Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lr 19 бүлек 102—106 бб.
  • Һуғышыу дөрөҫмө?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һуғышыу дөрөҫмө?
  • Бөйөк Остаздан өйрән
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Һин һәр ваҡыт беренсе булырға теләйһеңме?
    Бөйөк Остаздан өйрән
Бөйөк Остаздан өйрән
lr 19 бүлек 102—106 бб.

19-СЫ БҮЛЕК

Һуғышыу дөрөҫмө?

ҺИН үҙҙәрен көслө итеп күрһәткән һәм һуғышырға яратҡан малайҙарҙы йә ҡыҙҙарҙы беләһеңме? ~ Һиңә улар менән уйнау оҡшаймы? Йә һин игелекле һәм татыу балалар менән уйнарға яратаһыңмы? ~ Бөйөк Остаз: «Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр», — тигән (Матфей 5:9).

Әммә ҡайһы бер кешеләрҙең тәртибе беҙҙе ҡайһы саҡта ныҡ асыуландыра, шулай бит? ~ Беҙҙең хатта үс алыу теләге тыуырға мөмкин. Бер ваҡыт Ғайсаның шәкерттәренең дә шундай уҡ хистәр тыуған. Был хәл улар Иерусалимға китеп барған саҡта булған. Әйҙә, мин һиңә был осраҡты һөйләп бирәйем.

Күпмелер юл үткәс, Ғайса шәкерттәрен, ял итеү урыны тапһындар өсөн, яҡында урынлашҡан Самария ерендәге бер ауылға ебәргән. Әммә самарияндар башҡа дин тотҡанға, Ғайсаның шәкерттәренә ауылдарында туҡтарға рөхсәт итмәгән. Самарияндар Иерусалимға Аллаға ғибәҙәт ҡылырға йөрөгән кешеләрҙе яратмаған.

Асыулы Яҡуб менән Яхъя

Яҡуб менән Яхъя, самарияндарҙан үс алыр өсөн, нимә эшләргә йыйынған?

Һинең менән ундай хәл булһа, һин нимә эшләр инең? Асыуланыр инеңме? Үс алырға теләр инеңме? ~ Яҡуб менән Яхъя тап шулай эшләргә теләгән дә. Улар Ғайсаға: «Күктән ут төшөп, уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойорайыҡмы?» — тигән. Ғайсаның уларҙы «Күк күкрәү улдары» тип атағаны бер ҙә ғәжәп түгел! Ул, кешеләрҙән үс алыу дөрөҫ түгел, тип әйткән (Лука 9:51—56; Марк 3:17).

Ысындан да, ҡайһы саҡта кешеләр беҙгә насарлыҡ эшләргә мөмкин. Башҡа балалар, бәлки, беҙҙең менән уйнарға теләмәҫ. Уларҙың беҙгә: «Тай бынан! Беҙ һинең менән уйнамайбыҙ», — тип тә әйтеүе бар. Беҙгә ундай һүҙҙәрҙе ишетеүе ауыр булырға мөмкин, шулай бит? Беҙ уларҙан хатта үс алырға теләрбеҙ. Әммә беҙ шулай эшләргә тейешме? ~

Әйҙә, Изге Яҙмала нимә әйтелгәнен ҡарайыҡ. Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 24-се бүлегенең 29-сы шиғырын асайыҡ. Унда: «„Ул миңә нимә эшләгән булһа, мин дә уға шуны уҡ эшләрмен, ҡылғандары өсөн үс алырмын“, — тимә», — тип әйтелгән.

Был һүҙҙәр нимә аңлата? ~ Беҙ үс алырға, йәғни насарлыҡҡа насарлыҡ менән яуап бирергә тейеш түгел. Әгәр ҙә берәйһе һинең менән талашырға йә һуғышырға маташһа? Үсекләп, һине асыуландырырға тырышһа? Һинән көлһә һәм һине ҡурҡаҡ тип атаһа? Шул саҡта һин нимә эшләрһең? Һуғыша башларһыңмы? ~

Әйҙә, ҡабат Изге Яҙмала нимә яҙылғанын ҡарайыҡ. Матфей китабының 5-се бүлегенең 39-сы шиғырын асайыҡ. Унда Ғайса: «Үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй», — тигән. Ғайсаның һүҙҙәре нимә аңлата? Ул, уң битеңә йоҙроҡ менән һуҡһалар, һул битеңде ҡуйырға кәрәк, тип әйтергә теләгәнме? ~

Юҡ, Ғайса башҡа нәмә тураһында әйткән. Яңаҡҡа сәпәү яңаҡҡа йоҙроҡ менән һуғыуҙы аңлатмай. Бында, күрәһең, күберәк этеү йә төртөү тураһында һүҙ бара. Ғәҙәттә, кешене асыуландырыр өсөн йә уның менән һуғыша башлар өсөн сәбәп эҙләп, уның яңағына сәпәйҙәр. Ундай кешеләр беҙҙе асыуландырырға тырыша. Әммә, асыуланып, бәйләнеүсене этеп ебәрһәк, нимә булыр? ~ Һуғыша башлауыбыҙ ихтимал.

Ләкин Ғайса үҙ шәкерттәренең һуғышыуын теләмәгән. Шуға күрә ул, битебеҙгә һуҡһалар, беҙ яуап бирергә тейеш түгел, тип әйткән. Асыуланырға һәм һуғышырға ярамай. Сөнки шулай итеп беҙ һуғыш суҡмарҙарынан бер нисек тә айырылып тормауыбыҙҙы күрһәтербеҙ.

Әгәр ҙә бына-бына талаш сығырға торһа, нисек эш итеү дөрөҫ булыр? ~ Эйе, иң дөрөҫө — китеү. Бәйләнеүсе һине бер нисә тапҡыр этергә мөмкин. Әммә һуңынан ул, бәлки, тынысланыр. Әгәр эргәһенән китһәң, был һинең ҡурҡаҡ булыуыңды аңлатмаҫ, юҡ. Киреһенсә, был һинең көслө икәнеңде һәм дөрөҫ булғанды эшләргә ҡурҡмағаныңды күрһәтер.

Бер малай һуғышырға этәргән икенсе малайҙар янына үтеп бара

Берәйһе беҙҙең менән талашырға маташһа, нимә эшләргә?

Әммә һуғыша башлаһаң һәм һөҙөмтәлә еңһәң, артабан нимә булыр? ~ Һин туҡмаған кеше үҙенең дуҫтарын алып килергә мөмкин. Уларҙың һиңә хатта таяҡ йә бысаҡ менән ташланыуы бар. Хәҙер ни өсөн Ғайсаның һуғышмаҫҡа ҡушҡанын аңлайһыңмы? ~

Ә башҡаларҙың һуғышҡанын күрһәк, нимә эшләргә? Беҙ, берәйһенең яғына баҫып, уны яҡлай башларға тейешме? ~ Изге Яҙмала ундай осраҡтарҙа нимә эшләргә кәрәк икәне аңлатыла. Әйҙә, Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 26-сы бүлегенең 17-се шиғырын уҡыйыҡ. Унда: «Үтеп барғанда башҡаларҙың ыҙғышына ҡыҫылған кеше этте ҡолаҡтарынан эләктереп алыусы менән бер», — тиелә.

Малай эттең ҡолағынан тарта, ә был эттең асыуына тейә

Ни өсөн башҡаларҙың талашыуына ҡыҫылыу этте ҡолаҡтарынан эләктереп алыу менән бер? Был яҡшыға килтермәйәсәк, шуға улай эшләмә!

Һин этте ҡолағынан эләктереп алһаң, нимә буласаҡ? Ҡолағы ауыртҡанға, эт һине тешләргә маташыр, шулай бит? Ул ҡулыңдан ысҡынырға тырышыр, шуға уны ҡолағынан нығыраҡ тоторға тура килер. Әммә был этте тағы ла нығыраҡ асыуландырыр. Әгәр уны ебәрһәң, эт һине талар. Ләкин һин уны ҡолағынан мәңге тотоп тора алырһыңмы? ~

Ғәҙәттә, башҡаларҙың талашыуына ҡыҫылған кеше менән дә тап шундай уҡ хәл була. Беҙ кемдең беренсе булып һуғыша башлағанын һәм уларҙың ни өсөн һуғышҡанын белмәҫкә лә мөмкин. Әйтәйек, берәйһен туҡмайҙар, һәм һин быны күреп ҡалдың, ти. Бәлки, был кеше берәйһенең әйберен урлағандыр. Әгәр һин уны яҡлаһаң, ҡараҡҡа ярҙам итерһең. Ә был дөрөҫ булырмы?

Башҡаларҙың һуғышҡанын күреп ҡалһаң, нимә эшләргә? ~ Ундай хәл мәктәптә булһа, һин уҡытыусыға барып әйтә алаһың. Ә башҡа ерҙә булһа, һин ата-әсәйеңде йә полиция хеҙмәткәрен саҡыра алаһың. Эйе, башҡалар һуғышырға теләһә лә, һин татыулыҡ һаҡларға тейеш.

Бер малай ике малайҙың һуғышҡанын ҡарап торған балалар эргәһенән үтеп бара

Башҡаларҙың һуғышҡанын күрһәң, һин нимә эшләрһең?

Һуғышмаҫ өсөн, Ғайсаның ысын шәкерттәре көстәренән килгәндең барыһын эшләй. Шулай эшләп, беҙ ҙә дөрөҫ булғанды эшләргә ҡурҡмағаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Изге Яҙмала, Ғайсаның шәкерте «талашырға тейеш түгел», «ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы» булырға тейеш, тип әйтелә (2 Тимофейға 2:24).

Ә хәҙер, әйҙә, һуғышмаҫҡа ярҙам иткән бер нисә яҡшы кәңәште ҡарап сығайыҡ: Римдарға 12:17—21 һәм 1 Петр 3:10, 11.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу