ Ғайсаның әсәһе Мәрйәм һәм уның ҡустылары булды.
15 Шул көндәрҙең береһендә Пете́р ҡәрҙәштәр алдында (ә уларҙың һаны 120 тирәһе ине) тороп баҫты ла былай тине: 16 «Ҡәрҙәштәр, изге рух Дауыт аша алдан әйткән һүҙҙәр — Ғайсаны ҡулға алырға теләгән кешеләрҙе алып килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәр — үтәлергә тейеш ине. 17 Йәһүҙә беҙҙең беребеҙ ине һәм беҙҙең менән ошо хеҙмәттә ҡатнашты. 18 (Ҡылған яуызлығы өсөн алған аҡсаға был кеше ялан һатып алды. Ул ергә башы менән төштө, һәм эсе ярылып, бөтә эсәктәре тышҡа килеп сыҡты. 19 Был хаҡта бөтә Йәрүсәлим халҡы белеп ҡалды, шунлыҡтан шул ялан уларҙың телендә Акилдама́, йәғни „ҡан яланы“ тип аталды). 20 Зәбур китабында: „Уның өйө бушап ҡалһын, һәм унда берәү ҙә йәшәмәһен“, шулай уҡ „Уның урынын башҡа берәү биләһен*“, — тип яҙылған. 21 Шуға күрә Хужабыҙ Ғайса арабыҙҙа хеҙмәт итеп йөрөгән сағында беҙҙең менән булғандарҙың береһен һайлап алырға кәрәк. 22 Ул Ғайсаның Яхъяға барып һыуға сумдырылғанынан алып күккә алынғанына тиклем беҙҙең менән бергә йөрөгән һәм, беҙҙең кеүек үк, уның терелгәнен үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булырға тейеш».
23 Ҡәрҙәштәр ике кешене тәҡдим иттеләр: Барсаб тип йөрөтөлгән Йософто (уны Юсты тип тә атайҙар) һәм Матфыйҙы. 24 Шунан һуң улар былай тип доға ҡылды: «Йәһүә, һин һәр кешенең күңелендә ни барын беләһең. Ошо икәүҙең ҡайһыһын һайлап алғаныңды күрһәтсе. 25 Йәһүҙә үҙ юлы менән китер өсөн ҡалдырған ошо хеҙмәттә ҡатнашырға һәм уның урынына илсе булырға кемде һайланың?» 26 Улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Матфыйға төштө, һәм ул 11 илсегә ҡушылды.
2 Илленсе көн байрамында улар бөтәһе лә бергә йыйылды. 2 Ҡапыл күктән көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде, һәм улар ултырған йорт шул тауыш менән тулды. 3 Улар ялҡын телдәренә оҡшаш нәмәләр күрҙе. Был телдәр бүленеп, берәмләп уларҙың һәр береһенә төштө. 4 Шул саҡ уларҙың барыһы ла изге рух менән һуғарылып, төрлө телдәрҙә һөйләшә башланы; был һәләтте улар рух арҡаһында алды.
5 Ул ваҡытта Йәрүсәлимдә төрлө илдәрҙән булған диндар йәһүдтәр бар ине. 6 Шул тауыш ишетелгәс, халыҡ йыйылып китте. Барыһы ла аптырашта ҡалды, сөнки һәр кем шәкерттәрҙең уның үҙенең телендә һөйләшкәнен ишетте. 7 Улар бик ныҡ аптырап: «Бөтә был кешеләр Ғәлиләйәнән түгелме һуң? — тинеләр. — 8 Улайһа, нисек инде һәр беребеҙ үҙ туған телен ишетә? 9 Парфия, Мадай, Ғилам, Месопота́мия һәм Йәһүҙиә кешеләре, Каппадо́кия, Понт һәм Азия* кешеләре, 10 Фригиә һәм Памфилияла, Мысырҙа һәм Ли́вияның Кирини янындағы райондарында йәшәүселәр, шулай уҡ Римдан килгән еврейҙар һәм йәһүд диненә күскәндәр*, 11 криттар һәм ғәрәптәр — бөтәбеҙ ҙә уларҙың Алланың бөйөк эштәре тураһында беҙҙең телдәрҙә һөйләгәнен ишетәбеҙ». 12 Барыһы ла хайран ҡалды һәм аптырашып: «Ниндәй хәл был?» — тиеште. 13 Әммә ҡайһы берәүҙәр: «Улар шарап* эсеп иҫергән», — тип көлдө.
14 Пете́р иһә 11 илсе менән алға сығып*, ҡысҡырып былай тип һөйләй башланы: «Йәһүҙиә кешеләре һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙсы. 15 Улар, һеҙ уйлағанса, иҫерек түгел, сөнки әле сәғәт иртәнге туғыҙ*. 16 Ләкин ошолай итеп һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Йәил пәйғәмбәрҙең бындай һүҙҙәре үтәлә: 17 „Һуңғы көндәрҙә, — ти Алла, — мин барлыҡ кешеләргә үҙемдең рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер, егеттәрегеҙгә илаһи күренештәр бирелер, ҡарттарығыҙ төштәр күрер. 18 Хатта ҡол ирҙәргә һәм ҡол ҡыҙҙарға ла рухымды яуҙырырмын, һәм улар пәйғәмбәрлек итер. 19 Мин күктә мөғжизәләр ҡылырмын һәм ерҙә билдәләр — ҡан, ут һәм ҡуйы төтөн күрһәтермен. 20 Йәһүәнең бөйөк һәм шөһрәтле көнө килерҙән алда ҡояш — ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер. 21 Йәһүәне исемен әйтеп саҡырған һәр кем ҡотолор“.
22 Исраилдар, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ! Алла Назаралы Ғайса аша һеҙҙең арағыҙҙа ғәжәп эштәр, мөғжизәләр ҡылып һәм билдәләр күрһәтеп, уны үҙе ебәргәнен иҫбат итте. Һеҙ быны үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. 23 Был кеше һеҙҙең ҡулығыҙға Алланың ҡарар итеүе һәм алдан күреүе буйынса тапшырылды. Һеҙ уны ҡанунһыҙҙар ҡулы менән бағанаға ҡаҙаҡлап үлтерҙегеҙ. 24 Әммә Алла уны үлем хакимлығынан* азат итеп терелтте, һәм үлем уны тотоп ҡала алманы. 25 Дауыт уның хаҡында былай ти: „Йәһүә һәр ваҡыт минең күҙ алдымда. Ул минең уң яғымда булғанға, мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым. 26 Шуға күрә күңелем шатлана, телем ҡыуана. Мин өмөт менән йәшәрмен, 27 сөнки һин мине* ҡәберҙә* ҡалдырмаҫһың һәм үҙ тоғроңа серергә бирмәҫһең. 28 Һин миңә тормош юлын күрһәттең. Мин һинең яныңда булғанда, күңелемде шатлыҡ менән тултырырһың“.
29 Ағай-эне, һеҙгә туранан-тура әйтергә рөхсәт итегеҙ: ырыу башлығы Дауыт үлгән һәм ерләнгән. Уның ҡәбере әлеге көнгәсә һаҡланған. 30 Дауыт пәйғәмбәр булған, һәм Алла уға тоҡомдарының береһен тәхеткә ултыртырға ант иткән. Был хаҡта белгәнгә, 31 ул Мәсихтең тереләсәген алдан күреп, уның ҡәберҙә* ҡалдырылмаясағы һәм тәненең серемәйәсәге хаҡында әйткән. 32 Алла шул Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә быға шаһит. 33 Ул, күккә күтәрелеп һәм Алланың уң яғына ултырып, Атанан вәғәҙә ителгән изге рухты алғанға, уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрәһегеҙ һәм ишетәһегеҙ. 34 Дауыт үҙе күккә күтәрелмәгән, ләкин ул былай ти: „Йәһүә минең Хужама әйтте: 35 „Мин дошмандарыңды аяғың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“. 36 Шуға күрә бөтә Исраил яҡшы белһен: һеҙ бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны Алла Хужа һәм Мәсих итте».
37 Был һүҙҙәр уларҙың йөрәктәренә барып ҡаҙалды. Шунда улар Петерҙән һәм башҡа илселәрҙән: «Ағай-эне, беҙгә ни эшләргә һуң?» — тип һораны. 38 Пете́р былай тине: «Гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Ғайса Мәсихте танып* һыуға сумдырылығыҙ, шул саҡта бүләк итеп изге рух алырһығыҙ. 39 Сөнки был вәғәҙә һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм йыраҡта булғандарға — Йәһүә Аллабыҙ үҙенә саҡырған һәр кемгә бирелгән». 40 Пете́р уларға башҡа бик күп ышандырырлыҡ дәлилдәр ҙә килтерҙе* һәм уларҙы: «Был боҙоҡ быуындан һаҡланығыҙ», — тип өндәне. 41 Петерҙең һүҙҙәрен шатланып ҡабул иткән кешеләр һыуға сумдырылды. Шул көндө шәкерттәргә 3 000 тирәһе кеше ҡушылды. 42 Улар илселәрҙән өйрәнеүен дауам итте, бер-береһе менән аралашты*, бергә ашаны һәм доға ҡылды.
43 Бөтә кешене ҡурҡыу солғап алды, сөнки илселәр аша күп мөғжизәләр һәм билдәләр күрһәтелә ине. 44 Ғайсаға ышана башлағандарҙың барыһы бергә булды, уларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ ине. 45 Улар үҙ мөлкәтен һәм ерҙәрен һатып, аҡсаһын һәр кемдең ихтыяжына ҡарап бүлеп бирә ине. 46 Шәкерттәр көн һайын ғибәҙәтханала йыйылды, бер-береһен үҙҙәренә ашарға саҡырып, ризыҡтарын ихлас күңел һәм ҙур шатлыҡ менән бүлеште. 47 Улар Алланы данланы һәм бөтә халыҡтың хуплауын яуланы. Ә Йәһүә көн һайын ҡотолоу юлына баҫҡандарҙың һанын арттырып торҙо.
3 Бер көндө Пете́р менән Яхъя көндөҙгө өстәр тирәһендә*, доға ҡылыу ваҡытында, ғибәҙәтханаға китеп бара ине. 2 Шул ваҡытта унда тыумыштан аҡһаҡ булған бер кешене килтерҙеләр. Уны, ғибәҙәтханаға килгән кешеләрҙән хәйер һораһын тип, көн һайын ғибәҙәтхананың Матур тип аталған ҡапҡаһы янында ҡалдырып китәләр ине. 3 Ул, ғибәҙәтханаға кереп барған Пете́р менән Яхъяны күреп ҡалып, уларҙан хәйер һорай башланы. 4 Пете́р менән Яхъя уға текләп ҡараны ла: «Беҙгә ҡарасы», — тинеләр. 5 Шунда теге кеше, ни ҙә булһа алырға өмөтләнеп, уларға төбәлде. 6 Пете́р уға: «Минең алтын-көмөшөм юҡ, әммә нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса Мәсихтең исеменән һиңә әйтәм: тор ҙа йөрө!» — тиеп, 7 уны уң ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Шунда уҡ уның аяҡтары нығынды. 8 Ул һикереп тороп, атлап китте һәм Алланы маҡтап, һикерә-һикерә улар менән бергә ғибәҙәтханаға инде. 9 Унда булғандарҙың бөтәһе лә уның атлап йөрөгәнен һәм Алланы маҡтағанын күрҙе. 10 Уның Матур ҡапҡа янында хәйер һорап ултырған кеше икәнен танып, улар уның менән булған хәлгә таң ҡалды.
11 Теге кеше Пете́р менән Яхъяның ҡулдарынан тотоп торған арала, хайран ҡалған кешеләр улар янына Сөләймәндең колонналар теҙмәһе тип аталған урынға йыйыла башланы. 12 Быны күреп, Пете́р былай тине: «Исраилдар, нишләп быға ғәжәпләнеп, беҙгә ҡарап тораһығыҙ? Әллә уны беҙҙең көсөбөҙ йәки Аллаға тоғро булғаныбыҙ арҡаһында атлап киткән тип уйлайһығыҙмы? 13 Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуптың Аллаһы — ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы — үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаны данлыҡлы итте, ә һеҙ уны үлемгә тапшырҙығыҙ һәм, Пилат уны азат итергә уйлаһа ла, Пилат алдында унан ваз кистегеҙ. 14 Изге һәм тәҡүә кешенән ваз кисеп, һеҙ кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ, 15 ә тормош Юлбашсыһын үлтерҙегеҙ. Ләкин Алла уны үленән терелтте, һәм беҙ быға шаһит. 16 Ғайсаның исеме һәм уның исеменә булған иманыбыҙ арҡаһында һеҙ күргән һәм белгән ошо кешенең аяҡтары нығынып китте. Күреүегеҙсә, Ғайсаға иманыбыҙ уны һау-сәләмәт итте. 17 Ағай-эне, мин беләм: һеҙ, башлыҡтарығыҙ кеүек үк, быны белмәйенсә эшләнегеҙ. 18 Әммә шулай итеп Алла бөтә пәйғәмбәрҙәр аша әйткән һүҙҙәрен — Майланғанының* ғазап сигәсәге тураһындағы һүҙҙәрен үтәне.
19 Шуға күрә тәүбә итегеҙ һәм үҙгәрегеҙ*. Шул саҡта гонаһтарығыҙ кисерелер*, Йәһүә һеҙгә тыныслыҡ бирер* 20 һәм һеҙгә тәғәйенләнгән Мәсихте — Ғайсаны ебәрер. 21 Ғайса иһә Алла боронғо изге пәйғәмбәрҙәре аша һөйләгән бөтә нәмә тергеҙеләсәк ваҡыт еткәнсе күктә ҡалырға тейеш. 22 Муса әйткән: „Аллағыҙ Йәһүә һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан миңә оҡшаш пәйғәмбәр бирер. Ул нимә генә әйтһә лә, уны тыңлағыҙ. 23 Ә ул пәйғәмбәрҙе тыңламаған кеше үлтерелер“. 24 Шамуилдан башлап унан һуң булған бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә ошо көндәр тураһында асыҡтан-асыҡ әйткән. 25 Һеҙ — пәйғәмбәрҙәрҙең улдары һәм Алла ата-бабаларығыҙ менән төҙөгән килешеүҙең вариҫтары. Был килешеүҙе төҙөгәндә Алла Ибраһимға: „Һинең тоҡомоң аша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар фатиха алыр“, — тигән. 26 Һәр берегеҙгә яуыз эштәрен ҡалдырырға ярҙам итеп, һеҙгә фатиха бирер өсөн, Алла үҙенең Хеҙмәтсеһен иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе».
4 Пете́р менән Яхъя халыҡ менән һөйләшеп торған арала, улар янына руханиҙар, ғибәҙәтхана башлығы һәм саддукейҙар* килде. 2 Улар илселәрҙең халыҡты өйрәткәненә һәм Ғайсаның терелеүе хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләгәненә асыуланып, 3 уларҙы ҡулға алдылар һәм иртәгәһе көнгә тиклем һаҡ аҫтында ҡалдырҙылар, сөнки инде кис еткәйне. 4 Әммә илселәрҙе тыңлағандарҙың күбеһе уларҙың һүҙҙәренә ышанды, һәм шул кешеләрҙең* һаны яҡынса 5 000-гә етте.
5 Икенсе көндө Йәрүсәлимдә халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 6 Унда өлкән рухани Ханнан, Ҡаяфас, Яхъя, Искәндәр һәм өлкән руханиҙың бөтә туғандары ла бар ине. 7 Улар Пете́р менән Яхъяны уртаға баҫтырып: «Быны ниндәй көс менән йә кемдең исеменән эшләнегеҙ?» — тип һораны. 8 Шунда Пете́р, изге рух менән һуғарылып, былай тине: «Халыҡ башлыҡтары һәм аҡһаҡалдар! 9 Әгәр ҙә бөгөн беҙҙән аҡһаҡ кеше өсөн ҡылынған изге эш арҡаһында һорау алалар икән һәм был кешене кем һауыҡтырғанын белгегеҙ килә икән, 10 һеҙгә һәм бөтә Исраил халҡына шул билдәле булһын: был кеше һеҙ бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән, әммә Алла терелткән Назаралы Ғайса Мәсихтең исеме менән һауыҡтырылды. Ул һеҙҙең алдығыҙҙа Ғайса арҡаһында һау килеш баҫып тора. 11 Ғайса — „һеҙ, төҙөүселәр, кире ҡаҡҡан таш, ләкин ул иң мөһим мөйөш ташы* булып китте“. 12 Унан башҡа беҙҙе бер кем дә ҡотҡара алмаҫ, сөнки күк аҫтында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ».
13 Улар, Пете́р менән Яхъяның ҡыйыулығын* күргәс һәм уларҙың белемһеҙ*, ябай кешеләр икәнен аңлағас, бик ғәжәпләнде. Ләкин һуңынан уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен таныны. 14 Яндарындағы һауыҡҡан кешене күреп, улар бер ҡаршы һүҙ ҙә әйтә алманы. 15 Шуға был ирҙәргә Юғары кәңәшмә залынан сығып торорға ҡушып, кәңәшләшә башланылар: 16 «Был кешеләр менән нимә эшләргә? Улар ысынлап та мөғжизә ҡылды* бит, һәм был бөтә Йәрүсәлим халҡына билдәле булды. Беҙ быны кире ҡаға алмайбыҙ. 17 Әммә бының тураһында халыҡ араһында һүҙ таралмаһын өсөн, уларға янап, бүтән бер кемгә лә был кеше исеменән һөйләмәҫкә ҡушайыҡ».
18 Улар илселәрҙе саҡырып алдылар ҙа Ғайса исеменән бер ни һөйләмәҫкә һәм бер нәмәгә лә өйрәтмәҫкә бойорҙолар. 19 Ләкин Пете́р менән Яхъя былай тип яуап бирҙе: «Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алланы түгел, ә һеҙҙе тыңлау Алла ҡаршыһында дөрөҫмө? 20 Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ». 21 Шунда башлыҡтар һәм аҡһаҡалдар, яза бирерлек сәбәп таба алмайынса, тағы бер тапҡыр янап, Пете́р менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Өҫтәүенә, улар халыҡтан ҡурҡа ине, сөнки барыһы ла булған хәл өсөн Алланы данлай ине. 22 (Мөғжизәле рәүештә һауыҡҡан кеше 40 йәштән уҙғайны.)
23 Азат ителгәндән һуң, Пете́р менән Яхъя имандаштарына барып, өлкән руханиҙар һәм аҡһаҡалдар әйткән һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе. 24 Быны ишеткәс, бөтәһе бергә Аллаға былай тип доға ҡылды: «Хоҙай Тәғәлә, һин күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергәнһең. 25 Һин изге рух аша үҙеңдең хеҙмәтсең Дауыт бабабыҙҙан бындай һүҙҙәр әйттергәнһең: „Ниңә халыҡтар боларыша һәм ҡәбиләләр буш нәмә ниәтләй? 26 Идарасылар берләштеләр, ерҙәге батшалар Йәһүәгә һәм уның майланғанына* ҡаршы сыҡтылар“. 27 Был ҡалала Һируд менән По́нтий Пилат исраилдар һәм башҡа халыҡ кешеләре менән бергә һин майлаған изге хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы сыҡтылар, 28 һин үҙ ҡөҙрәтең* һәм ихтыярың менән алдан уҡ билдәләп ҡуйған нәмәне эшләр өсөн йыйылдылар. 29 Йәһүә, уларҙың янауҙарын ишет һәм ҡолдарыңа һинең һүҙеңде ҡыйыулыҡ менән вәғәзләргә ярҙам ит. 30 Ҡөҙрәтең менән артабан да ауырыуҙарҙы һауыҡтыр, изге хеҙмәтсең Ғайсаның исеменән артабан да билдәләр һәм мөғжизәләр* күрһәтелһен».
31 Был ҡайнар доғанан һуң улар йыйылған йорт һелкенде, бөтәһенә лә изге рух төштө, һәм улар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй башланы.
32 Иманға килгәндәр араһында берҙәмлек хөкөм һөрҙө*. Уларҙың береһе лә милкен үҙенеке тип әйтмәне, бөтә нәмәләре уртаҡ ине. 33 Илселәр Хужабыҙ Ғайсаның терелеүе тураһында бик уңышлы итеп шаһитлыҡ ҡылды, һәм Алла уларға фатихаһын мул итеп биреп торҙо. 34 Улар араһында мохтаждар булманы, сөнки баҫыуҙары йә йорттары булғандары уларҙы һатып, аҡсаһын 35 илселәргә килтереп бирә ине. Был аҡсалар һәр береһенең ихтыяжына ҡарап бүлеп бирелә ине. 36 Тыумышы менән Кипрҙан булған Йософ исемле либәй ҙә шулай эшләне. Илселәр уны шулай уҡ Барнаб («йыуаныс улы» тип тәржемә ителә) тип тә йөрөтә ине. 37 Ул үҙенең ерен һатып, аҡсаһын илселәргә килтереп бирҙе.
5 Ханания исемле бер кеше лә ҡатыны Сафира менән ерен һатты. 2 Әммә ул аҡсаһының бер өлөшөн генә илселәргә килтереп биреп, ҡалғанын ҡатынының ризалығы менән йәшереп ҡалдырҙы. 3 Ләкин Пете́р уға былай тине: «Ханания, ни өсөн һин Шайтандың йоғонтоһона бирелдең һәм, баҫыу аҡсаһының бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, изге рухҡа ялғанланың? 4 Һатҡанға тиклем баҫыу һинеке түгел инеме ни? Һатҡандан һуң да, аҡсаһын үҙең теләгәнсә ҡуллана ала инең бит. Ни өсөн ундай эш ҡылырға уйланың? Һин кешеләргә түгел, ә Аллаға ялғанланың». 5 Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ханания йығылды ла үлде. Был хаҡта ишеткән бөтә кешене ҡурҡыу биләп алды. 6 Егеттәр инеп, кәүҙәне кәфенгә урап алып сығып, ерләне.
7 Өс сәғәт самаһы үткәс, уның ҡатыны килде, әммә ул нимә булғанын белмәй ине. 8 Пете́р унан: «Әйт әле, һеҙ баҫыуҙы шунса хаҡҡа һаттығыҙмы?» — тип һораны. «Эйе, шул хаҡҡа», — тине ул. 9 Шунда Пете́р: «Һеҙ нимә, Йәһүә рухын һынап ҡарарға һүҙ ҡуйыштығыҙмы? Ана, ишек артында иреңде ерләгән кешеләрҙең аяҡ тауыштары ишетелә. Улар һине лә алып сығып китер», — тине. 10 Ҡатын шунда уҡ уның аяғына йығылды ла үлде. Егеттәр инеп, уның үле икәнен күргәс, уны алып сыҡтылар ҙа ире янына ерләнеләр. 11 Йәрүсәлимдәге шәкерттәрҙе һәм был хаҡта ишеткән бөтә кешене ҡурҡыу биләп алды.
12 Илселәр халыҡ араһында күп билдәләр һәм мөғжизәләр* күрһәтте. Улар бөтәһе лә Сөләймәндең колонналар теҙмәһендә бергә йыйыла ине. 13 Башҡа берәү ҙә уларға ҡушылырға ҡыйманы, әммә кешеләр уларҙы маҡтап телгә ала ине. 14 Хужабыҙға ышанған ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны артҡандан-арта барҙы. 15 Үтеп барған Петерҙең күләгәһе генә булһа ла төшһөн тип, кешеләр ауырыуҙарҙы урамдарға сығарып, түшәктәргә һала ине. 16 Шулай уҡ Йәрүсәлимгә тирә-яҡтағы ҡалаларҙан да күп кеше ауырыуҙарҙы һәм шаҡшы рухтарҙан интеккәндәрҙе килтерә ине. Уларҙың барыһы ла һауыға ине.
17 Баш рухани һәм уның яҡлы булған саддукейҙар* көнсөллөктән 18 илселәрҙе тотоп алып, ҡала төрмәһенә ташланылар. 19 Ләкин төнөн Йәһүә фәрештәһе төрмә ишектәрен асып, уларҙы сығарҙы ла: 20 «Ғибәҙәтханаға барып, кешеләргә киләсәктәге тормош тураһында артабан да һөйләгеҙ», — тине. 21 Был әмергә буйһоноп, улар таң атыу менән ғибәҙәтханаға барып, өйрәтә башланылар.
Баш рухани һәм уның яҡлылар, бергә йыйылғас, Юғары кәңәшмәне һәм Исраил аҡһаҡалдарын йыйҙы ла төрмәнән илселәрҙе килтерергә һаҡсылар ебәрҙе. 22 Әммә һаҡсылар, илселәрҙе төрмәлә тапмайынса, кире ҡайтып, былай тип хәбәр итте: 23 «Беҙ килгәндә, төрмә яҡшы итеп бикләнгән, ә ишектәр янында һаҡсылар тора ине. Ләкин ишекте асып, эскә ингәс, унда бер кемде лә тапманыҡ». 24 Уларҙың һүҙҙәрен ишеткәс, ғибәҙәтхана башлығы һәм өлкән руханиҙар аптырашта ҡалды. 25 Шул мәлдә бер кеше килеп: «Һеҙ төрмәгә ултыртҡан кешеләр ғибәҙәтханала халыҡты өйрәтеп тора», — тип хәбәр итте. 26 Шунда ғибәҙәтхана башлығы менән һаҡсылар барып, илселәрҙе алып килде, ләкин көс ҡулланманы, сөнки халыҡ таш менән бәргесләр тип ҡурҡты.
27 Илселәрҙе Юғары кәңәшмә алдына килтереп баҫтырҙылар. Баш рухани уларҙан һорау алды ла 28 былай тине: «Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был кешенең исеменән өйрәтмәҫкә ҡушҡайныҡ. Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙ менән бөтә Йәрүсәлимде тултырҙығыҙ һәм беҙҙе был кешенең үлемендә ғәйепле итмәксеһегеҙ». 29 Яуап итеп Пете́р һәм башҡа илселәр: «Беҙ тәү сиратта кешеләргә түгел, ә Аллаға буйһонорға* тейеш, — тине. — 30 Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ бағанаға ҡаҙаҡлап* үлтергән Ғайсаны үленән терелтте. 31 Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтар кисерелеү мөмкинлеге бирер өсөн, Алла Ғайсаны юғары күтәреп һәм үҙенең уң яғына ултыртып, уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итте. 32 Быға беҙ, шулай уҡ Алла үҙенә буйһонғандарға* биргән изге рух шаһит».
33 Быны ишеткәс, улар бик ныҡ ярһыны һәм илселәрҙе үлтерергә теләне. 34 Әммә Ғәмәлиил исемле бер фарисей, бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун белгесе, тороп баҫты ла илселәрҙе әҙ генә ваҡытҡа сығарып торорға ҡушты. 35 Шунан һуң ул былай тине: «Исраилдар, был кешеләр менән берәй нәмә эшләр алдынан, яҡшылап уйлағыҙ. 36 Күпмелер ваҡыт элек үҙен бөйөк тип атаған Фидәс фетнә күтәргәйне, уға 400-гә яҡын кеше* ҡушылды. Ләкин уны үлтерҙеләр, һәм уның бөтә эйәрсендәре таралышып, юҡ булды. 37 Унан һуң, халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында, Ғәлиләйәнән Йәһүҙә фетнә күтәрҙе һәм ҡайһы берәүҙәрҙе үҙе артынан эйәртте. Ләкин ул да һәләк булды, һәм уға эйәргән бөтә кешеләр таралышып бөттө. 38 Шуға күрә һеҙгә әйтәм: был кешеләрҙе борсомағыҙ, теймәгеҙ уларға. Сөнки әгәр ҙә был ниәт йә эш кешеләрҙән икән, ул юҡҡа сығыр. 39 Ә әгәр ҙә Алланан икән, һеҙ уны юҡ итә алмаясаҡһығыҙ. Алланың үҙенә ҡаршы көрәшеүселәр була күрмәгеҙ». 40 Улар уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды. Илселәрҙе саҡырып, ҡамсыланылар* ҙа Ғайса исеменән бүтән һөйләмәҫкә ҡушып, сығарып ебәрҙеләр.
41 Илселәр, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булғандарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр. 42 Улар көн һайын ғибәҙәтханала һәм өйҙән-өйгә йөрөп өйрәтеүҙән, Ғайсаның Мәсих икәнлеге тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләүҙән туҡтаманы.
6 Шәкерттәрҙең һаны артҡандан-арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән шәкерттәр* еврейса һөйләшкән шәкерттәрҙән* зарлана башланы, сөнки көндәлек ризыҡ таратҡан ваҡытта уларҙың тол ҡатындарын өлөшһөҙ ҡалдыралар ине. 2 Шунда 12 илсе бөтә шәкерттәрҙе йыйып, былай тине: «Беҙ Алла һүҙенә өйрәтеүҙән туҡтап, ризыҡ тарата башлаһаҡ, дөрөҫ булмаҫ. 3 Шуға күрә, ҡәрҙәштәр, үҙегеҙҙең арағыҙҙан ышанысҡа лайыҡ, рух һәм аҡыллылыҡ менән тулы ете ирҙе һайлап алығыҙ. Был мөһим эште шуларға ҡушырбыҙ. 4 Ә беҙ доға ҡылыуға һәм башҡаларҙы Алла һүҙенә өйрәтеүгә күберәк ваҡыт һәм иғтибар бүлербеҙ». 5 Был тәҡдим барыһына ла оҡшаны. Улар ныҡ иманлы, изге рух менән тулы Стифәнде, шулай уҡ Филип, Прохыр, Ниҡанур, Тимун, Пәрмин һәм Антиухиянан булған, йәһүд диненә күскән* Никулайҙы һайлап алдылар ҙа 6 уларҙы илселәргә килтерҙеләр. Илселәр иһә доға ҡылып, һайлап алынған кешеләрҙең өҫтөнә ҡулдарын ҡуйҙы.
7 Алла һүҙе тарала барҙы, Йәрүсәлимдә шәкерттәр һаны күбәйгәндән-күбәйҙе, күп руханиҙар ҙа шәкерттәр булып китте*.
8 Алланың илтифатына һәм көсөнә эйә булған Стифән халыҡ араһында бөйөк мөғжизәләр* һәм билдәләр күрһәтте. 9 Ләкин «Азат ителгәндәр синагогаһынан»* булған ҡайһы берәүҙәр, шулай уҡ Кирини, Искәндәриә, Киликиә һәм Азияла* йәшәгән ҡайһы бер кешеләр килеп, Стифән менән бәхәсләшә башланы. 10 Әммә улар Стифәндең аҡыллылығына һәм һөйләгәндә уға тәьҫир итеп торған изге рухҡа ҡаршы тора алманы. 11 Шунда улар кешеләрҙе: «Беҙ уның Мусаны һәм Алланы хурлағанын ишеттек», — тип әйтергә ҡотортто. 12 Улар халыҡ, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре араһында шау-шыу ҡуптарҙы. Стифәнде тотоп алып, Юғары кәңәшмәгә алып киттеләр. 13 Улар ялған шаһиттарҙы саҡырҙылар, тегеләре былай тине: «Был кеше Алланың ғибәҙәтханаһын һәм Ҡанунды хурлауҙан туҡтамай. 14 Мәҫәлән, беҙ уның, Назаралы Ғайса ошо ғибәҙәтхананы емерер һәм Муса беҙгә тапшырған йолаларҙы үҙгәртер, тип әйткәнен ишеттек».
15 Юғары кәңәшмәләге бөтә кеше Стифәнгә текләп ҡараны, уның йөҙө фәрештәнеке кеүек тыныс ине.
7 Баш рухани: «Был ысынмы?» — тип һораны. 2 Стифән яуап бирҙе: «Ағай-эне һәм атайҙар, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харанға күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла булған сағында, уға данлыҡлы Алла күренгән дә: 3 „Үҙең йәшәгән ерҙе һәм туған-тыумасаңды ҡалдырып, мин күрһәткән ергә бар“, — тигән. 4 Ибраһим халдейҙар ерен ҡалдырып, Харанға күсеп барған. Ә атаһы вафат булғандан һуң, Алла уны һеҙ әле йәшәп ятҡан ошо ергә күсергән. 5 Ләкин ул ваҡытта Алла уға бында мираҫ итеп аяҡ баҫырлыҡ та ер бирмәгән, шулай ҙа был ерҙе уға һәм уның тоҡомдарына бирергә вәғәҙә иткән. Ә ул ваҡытта Ибраһимдың әле балалары ла булмаған. 6 Алла уға тоҡомдарының сит ерҙә килмешәк буласағы, ҡоллоҡҡа эләгәсәге һәм 400 йыл буйы иҙелеп йәшәйәсәге тураһында әйткән. 7 „Әммә мин уларҙы ҡол иткән халыҡты язаға тартырмын, — тигән Алла, — шунан һуң улар шул илдән китеп, миңә ошо урында ғибәҙәт ҡыласаҡ“.
8 Алла шулай уҡ Ибраһим менән сөннәтләү тураһында килешеү төҙөгән. Улы Исхаҡ тыуғандан һуң һигеҙенсе көндә Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Исхаҡтан Яҡуп тыуған*, ә Яҡуптың 12 улы тыуған. Һуңынан улар ырыу башлыҡтары булып киткән. 9 Йософтоң ағалары көнсөллөктән уны Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған 10 һәм бөтә бәләләрҙән ҡотҡарған. Ул уға аҡыллылыҡ биргән һәм Мысыр батшаһы фирғәүендең күңелен яуларға ярҙам иткән. Фирғәүен уны Мысыр һәм үҙ йорто өҫтөнән идарасы итеп ҡуйған. 11 Шунан бөтә Мысырға һәм Ҡәнғән еренә афәт — аслыҡ килгән, шуға ата-бабаларыбыҙҙың ашарҙарына булмаған. 12 Яҡуп Мысырҙа ашлыҡ барлығын ишетеп ҡалған һәм ата-бабаларыбыҙҙы шунда ебәргән. 13 Улар унда икенсе тапҡыр килгәс, Йософ ағай-энеләренә үҙенең кем икәнлеген асҡан. Шул саҡ фирғәүенгә Йософтоң ғаиләһе тураһында билдәле булған. 14 Шунда Йософ атаһы Яҡупты һәм бөтә туғандарын — барлығы 75 кешене Мысырға саҡырған. 15 Шулай итеп Яҡуп Мысырға күсенеп килгән. Ул үҙе лә, ата-бабаларыбыҙ ҙа шунда вафат булған. 16 Уларҙың һөйәктәрен Шәхәмгә алып барып, Ибраһим Хамур улдарынан көмөш аҡсаға һатып алған ҡәбергә һалғандар.
17 Ул арала Алла Ибраһимға биргән вәғәҙәнең үтәлер ваҡыты яҡынлашып килгән. Мысырҙа Яҡуптың тоҡомдары көсәйә һәм күбәйә барған. 18 Шунан Мысырҙа Йософто белмәгән бүтән бер батша идара итә башлаған. 19 Ул халҡыбыҙға ҡарата мәкер менән эш иткән һәм ата-бабаларыбыҙҙы яңы тыуған балаларын, үлемгә дусар итеп, ташларға мәжбүр иткән. 20 Шул ваҡытта Муса тыуған, ул иҫ киткес матур булған*. Өс ай буйы уны атаһының йортонда ҡарағандар. 21 Ә уны ташларға тура килгәс, фирғәүендең ҡыҙы уны табып алған да үҙ улылай күреп тәрбиәләп үҫтергән. 22 Муса мысырҙарҙың бөтә зирәклегенә өйрәтелеп, һүҙҙә лә, эштә лә көслө булған.
23 40 йәше тулғас, Муса ҡәрҙәштәренең — исраилдарҙың нисек йәшәгәнен ҡарап килергә булған. 24 Уларҙың береһен йәберләгәндәрен күреп, ул уны яҡлаған һәм, мысыр кешеһен үлтереп, ҡәрҙәше өсөн үс алған. 25 Муса, ҡәрҙәштәрем Алланың минең аша үҙҙәрен ҡотҡарырға теләгәнен аңлар, тип уйлаған, ләкин улар аңламаған. 26 Киләһе көндө улар янына килеп, ул ике исраил кешеһенең һуғышҡанын күргән. Уларҙы яраштырырға тырышып: „Һеҙ бит ҡәрҙәштәр. Нишләп бер-берегеҙҙе туҡмайһығыҙ?“ — тигән. 27 Әммә ҡәрҙәшен туҡмаған кеше Мусаны этеп ебәргән дә: „Кем һине беҙҙең өҫтөбөҙҙән башлыҡ һәм хөкөмсө итеп ҡуйҙы? 28 Кисә мысыр кешеһен үлтергән кеүек, мине лә үлтерергә теләйһеңме әллә?“ — тигән. 29 Быны ишеткәс, Муса ҡасып киткән һәм Мәдйән ерендә йәшәй башлаған. Унда уның ике улы тыуған.
30 40 йыл үткәс, Синай тауы янындағы сүлдә уға янып торған ҡыуаҡ ялҡынында бер фәрештә күренгән. 31 Быны күреп, Муса бик ныҡ аптыраған. Ә инде яҡшылап ҡарар өсөн яҡыныраҡ килгәс, Йәһүәнең тауышы яңғыраған: 32 „Мин — ата-бабаларыңдың Аллаһы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп Аллаһы“. Муса ҡурҡыуҙан ҡалтыранып киткән һәм ҡыуаҡҡа текләп ҡарарға баҙнат итмәгән. 33 Йәһүә уға былай тигән: „Сандалыйыңды сис, сөнки һин торған ер изге. 34 Мин халҡымдың Мысырҙа йәберләнгәнен күрҙем, ыңғырашыуҙарын ишеттем һәм уны ҡотҡарыр өсөн төштөм. Шуға мин һине Мысырға ебәрәм“. 35 Исраилдар: „Кем һине өҫтөбөҙҙән башлыҡ һәм хөкөмсө итеп ҡуйҙы?“ — тиеп Мусаны кире ҡаҡһа ла, тап уны Алла ҡыуаҡта күренгән фәрештә аша башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән. 36 Тап шул кеше Мысырҙа, Ҡыҙыл диңгеҙ янында, ә шунан 40 йыл буйы сүлдә мөғжизәләр* һәм билдәләр күрһәтеп, уларҙы алып сыҡҡан.
37 Тап Муса исраилдарға: „Алла һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан минең кеүек пәйғәмбәр бирәсәк“, — тигән. 38 Тап ул Исраил халҡы — беҙҙең ата-бабаларыбыҙ менән сүлдә булған. Синай тауында фәрештә уның менән һөйләшкән. Һеҙгә тапшырыу өсөн Алланан тере* һүҙҙәрҙе ул ҡабул иткән. 39 Ата-бабаларыбыҙ Мусаны тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм Мысырға ҡайтырға теләгән. 40 Улар Һарунға: „Беҙгә алдыбыҙҙан барасаҡ илаһтар яһа, сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан был Муса менән ни булғанын белмәйбеҙ“, — тип әйткән. 41 Ул көндәрҙә улар быҙау һыны яһаған һәм шул ботҡа ҡорбан килтереп, уның хөрмәтенә байрам ойошторған. 42 Шуға күрә Алла уларҙан йөҙөн борған һәм, улар күк есемдәренә табына башлағас, уларҙы туҡтатмаған. Был турала пәйғәмбәрҙәр китабында былай тип яҙылған: „Исраилдар, һеҙ 40 йыл буйы сүлдә ҡорбандарҙы миңә килтерҙегеҙме ни? 43 Юҡ, һеҙ Малух сатырын һәм Римфан илаһы йондоҙон — табыныр өсөн үҙегеҙ яһаған боттарҙы — күтәреп йөрөнөгөҙ. Шуға мин һеҙҙе Бабилдан* да йырағыраҡ ергә һөргөнгә ебәрермен“.
44 Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә килешеү* сатыры булған. Уны Алла Мусаға ҡушҡанса, уға күрһәтелгән өлгө буйынса яһағандар. 45 Уларҙың тоҡомдары был сатырҙы мираҫ итеп алған һәм Йошуа менән бергә уны башҡа халыҡтар йәшәгән ергә алып килгән. Алла был халыҡтарҙы ата-бабаларыбыҙҙан ҡыуып ебәргән. Сатыр Дауыт көндәренә тиклем шунда ҡалған. 46 Дауыт Алланың күңелен яулаған һәм Яҡуп Аллаһы өсөн йорт төҙөү хөрмәтенә лайыҡ итеүен һораған. 47 Әммә был йортто Сөләймән төҙөгән. 48 Ләкин Аллаһы Тәғәлә кешеләр төҙөгән йорттарҙа йәшәмәй. Пәйғәмбәр былай тигән: 49 „Күк — минең тәхетем, ә ер — минең аяҡ аҫтым. Миңә ниндәй йорт төҙөрһөгөҙ икән? — ти Йәһүә. — Ҡайҙа мин йәшәй алған урын? 50 Быларҙың барыһын да минең ҡулым булдырманымы ни?“
51 Тиҫкәре халыҡ, һеҙҙең йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа ябыҡ*! Һеҙ һәр ваҡыт изге рухҡа ҡаршы киләһегеҙ. Ата-бабаларығыҙ нисек эш иткән булһа, һеҙ ҙә шулай эш итәһегеҙ. 52 Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрләмәгән берәй пәйғәмбәр бармы? Улар тәҡүә заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ уның үҙенә хыянат итеп, уны үлтерҙегеҙ. 53 Һеҙ фәрештәләр аша тапшырылған Ҡанунды ҡабул итеп алдығыҙ, ләкин уны үтәмәнегеҙ».
54 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, улар асыуҙан тештәрен шығырлата башланы. 55 Изге рух менән тулы Стифән иһә күккә текләп ҡарап, Алланың данын һәм уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе. 56 «Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм», — тине ул. 57 Ләкин улар ҡолаҡтарын ҡаплап, аҡыра-аҡыра Стифәнгә ташланды. 58 Стифәнде ҡала ситенә һөйрәп сығарғас, улар уны таш менән бәргесләй башланы. Уға яла яҡҡан шаһиттар үҙҙәренең өҫ кейемен Шауыл исемле бер егеттең эргәһенә һалып торҙо. 59 Улар таш бәргән ваҡытта Стифән Ғайсаға: «Хужам Ғайса, минең рухымды ҡабул ит», — тип үтенде. 60 Шунан һуң тубыҡланып: «Йәһүә, уларҙы был гонаһ өсөн язаға тартма», — тип ҡысҡырҙы ла үлде*.
8 Шауыл Стифәндең үлтерелеүен хуплай ине.
Шул көндән алып Йәрүсәлимдәге йыйылышты ныҡ эҙәрләй башланылар, һәм илселәрҙән башҡа бөтә шәкерттәр Йәһүҙиә һәм Самария буйлап таралды. 2 Аллаға тоғро кешеләр Стифәнде ерләне һәм ҡайғырып ныҡ иланы. 3 Шул ваҡытта Шауыл йыйылышты юҡ итергә тырышты. Ул йорттарға бәреп инеп, ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла һөйрәп сығарып, төрмәгә ташлай ине.
4 Шәкерттәр төрлө ерҙәргә ҡасты һәм унда һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләне. 5 Уларҙың береһе Филип Самария ҡалаһына* килде һәм унда Мәсих хаҡында вәғәзләй башланы. 6 Барыһы ла Филиптың һүҙҙәрен ишетеп һәм ҡылған мөғжизәләрен күреп, уның әйткәндәренә ҙур иғтибар бирҙе. 7 Ен эйәләшкән күп кешенән ҡысҡыра-ҡысҡыра шаҡшы рухтар сыҡты. Шулай уҡ күп кенә паралич һуҡҡан һәм аҡһаҡ кешеләр һауыҡтырылды. 8 Ҡалалағы бөтә халыҡ быға бик шатланды.
9 Самарияла сихырсылыҡ менән шөғөлләнгән Шимун исемле кеше йәшәй ине. Ул ҡала халҡын хайран ҡалдыра һәм үҙен бөйөк тип атай ине. 10 Ябайҙар ҙа, затлылар ҙа — бөтәһе лә уны тыңлап: «Был кеше Алланың бөйөк көсөнә эйә», — тиҙәр ине. 11 Ул оҙаҡ ваҡыт кешеләрҙе сихырсылыҡ менән хайран ҡалдырғанға, улар уға ҡолаҡ һала ине. 12 Әммә улар Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡында вәғәзләгән Филипҡа ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылды. 13 Шимун да ышанып һыуға сумдырылды. Ул Филип күрһәткән билдәләргә һәм мөғжизәләргә таң ҡалып, уның янынан бер аҙым да китмәне.
14 Йәрүсәлимдәге илселәр, Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул иткәнен ишеткәс, уларға Пете́р менән Яхъяны ебәрҙе. 15 Пете́р менән Яхъя килеп, Самария кешеләре изге рух алһын өсөн доға ҡылды. 16 (Хужабыҙ Ғайсаны танып* һыуға сумдырылған булһалар ҙа, уларға рух әле төшмәгән ине.) 17 Пете́р менән Яхъя уларҙың өҫтөнә ҡулдарын ҡуйғас, улар изге рух алды.
18 Шимун, рухтың илселәр ҡулдарын ҡуйғанда бирелгәнен күреп, илселәргә аҡса тәҡдим итте. 19 «Мин ҡулымды ҡуйған һәр кеше изге рух алһын өсөн, миңә лә шул көстө бирегеҙ әле», — тип үтенде ул. 20 Ләкин Пете́р уға: «Көмөшөң үҙең менән бергә юҡҡа сыҡһын! Әллә һин Алланың бүләген аҡсаға һатып алып була тип уйлайһыңмы? — тине. — 21 Һин был эштә ҡатнаша алмайһың, сөнки Алла һинең хәйләкәр йөрәгеңде күрә. 22 Шуға күрә тәүбә ит һәм Йәһүәнән яуыз уйҙарыңды кисереүен ялбарып һора, 23 сөнки күңелең әсе ағыу* менән тулы икәнен һәм гонаһ ҡоло икәнеңде күреп торам». 24 «Һеҙ әйткән нәмәләр башыма төшмәһен өсөн, минең турала Йәһүәгә доға ҡылығыҙ», — тип үтенде Шимун.
25 Унда төплө шаһитлыҡ биргәс һәм Йәһүәнең һүҙен һөйләгәс, Пете́р менән Яхъя кире Йәрүсәлимгә китте һәм юлда барғанда һөйөнөслө хәбәрҙе Самария кешеләренең күп кенә ауылдарында вәғәзләне.
26 Ә Филипҡа Йәһүәнең фәрештәһе: «Йәрүсәлимдән Га́заға төшкән юл буйлап көньяҡҡа табан бар», — тип әйтте. (Был юл сүл аша үтә ине.) 27 Филип шулай эшләне лә. Юлда ул Хәбәшстан* батшабикәһенең* бөтә байлығы өсөн яуаплы булған юғары дәрәжәле хәбәш түрәһен* осратты. Ул Йәрүсәлимгә ғибәҙәт ҡылыр өсөн килгән булған. 28 Ә хәҙер, өйөнә ҡайтып барышлай, үҙенең арбаһында ҡысҡырып Ишағыя пәйғәмбәрҙе уҡып бара ине. 29 Рух Филипҡа: «Арбаны ҡыуып ет», — тине. 30 Филип арба янына йүгереп килде лә, хәбәш түрәһенең Ишағыя пәйғәмбәрҙе уҡығанын ишеткәс: «Уҡығаныңды аңлайһыңмы?» — тип һораны. 31 Түрә: «Берәйһе аңлатып бирмәһә, нисек аңлайым инде?» — тине һәм Филипҡа үҙе янына арбаға ултырырға тәҡдим итте. 32 Ул Яҙмаларҙан ошондай өҙөктө уҡый ине: «Уны һарыҡ кеүек салырға алып барҙылар, бәрәс йөнөн ҡырҡҡанда өнһөҙ булған кеүек, ул да бер һүҙ ҙә әйтмәне. 33 Уны кәмһеттеләр һәм ғәҙел хөкөмдән мәхрүм иттеләр. Уның сығышы тураһында кем һөйләр? Ерҙә уның ғүмере өҙөлдө бит».
34 Түрә Филиптан: «Зинһар, әйтсе, бында пәйғәмбәр кем тураһында һөйләй? Үҙе хаҡындамы, әллә башҡа берәү тураһындамы?» — тип һораны. 35 Филип ошо пәйғәмбәрлектән алып уға Ғайса тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй башланы. 36 Бер аҙҙан улар һыу буйына килеп етте. Түрә: «Бына бит һыу, һыуға сумдырылырға миңә нимә ҡамасаулай?» — тине. 37 ——* 38 Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Улар икеһе лә һыуға инде, һәм Филип уны һыуға сумдырҙы. 39 Улар һыуҙан сыҡҡас, Йәһүәнең рухы шунда уҡ Филипты алып китте, һәм түрә уны бүтән күрмәне. Ул шатланып юлын дауам итте. 40 Филип иһә Ашдод ҡалаһына килеп сыҡты һәм, Ҡайсарияға барып еткәнсе, һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә ҡалаларҙа вәғәзләне.
9 Ә Шауыл, һаман да Хужабыҙҙың шәкерттәренә нәфрәт менән янып һәм уларҙы юҡ итергә теләп, баш руханиға барҙы ла 2 Дамаск синагогалары* өсөн хаттар һорап алды. Ул быны ошо Юлдан* барыусыларҙың бөтәһен дә — ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла бәйләп, Йәрүсәлимгә килтерергә хоҡуҡ алыр өсөн эшләне.
3 Шауыл Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, ҡапыл күктән төшкән яҡтылыҡ уның тирә-яғын яҡтыртып ебәрҙе. 4 Ул ергә ҡоланы һәм: «Шауыл! Шауыл! Ни өсөн һин мине эҙәрләйһең?» — тигән тауыш ишетте. 5 «Кем һин, әфәндем?» — тип һораны Шауыл. «Һин эҙәрләгән Ғайса, — тип яуап бирҙе тауыш. — 6 Тор ҙа ҡалаға бар. Унда һиңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтерҙәр». 7 Шауылдың юлдаштары аптыраштан телдән яҙғайны: улар тауышты ишетте, әммә бер кемде лә күрмәне. 8 Шауыл тороп баҫты. Күҙҙәре асыҡ булһа ла, ул бер ни ҙә күрмәне, шуға Дамаскыға уны етәкләп алып барҙылар. 9 Өс көн буйы ул бер нәмә күрмәне, ашаманы һәм эсмәне.
10 Дамаскыла Ханания исемле шәкерт йәшәй ине. Хужабыҙ илаһи күренештә уға: «Ханания!» — тип өндәште. Ул: «Эйе, Хужам», — тип яуап бирҙе. 11 Хужабыҙ уға былай тине: «Тура тип аталған урамға бар ҙа Йәһүҙә йортонда Шауыл исемле Тарс кешеһен һора. Ул әле доға ҡыла. 12 Илаһи күренештә ул Ханания исемле кеше килгәнен һәм, күҙҙәре күрһен өсөн, өҫтөнә ҡулын ҡуйғанын күрҙе». 13 Ләкин Ханания былай тине: «Хужам, мин күптәрҙән был кеше хаҡында, уның Йәрүсәлимдәге изгеләреңә күпме яуызлыҡ ҡылғаны тураһында ишеттем. 14 Уның бында ла һинең исемеңде саҡырыусы бөтә кешене ҡулға алырға* өлкән руханиҙарҙан бирелгән вәкәләте бар». 15 Әммә Хужабыҙ уға әйтте: «Бар, сөнки был кеше — исемем хаҡындағы хәбәрҙе башҡа халыҡтарға, шулай уҡ батшаларға һәм исраилдарға еткерер өсөн һайланған ҡоралым. 16 Мин уға исемем хаҡына күпме ғазап сигергә тура киләсәген күрһәтермен».
17 Ханания шул йортҡа барҙы ла Шауылдың өҫтөнә ҡулын ҡуйып, былай тине: «Шауыл, ҡәрҙәшем, һин күрә башлаһын һәм изге рух алһын тип, һиңә юлда күренгән Хужабыҙ Ғайса мине һинең яныңа ебәрҙе». 18 Тап шул мәлдә Шауылдың күҙҙәренән балыҡ тәңкәһенә оҡшаш бер нәмә килеп төштө, һәм ул күрә башланы. Шунан ул һыуға сумдырылды, 19 һәм ашап алғандан һуң уға хәл керҙе.
Шауыл бер нисә көн шәкерттәр менән Дамаскыла булды. 20 Ул шунда уҡ синагогаларҙа Ғайсаның Алла Улы икәне тураһында вәғәзләй башланы. 21 Уның һөйләгәнен ишеткәндәрҙең барыһы ла таң ҡалып, былай тиҙәр ине: «Ул Йәрүсәлимдә Ғайсаның шәкерттәрен* аяуһыҙ эҙәрләгән кеше түгелме һуң? Ул бында уларҙы ҡулға алып, өлкән руханиҙарға алып барырға тип килмәнеме ни?» 22 Ә Шауылдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ул, Ғайсаның Мәсих икәнен иҫбатлап, Дамаскыла йәшәгән еврейҙарҙы аптырашта ҡалдыра ине.
23 Күпмелер ваҡыт үткәс, еврейҙар уны үлтерергә һүҙ ҡуйышты. 24 Ләкин Шауыл уларҙың ниәте тураһында белеп ҡалды. Улар, уны үлтерер өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәтте. 25 Шуға күрә Шауылдың шәкерттәре төндә уны кәрзингә ултыртып, ҡала стенаһындағы тишек аша төшөрҙө.
26 Йәрүсәлимгә килгәс, Шауыл Ғайсаның шәкерттәренә ҡушылырға тырышты, әммә улар бөтәһе лә унан ҡурҡа ине, сөнки уның шәкерт булып киткәненә ышанмай ине. 27 Шунда уға ярҙамға Барнаб килде. Ул Шауылды илселәргә килтереп, уның юлда Хужабыҙҙы күргәнен, Хужабыҙҙың уның менән һөйләшкәнен һәм Шауылдың Дамаскыла Ғайса исеме хаҡында ҡыйыулыҡ менән вәғәзләгәнен һөйләп бирҙе. 28 Шауыл илселәр менән ҡалды һәм Йәрүсәлимдә Хужабыҙҙың исеме хаҡында ҡыйыулыҡ менән вәғәзләп йөрөнө. 29 Ул грекса һөйләшкән еврейҙар менән әңгәмәләр ҡорҙо һәм улар менән ҡыҙыу бәхәстәр алып барҙы. Улар иһә уны үлтерергә булды. 30 Был хаҡта белеп ҡалғас, ҡәрҙәштәр уны Ҡайсарияға алып барҙы, ә шунан Тарсҡа ебәрҙе.
31 Бөтә Йәһүҙиә, Ғәлиләйә һәм Самария буйлап йыйылыштар өсөн тыныс ваҡыт етте. Улар, Йәһүәгә ҡурҡыу менән хеҙмәт итеп һәм изге рух аша ярҙам алып, нығындылар һәм үҫтеләр.
32 Шул ерҙәр аша үткәндә Пете́р шулай уҡ Лиддәлә йәшәгән изгеләргә лә кереп сыҡты. 33 Унда ул паралич һуғып, һигеҙ йыл буйы түшәктә ятҡан Айнияз исемле бер кешене күрҙе. 34 Пете́р уға: «Айнияз, Ғайса Мәсих һине һауыҡтыра. Тор ҙа түшәгеңде йый», — тине. Айнияз шунда уҡ торҙо. 35 Лиддәлә һәм Шарун тигеҙлегендә йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә, уның һау икәнен күргәс, Хужабыҙға ышанды.
36 Я́ффала күп изгелек эшләгән һәм ярлыларға ныҡ ярҙам иткән Табита (грекса Дөркә*) исемле бер ҡатын* йәшәй ине. 37 Шул көндәрҙә ул ауырып китте һәм вафат булды. Уны йыуып, өҫкө бүлмәгә һалдылар. 38 Лиддә Я́ффанан йыраҡ булмағанға күрә, шәкерттәр, Петерҙең шунда икәнен белеп ҡалғас, уға ике кешене ебәреп, тиҙ арала килеп етеүен үтенде. 39 Пете́р йыйынды ла улар менән китте. Унда килгәс, уны өҫкө бүлмәгә алып менделәр. Уның янына тол ҡатындар йыйылды. Улар илай-илай Дөркә теккән ябынсаларҙы* һәм башҡа кейемдәрҙе* күрһәтте. 40 Шунда Пете́р бөтәһенә лә сығырға ҡушты һәм тубыҡланып доға ҡылды. Шунан үлгән ҡатынға боролоп: «Табита, тор», — тине. Ҡатын күҙен асты ла Петерҙе күреп, тороп ултырҙы. 41 Петер ҡулын биреп, уға торорға ярҙам итте. Шунан изгеләрҙе, шул иҫәптән тол ҡатындарҙы саҡырҙы, һәм тегеләре Дөркәнең тере икәнен күрҙе. 42 Был хаҡта бөтә Я́ффала билдәле булды, һәм күптәр Хужабыҙға ышанды. 43 Петер Я́ффала байтаҡ ваҡыт булды, ул Шимун исемле күнсенең өйөндә йәшәне.
10 Ҡайсарияла Италия когортаһының* йөҙ башы булып хеҙмәт иткән Кәрнили исемле бер кеше йәшәй ине. 2 Кәрнили үҙенең бөтә ғаиләһе менән Аллаға табына ине. Ул халыҡҡа мул итеп хәйерҙәр таратып, һәр ваҡыт Аллаға доға ҡыла ине. 3 Көндөҙгө өстәр тирәһендә* ул илаһи күренештә асыҡ итеп Алла фәрештәһен күрҙе. Фәрештә уға килеп: «Кәрнили!» — тип өндәште. 4 Кәрнили ҡурҡып китте һәм уға ҡарап: «Тыңлайым, әфәндем!» — тине. «Алла һинең доғаларыңды ишетте һәм яҡшы эштәреңде күрҙе, — тип әйтте фәрештә. — 5 Я́ффаға кешеләр ебәреп, Пете́р тип йөрөтөлгән Шимунды саҡырт. 6 Ул күнсе Шимунда ҡунаҡта. Уның өйө диңгеҙ буйында тора». 7 Фәрештә китеү менән, Кәрнили ике хеҙмәтсеһен һәм үҙенең ҡул аҫтындағы бер диндар ғәскәриҙе саҡырып алды ла 8 барыһын да һөйләп биреп, уларҙы Я́ффаға ебәрҙе.
9 Иртәгәһенә көн уртаһындараҡ*, шул кешеләр ҡалаға етеп килгәндә, Пете́р өй башына доға ҡылырға менде. 10 Ныҡ асығып, уның ашағыһы килә ине. Өйҙә ашарға әҙерләнгән арала, Пете́р илаһи күренеш күрҙе. 11 Ул күктең асылыуын һәм ҙур етен туҡымаға оҡшаш бер нәмәнең* дүрт мөйөшөнән тотоп ергә төшөрөлөүен күрҙе. 12 Уның эсендә төрлө-төрлө дүрт аяҡлы хайуандар, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар бар ине. 13 Шунда ул: «Тор, Пете́р, һуй ҙа аша!» — тигән тауыш ишетте. 14 Ләкин Пете́р: «Юҡ, әфәндем*, минең бер ҡасан да хәрәм һәм нәжес нәмә ашағаным юҡ», — тине. 15 Тауыш уға икенсе тапҡыр: «Алла таҙа иткәнде бүтән хәрәм тип атама», — тип өндәште. 16 Был өсөнсө тапҡыр ҡабатланғандан һуң, туҡыма шунда уҡ күккә алынды.
17 Пете́р, был күренеш нимә аңлата икән, тип аптырап торған арала, Кәрнили ебәргән кешеләр Шимундың өйөн табып, ҡапҡа төбөнә килеп баҫты. 18 Улар ҡысҡырып, Пете́р тип йөрөтөлгән Шимун ошонда ҡунаҡтамы, тип һораны. 19 Пете́р әле күренеш тураһында уйланған саҡта, рух уға былай тине: «Һине өс кеше эҙләй. 20 Аҫҡа төшөп, икеләнмәйенсә улар менән бар, сөнки уларҙы мин ебәрҙем». 21 Пете́р шул кешеләр янына төштө лә: «Һеҙ эҙләгән кеше — мин. Ниндәй йомош менән килдегеҙ?» — тип һораны. 22 Улар бындай яуап ҡайтарҙы: «Беҙҙе йөҙ башы Кәрнили ебәрҙе. Ул Алланан ҡурҡҡан тәҡүә кеше, уны бөтә еврей халҡы хөрмәт итә. Ул изге фәрештә аша Алланан һине саҡыртырға һәм һүҙҙәреңде тыңларға тигән күрһәтмә алды». 23 Пете́р уларҙы өйгә саҡырып, ҡунаҡ итте.
Ә икенсе көндө ул тороп, улар менән китте, һәм уға Я́ффала йәшәгән ҡайһы бер ҡәрҙәштәр эйәрҙе. 24 Бер көндән һуң Пете́р Ҡайсарияға килеп етте. Кәрнили, туғандарын һәм яҡын дуҫтарын йыйып, уларҙы инде көтә ине. 25 Пете́р килгәс, Кәрнили уны ҡаршы алырға сыҡты һәм уның аяҡтарына йығылып, йөҙ түбән ҡапланды. 26 Әммә Пете́р: «Тор, мин бит һинең кеүек үк кеше», — тиеп, уны торғоҙҙо. 27 Ул Кәрнили менән һөйләшә-һөйләшә өйгә инде һәм унда күп кеше йыйылғанын күрҙе. 28 Пете́р уларға былай тине: «Һеҙ яҡшы беләһегеҙ, еврей кешеһенә башҡа милләт кешеләре менән аралашыу йә уларға барыу тыйыла. Әммә Алла миңә бер кемде лә нәжес тип һанарға тейеш түгел икәнемде күрһәтте. 29 Шуға күрә, һеҙ мине саҡыртҡас, мин бер һүҙһеҙ килдем. Ә хәҙер әйтегеҙ: мине ни өсөн саҡырҙығыҙ?»
30 Кәрнили былай тип яуап бирҙе: «Дүрт көн элек, яҡынса ошо ваҡытта, көндөҙгө өстәр тирәһендә*, мин өйөмдә доға ҡыла инем. Ҡапыл алдымда балҡып торған кейем кейгән бер кеше хасил булды 31 һәм былай тине: „Алла һинең доғаңды ишетте һәм яҡшы эштәреңде күрҙе*. 32 Шуға күрә Я́ффаға кешеләр ебәреп, Пете́р тип йөрөтөлгән Шимунды саҡырт. Ул күнсе Шимунда ҡунаҡта. Уның өйө диңгеҙ буйында тора“. 33 Мин шунда уҡ һинең артыңдан кешеләр ебәрҙем. Беҙ һинең килеүеңә бик шатбыҙ. Хәҙер беҙ бөтәбеҙ ҙә бында Алла алдына йыйылдыҡ һәм Йәһүәнең һиңә әйтергә ҡушҡандарын тыңларға әҙербеҙ».
34 Шунда Пете́р былай тине: «Хәҙер мин ысынлап та Алланың кеше айырмағанын аңланым. 35 Ул үҙенән ҡурҡҡан* һәм дөрөҫ эштәр ҡылған һәр кешене милләтенә ҡарамай ҡабул итә. 36 Алла исраилдарға бөтә кешеләрҙең Хужаһы — Ғайса Мәсих аша тыныслыҡ тураһында һөйөнөслө хәбәр ебәрҙе. 37 Яхъя һыуға сумдырылыу тураһында вәғәзләгәндән һуң, тәүҙә Ғәлиләйәлә, шунан һуң бөтә Йәһүҙиәлә нимә тураһында һүҙ таралғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. 38 Кешеләр Алланың Назаралы Ғайсаны изге рух менән майлағаны, уға көс биргәне, Ғайсаның ил буйлап изгелек ҡылып, Иблис яфалаған кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөгәне тураһында һөйләне. Ғайса бының барыһын Алла уның менән булғанға эшләй алды. 39 Беҙ уның еврейҙар ерендә һәм Йәрүсәлимдә эшләгән бөтә эштәренә шаһит. Ләкин уны бағанаға* ҡаҙаҡлап* үлтерҙеләр. 40 Ә өсөнсө көндө Алла уны терелтте һәм кешеләргә уны күрергә мөмкинлек бирҙе. 41 Бөтә кешегә түгел, ә үҙе һайлап алған шаһиттарға ғына, йәғни беҙгә — ул үленән терелгәндән һуң уның менән ашап-эскән кешеләргә — шундай мөмкинлек бирҙе. 42 Алла Ғайсаны тереләргә һәм үлеләргә хөкөмсө итеп билдәләне. Ул беҙгә ошо хаҡта халҡыбыҙға вәғәзләргә һәм шаһитлыҡ бирергә ҡушты. 43 Бар пәйғәмбәрҙәр ҙә, Ғайсаға ышанған һәр кемдең гонаһтары уның исеме аша кисерелер тиеп, уның тураһында шаһитлыҡ биргән».
44 Пете́р әле һөйләп торғанда, һүҙҙе* тыңлағандарҙың барыһына ла изге рух төштө. 45 Пете́р менән килгән, еврей халҡынан булған шәкерттәр* изге рухтың — Алла бүләгенең — еврей булмағандарға ла бирелгәненә таң ҡалды, 46 сөнки улар шул кешеләрҙең төрлө телдәрҙә һөйләшкәнен һәм Алланы данлағанын ишетте. Шунда Пете́р: 47 «Беҙҙең кеүек үк изге рух алған кешеләрҙе һыуға сумдырылыуҙан кем тыя ала?» — тине лә 48 уларға Ғайса Мәсихте танып* һыуға сумдырылырға ҡушты. Шунан улар Петерҙән үҙҙәрендә бер нисә көнгә ҡалыуын үтенде.
11 Еврей булмағандарҙың Алла һүҙен ҡабул иткәнен Йәһүҙиәләге илселәр һәм ҡәрҙәштәр ишетте. 2 Пете́р Йәрүсәлимгә килгәс, сөннәткә ултыртыу яҡлылар уны тәнҡитләп*: 3 «Һин сөннәтһеҙ кешеләрҙең өйөнә кереп, улар менән бергә ашағанһың», — тине.
4 Шунда Пете́р уларға барыһын да ентекләп һөйләп бирҙе: 5 «Мин Я́ффала инем. Доға ҡылған саҡта илаһи күренештә ҙур етен туҡымаға оҡшаған бер нәмә* күрҙем. Уны дүрт мөйөшөнән тотоп ергә тап минең алдыма төшөрҙөләр. 6 Яҡшылап ҡарағас, унда дүрт аяҡлы хайуандарҙы, йәнлектәр, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштарҙы күрҙем. 7 Шулай уҡ: „Тор, Пете́р, һуй ҙа аша!“ — тигән тауыш ишеттем. 8 Ләкин мин: „Юҡ, әфәндем*, минең бер ҡасан да хәрәм йә нәжес нәмә ашағаным юҡ“, — тип яуап бирҙем. 9 Күктән килгән тауыш миңә икенсе тапҡыр: „Алла таҙа иткәнде бүтән хәрәм тип атама“, — тине. 10 Тауыш өсөнсө тапҡыр өндәшкәндән һуң, барыһы ла кире күккә алынды. 11 Шул ваҡытта уҡ беҙ туҡталған йорт янына миңә Ҡайсариянан ебәрелгән өс кеше килеп баҫты. 12 Рух миңә икеләнмәйенсә улар менән барырға ҡушты. Минең менән шулай уҡ ошо алты ҡәрҙәш тә китте, һәм беҙ шул кешенең йортона барып индек.
13 Ул беҙгә өйөндә фәрештәне күргәне тураһында һөйләне. Фәрештә уға: „Я́ффаға кешеләр ебәреп, Пете́р тип йөрөтөлгән Шимунды саҡырт. 14 Ул һиңә һәм өйөңдәгеләреңә ҡотолор өсөн нимә эшләргә кәрәклеген әйтер“, — тигән. 15 Ә мин һөйләй башлағас, бығаса беҙгә төшкән кеүек, уларға ла изге рух төштө. 16 Шунда мин Хужабыҙҙың: „Яхъя һыуға сумдырҙы, ә һеҙ изге рухҡа сумдырылырһығыҙ“, — тигән һүҙҙәрен иҫемә төшөрҙөм. 17 Шулай итеп, әгәр Алла беҙгә — Хужабыҙ Ғайса Мәсихкә инанғандарға биргән бүләкте уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға кем һуң мин?»
18 Быны ишеткәс, улар тынысланды* һәм: «Тимәк, еврей булмағандарға ла Алла тәүбә итеп, тормошҡа өлгәшергә мөмкинлек биргән», — тиеп Алланы данланы.
19 Стифәндең үлтерелеүенән һуң башланған эҙәрләүҙәр арҡаһында ҡасҡан шәкерттәр, еврейҙарға ғына вәғәзләп, Финикиә, Кипр һәм Антиухияға тиклем барып етте. 20 Уларҙың тыумышы менән Кипрҙан һәм Кириниҙан булғандары Антиухияға килеп, Хужабыҙ Ғайса хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе грекса һөйләшкән кешеләргә вәғәзләй башланы. 21 Йәһүә улар менән булды, һәм күптәр иманға килеп, Хужабыҙға табан боролдо.
22 Был турала хәбәр Йәрүсәлимдәге йыйылышҡа барып етте, һәм Антиухияға Барнабты ебәрҙеләр. 23 Ул, унда килгәс һәм Алланың шәкерттәргә ҡарата ни тиклем игелекле булғанын күргәс, бик шатланды. Барнаб уларҙы Хужабыҙға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне. 24 Барнаб ныҡ иманлы, изге рух тулы яҡшы кеше ине, һәм Хужабыҙға күп кеше ышанды. 25 Шунан Барнаб, Шауылды эҙләп табыр өсөн, Тарсҡа китте. 26 Тапҡас, уны Антиухияға алып килде. Улар бер йыл буйы ундағы йыйылышҡа йөрөп, күп кешене өйрәтте. Тап Антиухияла шәкерттәр Алланың йүнәлтеүе буйынса тәү тапҡыр «мәсихселәр» тип аталды.
27 Шул көндәрҙә Йәрүсәлимдән Антиухияға пәйғәмбәрҙәр килде. 28 Уларҙың береһе, Ағап исемлеһе, изге рух менән һуғарылып, оҙаҡламай бөтә ерҙә көслө аслыҡ буласаҡ, тип пәйғәмбәрлек итте. Был аслыҡ Кла́вдий көндәрендә булды. 29 Шунда шәкерттәр, һәр береһенең хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәләге ҡәрҙәштәргә ярҙам ебәрергә* булды. 30 Шулай эшләнеләр ҙә: йыйылған нәмәләрҙе Барнаб менән Шауыл аша аҡһаҡалдарға ебәрҙеләр.
12 Шул ваҡыттарҙа Һируд* батша йыйылыштағы ҡайһы берәүҙәрҙе эҙәрләй башланы. 2 Ул Яхъяның бер туғаны Яҡупты ҡылыс менән сабып үлтерҙе. 3 Бының еврейҙарға оҡшағанын күргәс, ул Петерҙе лә ҡулға алды. Был Сөсө икмәк байрамы ваҡытында булды. 4 Һируд Петерҙе тотоп алып, төрмәгә ташланы һәм дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмгә уны һаҡларға ҡушты. Ул Петерҙе Ҡотҡарылыу байрамынан һуң халыҡ алдына сығарырға* йыйына ине. 5 Петерҙе төрмәлә һаҡ аҫтында тоттолар, ә йыйылыш уның өсөн Аллаға ҡайнар доғалар ҡылды.
6 Һируд Петерҙе халыҡ алдына сығарырға йыйынған көндөң алдындағы төндә Пете́р ике ғәскәри араһында уларға сылбыр менән бығауланған килеш йоҡлай ине, ә ишек төбөндә һаҡсылар тора ине. 7 Ҡапыл Йәһүәнең фәрештәһе хасил булды, һәм тирә-яҡ яҡтырып китте. Ул Петерҙе ҡабырғаһына төртөп уятты ла: «Тор тиҙерәк», — тине, һәм Петерҙең ҡулдарынан сылбырҙар шыуып төштө. 8 «Билеңде быу ҙа* аяғыңа кей», — тине уға фәрештә. Пете́р шулай эшләне лә. Шунан фәрештә: «Өҫ кейемеңде кей ҙә миңә эйәр», — тине. 9 Пете́р, фәрештә ҡылған был эштәрҙең ысынбарлыҡта булыуын аңламайынса, уның артынан китте. Ул, илаһи күренеш күрәм, тип уйланы. 10 Улар беренсе ҡарауыл һағын, шунан икенсеһен үтте лә ҡалаға сыҡҡан тимер ҡапҡа янына килде. Ҡапҡа үҙенән-үҙе асылып китте. Улар сығып, бер урам буйлап киткәс, фәрештә кинәт күҙҙән юғалды. 11 Шунда Пете́р нимә булғанын аңлап ҡалды ла: «Хәҙер мин теүәл беләм: Йәһүә, мине Һируд ҡулынан һәм еврейҙар ниәтләгән бар нәмәнән ҡотҡарыр өсөн, үҙенең фәрештәһен ебәргән», — тине.
12 Быны аңлағас, ул Марк тип йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәмдең йортона йүнәлде. Унда күп кеше йыйылып, доға ҡыла ине. 13 Пете́р ҡапҡаға туҡылдатҡас, Рүдә исемле хеҙмәтсе ҡыҙ килеп сыҡты. 14 Петерҙең тауышын таныу менән, ул шатлығынан ҡапҡаны ла асмайынса, өйгә йүгереп инеп китте лә ҡапҡа янында Пете́р торғанын хәбәр итте. 15 Улар уға: «Аҡылдан яҙҙыңмы әллә?» — тинеләр. Әммә ҡыҙ, ысын шулай, тип ныҡышҡанға, улар: «Ул уның фәрештәһелер», — ти башланы. 16 Ә Пете́р һаман ҡапҡа янында туҡылдатып тора ине. Улар ҡапҡаны асып, уны күргәс, бик ныҡ ғәжәпләнделәр. 17 Пете́р, ҡулы менән ишара яһап, тауышланмаҫҡа ҡушты һәм Йәһүәнең үҙен төрмәнән нисек сығарғанын ентекләп һөйләп бирҙе. Шунан, был хаҡта Яҡупҡа һәм башҡа ир ҡәрҙәштәргә әйтегеҙ әле, тип үтенде лә икенсе урынға китте.
18 Иртәнсәк ғәскәриҙәр араһында шау-шыу ҡупты, сөнки бер кем дә Петерҙең ҡайҙа икәнен белмәй ине. 19 Һируд уны эҙләп табырға тырышып та, таба алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларға яза бирергә ҡушты. Ә үҙе Йәһүҙиәнән Ҡайсарияға китеп, бер ни тиклем ваҡыт шунда ҡалды.
20 Һирудтың Тир менән Сидон халҡына асыуы сыҡҡайны. Шуға күрә улар бергәләшеп уға килделәр ҙә, батшаның һарай идарасыһы Бластты үҙ яғына ауҙарғандан һуң, татыулашырға теләк белдерҙеләр, сөнки уларҙың өлкәһе аҙыҡ-түлекте батша ерҙәренән ала ине. 21 Билдәләнгән көндө Һируд үҙенең батша кейеменә кейенеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы ла улар алдында һүҙ тотто. 22 Бөтәһе лә: «Был кеше тауышы түгел, ә алла тауышы», — тип ҡысҡыра башланы. 23 Тап шул мәлдә Йәһүә фәрештәһе Һирудты, Алланы данламағаны өсөн, ауырыуға дусар итте. Ул ҡортлап, ҡорттан ашалып үлде.
24 Йәһүә һүҙе киң таралды, һәм шәкерттәр һаны артҡандан-артты.
25 Ә Барнаб менән Шауыл, йыйылған нәмәләрҙе Йәрүсәлимгә алып барып еткергәс, үҙҙәре менән Марк тип йөрөтөлгән Яхъяны алды ла кире Антиухияға ҡайтты.
13 Антиухия йыйылышында пәйғәмбәрҙәр һәм уҡытыусылар бар ине: Барнаб, Ниге́р тип йөрөтөлгән Шимғун, Шауыл, Кириниҙан Лукис һәм идарасы* Һируд менән бергә уҡыған Манаин. 2 Улар Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылып, ураҙа тотҡан саҡта, изге рух: «Миңә Барнаб менән Шауылды айырып ҡуйығыҙ. Мин уларҙы бер эште башҡарыр өсөн һайлап алдым», — тине. 3 Ураҙа тотоп, доға ҡылғандан һуң, улар Барнаб менән Шауылдың өҫтәренә ҡулдарын ҡуйҙы һәм юлға оҙатты.
4 Изге рух ебәргән был ирҙәр Силикиәгә килде лә карапҡа ултырып, Кипрға йөҙөп китте. 5 Саламисҡа килгәс, улар Алла һүҙен еврейҙарҙың синагогаларында вәғәзләй башланы. Уларға шулай уҡ Яхъя ярҙамлашып йөрөнө.
6 Улар, бөтөн утрауҙы үтеп Па́фосҡа килгәс, унда Барйешуа исемле еврей кешеһен осраттылар. Ул сихырсы һәм ялған пәйғәмбәр ине. 7 Ул Кипр утрауының идарасыһына* — Сәргәй Пауыл тигән бик аҡыллы кешегә — хеҙмәт итә ине. Сәргәй Пауыл Барнаб менән Шауылды үҙенә саҡырып алды, сөнки Алла һүҙен ишетергә бик теләй ине. 8 Ләкин Илим*, сихырсы (уның исеме шулай тәржемә ителә), идарасының иманға килеүенә аяҡ салырға тырышып, Барнаб менән Шауылға ҡамасаулай башланы. 9 Шул саҡта Пауыл тип тә йөрөтөлгән Шауыл, изге рух менән һуғарылып, уға текләп ҡараны ла 10 былай тине: «Иблис улы, йөрәгең алдыҡ һәм яуызлыҡ менән тулы! Һин бар тәҡүә нәмәнең дошманы! Нишләп һин Йәһүәнең тура юлдарын кәкре итеп күрһәтәһең? 11 Йәһүәнең ҡулы һиңә ҡаршы күтәрелде: һин һуҡырайырһың һәм күпмелер ваҡыт ҡояш яҡтыһын күрмәҫһең». Шул мәлдә үк уның күҙ алдары томаланып, ҡараңғыланып китте һәм ул, үҙен етәкләр кеше эҙләп, әле бер, әле икенсе яҡҡа ташланды. 12 Идарасы, нимә булғанын күргәс, Хужабыҙға ышанды, сөнки Йәһүә тураһында белгәндәренә таң ҡалды.
13 Пауыл менән уның юлдаштары Па́фостан карапта йөҙөп китеп, Памфилиялағы Пергегә килде. Ләкин Яхъя уларҙы ҡалдырып, Йәрүсәлимгә ҡайтып китте. 14 Ә улар Пергенән Писидиәләге Антиухияға килде. Унда улар шәмбе көндө синагогаға инеп ултырҙы. 15 Муса ҡануны һәм пәйғәмбәрҙәр китаптары уҡылғандан һуң, синагога башлыҡтары уларға бер кеше аша: «Туғандар, беҙҙең өсөн рухландырғыс һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ», — тинеләр. 16 Шунда Пауыл торҙо ла, ҡулы менән ишара яһап, былай тине: «Исраилдар һәм һеҙ, Алланан ҡурҡҡан кешеләр, һүҙемде тыңлағыҙ. 17 Исраил халҡының Аллаһы ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған, Мысырҙа — сит ерҙә йәшәгән саҡтарында уларҙы көслө халыҡ иткән һәм унан ҡеүәтле ҡулы менән алып сыҡҡан. 18 40 йыл тирәһе Алла сүлдә уларҙың тәртиптәренә түҙгән. 19 Ул Ҡәнғәндәге ете халыҡты юҡ итеп, уларҙың ерҙәрен ата-бабаларыбыҙға мираҫ итеп биргән. 20 Быларҙың барыһы 450 йыл тирәһе дауам иткән.
Шунан ул Шамуил пәйғәмбәр көндәренә саҡлы уларға хөкөмсөләр биреп торған. 21 Әммә һуңынан улар үҙҙәренә батша һораған, һәм Алла уларға Бинйәмин ҡәбиләһенән булған Ҡиш улы Шауылды биргән. Ул 40 йыл идара иткән. 22 Шауылды кире ҡаҡҡандан һуң, Алла уларға Дауыт батшаны биреп, уның тураһында: „Мин күңелемә оҡшаған кешене — Ишай улы Дауытты таптым. Ул минең ихтыярымды үтәйәсәк“, — тигән. 23 Үҙе вәғәҙә иткәнсә, Алла Исраилға Дауыт нәҫеленән ҡотҡарыусыны — Ғайсаны биргән. 24 Ул килерҙән алда Яхъя бөтә Исраил халҡын тәүбә итеүҙәрен күрһәтеп һыуға сумдырылырға өндәгән. 25 Хеҙмәтенең аҙағында Яхъя: „Мин һеҙ уйлаған кеше түгел. Ләкин минең артымдан берәү килә, мин уның аяғындағы сандалыйының бауын сисергә лә лайыҡ түгелмен“, — тип әйткән.
26 Ағай-эне, Ибраһим тоҡомдары һәм һеҙ, Алланан ҡурҡыусылар! Ҡотолоу тураһындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде, 27 әммә Йәрүсәлимдә йәшәүселәр һәм уларҙың башлыҡтары уны* ҡабул итмәне. Улар, уға хөкөм сығарып, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе көнө ҡысҡырып уҡылған һүҙҙәрен үтәне. 28 Уны үлемгә хөкөм итергә нигеҙ тапмаһалар ҙа, улар Пилаттан уны язалап үлтереүен талап иттеләр. 29 Уның хаҡында яҙылғандарҙың барыһы ла үтәлгәс, уны бағананан* төшөрөп, ҡәбергә һалдылар. 30 Әммә Алла уны үленән терелтте. 31 Ул күп көндәр дауамында үҙе менән Ғәлиләйәнән Йәрүсәлимгә килгән кешеләргә күренде, ә хәҙер улар уның хаҡында кешеләргә шаһитлыҡ бирә.
32 Беҙ һеҙгә ата-бабаларыбыҙға бирелгән вәғәҙә тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итәбеҙ. 33 Был вәғәҙәне Алла беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың тоҡомдары өсөн, Ғайсаны терелтеп, тулыһынса үтәне. Был тап Зәбур китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды. Унда: „Һин — минең улым, бөгөн мин һиңә атай булдым“, — тиелгән. 34 Алла үҙенең уны үленән терелтеп мәңгегә сереүҙән ҡотҡарасағы тураһында былай тигән: „Дауытҡа бирелгән ышаныслы вәғәҙәм буйынса, һеҙҙе тоғро яратырмын“. 35 Шуға күрә Зәбурҙың башҡа мәҙхиәһендә лә: „Һин үҙ тоғроңа серергә бирмәҫһең“, — тиелгән. 36 Дауыт ғүмере буйы Аллаға хеҙмәт иткән*, үлгән һәм ата-бабалары янына ерләнеп, тәне серегән. 37 Ә Алла үленән терелткән заттың тәне серемәне.
38 Шуға күрә, ағай-эне, һеҙгә билдәле булһын: шул кеше арҡаһында гонаһтар кисерелеүе мөмкин булды. Ошо хаҡта беҙ һеҙгә бөгөн һөйләйбеҙ ҙә. 39 Уның арҡаһында уға ышанған һәр кем Муса ҡануны һеҙҙе аҡлай алмаған бөтә нәмәлә ғәйепһеҙ тип иғлан ителә. 40 Һаҡ булығыҙ, пәйғәмбәрҙәр китаптарында әйтелгәндәр башығыҙға төшмәһен. Унда былай тиелгән: 41 „Ҡарағыҙ, мыҫҡыллап көлөүселәр, таң ҡалығыҙ һәм юҡ булығыҙ, сөнки һеҙҙең көндәрҙә мин шундай эш ҡылам, хатта һеҙгә был хаҡта һөйләһәләр ҙә, быға ғүмерҙә лә ышанмаҫ инегеҙ“».
42 Пауыл менән Барнаб синагоганан сығып барғанда, кешеләр уларҙан был хаҡта киләһе шәмбе көндө лә һөйләүҙәрен үтенде. 43 Синагогала йыйылыш тамамланғандан һуң, күп кенә еврейҙар һәм йәһүд диненә күскәндәр* Пауыл менән Барнабҡа эйәрҙе. Пауыл менән Барнаб иһә улар менән әңгәмәләшеп, артабан да Алланың сикһеҙ игелегенә лайыҡ булып ҡалырға өндәне.
44 Киләһе шәмбе көнө Йәһүә һүҙен тыңларға бөтә ҡала тиерлек йыйылды. 45 Еврейҙар шул тиклем күп кешене күреп, көнләшә башланы һәм Пауылдың һүҙҙәренә ҡаршы төшөп, уны мыҫҡылларға тотондо. 46 Ә Пауыл менән Барнаб ҡыйыу рәүештә былай тине: «Алла һүҙе тәүҙә һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине. Әммә һеҙ уны кире ҡағып, үҙегеҙҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡ тип һанамағас, беҙ башҡа халыҡтарға китәбеҙ. 47 Сөнки Йәһүә беҙгә былай тине: „Һин ҡотолоуҙы ер сигенә тиклем еткерһен тип, мин һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ итеп ҡуйҙым“».
48 Быны ишеткәс, башҡа халыҡ кешеләре шатланды һәм Йәһүә һүҙен данланы. Мәңгелек тормош юлына баҫырға теләгән бөтә кеше Хужабыҙға ышанды. 49 Йәһүә һүҙе шул тирәләге бөтә ерҙәргә тарала барҙы. 50 Ләкин еврейҙар күренекле диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың дәрәжәле кешеләрен Пауыл менән Барнабҡа ҡаршы ҡотортоп, уларҙы эҙәрләй башланы һәм ҡаланан ҡыуып сығарҙы. 51 Шунда Пауыл менән Барнаб аяҡтарындағы саңды ҡағып төшөрҙөләр ҙә* Икуниға киттеләр. 52 Ә шәкерттәр изге рух менән һуғарыла ине һәм күңелдәре шатлыҡ менән тула ине.
14 Икуниҙа Пауыл менән Барнаб еврейҙарҙың синагогаһына керҙе. Уларҙың тәьҫирле итеп һөйләүенән бик күп еврейҙар һәм гректар Ғайсаның шәкерте булып китте. 2 Әммә ышанмаған еврейҙар башҡа халыҡ кешеләрен ҡәрҙәштәргә ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата дошманлыҡ уятты. 3 Пауыл менән Барнаб унда байтаҡ ваҡыт булды һәм Йәһүәнән бирелгән хакимлыҡ менән ҡыйыу рәүештә вәғәзләне. Ә Алла, үҙенең сикһеҙ игелеге тураһындағы хәбәрҙе раҫлап, уларға билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәтергә көс бирҙе. 4 Ҡала халҡы икегә бүленде: берәүҙәре — еврейҙар яҡлы, ә икенселәре илселәр яҡлы булды. 5 Башҡа халыҡ кешеләре һәм еврейҙар үҙҙәренең башлыҡтары менән, илселәрҙе кәмһетеп, таш менән бәреп үлтерер өсөн, уларға һөжүм итергә ниәтләне. 6 Быны белеп ҡалғас, Пауыл менән Барнаб ҡасып китте. Улар Ликәүниәләге Листрә менән Дирбе ҡалаларына һәм шул тирәләге ерҙәргә барып, 7 унда һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүҙәрен дауам итте.
8 Листрәлә тыумыштан ғәрип булған, аяҡтары йөрөмәгән бер кеше йәшәй ине. 9 Ул Пауылдың һөйләгәндәрен тыңлап ултырҙы. Пауыл уға туп-тура ҡарап, уның иманы барлығын һәм һауыға алыуын күрҙе лә 10 ҡысҡырып: «Аяғыңа баҫ!» — тине. Тегеһе һикереп торҙо ла йөрөй башланы. 11 Кешеләр, Пауылдың нимә эшләгәнен күргәс, ликәүни телендә: «Илаһтар кеше ҡиәфәтенә инеп, яныбыҙға төштө!» — тип ҡысҡыра башланы. 12 Улар Барнабты — Зевс тип, ә Пауылды Гермес тип атаны, сөнки күбеһенсә Пауыл һөйләне. 13 Ҡала ҡапҡаһы алдында урынлашҡан Зевс ғибәҙәтханаһының руханийы, халыҡ менән бергә ҡорбандар килтерергә теләп, ҡапҡа янына үгеҙҙәр һәм япраҡтан үрелгән таждар килтерҙе.
14 Ләкин илселәр, Барнаб менән Пауыл, был хаҡта ишеткәс, өҫтәрендәге кейемдәрен йыртып ебәрҙе лә халыҡ араһына ташланып, былай тип ҡысҡыра башланы: 15 «Нимә эшләйһегеҙ? Беҙ бит һеҙҙең кеүек үк кешеләр. Һеҙ файҙаһыҙ нәмәләрҙе кире ҡағып, күк, ер, диңгеҙ һәм ундағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән тере Аллаға табан боролһон өсөн, беҙ һеҙгә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләйбеҙ. 16 Элек ул бөтә халыҡтарға үҙ юлдары менән йөрөргә ирек биргән. 17 Шулай ҙа, изгелектәр эшләп, үҙе тураһында шаһитлыҡ биреүҙән туҡтамаған: ул һеҙгә күктән ямғырҙар яуҙырып, үҙ ваҡытында мул уңыш биргән, һеҙҙе ризыҡ менән туйындырған һәм күңелдәрегеҙҙе шатлыҡ менән тултырған». 18 Ошо һүҙҙәр менән улар саҡ-саҡ халыҡты үҙҙәренә ҡорбан килтермәҫкә күндерҙе.
19 Ләкин һуңынан Антиухия менән Икуниҙан еврейҙар килеп, халыҡты Пауылға ҡаршы ҡотортто. Шунан уны таш менән бәргесләнеләр ҙә, үлде тип уйлап, ҡала ситенә һөйрәп сығарып ташланылар. 20 Уның янына шәкерттәр йыйылғас, ул торҙо ла ҡалаға керҙе, ә иртәгәһенә Барнаб менән Дирбегә китте. 21 Шул ҡалала һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп, күптәрҙе шәкерт иткәндән һуң, улар кире Листрә, Икуни һәм Антиухияға китте. 22 Унда улар шәкерттәрҙең рухын нығытып һәм уларҙы иманда ныҡ булып ҡалырға өндәп: «Алла Батшалығына инерҙән алда, беҙ күп ғазаптар аша үтергә тейеш», — тине. 23 Бынан тыш, улар һәр йыйылышта Аллаға инанған ҡайһы бер ирҙәрҙе аҡһаҡалдар итеп билдәләне һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы Йәһүә ҡулына тапшырҙы.
24 Шунан улар Писидиә аша үтеп, Памфилияға килде 25 һәм, Алла һүҙен Пергелә һөйләгәндән һуң, Атталияға йүнәлде. 26 Ә унан, карапҡа ултырып, Антиухияға киттеләр. (Ошо ҡалала элегерәк уларға Алланың сикһеҙ игелеге буйынса уның эше ышанып тапшырылғайны. Улар шул эште башҡарып ҡайтып килә ине.)
27 Антиухияға килгәс, улар йыйылыш менән осрашып, Алланың үҙҙәре аша нимәләр эшләгәнен һәм бүтән халыҡтарға нисек итеп иман ишеген асҡанын һөйләп бирҙеләр. 28 Улар шәкерттәр менән күп ваҡыт үткәрҙе.
15 Йәһүҙиәнән бер нисә кеше килеп, ҡәрҙәштәрҙе: «Әгәр ҙә Муса ҡануны буйынса сөннәтләнмәһәгеҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ», — тип өйрәтә башланы. 2 Пауыл менән Барнаб шул кешеләр менән ризалашманы, һәм улар күп бәхәсләште. Шуға күрә Пауылды, Барнабты һәм тағы бер нисә ҡәрҙәште был һорау менән* Йәрүсәлимгә илселәр менән аҡһаҡалдарға ебәрергә булдылар.
3 Башта йыйылыш уларҙы әҙерәк оҙатып барҙы, ә шунан улар юлды үҙҙәре генә Финикиә һәм Самария аша дауам итте. Улар шул ерҙәрҙә йәшәгән ҡәрҙәштәргә башҡа халыҡ кешеләренең Аллаға табан боролоуҙары тураһында ентекләп һөйләне, һәм бөтәһе лә бик ҡыуанды. 4 Йәрүсәлимгә килеп еткәс, ундағы йыйылыш, илселәр һәм аҡһаҡалдар уларҙы асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Пауыл менән Барнаб Алланың үҙҙәре аша ҡылған бөтә эштәре хаҡында һөйләп бирҙе. 5 Ләкин фарисейҙар араһынан* сыҡҡан ҡайһы бер ҡәрҙәштәр урындарынан тороп: «Уларҙы сөннәткә ултыртып, Муса ҡанунын тотоуҙарын талап итергә кәрәк», — тинеләр.
6 Шунда илселәр менән аҡһаҡалдар был һорауҙы ҡарап сығыр өсөн йыйылды. 7 Оҙаҡ ҡына ҡыҙыу фекер алышҡандан һуң, Петер урынынан торҙо ла былай тине: «Ҡәрҙәштәр, һеҙ яҡшы беләһегеҙ, башҡа халыҡ кешеләре һөйөнөслө хәбәрҙе ишетеп иманға килһен өсөн, Алла баштан уҡ арабыҙҙан мине һайлап алды. 8 Кеше күңелен белгән Алла, беҙгә биргән кеүек уларға ла изге рух биреп, уларҙы ҡабул иткәнен күрһәтте. 9 Ул, беҙҙең менән улар араһында бер ниндәй айырма яһамайынса, уларҙың күңелдәрен иман аша сафландырҙы. 10 Шулай булғас, ниңә һеҙ, шәкерттәрҙең елкәһенә ата-бабаларыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған ауыр йөктө һалып, Алланы һынайһығыҙ? 11 Беҙ бит, үҙебеҙ Хужабыҙ Ғайсаның сикһеҙ игелеге арҡаһында ҡотолған кеүек, улар ҙа шул уҡ рәүешсә ҡотолор тип ышанабыҙ».
12 Был һүҙҙәрҙән һуң барыһы ла тынып ҡалды һәм Барнаб менән Пауылды тыңлай башланы. Улар Алланың үҙҙәре аша башҡа халыҡтар араһында күпме билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәткәне хаҡында һөйләне. 13 Улар һөйләп бөткәс, Яҡуп былай тине: «Ҡәрҙәштәр, тыңлағыҙ әле мине. 14 Шимғун* Алланың, үҙ исемен йөрөтәсәк халыҡ йыйыр өсөн, башҡа халыҡтарға беренсе тапҡыр иғтибар иткәне тураһында ентекләп һөйләп бирҙе. 15 Был пәйғәмбәрҙәр китаптарында яҙылған бындай һүҙҙәргә тура килә: 16 „Шунан һуң мин кире ҡайтырмын да Дауыттың емерелгән йортон* торғоҙормон, емереклектәрен яңынан төҙөрмөн һәм уны элекке хәленә ҡайтарырмын. 17 Мин быны ҡалған кешеләр исемем менән аталған барса халыҡ кешеләре менән бергә бар көстәрен һалып мине, Йәһүәне, эҙләһендәр өсөн эшләнем“, — тип әйтә Йәһүә, 18 боронғонан билдәле булған ошо эштәрҙе ҡылыусы Алла“. 19 Шуға күрә мин, Аллаға хеҙмәт итергә теләгән башҡа халыҡ кешеләренә ҡыйынлыҡтар тыуҙырырға кәрәкмәй, тип һанайым. 20 Әммә уларға, боттарға табыныу менән бәйле бөтә нәмәнән, енси әхлаҡһыҙлыҡтан*, быуып* үлтерелгән хайуан итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙып ебәрергә кәрәк, 21 сөнки Мусаның һүҙҙәрен боронғо ваҡыттарҙан бирле бөтә ҡалаларҙа вәғәзләйҙәр һәм һәр шәмбе көнө синагогаларҙа ҡысҡырып уҡыйҙар».
22 Шунда илселәр һәм аҡһаҡалдар бөтә йыйылыш менән бергә ике кешене һайлап алып, уларҙы Пауыл һәм Барнаб менән Антиухияға ебәрергә хәл итте. Улар Барсаб тип йөрөтөлгән Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар. Был кешеләр йыйылышта етәкселек итеүселәр араһынан ине. 23 Улар аша ошондай хат ебәрҙеләр: «Антиухия, Сүриә һәм Киликиәләге башҡа халыҡтарҙан булған ҡәҙерле ҡәрҙәштәр! Беҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, илселәр һәм аҡһаҡалдар, һеҙҙе ихлас сәләмләйбеҙ! 24 Ишеткәнебеҙсә, ҡайһы берәүҙәр беҙҙән һеҙгә килеп, һүҙҙәре менән күңелегеҙҙе борсоған һәм рухығыҙҙы ҡаҡшатырға тырышҡан, әммә беҙ уларға бер ниндәй ҙә күрһәтмәләр бирмәгән инек. 25 Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы буйынса, бер нисә кешене һайлап, уларҙы ҡәҙерле ҡәрҙәштәребеҙ Барнаб һәм Пауыл менән бергә һеҙҙең янға ебәрергә булдыҡ. 26 Улар икеһе лә — Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең исеме хаҡына үҙ ғүмерен аямаған кешеләр. 27 Ошо хатта яҙылғанды шулай уҡ телдән дә һөйләп бирһендәр өсөн, Йәһүҙә менән Силасты ебәрәбеҙ. 28 Изге рух ярҙамы менән беҙ һеҙҙең өҫтөгөҙгә ошо талаптарҙан башҡа бүтән бер ниндәй ҙә йөк һалырға кәрәкмәй тигән һығымтаға килдек: 29 боттарға ҡорбан ителгәндән, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси әхлаҡһыҙлыҡтан* тыйылығыҙ. Ошо нәмәләрҙән һаҡланһағыҙ, һеҙҙең барыһы ла һәйбәт булыр. Иҫән-һау булығыҙ!»
30 Ебәрелгән ҡәрҙәштәр Антиухияға барып, шәкерттәрҙе йыйҙы ла уларға хатты тапшырҙы. 31 Хатты уҡығас, ҡәрҙәштәр ундағы дәртләндергес һүҙҙәргә ҡыуанды. 32 Ә Йәһүҙә менән Силас, пәйғәмбәрҙәр ҙә булғанға, телмәрҙәре менән ҡәрҙәштәрҙең рухын нығытты. 33 Улар унда күпмелер ваҡыт булғандан һуң, ҡәрҙәштәр хәйерле юл теләп уларҙы Йәрүсәлимгә оҙатты. 34 ——* 35 Ә Пауыл менән Барнаб Антиухияла ҡалды. Улар башҡаларҙы өйрәтте һәм ҡәрҙәштәр менән бергә Йәһүәнең һүҙе хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләне.
36 Бер нисә көндән һуң Пауыл Барнабҡа: «Әйҙә, Йәһүә һүҙен вәғәзләгән бөтә ҡалаларға яңынан барып, шундағы ҡәрҙәштәрҙең хәлдәрен беләйек», — тине. 37 Барнаб Марк тип йөрөтөлгән Яхъяны ла үҙҙәре менән алырға булды. 38 Ләкин Пауыл уны алырға теләмәне, сөнки Памфилияла Марк уларҙы ташлап китеп, улар менән Алла һүҙен вәғәзләргә бармағайны. 39 Шуның арҡаһында Пауыл менән Барнаб ныҡ ҡына иреште, һәм икеһе ике яҡҡа китте. Барнаб Маркты алды ла, карапҡа ултырып, Кипрға йөҙөп китте, 40 ә Пауыл Силасты һайланы. Ҡәрҙәштәр Йәһүәнең Пауылға сикһеҙ игелек күрһәтеүен һорап доға ҡылғандан һуң, ул юлға сыҡты. 41 Пауыл, йыйылыштарҙы нығытып, Сүриә һәм Киликиә аша китте.
16 Пауыл Дирбегә, ә шунан Листрәгә килде. Унда Тимәти исемле шәкерт бар ине. Уның әсәһе шәкерт булып киткән еврей, ә атаһы грек ине. 2 Листрәлә һәм Икуниҙа йәшәгән ҡәрҙәштәр Тимәтиҙе маҡтап телгә ала ине. 3 Пауыл уны үҙе менән алырға теләне, ләкин тәүҙә уны сөннәтләне, сөнки шул ерҙәрҙә йәшәгән бөтә еврейҙар уның атаһы грек икәнен белә ине. 4 Ҡалалар аша үткәндә улар ҡәрҙәштәргә Йәрүсәлимдәге илселәр менән аҡһаҡалдар ҡабул иткән ҡарарҙарҙы еткерҙе. 5 Һөҙөмтәлә йыйылыштар иманда нығынды, һәм иманға килеүселәрҙең һаны көндән-көн арта барҙы.
6 Улар Фригиә менән Ғалатия аша үтте, сөнки изге рух уларҙы Алла һүҙен Азияла* һөйләүҙән тыйҙы. 7 Шунан, Мисиәгә килеп еткәс, улар Битиниәгә бармаҡсы булды, ләкин Ғайса рух аша рөхсәт итмәне. 8 Шуға күрә улар Мисиәне үтеп китеп, Труасҡа килделәр. 9 Төнөн Пауылға илаһи күренеш бирелде: уның алдында бер македон: «Македо́нияға килеп, беҙгә ярҙам ит», — тип ялбарып тора ине. 10 Был күренештән һуң беҙ шунда уҡ Македо́нияға китергә булдыҡ, сөнки Алла беҙҙе һөйөнөслө хәбәрҙе шунда вәғәзләргә саҡырҙы тигән һығымтаға килдек.
11 Труастан беҙ карапҡа ултырып, туп-тура Саматраҡҡа йөҙөп киттек, ә киләһе көндө Ниапулға килеп еттек. 12 Унан беҙ Рим колонияһы һәм Македо́нияның шул өлөшөндәге төп ҡала булған Филипиға юл тоттоҡ. Унда бер нисә көн булдыҡ. 13 Шәмбе көндө беҙ ҡаланан сығып, йылға буйына киттек, доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйланыҡ. Йылға буйында беҙ ултырып, унда йыйылған ҡатындар менән һөйләшә башланыҡ. 14 Унда Тиатира ҡалаһынан булған, Аллаға табынған Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Ул ҡыҙыл күк төҫтәге туҡыма һәм кейем һатыусы* ине. Ул беҙҙе тыңлап ултырҙы һәм Пауыл һөйләгәндәрҙе ҡабул итте, сөнки Йәһүә уның йөрәген асты. 15 Үҙе һәм өйөндәгеләре һыуға сумдырылғас, ул ныҡышмалыҡ менән: «Әгәр мине Йәһүәгә тоғро тип һанаһағыҙ, өйөмә килеп, ҡунаҡ булығыҙ», — тип үтенеп, беҙҙе күндерҙе.
16 Бер көндө доға ҡылыу урынына китеп барғанда, беҙгә ен эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек итеп, хужаларына күп табыш килтерә ине. 17 Шул ҡыҙ Пауыл менән беҙгә эйәреп: «Был кешеләр — Аллаһы Тәғәләнең ҡолдары. Улар һеҙгә ҡотолоу юлын иғлан итә», — тип ҡысҡырып йөрөнө. 18 Ул күп көндәр шулай эшләне. Ахыр сиктә Пауыл ялҡып китте лә боролоп, рухҡа: «Ғайса Мәсих исеменән һиңә унан сығырға бойорам!» — тине, һәм рух шунда уҡ сыҡты.
19 Ҡыҙҙың хужалары, табыштан мәхрүм ҡалғандарын аңлағас, Пауыл менән Силасты тотоп алдылар ҙа ҡала майҙанына* түрәләргә һөйрәп алып киттеләр. 20 Улар Пауыл менән Силасты ҡала башлыҡтарына* килтереп, былай тинеләр: «Был кешеләр ҡалабыҙҙағы тыныслыҡты боҙа. Улар еврейҙар 21 һәм беҙгә, римдарға, үҙләштерергә лә, үтәргә лә ярамаған йолаларға өйрәтә». 22 Унда йыйылған бөтә халыҡ, асыуҙары ҡабарып, Пауыл менән Силасҡа ҡысҡыра башланы. Ҡала башлыҡтары йолҡҡослап уларҙың кейемдәрен систерергә һәм сыбыҡ менән һуҡтырырға бойорҙо. 23 Уларҙы ныҡ итеп туҡмап, төрмәгә ташланылар һәм төрмә һаҡсыһына уларҙы бик ҡаты һаҡларға бойорҙолар. 24 Шундай бойороҡ алғас, ул уларҙы төрмәнең төпкө бүлмәһенә ябып, аяҡтарын ағас ҡыҫмаға һуғып ҡуйҙы.
25 Төн уртаһындараҡ Пауыл менән Силас Аллаға доға ҡылып, маҡтау йырҙары йырланы, ә тотҡондар уларҙы тыңланы. 26 Ҡапыл ныҡ итеп ер тетрәне, һәм төрмәнең нигеҙе һелкенде. Шунда бөтә ишектәр асылып китте лә, бар тотҡондарҙың да бығауҙары шыуып төштө. 27 Төрмә һаҡсыһы уянып, ишектәрҙең асыҡ икәнен күргәс, тотҡондар ҡасҡан тип уйлап, ҡылысын алды ла үҙ-үҙен үлтерергә теләне. 28 Ләкин Пауыл уға: «Үҙеңә ҡул һалма! Беҙ барыбыҙ ҙа бында!» — тип ҡысҡырҙы. 29 Төрмә һаҡсыһы яҡтыртҡыстар килтерергә ҡушты ла эскә йүгереп керҙе һәм, ҡалтыранып, Пауыл менән Силас алдына тубыҡланды. 30 Ул уларҙы төрмәнән алып сыҡты ла: «Әфәнделәр, ҡотолор өсөн миңә нимә эшләргә?» — тип һораны. 31 «Хужабыҙ Ғайсаға ышан, шул саҡта үҙең дә, өйөңдәгеләр ҙә ҡотолор», — тип яуап бирҙе улар. 32 Пауыл менән Силас Йәһүә һүҙен уға һәм уның өйөндәгеләрҙең барыһына вәғәзләне. 33 Шул төндө төрмә һаҡсыһы уларҙы үҙе менән алып китеп, яраларын йыуҙы. Ә шунан үҙе лә, өйөндәгеләре лә шунда уҡ һыуға сумдырылды. 34 Төрмә һаҡсыһы Пауыл менән Силасты өйөнә алып килеп, уларға табын әҙерләне. Үҙенең өйөндәгеләре менән бергә ул Аллаға ышанғанына бик ныҡ ҡыуанды.
35 Иртәнсәк ҡала башлыҡтары тәртип һаҡсыларын* ебәреп, төрмә һаҡсыһына: «Теге кешеләрҙе иреккә сығар», — тигән хәбәр еткерҙе. 36 Төрмә һаҡсыһы Пауылға: «Ҡала башлыҡтары һеҙҙең икегеҙҙе лә иреккә сығарырға ҡушты. Шуға барығыҙ, иҫән-имен йөрөгөҙ», — тип әйтте. 37 Ләкин Пауыл былай тине: «Беҙҙе, Рим граждандарын, хөкөмһөҙ-ниһеҙ бөтөн кеше алдында сыбыҡ менән һуҡтырып төрмәгә ташланылар, ә хәҙер йәшерен генә азат итәләрме? Юҡ инде, үҙҙәре килеп, беҙҙе сығарһындар!» 38 Тәртип һаҡсылары был һүҙҙәрҙе ҡала башлыҡтарына еткерҙе. Тегеләре, Пауыл менән Силастың Рим граждандары икәнен белгәс, ҡурҡыуға төштө. 39 Ҡала башлыҡтары килеп, уларҙан ғәфү үтенде, шунан уларҙы төрмәнән сығарып, ҡаланан китеүҙәрен һораны. 40 Ләкин Пауыл менән Силас, төрмәнән сыҡҡас, Лидиәнең өйөнә йүнәлде. Унда улар ҡәрҙәштәр менән күрешеп, уларҙы рухландырҙылар ҙа ҡаланан сығып киттеләр.
17 Амфипул менән Апалуния аша үтеп, улар Тисалу́никаға килделәр. Унда еврейҙарҙың синагогаһы бар ине. 2 Пауыл, ғәҙәте буйынса, синагогаға барҙы. Унда ул өс шәмбе рәттән кешеләр менән Яҙмалар нигеҙендә фекер алышты. 3 Ул Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте. «Мин һеҙгә Ғайса хаҡында вәғәзләйем, һәм шул Ғайса — Мәсих», — тип әйтә ине Пауыл. 4 Һөҙөмтәлә уларҙың ҡайһы берҙәре Ғайсаның шәкерте булып китеп, Пауыл менән Силасҡа ҡушылды. Шулай уҡ Аллаға табынған бик күп гректар һәм күп кенә күренекле ҡатындар ҙа ышанды.
5 Ләкин еврейҙар быға көнләшеп, ҡала майҙанында эшһеҙ йөрөгән йүнһеҙ кешеләрҙе йыйҙы ла ҡалала бола ҡуптарҙы. Улар Ясундың өйөнә бәреп кереп, унда Пауыл менән Силасты эҙләй башланы, сөнки уларҙы халыҡ алдына сығарырға теләне. 6 Пауыл менән Силасты тапмайынса, улар Ясунды һәм тағы бер нисә ҡәрҙәште ҡала түрәләренә һөйрәп алып китте. Улар былай тип ҡысҡыра ине: «Бөтөн донъяның аҫтын-өҫкә килтергән* был кешеләр хәҙер бында ла килгәндәр, 7 ә Ясун уларҙы үҙендә ҡунаҡ итеп ята. Уларҙың барыһы ла, бүтән батша — Ғайса бар тиеп, ҡайсар* закондарына ҡаршы сыға». 8 Был һүҙҙәр халыҡты һәм ҡала түрәләрен хафаға һалды. 9 Улар Ясунды һәм башҡа ҡәрҙәштәрҙе залог түләттергәс кенә ебәрҙеләр.
10 Шул уҡ төндө ҡәрҙәштәр Пауыл менән Силасты Бируяға оҙатты. Унда барып етеү менән, Пауыл менән Силас еврейҙарҙың синагогаһына китте. 11 Бындағы кешеләр тисалуникаларға ҡарағанда киңерәк ҡарашлы ине. Улар Алла һүҙен теләп ҡабул итте һәм, ишеткәндәренең дөрөҫмө икәнен белер өсөн, көн һайын Яҙмаларҙы ентекләп тикшерҙе. 12 Шуға күрә уларҙың күбеһе Ғайсаның шәкерте булып китте. Шулай уҡ күп кенә хөрмәтле грек ҡатындары һәм ҡайһы бер грек ирҙәре иманға килде. 13 Әммә Тисалу́никалағы еврейҙар, Пауылдың Алла һүҙен Бируяла ла вәғәзләгәнен белеп ҡалғас, кешеләрҙе шәкерттәргә ҡаршы ҡотортор өсөн, Бируяға килделәр. 14 Шуға күрә ҡәрҙәштәр шунда уҡ Пауылды диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Силас менән Тимәти ҡалдылар. 15 Ҡәрҙәштәр Пауылды Афи́наға тиклем оҙатты ла кире ҡайтты. Пауыл улар аша Силас менән Тимәтигә, яныма мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етегеҙ, тигән хәбәр тапшырҙы.
16 Пауыл уларҙы Афи́нала көттө. Был ҡалалағы боттарҙың күплеген күреп, уның йәне көйҙө. 17 Ул синагогала еврейҙар һәм Аллаға табынған башҡа кешеләр менән фекер алышты, шулай уҡ көн һайын ҡала майҙанында осраған кешеләр менән әңгәмәләште. 18 Әммә ҡайһы бер фәлсәфәселәр — эпикурсылар һәм сто́иктар — уның менән бәхәсләшә башланы. Ул уларға Ғайса хаҡындағы һәм үленән терелеү тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәнгә күрә, берәүҙәре: «Был лығырлаҡ ни әйтергә теләй?» — ә икенселәре: «Ул сит илаһтар тураһында вәғәзләй, шикелле», — тиеште. 19 Шунда уны Ареопагҡа* килтерҙеләр ҙә: «Һин ниндәй яңы тәғлимәткә өйрәтәһең ул? 20 Әллә ниндәй сәйер һүҙҙәр һөйләйһең, уларҙың мәғәнәһенә төшөнгөбөҙ килә», — тинеләр. 21 (Бар Афи́на халҡы һәм унда йәшәгән* сит ил кешеләре бөтә буш ваҡыттарын ниндәй ҙә булһа яңы нәмәләр тураһында һөйләп йәки тыңлап үткәрергә ярата ине.) 22 Пауыл Ареопаг уртаһына торҙо ла былай тине: «Афи́на халҡы! Күренеп тора, башҡаларға ҡарағанда һеҙ илаһтарҙан нығыраҡ ҡурҡаһығыҙ*. 23 Ҡалағыҙ буйлап изге урындарығыҙҙы ҡарап йөрөгәндә, „Билдәһеҙ Аллаға“ тип яҙылған ҡорбан усағын күрҙем. Һеҙ үҙегеҙ ҙә белмәйенсә табынған шул Зат тураһында мин һеҙгә вәғәзләйем дә. 24 Донъяны һәм унда булған бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән Алла, күктең һәм ерҙең Хужаһы булараҡ, кеше төҙөгән ғибәҙәтханаларҙа йәшәмәй. 25 Ул кеше бирә алған бер нәмәгә лә мохтаж түгел, сөнки ул үҙе барыһына ла йәшәү, һулыш һәм башҡа бөтә нәмәне бирә. 26 Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, ул бер кешенән бөтә халыҡтарҙы бар иткән, улар өсөн ваҡиғалар ваҡытын һәм улар йәшәгән урындарҙың сиктәрен билдәләгән. 27 Ул быны кешеләр уны тырышып эҙләһендәр һәм тапһындар өсөн эшләгән, сөнки ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел. 28 Уның арҡаһында беҙ йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ. Һеҙҙең ҡайһы бер шағирҙарығыҙ ҙа: „Беҙ бөтәбеҙ ҙә — уның балалары“, — тип әйткән бит.
29 Ә Алла балалары булғас, беҙ, Алла алтындан, көмөштән йә таштан яһалған нәмәгә — кешеләр уйлап сығарып яһаған нәмәгә оҡшаш, тип уйларға тейеш түгелбеҙ. 30 Элек Алла ундай наҙанлыҡҡа күҙ йомған булһа ла, хәҙер ул бөтә кешеләрҙе, ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, тәүбә итергә саҡыра. 31 Сөнки ул үҙе билдәләгән кеше аша бөтә донъяны ғәҙел хөкөм итергә ниәтләгән һәм көнөн билдәләп ҡуйған. Алла, ул кешене үленән терелтеп, был көндөң килерен һәр кемгә иҫбат иткән».
32 Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, берәүҙәр көлә башланы, ә башҡалары: «Был хаҡта һине тағы тыңлап алырбыҙ әле», — тинеләр. 33 Пауыл уларҙың янынан китте, 34 әммә ҡайһы берәүҙәр уға ҡушылды һәм шәкерттәр булып китте. Улар араһында Ареопаг хөкөмсөһө Дианис, Дамар исемле ҡатын һәм башҡалар бар ине.
18 Шунан Пауыл Афи́нанан китеп, Кәринткә килде. 2 Унда ул Понт ҡалаһында тыуып үҫкән Акил исемле бер еврейҙы һәм уның ҡатыны Прискиланы осратты. Кла́вдий бөтә еврейҙарға Римдан китергә әмер биргәнлектән, улар күптән түгел генә Италиянан килгәйне. Пауыл уларға барып, 3 һөнәрҙәре бер үк булғанға, уларҙың өйөндә туҡталды һәм улар менән бергә эшләй башланы. Һөнәрҙәре сатыр яһау ине. 4 Һәр шәмбе көнө Пауыл синагогала телмәр һөйләне* һәм еврейҙар менән гректарҙы һөйләгәндәренә ышандырҙы.
5 Македо́ниянан Силас менән Тимәти килгәс, Пауыл еврейҙарға Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбатлап, Алла һүҙен тағы ла күберәк вәғәзләй башланы. 6 Әммә еврейҙар уға ҡаршы сығып, уны мыҫҡыллай ине, шуға күрә Пауыл кейемендәге саңды ҡағып төшөрҙө* лә: «Һеҙ үлемегеҙҙә үҙегеҙ ғәйепле*. Мин ғәйепле түгел, инде башҡа халыҡ кешеләренә китәм», — тине. 7 Ул синагоганан китеп, Аллаға табынған Титас Юсты исемле кешенең өйөнә барҙы. (Уның өйө синагога янында ине.) 8 Әммә синагога башлығы Криспи һәм уның өйөндәгеләрҙең барыһы ла Хужабыҙға ышанды. Шулай уҡ хәбәрҙе ишеткән күп кенә кәринттәр ҙә иманға килеп, һыуға сумдырылды. 9 Төндә Хужабыҙ Пауылға илаһи күренештә: «Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама, — тине, — 10 сөнки мин һинең менән, берәү ҙә һиңә һөжүм итеп, зыян килтермәҫ. Был ҡалала миңә ышанасаҡ кешеләр күп». 11 Пауыл кәринттәрҙе Алла һүҙенә өйрәтеп, унда йыл ярым йәшәне.
12 Аха́яла Галлион идара иткәндә*, еврейҙар һүҙ ҡуйышып, Пауылды тотоп алдылар ҙа хөкөм итеү урынына килтереп, 13 идарасыға*: «Был кеше халыҡты законға ҡаршы килгән юл менән Аллаға табынырға өйрәтә», — тинеләр. 14 Пауыл ауыҙын да асып өлгөрмәне, Галлион еврейҙарға былай тине: «Әгәр ҙә һүҙ хоҡуҡ боҙоу йәки ниндәйҙер етди енәйәт тураһында барһа, мин һеҙҙе тыңлар инем. 15 Әммә бәхәсегеҙ һүҙҙәр, исемдәр һәм һеҙҙең законығыҙға бәйле икән, быны үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мин ундай эштәрҙә хөкөмсө булырға теләмәйем». 16 Ошо һүҙҙәр менән ул уларҙы хөкөм итеү урынынан ҡыуып ебәрҙе. 17 Шунда улар синагога башлығы Сәстинде тотоп алып, хөкөм итеү урыны алдында туҡмарға тотондолар. Ләкин Галлиондың быға иҫе лә китмәне.
18 Пауыл, унда күпмелер ваҡыт булғандан һуң, ҡәрҙәштәр менән хушлашты ла карапҡа ултырып, Прискила һәм Акил менән Сүриәгә йөҙөп китте. Быға тиклем ул, нәҙер әйткәнгә, Кинхрәйҙә сәсен алдырғайны. 19 Эфесҡа килеп еткәс, Пауыл уларҙы ҡалала ҡалдырҙы ла синагогаға барып, еврейҙар менән әңгәмәләште*. 20 Улар унан тағы бер аҙға ҡалыуын һораһалар ҙа, ул ризалашманы. 21 Пауыл улар менән хушлашып: «Әгәр Йәһүә теләһә, тағы янығыҙға килермен», — тине. Ул Эфестан карапта йөҙөп китеп, 22 Ҡайсарияға килде. Шунан ул Йәрүсәлимгә барып, унда йыйылыш менән осрашты, ә һуңынан Антиухияға юл тотто.
23 Антиухияла күпмелер ваҡыт булғандан һуң, Пауыл тағы юлға сыҡты. Ул, шәкерттәрҙең рухын нығытып, Ғалатия һәм Фригиә ҡалалары аша үтте.
24 Эфесҡа тыумышы менән Искәндәриәнән булған Апалус исемле бер еврей килде. Апалус телгә оҫта, Яҙмаларҙы яҡшы белгән кеше ине. 25 Ул Йәһүәнең юлына өйрәтелгәйне*. Яхъя вәғәзләгән һыуға сумдырылыу тураһында ғына белһә лә, ул изге рух тәьҫирендә, ялҡынланып Ғайса тураһында теүәл һөйләй һәм өйрәтә ине. 26 Апалус синагогала ҡыйыу һөйләй башланы. Уны тыңлағандан һуң, Прискила менән Акил уны үҙҙәренә саҡырып алып, уға Алла юлын тағы ла теүәлерәк итеп аңлатып бирҙе. 27 Апалус Аха́яға барырға йыйына ине, шуға күрә ҡәрҙәштәр ундағы шәкерттәргә хат яҙып, уны яҡты йөҙ менән ҡабул итеүҙәрен һораны. Аха́яға килгәс, ул Алланың сикһеҙ игелеге арҡаһында иманға килгән кешеләргә бик ныҡ ярҙам итте. 28 Ул, Яҙмалар нигеҙендә Ғайсаның Мәсих икәнлеген күрһәтеп, халыҡ алдында еврейҙарҙың яңылышҡандарын ҙур ашҡыныу менән, ышандырырлыҡ итеп иҫбат итә ине.
19 Апалус Кәринттә булған саҡта, Пауыл диңгеҙҙән алыҫ ятҡан райондар аша Эфесҡа китте. Унда ул бер нисә шәкертте осратып, 2 уларҙан: «Һеҙ иманға килгәндә изге рух алдығыҙмы?» — тип һораны. Улар: «Беҙ изге рух тураһында бер нәмә лә ишетмәнек», — тинеләр. 3 «Улайһа, һеҙ нисек һыуға сумдырылдығыҙ һуң?» — тип һораны ул. «Яхъя өйрәткәнсә һыуға сумдырылдыҡ», — тип яуап бирҙе улар. 4 Пауыл былай тине: «Яхъя үткәргән һыуға сумдырылыу тәүбә итеүҙе күрһәткәйне. Ул кешеләрҙе үҙе артынан килеүсегә, йәғни Ғайсаға ышанырға өндәгәйне». 5 Быны ишеткәс, улар Хужабыҙ Ғайсаны танып һыуға сумдырылды. 6 Пауыл уларға ҡулдарын ҡуйғас, улар изге рух алып, төрлө телдәрҙә һөйләй һәм пәйғәмбәрлек итә башланы. 7 Унда ун икеләп кеше* бар ине.
8 Өс ай буйы Пауыл синагогала ҡыйыу вәғәзләне: ул телмәрҙәр һөйләне һәм тыңлаусыларын Алла Батшалығына ышандырырға тырышты. 9 Ләкин ҡайһы берәүҙәр, үҙһүҙләнеп, ышанырға теләмәне* һәм барыһы алдында Юлды* яманланы. Шуға Пауыл шәкерттәрҙе үҙе менән алып, улар янынан китте һәм көн һайын Тирандың мәктәбендә телмәрҙәр менән сығыш яһаны. 10 Ул ике йыл буйы шулай өйрәтте, һөҙөмтәлә Азияла* йәшәүселәрҙең барыһы ла — еврейҙар ҙа, гректар ҙа — Раббының һүҙен ишетте.
11 Алла Пауыл аша ғәжәйеп мөғжизәләр ҡыла ине. 12 Хатта ауырыуҙарға уның яулыҡтарын* һәм алъяпҡыстарын ғына килтерһәләр ҙә, улар һауыға ине һәм кешеләрҙән яуыз рухтар сыға ине. 13 Ил гиҙеп, ендәрҙе ҡыуып сығарып йөрөгән ҡайһы бер еврейҙар ҙа яуыз рухтар эйәләшкән кешеләргә: «Пауыл вәғәзләгән Ғайсаның исеменән һеҙгә сығырға ҡушам», — тиеп, Хужабыҙ Ғайсаның исемен ҡулланырға маташтылар. 14 Еврейҙарҙың Скиба исемле өлкән руханийының ете улы ла шулай эшләй ине. 15 Әммә яуыз рух уларға: «Ғайсаны беләм, Пауыл да миңә таныш, ә һеҙ кем?» — тине. 16 Яуыз рух эйәләшкән кеше уларға һөжүм итеп, уларҙы бер-бер артлы туҡмап ташланы. Тегеләре кейемһеҙ, яраланған килеш шул йорттан сығып ҡасты. 17 Был хаҡта Эфестың бөтә халҡы — еврейҙар ҙа, гректар ҙа белеп ҡалды. Улар ҡурҡыуға төштө, һәм Хужабыҙ Ғайсаның исеме тағы ла нығыраҡ ихтирам ителә башланы. 18 Ғайсаның шәкерте булып киткән күп кеше, үҙ гонаһтарын танып, ҡылған насар эштәре тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп бирә ине. 19 Сихырсылыҡ менән шөғөлләнгән байтаҡ кеше китаптарын килтереп, уларҙы барыһы алдында яндырҙы. Яндырылған китаптарҙың хаҡын иҫәпләгәс, барлығы 50 000 көмөш тәңкә сыҡты. 20 Шулай итеп Йәһүә һүҙе таралғандан-таралды, һәм уның йоғонтоһо көсәйә барҙы.
21 Ошо ваҡиғаларҙан һуң Пауыл Македо́ния менән Аха́я аша үтеп, Йәрүсәлимгә барырға ҡарар итте. Ул: «Йәрүсәлимдә булғандан һуң, мин Римды ла күрергә тейешмен», — тине. 22 Пауыл Македо́нияға үҙенең ике ярҙамсыһын — Тимәти менән Ирастты ебәрҙе, ә үҙе бер аҙ ваҡытҡа Азияла ҡалды.
23 Шул ваҡытта Юл* арҡаһында көслө шау-шыу күтәрелде. 24 Диметрәй исемле бер көмөшсө, көмөштән Артеми́даның кескенә ғибәҙәтханаларын яһап, һөнәрселәргә арыу ғына табыш алырға ярҙам итә ине. 25 Ул уларҙы һәм башҡа оҫталарҙы йыйҙы ла былай тине: «Егеттәр! Етеш тормошобоҙҙоң ошо кәсепкә бәйле икәнлеген һеҙ яҡшы беләһегеҙ. 26 Шулай уҡ Пауыл тигән кешенең нимә эшләгәнен дә күреп-ишетеп йөрөйһөгөҙ. Ул, кеше ҡулы менән яһалған илаһтар ысынында илаһтар түгел тиеп, Эфеста ғына түгел, ә бөтә Азияла тиерлек күп кешене ышандыра алған. 27 Шуның арҡаһында кәсебебеҙҙең яманаты сығыуы бар, шулай уҡ хатта бөйөк алиһә Артеми́да ғибәҙәтханаһының әһәмиәте бөтөп, барлыҡ Азия һәм бөтә донъя табына торған алиһәнең үҙ бөйөклөгөнән мәхрүм ҡалыуы ихтимал». 28 Быны ишеткәс, улар ярһып китеп: «Эфес Артеми́даһы бөйөк!» — тип ҡысҡыра башланы.
29 Ҡалала боларыш башланды. Пауылдың юлдаштарын — македон кешеләре Ғай менән Арыстарҡты тотоп алып, бөтәһе лә амфитеатрға атлыҡты. 30 Пауыл халыҡҡа өндәшер өсөн шунда барырға теләне, әммә шәкерттәр уны ебәрмәне. 31 Хатта байрамдар һәм уйындар ойоштороусыларҙың ҡайһы берҙәре лә — Пауылға дуҫтарса ҡарағандары — уға кешеләр ебәреп, унда бармауын һәм үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймауын үтенде. 32 Ә йыйылған халыҡ араһында тәртипһеҙлек хөкөм һөрҙө. Күбеһе ни өсөн йыйылғандарын да белмәй ине, шунлыҡтан берәүҙәр — бер нәмә, икенселәре башҡа нәмә ҡысҡыра ине. 33 Еврейҙар Искәндәр исемле бер кешене алғараҡ этеп сығарҙы, ә ҡайһы берәүҙәр уны халыҡ алдына сығарып баҫтырҙы. Искәндәр, халыҡҡа һүҙ әйтергә теләп, ҡулы менән ишара яһаны. 34 Әммә уның еврей икәнен аңлағас, бөтәһе лә бер тауыштан: «Эфес Артеми́даһы бөйөк!» — тип ике сәғәт буйы тиерлек ҡысҡырҙы.
35 Ахыр сиктә ҡала башлығы халыҡты тынысландырып былай тине: «Эфестар! Эфес ҡалаһының бөйөк Артеми́да ғибәҙәтханаһын һәм күктән төшкән һынды һаҡлаусы ҡала икәнен кем белмәй?! 36 Быға тамсы ла шик юҡ! Шулай булғас, һеҙгә тыныслыҡ һаҡларға һәм уйлап эш итергә кәрәк. 37 Һеҙ бында килтергән кешеләр ғибәҙәтхананы ла таламаған, алиһәбеҙҙе лә хурламаған. 38 Ә әгәр Диметрәй һәм башҡа һөнәрселәр берәйһен нимәләлер ғәйепләргә теләй икән, бының өсөн суд көндәре һәм идарасылар* бар, бер-береһен судта ғәйепләһендәр. 39 Әммә әгәр һеҙ башҡа берәй нәмә теләйһегеҙ икән, быны законлы рәүештә үткәрелгән йыйылышта хәл итергә кәрәк. 40 Юғиһә бөгөнгө ваҡиғалар арҡаһында беҙҙе фетнәгә ҡотортоуҙа ғәйепләүҙәре бар, ә бит бындай йыйынды аҡларлыҡ һис бер сәбәбебеҙ юҡ». 41 Ошо һүҙҙәр менән ул йыйылған халыҡты таратты.
20 Боларыш тынғас, Пауыл шәкерттәрҙе янына саҡыртты һәм, уларҙы рухландырғандан һуң, хушлашты ла Македонияға китте. 2 Шул ерҙәрҙән үткәндә, ул күп яҡшы һүҙҙәр менән ундағы шәкерттәрҙең рухын күтәрҙе, ә шунан Грецияға килде. 3 Унда өс ай булғандан һуң, ул карапта йәнә Сүриәгә китергә теләгәйне, әммә еврейҙарҙың үҙен үлтерергә йыйынғандарын белеп ҡалғас, Македо́ния аша барырға хәл итте. 4 Бируянан булған Пирустың улы Сапатыр, Тисалу́никанан Арыстарҡ менән Сикунт, Дирбенән Ғай, шулай уҡ Тимәти һәм Азиянан* Тихиҡ менән Трәфим Пауылды оҙата барҙылар. 5 Улар алдан китеп, беҙҙе Труаста көтөп торҙо. 6 Ә беҙ Сөсө икмәк байрамынан һуң Филипиҙа карапҡа ултырҙыҡ та биш көндән һуң улар янына Труасҡа килеп еттек. Беҙ унда ете көн булдыҡ.
7 Аҙнаның беренсе көнөндә беҙ ашарға бергә йыйылдыҡ. Киләһе көндө Пауыл юлға сығырға тейеш ине, шуға ул шунда йыйылғандарға телмәр менән мөрәжәғәт итте һәм төн уртаһына тиклем һөйләне. 8 Беҙ йыйылған өҫкө бүлмәлә күп яҡтыртҡыстар яна ине. 9 Пауыл һөйләгән ваҡытта тәҙрә төбөндә ултырған Әфтих исемле бер егет ҡаты йоҡлап китте һәм өсөнсө ҡаттан йығылып төштө. Янына килеп ҡараһалар, ул үлгән ине. 10 Пауыл аҫҡа төштө лә егеттең өҫтөнә эйелеп, уны ҡосаҡланы. «Борсолмағыҙ, ул хәҙер тере», — тине ул. 11 Шунан Пауыл өҫкә менде лә икмәк һындырып* ашай башланы. Ул тағы оҙаҡ ҡына, таң атҡансы, улар менән һөйләшеп ултырҙы, ә һуңынан юлға сыҡты. 12 Ә егетте, тере булыуына ҡыуанып, өйөнә алып ҡайтып киттеләр.
13 Шунан беҙ карапҡа ултырып, Ассусҡа йөҙөп киттек, Пауылды шул ерҙән алып китергә тейеш инек. Ул үҙе шулай ҡушҡайны, сөнки унда тиклем йәйәү барырға булғайны. 14 Пауыл менән Ассуста осрашҡас, беҙ уны карапҡа ултыртып алдыҡ та Митилинға киттек. 15 Иртәгәһе көндө беҙ унан йөҙөп китеп, Хиусҡа барып еттек, бер көндән Самусҡа һуғылдыҡ һәм тағы бер көндән һуң Милитҡа килдек. 16 Пауыл, Азияла тотҡарланмаҫ өсөн, Эфеста туҡталмаҫҡа булды. Ул ашыға ине, сөнки Илленсе көн байрамына Йәрүсәлимгә барып етергә теләй ине.
17 Милиттан ул Эфесҡа хәбәр ебәреп, йыйылыш аҡһаҡалдарын саҡыртып алды. 18 Улар килгәс, Пауыл былай тине: «Һеҙ Азияға килеүемдең беренсе көнөнән үк арағыҙҙа үҙемде нисек тотҡанымды яҡшы беләһегеҙ. 19 Мине үлтерергә теләгән еврейҙар арҡаһында һынауҙарға юлығып, күҙ йәштәре түгеп, ҙур кеселеклек менән Раббыға* хеҙмәт иттем*. 20 Мин һеҙгә файҙалы булырҙай нәмәләрҙе* һөйләүҙән дә, һеҙҙе халыҡ алдында һәм өйҙән-өйгә йөрөп өйрәтеүҙән дә туҡтаманым. 21 Ышандырырлыҡ дәлилдәр килтереп*, мин еврейҙарҙы һәм гректарҙы тәүбә итергә, Аллаға табан боролорға һәм Хужабыҙ Ғайсаға ышанырға өндәнем. 22 Ә хәҙер, рухҡа буйһоноп, мин Йәрүсәлимгә барам, тик үҙемде унда нимә көткәнен белмәйем. 23 Шуны ғына беләм: изге рух мине төрмә һәм ғазаптар көтөүе тураһында һәр ҡалала ҡабат-ҡабат әйтә. 24 Ләкин мин ғүмеремде һис тә аямайым, тик юлымды тамамларға һәм Хужабыҙ Ғайсанан бирелгән хеҙмәтте башҡарып сығырға ғына теләйем. Был хеҙмәт — Алланың сикһеҙ игелеге тураһында һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү*.
25 Мин беләм: һеҙҙең берегеҙ ҙә — минең Батшалыҡ хаҡындағы вәғәземде тыңлаған кешеләрҙең береһе лә — бүтән бер ҡасан да мине күрмәҫ. 26 Шуға бөгөн һеҙҙән бер кемдең дә үлемендә ғәйепле булмауымды* раҫлауығыҙҙы үтенәм, 27 сөнки мин һеҙгә Алла ниәтләгән нәмәләрҙе* һөйләүҙән туҡтаманым. 28 Үҙ-үҙегеҙҙе күҙәтегеҙ һәм бөтөн көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Һеҙҙе изге рух Алланың көтөүен көтөр өсөн күҙәтеүселәр итеп билдәләгән. Алла ул көтөүҙе Улының ҡаны менән һатып алған. 29 Шуны беләм: мин киткәс, янығыҙға көтөүҙе аямаған* йыртҡыс бүреләр килер. 30 Һеҙҙең арағыҙҙан да шәкерттәрҙе үҙҙәренең артынан алып китер өсөн хәҡиҡәтте боҙоп һөйләгән кешеләр килеп сығыр.
31 Шуға күрә уяу булығыҙ һәм өс йыл буйы көнө-төнө, бер туҡтауһыҙ, һәр берегеҙгә күҙ йәштәре менән нәсихәт биргәнемде иҫегеҙҙә тотоғоҙ. 32 Ә хәҙер һеҙҙе Алла һәм уның сикһеҙ игелеге тураһындағы һүҙ яҡлаһын. Ул һүҙ һеҙҙе нығытып, һеҙгә бөтә изге ителгәндәр араһында мираҫ бирә ала. 33 Мин бер ҡасан да берәүҙән дә үҙемә көмөш, алтын йә кейем һораманым. 34 Һеҙ беләһегеҙ, мин үҙ ҡулдарым менән үҙемә лә, юлдаштарыма ла йәшәргә аҡса эшләп таптым. 35 Эшләгән бөтә эштәрем менән һеҙгә шуны күрһәттем: һеҙ тырышып эшләргә, хәлһеҙҙәргә ярҙам итергә һәм Хужабыҙ Ғайсаның „алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк“ тигән һүҙҙәрен иҫтә тоторға тейеш».
36 Һөйләп бөткәс, Пауыл бөтәһе менән бергә тубыҡланып, доға ҡылды. 37 Барыһы ла илап ебәрҙе һәм уны ҡосаҡлап үпте. 38 Пауылдың «бүтән мине күрмәҫһегеҙ» тигән һүҙҙәре уларҙы бигерәк тә ҡайғыға һалды. Шунан улар Пауылды карапҡа тиклем оҙатты.
21 Уларҙан көскә айырылып, беҙ карапҡа ултырҙыҡ та туп-тура Ҡосҡа йүнәлдек, икенсе көн Ро́доста булдыҡ, ә шунан Патараға килеп еттек. 2 Финикиәгә барған карапты тапҡас, беҙ уға ултырып, юлыбыҙҙы дауам иттек. 3 Кипр утрауына яҡынлашҡас, беҙ уны һул яҡта ҡалдырып, Сүриәгә табан йөҙөп киттек һәм Тирҙа туҡталдыҡ, унда караптан йөк бушатылырға тейеш ине. 4 Шәкерттәрҙе эҙләп табып, беҙ уларҙа ете көн йәшәнек. Улар изге рухтан хәбәр алып, Пауылды Йәрүсәлимгә аяҡ баҫмаҫҡа ҡат-ҡат киҫәтте. 5 Китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Уларҙың бөтәһе лә, ҡатындар менән балалар ҙа, беҙҙе портҡа тиклем оҙата барҙы. Унда беҙ тубыҡланып доға ҡылдыҡ. 6 Хушлашҡандан һуң, беҙ карапҡа ултырҙыҡ, ә улар өйҙәренә ҡайтып китте.
7 Тирҙан беҙ Пталимайға килдек. Унда беҙ ҡәрҙәштәр менән осрашып, уларҙа бер көн булдыҡ та 8 киләһе көндө юлға сыҡтыҡ. Ҡайсарияға еткәс, беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүсе Филиптың өйөндә туҡталдыҡ. Ул һайланған ете кешенең береһе* ине. 9 Уның кейәүгә сыҡмаған, пәйғәмбәрлек иткән дүрт ҡыҙы бар ине. 10 Беҙ унда күп кенә көн үткәргәс, Йәһүҙиәнән Ағап исемле пәйғәмбәр килде. 11 Ул беҙгә килеп, Пауылдың билбауын алды ла үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләп, былай тине: «Изге рух бына нимә ти: „Йәрүсәлимдә еврейҙар ошо билбауҙың хужаһын ошолай бәйләр ҙә башҡа халыҡ кешеләренең ҡулына тапшырыр“». 12 Быны ишеткәс, беҙ һәм урындағы ҡәрҙәштәр Пауылдан Йәрүсәлимгә бармауын үтенә башланыҡ. 13 Әммә ул: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илайһығыҙ һәм йөрәгемде өҙгөләйһегеҙ*? Мин Хужабыҙ Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен», — тип әйтте. 14 Уны күндерә алмағас, беҙ бүтән ныҡышманыҡ* һәм: «Йәһүәнең ихтыяры үтәлһен», — тинек.
15 Шунан һуң беҙ юлға йыйынып, Йәрүсәлимгә киттек. 16 Беҙҙең менән Ҡайсариянан бер нисә шәкерт тә барҙы. Улар беҙҙе тыумышы менән Кипрҙан булған Мынасындың өйөнә килтерҙе. Ул тәүге шәкерттәрҙең береһе ине, беҙ уның өйөндә туҡталырға тейеш инек. 17 Йәрүсәлимгә килгәс, ҡәрҙәштәр беҙҙе йылы ҡабул итте. 18 Киләһе көндө Пауыл беҙҙең менән Яҡупҡа барҙы, унда бөтә аҡһаҡалдар йыйылғайны. 19 Уларҙы сәләмләгәндән һуң, Пауыл үҙенең хеҙмәте аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәне тураһында ентекләп һөйләй башланы.
20 Пауылды тыңлағандан һуң, улар Алланы данланы, ә шунан былай тине: «Ҡәрҙәш, нисә мең еврейҙың Ғайсаның шәкерте булып киткәнен үҙең күреп тораһың! Уларҙың бөтәһе лә — Ҡанунды ашҡынып яҡлаусылар. 21 Әммә уларға һинең хаҡта имеш-мимештәр килеп еткән. Йәнәһе, һин башҡа халыҡтар араһында йәшәгән еврейҙарҙы балаларын сөннәткә ултыртмаҫҡа һәм йолаларҙы тотмаҫҡа өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең. 22 Нимә эшләйек икән? Әлбиттә, улар һинең бында килгәнеңде ишетер. 23 Шуға күрә беҙ әйткәнсә эшлә. Беҙҙең нәҙер әйткән дүрт кешебеҙ бар. 24 Улар менән бергә барып, таҙарыныу йолаһын үтә. Сәстәрен алдыра алһындар өсөн, уларҙың сығымдарын үҙ өҫтөңә ал. Шул саҡта бөтәһе лә һинең туралағы имеш-мимештәрҙең дөрөҫ түгеллеген һәм һинең әле лә Ҡанунды үтәп йәшәгәнеңде аңлар. 25 Ә инде иманға килгән башҡа халыҡ кешеләренә беҙ хат яҙып, боттарға ҡорбан ителгәндән, ҡандан, быуып* үлтерелгән хайуан итенән һәм енси әхлаҡһыҙлыҡтан* тыйылырға кәрәк, тигән ҡарарыбыҙҙы еткерҙек».
26 Икенсе көндө Пауыл шул ирҙәр менән таҙарыныу йолаһын үтәне лә, таҙарыныу көндәре ҡасан бөтөрөн һәм һәр береһе өсөн ҡорбан ҡасан килтерелерен иғлан итер өсөн, ғибәҙәтханаға керҙе.
27 Ете таҙарыныу көнө тамамланып барғанда, Азиянан* булған еврейҙар Пауылды ғибәҙәтханала күреп ҡалдылар ҙа уға ҡаршы халыҡ төркөмөн ҡоторттолар. Улар уны тотоп алып: 28 «Исраилдар, ярҙам итегеҙ! — тип ҡысҡырҙылар. — Был кеше бөтә ерҙә халҡыбыҙҙы, Ҡануныбыҙҙы һәм ошо урынды хурлаған тәғлимәтте тарата. Етмәһә, ул ғибәҙәтханаға гректарҙы килтереп, ошо изге урынды нәжесләгән». 29 Бер аҙ элегерәк улар ҡалала уның менән Эфестан булған Трәфимде күреп, Пауыл уны ғибәҙәтханаға алып ингән, тип уйлағайнылар. 30 Бөтә ҡалала шау-шыу күтәрелде, һәм халыҡ йыйылып китте. Пауылды тотоп алдылар ҙа ғибәҙәтхананан һөйрәп алып сыҡтылар. Шунда уҡ ғибәҙәтхананың ҡапҡаһын ябып ҡуйҙылар. 31 Улар уны үлтерергә теләп туҡмаған саҡта, мең башына* Йәрүсәлимдә боларыш башланғаны тураһында хәбәр иттеләр. 32 Ул шунда уҡ ғәскәриҙәрҙе һәм йөҙ баштарын алды ла йыйылған халыҡҡа табан йүгерҙе. Мең башы менән ғәскәриҙәрҙе күргәс, улар Пауылды туҡмауҙан туҡтаны.
33 Мең башы килеп, Пауылды ҡулға алды ла уны ике сылбыр менән бығауларға ҡушты, шунан уның кем булғаны һәм нимә эшләгәне тураһында һораны. 34 Әммә халыҡ араһынан берәүҙәр — бер нәмә, икенселәре башҡа нәмә ҡысҡырҙы. Шау-шыу арҡаһында ул бер нәмә лә белә алманы, шуға Пауылды ғәскәриҙәрҙең дөйөм ятағына алып барырға ҡушты. 35 Пауыл баҫҡысҡа килеп еткәс, халыҡ шул тиклем ҡоторондо, ғәскәриҙәргә хатта уны күтәреп барырға тура килде. 36 Ә халыҡ арттан: «Үлтерегеҙ уны!» — тип ҡысҡырып барҙы.
37 Ғәскәриҙәрҙең дөйөм ятағына кереп барғанда, Пауыл мең башына: «Һиңә бер нәмә әйтһәм буламы?» — тине. Тегеһе ғәжәпләнеп: «Һин грекса беләһеңме ни? 38 Тимәк, һин күптән түгел фетнә күтәреп, 4 000 ҡоралланған кешене* сүлгә алып киткән теге Мысыр кешеһе түгелһең?» — тип һораны. 39 Шунда Пауыл: «Мин — еврей, Киликиәләге яҡшы билдәле Тарс ҡалаһының гражданы. Үтенәм, миңә халыҡҡа өндәшергә рөхсәт итсе», — тине. 40 Тегеһе рөхсәт иткәс, Пауыл баҫҡыста торған килеш халыҡҡа ишара яһаны. Тәрән тынлыҡ урынлашты, һәм Пауыл еврей телендә былай тип һөйләй башланы:
22 «Атайҙар һәм ағай-эне, тыңлағыҙ әле, үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйткем килә». 2 Уның еврейса һөйләшкәнен ишеткәс, улар тағы ла нығыраҡ тынып ҡалды. Шунда Пауыл былай тине: 3 «Мин еврей, Киликиәләге Тарс ҡалаһында тыуғанмын, ә белемде ошо ҡалала, Йәрүсәлимдә, Ғәмәлиилдең үҙенән* алдым. Мин ата-бабаларҙың Ҡанунын теүәл үтәргә өйрәтелдем һәм, һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға ашҡынып хеҙмәт иттем. 4 Мин ошо Юлдан* барыусыларҙы эҙәрләп, үлемдәренә сәбәпсе булдым, ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла ҡулға алып, төрмәгә ташланым. 5 Быны баш рухани һәм Кәңәшмәнең бөтә аҡһаҡалдары раҫлай ала. Уларҙан мин Дамаскылағы еврейҙарға яҙылған хаттар алдым һәм, унда ла ошо Юлдан* барыусыларҙы ҡулға алып, язаға тартыр өсөн Йәрүсәлимгә килтерергә тип, Дамаскыға киттем.
6 Ләкин Дамаскыға етеп килгәндә, көн уртаһындараҡ, ҡапыл күктән төшкән сағыу яҡтылыҡ тирә-яғымды яҡтыртып ебәрҙе. 7 Мин ергә йығылдым һәм: „Шауыл, Шауыл, ниңә һин мине эҙәрләйһең?“ — тигән тауыш ишеттем. 8 Мин: „Әфәндем, һин кем?“ — тип һораным. „Һин эҙәрләгән Назаралы Ғайса“, — тип яуап бирҙе ул. 9 Юлдаштарым, яҡтылыҡты күрһәләр ҙә, минең менән һөйләшкән тауышты ишетмәнеләр. 10 Шунда мин: „Әфәндем, миңә нимә эшләргә?“ — тип һораным. „Тор ҙа Дамаскыға бар, унда һиңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтерҙәр“, — тине ул. 11 Әммә сағыу яҡтылыҡтан мин һуҡырайҙым, шуға юлдаштарым мине Дамаскыға етәкләп алып барҙылар.
12 Унда диндар, Ҡанунға тоғро Ханания исемле бер кеше йәшәй ине. Уны Дамаскылағы бөтә еврейҙар хөрмәт итә ине. 13 Ул яныма килеп: „Шауыл, ҡәрҙәшем, күҙҙәрең асылһын“, — тине. Шунда уҡ күҙҙәрем асылды, һәм мин уны күрҙем. 14 Ханания былай тине: „Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һине һайлап алды. Ул быны һин уның ихтыярын белһен һәм тәҡүә затты күреп, уның тауышын ишетһен өсөн эшләне, 15 сөнки һин уның шаһиты булырһың һәм барыһына ла күргән-ишеткәндәреңде һөйләрһең. 16 Шуға ниңә оҙаҡҡа һуҙырға? Тор ҙа һыуға сумдырыл. Алла гонаһтарыңды кисерһен өсөн, Ғайсаның исеменә ышан“.
17 Йәрүсәлимгә ҡайтып, ғибәҙәтханала доға ҡылып торғанда, миңә илаһи күренеш бирелде. 18 Күренештә Хужам миңә: „Тиҙерәк бул, Йәрүсәлимдән йәһәтерәк кит, сөнки бында минең туралағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр“, — тине. 19 Шул саҡ мин әйттем: „Улар һиңә ышанғандарҙы төрмәгә ултыртҡанымды һәм синагогаларҙа туҡмағанымды яҡшы белә. 20 Шаһитың Стифәндең ҡаны ҡойолғанда ла, мин уның үлтерелеүен хуплап һәм үлтереүселәрҙең өҫ кейемдәрен һаҡлап, шунда торҙом“. 21 Әммә ул миңә: „Бар, мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтарға ебәрәм“, — тине».
22 Халыҡ Пауылды тыңлап торҙо, әммә уның ошо һүҙҙәрҙе әйтеүе булды, барыһы ла: «Был кешене ер йөҙөнән юҡ итегеҙ! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел!» — тип ҡысҡыра башланы. 23 Улар аҡыра-аҡыра өҫ кейемдәрен сисеп төрлө яҡҡа ташланылар һәм һауаға туҙан ырғыттылар. 24 Мең башы Пауылды ғәскәриҙәрҙең дөйөм ятағына алып барып ҡамсыларға һәм, еврейҙарҙың ни өсөн уның үлемен талап иткәнен асыҡлар өсөн, унан һорау алырға бойорҙо. 25 Ләкин Пауылды ҡамсылар өсөн бәйләгәс, ул янында торған йөҙ башынан: «Һеҙҙең Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға хаҡығыҙ бармы ни?» — тип һораны. 26 Быны ишеткәс, йөҙ башы мең башына барып: «Һин нимә эшләйһең? Ул бит Рим гражданы», — тине. 27 Шунда мең башы Пауыл янына килеп: «Әйт әле, һин ысынлап та Рим гражданымы?» — тип һораны. «Эйе», — тип яуап бирҙе Пауыл. 28 Мең башы: «Мин был гражданлыҡты күп аҡса түләп алдым», — тигәс, Пауыл: «Ә мин тыумыштан Рим гражданы», — тине.
29 Пауылдан һорау алырға йыйынған ғәскәриҙәр шунда уҡ уның янынан ситкәрәк китте. Ә мең башы Рим гражданын сылбыр менән бығаулағаны өсөн ҡурҡыуға төштө.
30 Киләһе көндө, еврейҙарҙың Пауылды нимәлә ғәйепләгәнен асыҡларға теләп, мең башы уның сылбырҙарын систерҙе лә өлкән руханиҙар менән Юғары кәңәшмә ағзаларының барыһына ла йыйылырға ҡушты. Шунан ул Пауылды улар алдына килтереп баҫтырҙы.
23 Пауыл Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡараны ла: «Ағай-эне, бөгөнгө көнгә тиклем Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем», — тине. 2 Шунда баш рухани Ханания Пауылдың янында торғандарға уның ауыҙына һуғырға ҡушты. 3 Пауыл уға: «Алла һиңә һуғасаҡ, ағартылған стена! Һин бында мине Ҡанун буйынса хөкөм итер өсөн ултыраһың, ә үҙең, миңә һуғырға әмер биреп, Ҡанунды боҙаһың!» — тип әйтте. 4 Янында торған кешеләр: «Алланың баш руханийын мыҫҡыл итәһеңме?» — тинеләр. 5 Пауыл: «Ағай-эне, мин уның баш рухани икәнен белмәнем, — тине. — „Халҡыңдың башлығын яманлама“ тип яҙылған бит».
6 Пауыл Кәңәшмәнең бер өлөшө — саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнен белә ине, шуға күрә ҡысҡырып: «Ағай-эне, мин — фарисей, фарисей улымын, мине үлеләрҙең терелеүенә ышанғаным өсөн хөкөм итәләр», — тине. 7 Ул шулай тигәс, фарисейҙар менән саддукейҙар араһында бәхәс сыҡты, һәм йыйылғандар икегә бүленде. 8 (Саддукейҙар, терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ, тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың барыһына ышана.) 9 Ҙур ғауға ҡупты. Фарисейҙарҙан булған ҡайһы бер ҡанун белгестәре урындарынан торҙо ла ярһып былай тине: «Беҙ, был кеше бер ниндәй ҙә насар нәмә эшләмәгән, тип уйлайбыҙ. Ә әгәр ҙә уның менән рух йә фәрештә һөйләшкән икән...» 10 Ыҙғыш саманан тыш көсәйгәс, мең башы, Пауылды өҙгөләп ташларҙар тип ҡурҡып, ғәскәриҙәргә уны үҙҙәренең дөйөм ятағына алып китергә ҡушты.
11 Шул төндө Пауылға Хужабыҙ күренеп, былай тине: «Ҡыйыу бул, Йәрүсәлимдә минең турала төплө шаһитлыҡ биргән кеүек, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирерһең».
12 Таң атҡандан һуң, еврейҙар бергә йыйылып, яуыз ниәт ҡорҙолар һәм, Пауылды үлтергәнгә тиклем ашап-эсһәк, беҙҙе ҡәһәр һуҡһын, тип ант иттеләр. 13 Ант итеүселәрҙең һаны 40-тан ашыу ине. 14 Улар өлкән руханиҙар менән аҡһаҡалдарға барып, былай тинеләр: «Пауылды үлтергәнгә тиклем берәй нәмә ашаһаҡ, беҙҙе ҡәһәр һуҡһын, тип ант иттек. 15 Шуға күрә һеҙ Юғары кәңәшмә менән бергә мең башынан, Пауылдың эшен яҡшыраҡ тикшергебеҙ килә тигән булып, уны үҙегеҙгә килтереүен һорағыҙ. Беҙ иһә әҙер торорбоҙ һәм бында етеп килгән сағында уны үлтерербеҙ».
16 Ләкин Пауылдың апаһының* улы уларҙың яуыз ниәте тураһында белеп ҡалып, ғәскәриҙәрҙең дөйөм ятағына барҙы ла Пауылға был турала хәбәр итте. 17 Шунда Пауыл йөҙ баштарының береһен саҡырып алды ла: «Был егетте мең башына алып барсы, уның уға әйтәһе һүҙе бар», — тине. 18 Йөҙ башы егетте мең башына килтереп: «Тотҡон Пауыл мине саҡырып алып, ошо егетте һиңә килтереүемде һораны. Ул һиңә нимәлер әйтергә теләй», — тине. 19 Мең башы егетте ҡулынан тотоп, ситкәрәк алып китте лә: «Миңә нимә әйтергә теләйһең?» — тип һораны. 20 Егет былай тип яуап бирҙе: «Еврейҙар, Пауылдың эшен яҡшыраҡ тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, иртәгә һинән уны Юғары кәңәшмәгә килтереүеңде һорарға һүҙ ҡуйышҡандар. 21 Ләкин һин уларға ышанма, сөнки 40-тан ашыу кеше һағалап тороп, уға һөжүм итергә йыйына. Улар, уны үлтергәнгә тиклем ашап-эсһәк, беҙҙе ҡәһәр һуҡһын, тип ант иткән. Улар инде Пауылды үлтерергә әҙер, тик һинең уны килтерергә рөхсәт итеүеңде генә көтәләр». 22 Шул саҡ мең башы: «Миңә был хаҡта һөйләгәнеңде бер кемгә лә әйтмә», — тип егетте киҫәтте лә ҡайтарып ебәрҙе.
23 Ул ике йөҙ башын саҡырып алып, уларға бындай әмер бирҙе: «200 ғәскәри, 70 һыбайлы һәм 200 һөңгөсө киске сәғәт туғыҙҙа* Ҡайсарияға барырға әҙер торһон. 24 Пауылға ла аттар әҙерләгеҙ. Уны имен-аман идарасы* Фе́ликсҡа алып барып еткерегеҙ».
25 Ул бындай хат яҙҙы: 26 «Кла́вдий Ли́сийҙан мөхтәрәм идарасы Фе́ликсҡа сәләм! 27 Был кешене еврейҙар тотоп алып, үлтерергә йыйына ине. Ләкин мин ғәскәриҙәрем менән тиҙ генә барып, уны ҡотҡарҙым, сөнки уның Рим гражданы икәнен белеп ҡалдым. 28 Уны нимәлә ғәйепләгәндәрен асыҡларға теләп, мин был кешене уларҙың Юғары кәңәшмәһенә алып барҙым 29 һәм ғәйепләүҙең уларҙың Ҡанунына бәйле икәнен белдем, әммә уны үлемгә йәки төрмәгә дусар итерлек бер ғәйебен дә тапманым. 30 Ләкин миңә был кешегә ҡаршы яуыз ниәт ҡороуҙары тураһында билдәле булды, шуға күрә уны шунда уҡ һиңә ебәрҙем һәм уның ғәйепләүселәренә үҙ ғәйепләүҙәрен һинең алдыңда һөйләп бирергә бойорҙом».
31 Ғәскәриҙәр, үҙҙәренә бирелгән әмер буйынса, төндә Пауылды Антипатрисҡа алып китте. 32 Иртәгәһе көндө улар Пауылды артабан һыбайлылар менән ебәреп, үҙҙәре кире дөйөм ятаҡтарына ҡайтты. 33 Ҡайсарияға килеп еткәс, һыбайлылар хатты идарасыға бирҙе лә Пауылды уның ҡарамағына тапшырҙы. 34 Фе́ликс, хатты уҡығандан һуң, Пауылдан уның ниндәй өлкәнән* булыуын һораны һәм Киликиәнән икәнен асыҡланы. 35 Ул: «Эшеңде ғәйепләүселәрең килгәс ҡарармын», — тине лә Пауылды Һируд һарайында* һаҡ аҫтында тоторға ҡушты.
24 Биш көндән һуң, Пауылға ҡаршы булған ғәйепләүҙәрен идарасыға еткерер өсөн, баш рухани Ханания, бер нисә аҡһаҡал һәм Тиртул исемле оҫта һөйләүсе* килде.
2 Тиртулға һүҙ бирелгәс, ул ғәйепләү һүҙҙәрен былай тип башланы: «Мөхтәрәм Фе́ликс! Тыныслыҡта йәшәүебеҙ менән беҙ һиңә бурыслы. Аҡыллы идара итеүең арҡаһында халҡыбыҙ файҙаһына яҡшы үҙгәрештәр яһала. 3 Беҙ быны һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ. 4 Күп ваҡытыңды алмаҫ өсөн, ҡыҫҡа ғына һөйләйем һәм беҙҙе үҙеңә хас игелек менән тыңлауыңды үтенәм. 5 Беҙҙең уйлауыбыҙса, был кеше һәр ҡайһы йоғошло сирҙән дә яманыраҡ*, ул — бөтә ер буйлап еврейҙар араһында фетнә күтәреүсе һәм назаралар сектаһының башлығы. 6 Өҫтәүенә, ул ғибәҙәтхананы нәжесләргә маташты, шуға беҙ уны ҡулға алдыҡ. 7 ——* 8 Унан һорау алғас, ғәйепләүҙәребеҙҙең нигеҙле икәнен күрерһең».
9 Был һүҙҙәрҙе раҫлап, ғәйепләүҙәргә еврейҙар ҙа ҡушылды.
10 Фе́ликс баш ҡағып Пауылға һөйләргә рөхсәт иткәс, Пауыл былай тине: «Һинең был халыҡты күп йылдар буйы хөкөм итеүеңде белгәнгә, үҙемде һинең алдыңда яҡлай алыуыма шатмын. 11 Яҡынса 12 көн элек мин Аллаға табыныр өсөн Йәрүсәлимгә килдем. Быны һин үҙең дә тикшереп белә алаһың. 12 Минең ғибәҙәтханала берәйһе менән бәхәсләшкәнемде лә, синагогаларҙа йәки ҡалала халыҡты фетнәгә ҡотортҡанымды ла һис кем күрмәне. 13 Улар миңә әле ташлаған ғәйепләүҙәрен иҫбат итә алмайҙар. 14 Ләкин шуны таныйым: мин улар „секта“ тип атаған юлдан барып, ата-бабаларымдың Аллаһына хеҙмәт итәм, Ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарында яҙылғандың барыһына ышанам. 15 Мин дә, улар кеүек үк, тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, Аллаға өмөт бағлайым. 16 Шуға күрә мин һәр ваҡыт Алла һәм кешеләр алдында саф выждан менән йәшәргә тырышам. 17 Күп йылдарҙан һуң мин, халҡыма ирекле иғәнәләр* тапшырыу һәм Аллаға ҡорбандар килтереү өсөн, Йәрүсәлимгә ҡайттым. 18 Улар мине таҙарыныу йолаһын үтәп, ғибәҙәтханала ошо эштәр менән йөрөгән сағымда күрҙе. Яныма халыҡ та йыйманым, ғауға ла ҡуптарманым. Әммә унда Азиянан* булған еврейҙар бар ине. 19 Тап улар һиңә килеп, мине ғәйепләргә тейеш ине, әгәр ҙә уларҙың бының өсөн нигеҙҙәре булһа. 20 Йәки бындағы кешеләр Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда миндә ниндәй ғәйеп тапҡандары хаҡында әйтһендәр. 21 „Мине үлеләрҙең терелеүенә ышанғаным өсөн хөкөм итәләр!“ — тип ҡысҡырыуҙан башҡа мин бер ни ҙә эшләмәнем».
22 Юл* тураһында ярайһы уҡ яҡшы белгән Фе́ликс: «Мең башы Ли́сий килеү менән, һеҙҙең һорауығыҙ буйынса ҡарар сығарырмын», — тиеп, уларҙың эшен һуңғараҡ ҡарарға хәл итте. 23 Ул йөҙ башына Пауылды һаҡ аҫтында тоторға, ләкин уға күпмелер ирек бирергә һәм дуҫтарына уның хаҡында хәстәрлек күрергә ҡамасауламаҫҡа ҡушты.
24 Бер нисә көндән һуң Фе́ликс ҡатыны Дөрсилә менән (ул йәһүд ине) килеп, Пауылды саҡыртып алды ла уның Мәсих Ғайсаға ышаныу тураһында һөйләгәндәрен тыңланы. 25 Ләкин Пауыл тәҡүәлек, тотанаҡлыҡ һәм буласаҡ хөкөм тураһында һөйләй башлағас, Фе́ликс ҡурҡыуға төштө. Ул уға: «Әлегә китһәң дә була, уңайы сыҡҡас, һине тағы саҡыртырмын», — тине. 26 Шул уҡ ваҡытта ул Пауылдан аҡса өмөт итте, шунлыҡтан уны йыш ҡына саҡыртып, уның менән әңгәмә ҡора ине. 27 Ике йылдан һуң Фе́ликс урынына По́рций Фест килде. Әммә Фе́ликс, еврейҙарға ярарға теләп, Пауылды һаҡ аҫтында ҡалдырҙы.
25 Йәһүҙиәгә* килеп, үҙ вазифаларын үтәй башлауына өс көн үткәс, Фест Ҡайсариянан Йәрүсәлимгә китте. 2 Өлкән руханиҙар һәм абруйлы еврейҙар килеп, Фест алдында Пауылға ғәйеп ташланы 3 һәм унан, Пауылды Йәрүсәлимгә килтереп, үҙҙәренең үтенесен үтәүен һораны. Улар уны юлда һағалап тороп, үлтерергә йыйына ине. 4 Ләкин Фест Пауылдың Ҡайсарияла һаҡ аҫтында ҡаласағы һәм тиҙҙән үҙенең дә унда ҡайтасағы хаҡында әйтте. 5 «Әгәр был кеше ысынлап та ғәйепле икән, — тине ул, — башлыҡтарығыҙ минең менән барып, уны шунда ғәйепләһендәр».
6 Фест, Йәрүсәлимдә һигеҙ-ун көн булғандан һуң, Ҡайсарияға ҡайтты. Киләһе көндө ул хөкөм итеү урынына ултырҙы ла Пауылды килтерергә бойорҙо. 7 Пауыл ингәс, Йәрүсәлимдән килгән еврейҙар уны уратып алып, күп етди енәйәттәрҙә ғәйепләнеләр, ләкин ғәйепләүҙәрен иҫбат итә алманылар.
8 Пауыл үҙен яҡлап: «Мин еврейҙарҙың Ҡанунына ла, ғибәҙәтханаға ла, ҡайсарға* ҡаршы ла бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылманым», — тине. 9 Еврейҙарға ярарға теләп, Фест Пауылдан: «Йәрүсәлимгә барып, ошо ғәйепләүҙәр буйынса шунда хөкөм ителергә теләйһеңме?» — тип һораны. 10 Әммә Пауыл былай тине: «Мин ҡайсарҙың хөкөм итеү урыны алдында торам, һәм мине ошонда хөкөм итергә тейештәр. Һин үҙең дә минең еврейҙарға бер насарлыҡ та ҡылмағанымды беләһең. 11 Әгәр мин ысынлап та енәйәтсемен һәм үлемгә хөкөм ителергә тейешмен икән, үлемдән баш тартмайым. Ә әгәр ҙә был кешеләрҙең ғәйепләүҙәре нигеҙһеҙ икән, мине уларҙың ҡулына тапшырырға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Ҡайсар хөкөмөн талап итәм!» 12 Шунда Фест кәңәшселәре менән һөйләшеп алды ла: «Ҡайсар хөкөмөн талап итәһең икән, ҡайсарға барасаҡһың», — тип яуап бирҙе.
13 Бер нисә көндән һуң, Фестты тәбрикләр өсөн, Ҡайсарияға Агри́ппа* батша менән Бәрникә килде. 14 Улар унда шаҡтай оҙаҡ булғанға күрә, Фест батшаға Пауылдың эшен һөйләп бирҙе.
Ул Агри́ппаға былай тине: «Бында Фе́ликс һаҡ аҫтында ҡалдырған бер кеше бар. 15 Мин Йәрүсәлимдә булғанда, еврейҙарҙың өлкән руханиҙары һәм аҡһаҡалдары уға ғәйеп ташлап, уны хөкөм итеүемде талап иттеләр. 16 Ләкин мин, римдарҙа кешене үҙен яҡлап һөйләргә мөмкинлек бирмәйенсә ғәйепләүселәренә тапшырмайҙар, тип яуап бирҙем. 17 Шуға күрә, улар бында килгәс, мин оҙаҡҡа һуҙмай, икенсе көндө үк, хөкөм итеү урынына ултырып, шул кешене алып килергә әмер бирҙем. 18 Мин, ғәйепләүселәре тороп баҫып, уны ниндәйҙер яуыз эштәрҙә ғәйепләр, тип көткәйнем, ләкин улар быны эшләй алманы. 19 Улар ни бары уның менән үҙҙәренең дине тураһында, Пауыл тере тип һанаған ниндәйҙер үлгән Ғайса хаҡында бәхәсләштеләр. 20 Быға оҡшаш бәхәстәрҙе нисек хәл итергә икәнен белмәгәнгә, мин Пауылдан, Йәрүсәлимгә барып, ошо ғәйепләүҙәр буйынса шунда хөкөм ителергә теләйһеңме, тип һораным. 21 Ләкин Пауыл, император был эш буйынса ҡарар сығарғансы, бында ҡалырға теләне, шуға мин уны ҡайсарға ебәргәнгә тиклем һаҡ аҫтында тоторға бойорҙом».
22 Агри́ппа Фестҡа: «Мин был кешене тыңларға теләр инем», — тине. «Иртәгә һин уны тыңларһың», — тип яуап бирҙе Фест. 23 Иртәгәһе көндө Агри́ппа менән Бәрникә тантаналы рәүештә килеп, ғәскәр башлыҡтары һәм ҡаланың күренекле кешеләре менән бергә ултырыштар залына керҙе. Фесттың әмере буйынса, Пауылды алып килделәр. 24 «Агри́ппа батша һәм бында ултырыусылар! — тине Фест. — Алдығыҙҙа торған ошо кеше тураһында Йәрүсәлимдә лә, бында ла еврейҙар миңә мөрәжәғәт итте һәм ҡысҡыра-ҡысҡыра уның үлемен талап итте. 25 Әммә мин уның үлемгә лайыҡ бер нәмә лә эшләмәгәнен аңланым. Шунлыҡтан, ул император хөкөмөн һорағас, уны уға ебәрергә булдым. 26 Ләкин әфәндемә уның хаҡында нимә яҙырға ла белмәйем. Шуның өсөн, уның эшен тикшергәндән һуң императорға яҙырлыҡ берәй нәмә булһын тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агри́ппа батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем. 27 Сөнки тотҡондо, уның ниндәй эштә ғәйепләнеүен күрһәтмәйенсә, Римға ебәреү аҡылһыҙ булыр, тип уйлайым».
26 Агри́ппа Пауылға: «Һиңә үҙеңде яҡлап һөйләргә рөхсәт ителә», — тине. Шунда Пауыл ҡулын күтәреп, былай тип һөйләй башланы:
2 «Агри́ппа батша, бөгөн еврейҙарҙың ғәйепләүҙәренә яуап биреп, тап һинең алдыңда үҙемде яҡлай алыуыма бик шатмын. 3 Һин бит еврейҙарҙың бөтә йолаларын һәм бәхәсле һорауҙарын яҡшы беләһең. Шуға күрә мине сабырлыҡ менән тыңлауыңды үтенәм.
4 Минең йәштән үк үҙ халҡым араһында һәм Йәрүсәлимдә нисек йәшәгәнем бөтә еврейҙарға билдәле. 5 Улар мине күптән белә, шуға күрә, әгәр теләһәләр, фарисей булғанымды һәм динебеҙҙең иң ҡәтғи тәғлимәтен тотҡанымды дөрөҫләй алалар. 6 Әле мин Алла ата-бабаларыбыҙға биргән вәғәҙәнең үтәлеүенә өмөтләнгәнем өсөн хөкөм алдында торам. 7 Ошо вәғәҙәнең үтәлеүенә өмөт бағлап, беҙҙең 12 ҡәбиләбеҙ ҙә көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Ошо өмөт өсөн, батшам, еврейҙар мине ғәйепләй ҙә.
8 Ни өсөн һеҙ Алланың үлеләрҙе терелтеүен башҡа һыймаҫлыҡ эш тип һанайһығыҙ? 9 Мин дә, Назаралы Ғайсаның исеменә ҡаршы көрәшер өсөн көсөмдән килгәндең барыһын эшләргә тейешмен, тип уйлай инем. 10 Йәрүсәлимдә шундай көрәш алып барҙым да. Өлкән руханиҙарҙан хакимлыҡ алып, күп изгеләрҙе төрмәгә ташланым һәм уларҙы үлтереү өсөн тауыш бирҙем. 11 Мин күп тапҡыр уларҙы, имандарынан баш тартырға мәжбүр итер өсөн, синагогаларҙа язаланым. Асыуым ташып, уларҙы хатта бүтән ҡалаларҙа ла эҙәрләнем.
12 Шундай маҡсат менән мин өлкән руханиҙарҙан вәкәләт алып, Дамаскыға юл тоттом. 13 Юлда китеп барғанда, батшам, көн уртаһында күктән ҡояштан да сағыуыраҡ яҡтылыҡ төшөп, минең һәм юлдаштарымдың тирә-яғын яҡтыртып ебәрҙе. 14 Беҙ бөтәбеҙ ҙә ергә йығылдыҡ, һәм мин бер тауыш ишеттем. Ул тауыш миңә еврей телендә: „Шауыл, Шауыл, ниңә һин мине эҙәрләйһең? Осло таяҡҡа* ҡаршы барып, һин үҙеңә зыян килтерәһең“, — тине. 15 „Һин кем, әфәндем?“ — тип һораным мин. „Мин — һин эҙәрләгән Ғайса, — тип яуап бирҙе ул. — 16 Тор, аяғыңа баҫ. Мин, һине хеҙмәтсем һәм шаһитым итеп һайлар өсөн, һиңә күрендем. Һин әле күргәндәрең һәм мин һиңә күрһәтәсәк нәмәләр* тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың. 17 Һине үҙеңдең халҡыңдан да, башҡа халыҡтарҙан да яҡлармын. 18 Мин һине уларға күҙҙәре асылһын өсөн, улар ҡараңғылыҡтан — яҡтылыҡҡа, Шайтан хакимлығынан Аллаға табан боролһондар өсөн ебәрәм. Шулай итеп миңә инаныуҙары арҡаһында гонаһтары кисерелер һәм изге ителгәндәр араһында мираҫ ала алырҙар“.
19 Шунлыҡтан, Агри́ппа батша, мин Ғайсаның ошо илаһи күренештә әйткәненә буйһондом. 20 Тәүҙә мин Дамаск кешеләренә, шунан Йәрүсәлимдә һәм бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә, шулай уҡ еврей булмағандарға вәғәзләнем. Мин бөтәһенә лә, тәүбә итегеҙ һәм быны эштәрегеҙ менән иҫбат итеп Аллаға табан боролоғоҙ, тип әйтеп йөрөнөм. 21 Бына шуның өсөн еврейҙар ғибәҙәтханала мине тотоп алып үлтерергә маташты ла. 22 Ләкин Алла ярҙамы менән мин ябайҙарға ла, затлыларға ла һаман да вәғәзләйем. Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм Муса алдан әйткән нәмәләрҙе генә һөйләйем. 23 Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм уның, үленән беренсе булып терелгән зат булараҡ, беҙҙең халҡыбыҙға ла, башҡа халыҡтарға ла яҡтылыҡ хаҡында иғлан итәсәген әйткәндәр».
24 Пауыл әле үҙен яҡлап һөйләп торғанда, Фест ҡысҡырып: «Пауыл, һин аҡылдан шашҡанһың! Ҙур белем һине аҡылдан яҙҙырған!» — тине. 25 Әммә Пауыл әйтте: «Мөхтәрәм Фест, мин аҡылдан яҙманым, ә айыҡ аҡыл менән хаҡ һүҙҙәр һөйләйем. 26 Батшаға быларҙың барыһы ла яҡшы билдәле, шуға күрә мин был хаҡта иркен һөйләй алам. Уның иғтибарынан бер нәмә лә ситтә ҡалмағанына шигем юҡ, сөнки быларҙың береһе лә йәшерен эшләнмәне. 27 Агри́ппа батша, пәйғәмбәрҙәргә ышанаһыңмы? Беләм, ышанаһың». 28 Агри́ппа Пауылға: «Тағы бер аҙҙан һин мине мәсихсе булырға күндерәһең инде», — тине. 29 Пауыл: «Иртәме-һуңмы, һин генә түгел, ә бөгөн мине тыңлағандарҙың барыһы ла минең кеүек булһындар ине, тип Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был сылбырҙарҙан тыш», — тип яуапланы.
30 Шунда батша урынынан торҙо, һәм уның менән бергә идарасы*, Бәрникә һәм башҡалар ҙа торҙолар. 31 Сығып барғанда улар: «Был кеше үлемгә хөкөм итерлек йә төрмәгә ултыртырлыҡ бер нәмә эшләмәгән», — тиеште. 32 Агри́ппа Фестҡа: «Әгәр ул ҡайсар* хөкөмөн талап итмәгән булһа, уны азат итеп булыр ине», — тине.
27 Беҙҙе Италияға ебәрергә ҡарар ителгәс, Пауылды һәм тағы бер нисә тотҡондо императорҙың* ғәскәри төркөмөнән булған Ю́лий исемле йөҙ башына тапшырҙылар. 2 Беҙ Адрамиттан килгән, Азия* порттарына ингән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Тисалуниканан булған македон Арыстарҡ та бар ине. 3 Икенсе көндө беҙ Сидонда туҡталдыҡ. Ю́лий, Пауылға кешелеклелек күрһәтеп, уға дуҫтарына барырға һәм уларҙың хәстәрлегенән файҙаланырға рөхсәт итте.
4 Шул ерҙән беҙ диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм, ел ҡаршы булғанлыҡтан, Кипрҙың елдән ышыҡ булған яғынан йөҙөп киттек. 5 Шунан асыҡ диңгеҙ буйлап Киликиә менән Памфи́лия янынан үттек тә Ликиәләге Ми́раға килеп еттек. 6 Унда йөҙ башы Искәндәриәнән Италияға барған карап табып, беҙҙе шунда ултыртты. 7 Әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, беҙ Книтҡа саҡ барып еттек. Ел кәрәкле йүнәлештә йөҙөргә ҡамасаулағанға, Криттың елдән ышыҡ яғынан йөҙөп, Салмуна янынан уҙҙыҡ. 8 Ярҙан алыҫ китмәй генә йөҙөп, беҙ ҙур ауырлыҡ менән Ласия ҡалаһы янындағы Гүзәл Ҡултыҡ тип аталған ергә барып еттек.
9 Байтаҡ ваҡыт уҙҙы, хатта Йолоу көнөнөң ураҙаһы* ла үтеп киткәйне, шунлыҡтан диңгеҙгә сығыу инде ҡурҡыныс ине. Шунда Пауыл бындай кәңәш бирҙе: 10 «Иптәштәр, күреп торам, был сәйәхәтебеҙ йөк һәм карап өсөн генә түгел, ғүмеребеҙ өсөн дә ҡурҡыныс буласаҡ». 11 Ләкин йөҙ башы Пауылдың кәңәшенә ҡолаҡ һалмайынса, капитан менән карап хужаһының һүҙен тыңланы. 12 Был гавань ҡыш сығырға яраҡлы булмағанлыҡтан, күпселек кеше, мөмкин булһа, Фи́никта ҡышлар өсөн, артабан йөҙөргә кәңәш итте. Криттың был гаваненә төньяҡ-көнсығыштан йә көньяҡ-көнсығыштан инергә була ине.
13 Йомшаҡ ҡына көньяҡ еле иҫеп ебәргәс, ниәтебеҙҙе тормошҡа ашыра алырбыҙ тип уйлап, улар якорь күтәрҙеләр ҙә Крит яры буйлап йөҙөп киттеләр. 14 Ләкин тиҙҙән эвракило́н* тип аталған дауыллы ел сығып, 15 карабыбыҙҙы эләктереп алды. Беҙ, елгә ҡаршы тора алмағанлыҡтан, уның ыңғайына йөҙөп киттек. 16 Хатта Ҡауҙа тип аталған бәләкәй генә утрауҙың елдән ышыҡ яғынан йөҙһәк тә, караптың артҡы өлөшөндәге кәмәне* саҡ ҡотҡарып ҡалдыҡ. 17 Кәмәне бортҡа күтәргәс, арҡандарҙы карап аҫтынан үткәреп, карапты бәйләп нығыттылар. Сиртта* һай ергә ултырыуҙан ҡурҡып, диңгеҙселәр елкәнде төшөрҙө, һәм беҙ шул килеш ел ыңғайына йөҙөп йөрөнөк. 18 Көслө ел карабыбыҙҙы бер былай, бер тегеләй ырғытып йөрөткәнгә, икенсе көндө диңгеҙселәр йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланы. 19 Ә өсөнсө көндө үҙ ҡулдары менән карап ҡорамалдарын да ырғыттылар.
20 Күп көндәр буйы ҡояш та, йондоҙҙар ҙа күренмәне, дауыл һаман ҡоторондо. Ҡотолоуға өмөтөбөҙ бөтөнләй өҙөлдө. 21 Кешеләр инде күптән бер нәмә лә ашамаған ине. Шунда Пауыл тороп, былай тине: «Әгәр ҙә кәңәшемде тыңлап, Криттан китмәгән булһағыҙ, был бәләгә һәм юғалтыуҙарға осрамаҫ инегеҙ. 22 Хәҙер үтенәм: күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, сөнки берәү ҙә һәләк булмаясаҡ, карапты ғына юғалтасаҡбыҙ. 23 Ошо төндә үҙем табынып хеҙмәт иткән Алла миңә бер фәрештәһен ебәрҙе. 24 Ул яныма килде лә: „Ҡурҡма, Пауыл, һин ҡайсар* алдына барып баҫырға тейешһең. Һинең хаҡҡа Алла һинең менән йөҙөп барғандарҙың барыһын да ҡотҡарасаҡ“, — тине. 25 Шуға күрә күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Мин Алла нисек әйтһә, тап шулай буласағына ышанам. 26 Беҙҙең карап берәй утрау янында һай ергә барып ултырасаҡ».
27 Ун дүртенсе төн етте, ә ел беҙҙе һаман да А́дрия диңгеҙе* буйлап тегеләй-былай йөрөтә ине. Төн уртаһында диңгеҙселәр ҡоро ергә яҡынлашып барғаныбыҙҙы аңланы. 28 Улар һыуҙың тәрәнлеген үлсәгәйне, 20 сажин* булып сыҡты. Бер аҙҙан улар тағы үлсәне, һәм тәрәнлек инде 15 сажин* ине. 29 Карап ҡаяларға барып бәрелер тип ҡурҡып, улар караптың ҡойроҡ яғынан дүрт якорь ташланы һәм түҙемһеҙләнеп көн тыуыуын көттө. 30 Диңгеҙселәр караптан ҡасыу ниәте менән, якорь төшөрәбеҙ тигән булып, караптың морон яғынан диңгеҙгә кәмә төшөрә башланы. 31 Шунда Пауыл йөҙ башына һәм ғәскәриҙәргә: «Әгәр был кешеләр карапта ҡалмаһа, ҡотола алмаясаҡһығыҙ», — тине. 32 Ғәскәриҙәр шунда уҡ кәмә бауҙарын сабып өҙҙө, кәмә һыуға төшөп китте.
33 Таң атыр алдынан Пауыл барыһын да ашап алырға өндәп, былай тине: «Бына инде 14-се көн һеҙ нимә булырын көтөп борсолаһығыҙ һәм бер ни ашамайһығыҙ. 34 Үҙегеҙҙең файҙағыҙ өсөн үтенеп һорайым, ашап алығыҙ. Берегеҙҙең дә башынан бер бөртөк сәсе лә төшмәҫ». 35 Шулай тигәс, ул икмәк алып, бөтәһе алдында Аллаға рәхмәт әйтте лә уны һындырып ашай башланы. 36 Шул саҡ барыһының да күңеле күтәрелеп китте, һәм улар ҙа ашарға тотондо. 37 (Карапта барлығы 276 кеше* ине.) 38 Ашап туйғандан һуң, улар бойҙайҙы диңгеҙгә ташлап, карапты еңеләйтә башланы.
39 Көн тыуғас, улар яры ҡомло ниндәйҙер ҡултыҡ күрҙеләр, ләкин уның ниндәй ер икәнен таныманылар һәм, булдырып булһа, карапты шул яр буйында туҡтатырға хәл иттеләр. 40 Улар якорҙарҙы сабып өҙөп, уларҙы диңгеҙҙә ҡалдырҙы ла бороу ишкәктәрен ысҡындырҙы. Шунан алғы елкәнде күтәреп, ярға табан йүнәлделәр. 41 Һай ергә эләккәс, карап туҡтаны. Уның мороно ҡуҙғалмаҫлыҡ булып ҡомға батты, ә ҡойроғо тулҡын көсөнән емерелә башланы. 42 Шул саҡта ғәскәриҙәр, береһе лә йөҙөп ҡасып китмәһен өсөн, тотҡондарҙы үлтерергә булды. 43 Ләкин йөҙ башы, Пауылды ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты. Ул йөҙә белгәндәргә беренсе булып һыуға һикерергә һәм ярға сығырға ҡушты. 44 Ә башҡаларға, таҡталарға һәм караптың бүтән киҫәктәренә тотоноп, улар артынан йөҙөргә бойорҙо. Шулай итеп барыһы ла иҫән-имен ярға барып етте.
28 Ярға сыҡҡас, беҙ утрауҙың Ма́льта тип аталғанын белдек. 2 Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш кешелеклелек күрһәтте. Ямғыр яуып, һыуыҡ булғанға, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм барыбыҙҙы ла усаҡ янына саҡырҙы. 3 Пауыл бер ҡосаҡ сыбыҡ йыйып килтерҙе. Уны усаҡҡа һалған саҡта эҫелектән ҡасҡан ҡара йылан шыуышып килеп сыҡты ла уның ҡулына йәбеште. 4 Уның ҡулында ағыулы йылан аҫылынып торғанын күреп, утрау кешеләре үҙ-ара: «Был әҙәм, һис шикһеҙ, кеше үлтереүсе. Диңгеҙҙә батмаһа ла, Ғәҙеллек* уны иҫән ҡалдырманы», — тиеште. 5 Әммә Пауыл йыланды утҡа ҡағып төшөрҙө һәм бер ниндәй зыян күрмәне. 6 Улар, уның ҡулы шешер йә ул ҡапыл йығылып үлер, тип уйлағайны. Әммә оҙаҡ ҡына көткәндән һуң Пауыл менән бер ни булмағанын күргәс, улар үҙ фекерен үҙгәртеп, ул — илаһ, ти башланылар.
7 Шул тирәлә утрау идарасыһы Пу́блийҙың ерҙәре урынлашҡан ине. Ул беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды һәм өс көн буйы ҡунаҡ итте. 8 Пу́блийҙың атаһы тәне янып, эс китеүҙән* яфаланып ята ине. Пауыл уның янына инеп, доға ҡылды ла уға ҡулдарын ҡуйып һауыҡтырҙы. 9 Был хәлдән һуң утрауҙағы бүтән ауырыу кешеләр ҙә Пауыл янына килә башланы, улар ҙа һауыҡтырылды. 10 Улар хөрмәт йөҙөнән беҙгә күп бүләктәр бирҙе һәм утрауҙан киткән сағыбыҙҙа беҙҙе кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин итте.
11 Өс айҙан һуң беҙ морононда «Зевс улдары» тигән биҙәк булған карапҡа ултырҙыҡ та юлға сыҡтыҡ. Ул Искәндәриәнән килеп, утрауҙа ҡышлаған ине. 12 Сираку́заға еткәс, беҙ унда өс көнгә туҡталдыҡ. 13 Шунан юлыбыҙҙы дауам итеп, Ригиумға килеп еттек. Иртәгәһенә көньяҡ еле иҫте, һәм икенсе көндө беҙ инде Путиулда инек. 14 Унда беҙ ҡәрҙәштәрҙе таптыҡ, улар беҙҙе үҙҙәрендә ете көнгә ҡалырға күндерҙе, ә шунан беҙ Римға юлландыҡ. 15 Римдағы ҡәрҙәштәр, килгәнебеҙҙе ишеткәс, беҙҙе ҡаршы алыр өсөн, хатта Аппи баҙарына һәм Өс ҡунаҡханаға тиклем килеп етте. Уларҙы күргәс, Пауыл Аллаға рәхмәт әйтте һәм рухланып китте. 16 Беҙ, ниһайәт, Римға барып еткәндән һуң, Пауылға ғәскәриҙең һағы аҫтында айырым йәшәргә рөхсәт иттеләр.
17 Өс көндән һуң Пауыл үҙенә дәрәжәле еврейҙарҙы саҡырып алды. Улар йыйылғас, ул былай тине: «Ағай-эне, мин халҡыбыҙға һәм ата-бабаларыбыҙҙың йолаларына ҡаршы бер ни ҡылмаһам да, Йәрүсәлимдә мине тотоп алып, римдар ҡулына тапшырҙылар. 18 Улар, минән һорау алғас, үлемгә хөкөм итерлек бер ғәйебем дә булмағанға, мине азат итергә йыйына ине. 19 Еврейҙар быға ҡаршы сыҡҡанға, мин ҡайсарҙың* хөкөмөн талап итергә мәжбүр булдым, әммә быны халҡымды берәй нәмәлә ғәйепләр өсөн эшләмәнем. 20 Шул сәбәпле һеҙҙең менән күрешеп һөйләшергә теләгәйнем, сөнки ошо сылбырҙарҙы Исраил бағлаған өмөт хаҡына йөрөтәм». 21 Улар уға былай тине: «Беҙ Йәһүҙиәнән һинең хаҡта бер ниндәй ҙә хат алманыҡ, унан килгән ҡәрҙәштәр ҙә һинең турала бер насар һүҙ ҙә һөйләмәне. 22 Әммә беҙ был хаҡта нимә уйлағаныңды һинең үҙеңдән ишетергә теләйбеҙ, сөнки, белеүебеҙсә, бөтә ерҙә лә был сектаға ҡаршы сығалар».
23 Улар ҡабат осрашырға һөйләште, һәм билдәләнгән көндө Пауыл йәшәгән өйҙә тағы ла күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем улар менән һөйләште, Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарынан Ғайса хаҡында ышаныслы дәлилдәр килтереп, уларға Алла Батшалығын вәғәзләне*. 24 Ҡайһы берҙәре уның һүҙҙәренә ышанды, ә башҡалары ышанманы. 25 Үҙ-ара килешә алмайынса, улар таралыша башланы.
Шунда Пауыл уларға былай тине: «Изге рух ата-бабаларығыҙға Ишағыя пәйғәмбәр аша ҡайһылай дөрөҫ әйткән: 26 „Бар ҙа был халыҡҡа әйт: „Тыңлауын тыңларһығыҙ, әммә мәғәнәһенә төшөнмәҫһегеҙ, ҡарауын ҡарарһығыҙ, әммә күрмәҫһегеҙ. 27 Сөнки был халыҡтың күңеле тупаҫланған. Ҡолаҡтары ишетә, ләкин улар тыңламай. Бер ни күрмәҫ һәм ишетмәҫ өсөн, улар күҙҙәрен йомған һәм ҡолаҡтарын ҡаплаған. Шуға күрә улар үҙҙәренән нимә талап ителгәнен аңламай һәм, мин уларҙы һауыҡтырһын өсөн, миңә ҡайтмай“. 28 Шунлыҡтан белеп ҡуйығыҙ: Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр башҡа халыҡтарға ебәрелде, һәм улар уны, һис шикһеҙ, тыңлар». 29 ——*
30 Ике йыл буйы Пауыл үҙе ҡуртымға* алған йортта йәшәне һәм янына килеүселәрҙең барыһын да ҡабул итте. 31 Ул ҡыйыулыҡ менән*, һис ниндәй ҡаршылыҡ күрмәйенсә, Алла Батшалығын вәғәзләне һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.
Йәки «хакимлығы».
Һүҙмә-һүҙ «шәмбе көнлөк юл алыҫлығында». Шәмбе көндө йәһүдтәргә шунса ғына юл үтергә рөхсәт ителгән.
Йәки «ашҡынып торған».
Йәки «күҙәтеү вазифаһы башҡа берәүгә бирелһен».
Һүҙлекте ҡ.
Йәғни прозелиттар.
Йәки «яңы шарап».
Һүҙмә-һүҙ «тороп баҫып».
Һүҙмә-һүҙ «өсөнсө сәғәт (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Йә, бәлки, «бығауҙарынан». Һүҙмә-һүҙ «ғазаптарынан».
Йәки «минең йәнемде». Һүҙлектә «Йән» тигән мәҡәләне ҡ.
Грекса ха́дес. Һүҙлектә «Ҡәбер» тигән мәҡәләне ҡ.
Грекса ха́дес. Һүҙлектә «Ҡәбер» тигән мәҡәләне ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «Ғайса Мәсих исеменә».
Йәки «төплө шаһитлыҡ бирҙе».
Йәки «бүлеште».
Һүҙмә-һүҙ «туғыҙынсы сәғәттә (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Һүҙмә-һүҙ «Мәсихенең».
Һүҙмә-һүҙ «боролоғоҙ».
Һүҙмә-һүҙ «юйылыр».
Йәки «Йәһүәнән яңырыу ваҡыттары килер».
Һүҙлекте ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «ирҙәрҙең».
Һүҙмә-һүҙ «мөйөш башы». Матфай 21:42-гә килтерелгән төшөрмәне ҡ.
Йәки «тура һүҙлелеген».
Йәғни йәһүдтәрҙең дини мәктәптәрендә белем алмаған; һүҙ наҙанлыҡ тураһында бармай.
Йәки «ғәжәп билдә күрһәтте».
Йәки «Мәсихенә».
Һүҙмә-һүҙ «ҡулың».
Йәки «алдағыны белгерткән билдәләр».
Һүҙмә-һүҙ «иманға килгәндәрҙең бер йөрәк һәм бер йән ине». Һүҙлектә «Йән» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәки «алдағыны белгерткән билдәләр».
Йәки «саддукейҙар сектаһынан булғандар».
Йәки «идарасыға буйһонған һымаҡ буйһонорға».
Һүҙмә-һүҙ «ағасҡа аҫып».
Йәки «идарасыға буйһонған кеүек буйһонғандарға».
Һүҙмә-һүҙ «ир кеше».
Йәки «туҡманылар».
Йәки «еврейҙар».
Йәки «еврейҙарҙан».
Йәғни прозелит.
Йәки «иманды ҡабул итте».
Йәки «алдағыны белгерткән билдәләр».
«Азат ителгәндәр синагогаһы», күрәһең, доға ҡылыу һәм Яҙмаларҙы уҡыу өсөн бергә йыйылған еврейҙар һәм йәһүд диненә күскәндәрҙән торған төркөмгә ҡарай. Күрәһең, элек улар әсир йә ҡол булған, ләкин һуңынан азат ителгән.
Һүҙлекте ҡ.
Йә, бәлки, «Исхак — Яҡупты, ә Яҡуп 12 улын сөннәткә ултыртҡан».
Йәки «Алла ҡарашынан матур булған».
Йәки «алдағыны белгерткән билдәләр».
Йәғни үтмәй торған; тәьҫир итерлек.
Йәғни Вавилондан.
Һүҙмә-һүҙ «шаһитлыҡ».
Һүҙмә-һүҙ «сөннәтләнмәгән».
Йәки «үлем йоҡоһона талды».
Йә, бәлки, «Самария ҡалаларының береһенә».
Һүҙмә-һүҙ «Хужабыҙ Ғайсаның исеменә».
Йәки «үт».
Йәғни Эфиопия.
Грек тексында «кәндәки» тигән һүҙ тора. Был — Эфиопияның бер нисә батшабикәһенә бирелгән титул.
Һүҙмә-һүҙ «алашарын». Һүҙлекте ҡ.
Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
Һүҙлекте ҡ.
Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.
Һүҙмә-һүҙ «бәйләргә; бығауларға».
Һүҙмә-һүҙ «был исемде саҡырғандарҙы».
Грек исеме Дөркә һәм арамей исеме Табита «ғәзәл» тигәнде аңлата.
Һүҙмә-һүҙ «шәкерт».
Йәғни накидкаларҙы.
Йәки «эске һәм өҫкө кейемдәрҙе».
Когорта — рим армияһының 600-гә тиклем һалдаттан торған подразделениеһы.
Һүҙмә-һүҙ «туғыҙынсы сәғәт тирәһендә (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Һүҙмә-һүҙ «алтынсы сәғәт тирәһендә (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Һүҙмә-һүҙ «ниндәйҙер һауыттың».
Йәки «Хужам».
Һүҙмә-һүҙ «туғыҙынсы сәғәт тирәһендә (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Йәки «иҫендә тота».
Йәки «үҙен тәрән хөрмәт иткән; ололаған». Һүҙлектә «Алланан ҡурҡыу» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәки «ағасҡа».
Һүҙмә-һүҙ «аҫып».
Йәғни Алла хәбәрен.
Йәки «сөннәткә ултыртылғандарҙан булған тоғролар».
Һүҙмә-һүҙ «Ғайса Мәсихтең исеменә».
Йәки «уның менән бәхәсләшеп».
Һүҙмә-һүҙ «ниндәйҙер һауыт».
Йәки «Хужам».
Һүҙмә-һүҙ «шымды».
Йәки «хеҙмәт күрһәтергә».
Йәғни Һируд Агриппа I. Һүҙлектә «Һируд» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәки «халыҡ алдында хөкөм итер өсөн сығарырға».
Йәки «кейен дә».
Һүҙмә-һүҙ «тетрарх».
Һүҙмә-һүҙ «проконсул». Һүҙлекте ҡ.
Йәғни 6-сы аятта телгә алынған Барйешуа.
Йәғни Ғайсаны.
Йәки «ағастан».
Йәки «Алланың ихтыярын үтәгән».
Йәғни прозелиттар.
Был хәрәкәт менән кеше яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән төшөрөүҙе күрһәткән.
Йәки «был бәхәс буйынса».
Йәки «фарисейҙар сектаһынан».
Йәғни Петер.
Йәки «ҡыуышын; сатырын».
Грекса порне́йа. Һүҙлекте ҡ.
Йәки «ҡанын сығармайынса».
Грекса порне́йа. Һүҙлекте ҡ.
Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
Һүҙлекте ҡ.
Йәки «ҡыҙыл күк буяу һатыусы».
Ҡала майҙанында сауҙа иткәндәр һәм халыҡ йыйындары үткәргәндәр.
Йәки «магистраттарға». Һүҙлекте ҡ.
Йәки «ли́кторҙарҙы». Ликтор — магистрат менән бергә йөрөгән һәм уның күрһәтмәләрен үтәгән рәсми кеше.
Йәки «бөтә ер буйлап бола ҡуптарып йөрөгән».
Йәғни цезарь.
Боронғо Афиналағы ҡалҡыулыҡ, унда шулай уҡ Юғары суд йыйылған.
Йәки «унда килгән».
Йәки «диндарыраҡ».
Йәки «фекер алышты».
Был хәрәкәт менән кеше яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән төшөрөүҙе күрһәткән.
Һүҙмә-һүҙ «Ҡанығыҙ үҙегеҙҙең башығыҙҙа булһын».
Һүҙмә-һүҙ «проконсул булғанда». Һүҙлекте ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «проконсулға». Һүҙлекте ҡ.
Йәки «фекер алышты».
Йәки «телдән өйрәтелгәйне».
Һүҙмә-һүҙ «ир».
Йәки «күңелдәрен ҡатырып, ышанманы».
Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.
Һүҙлекте ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «тир һөртә торған сепрәктәрен».
Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.
Һүҙмә-һүҙ «проконсулдар». Һүҙлекте ҡ.
Һүҙлекте ҡ.
Был ашарға саҡырыу булған.
Йәки «Хужабыҙға». Грекса ки́риос.
Йәки «ҡол кеүек хеҙмәт иттем».
Йәки «бер нәмәне лә».
Йәки «төплө шаһитлыҡ биреп».
Йәки «һөйөнөслө хәбәр хаҡында төплө шаһитлыҡ биреү».
Йәки «барыһының да ҡанынан саф булыуымды».
Йәки «Алланың бөтә ихтыярын».
Йәки «көтөү хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртмаған».
Филип Йәрүсәлимдә илселәр тарафынан һайланған булған. Илселәр 6:3-тө ҡ.
Йәки «тәүәккәллегемде ҡаҡшатырға маташаһығыҙ».
Һүҙмә-һүҙ «шымдыҡ».
Йәки «ҡанын сығармайынса».
Грекса порне́йа. Һүҙлекте ҡ.
Һүҙлекте ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «трибунға». Хәрби трибун тураһында һүҙ бара. Хәрби трибун — рим армияһының юғары офицерҙарының береһе.
Һүҙмә-һүҙ «сика́рийҙы», йәғни «хәнйәрсене». Сика́рийҙар — сәйәси ниәттәрҙән сығып кеше үлтергән фанатик еврейҙар төркөмө.
Һүҙмә-һүҙ «Ғәмәлиилдең аяҡ осонда».
Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.
Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.
Йәки «һеңлеһенең».
Һүҙмә-һүҙ «төндөң өсөнсө сәғәтендә (ҡояш батҡандан алып)».
Йәки «прокуратор».
Һүҙмә-һүҙ «провинциянан».
Йәки «преторийында».
Йәки «юрист; адвокат».
Йәки «был кеше — донъя болғатыусы». Һүҙмә-һүҙ «киҙеү».
Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
Йәки «хәйер».
Һүҙлекте ҡ.
Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.
Һүҙмә-һүҙ «провинцияға».
Йәғни цезарға.
Йәғни Һируд Агриппа II. Һүҙлектә «Һируд» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәғни, малды ҡыуыр өсөн ҡулланылған осло таяҡ.
Йәки «үҙем тураһында күрһәтәсәк нәмәләр».
Йәки «прокуратор».
Йәғни цезарь.
Һүҙмә-һүҙ «Августтың».
Һүҙлекте ҡ.
Йәки «көҙгө ураҙа».
Йәғни төньяҡ-көнсығыш еле.
Ҡотҡарылыу өсөн ҡулланыла алған бәләкәй генә кәмә.
Һүҙлекте ҡ.
Йәғни цезарь.
А́дрия диңгеҙе хәҙерге Адриатик һәм Ионик диңгеҙҙәрҙе, шулай уҡ Урта диңгеҙҙең Сицилия менән Крит араһындағы өлөшөн үҙ эсенә алған.
Яҡынса 36 м.
Яҡынса 27 м.
Йәки «йән».
Грекса ди́ке. Бәлки, ғәҙел үс алыу алиһәһе йәки абстракт төшөнсә булараҡ ғәҙеллек күҙ уңында тотолалыр.
Йәки «дизентериянан».
Йәғни цезарҙың.
Йәки «Алла Батшалығы тураһында төплө шаһитлыҡ бирҙе».
Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
Йәғни арендаға.
Йәки «иркен рәүештә; ышаныслы рәүештә»