17-СЕ БҮЛЕК
Ғайса Алла Батшалығы хаҡында өйрәтә
Ғайса үҙ шәкерттәрен күп нәмәләргә өйрәтә, ләкин төп иғтибарҙы Алла Батшалығына йүнәлтә
НИ ӨСӨН Ғайса ергә килгән? Ул: «Мин... Алла Батшалығы хаҡындағы яҡшы хәбәрҙе еткерергә тейешмен, сөнки мин шуның өсөн ебәрелгәнмен», — тип әйткән (Лука 4:43). Күренеүенсә, Ғайса вәғәзенең төп темаһы Алла Батшалығы булған. Әйҙәгеҙ, был Батшалыҡҡа ҡағылышлы дүрт яҡты ҡарап сығайыҡ.
1. Ғайса Батша булырға тейеш. Ғайса үҙенең пәйғәмбәрлек ителгән Мәсих һәм Данил пәйғәмбәр күренештә күргән Батша икәнлеген асыҡтан-асык белдерә (Яхъя 4:25, 26). Ғайса үҙ шәкерттәренә бер көндө үҙенең «шөһрәтле тәхеткә» ултырасағы һәм уларҙың да уның менән бергә тәхеттәргә ултырасаҡтары хаҡында әйтә (Маттай 19:28). Был идара итеүселәр төркөмөн Ғайса «бәләкәй генә көтөү» тип атай, ул шулай уҡ был көтөүҙән булмаған «бүтән һарыҡтары» барлығы тураһында әйтеп китә (Лука 12:32; Яхъя 10:16).
2. Алла Батшалығы ысын ғәҙеллек урынлаштырасаҡ. Эден баҡсаһындағы фетнәнән башлап Шайтан ғәйепләүҙәр яуҙырып, Алла исеменә ҡара яҡҡан. Ғайса күрһәтеүенсә, Батшалыҡ Алла исемен был ғәйепләүҙәрҙән таҙартып, уны изгеләндерәсәк. Шулай итеп иң ҙур ғәҙелһеҙлек бөтөрөләсәк (Маттай 6:9, 10). Ғайса шулай уҡ ирҙәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы, байҙарҙы һәм ярлыларҙы айырмайынса өйрәткән. Уның төп йөкләмәһе исраилдарҙы өйрәтеү булһа ла, Ғайса самариялыларға һәм башҡа халыҡ кешеләренә ярҙам итеүҙән баш тартмаған. Шул көндәрҙә йәшәгән дини етәкселәрҙән айырмалы рәүештә, ул бөтә кешеләргә бер тигеҙ ҡараған.
3. Алла Батшалығы был донъяның өлөшө түгел. Ғайса сәйәси яҡтан тыныс булмаған ваҡытта йәшәгән. Уның тыуған ере сит ил идараһы аҫтында булған. Ләкин халыҡ уны сәйәси эштәрҙә ҡатнаштырырға теләгәс, ул быға ризалашмаған (Яхъя 6:14, 15). Бер хакимға Ғайса: «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел», — тип әйткән (Яхъя 18:36). Ә үҙ шәкерттәренә ул: «Һеҙ был донъяныҡы түгел», — тигән (Яхъя 15:19). Ул уларға, хатта уның үҙен яҡлар өсөн дә, һуғыш ҡоралын ҡулланырға рөхсәт итмәгән (Маттай 26:51, 52).
«Ғайса, вәғәз әйтеп һәм Алла Батшалығы хаҡында Яҡшы Хәбәр һөйләп, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йөрөгән» (Лука 8:1)
4. Мәсих идараһы мөхәббәткә нигеҙләнәсәк. Ғайса кешеләргә көс бирергә һәм уларҙың йөктәрен еңеләйтергә вәғәҙә иткән (Маттай 11:28—30). Ул үҙ вәғәҙәһен үтәгән. Уның яратыу менән бирелгән ғәмәли кәңәштәре тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағылған: нисек борсолоуҙарҙы еңергә, нисек кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға, нисек мөлкәт йыйыу тоҙағына эләкмәҫкә һәм бәхетле булыр өсөн нимә эшләргә (Маттай, 5—7-се бүлектәр). Уның эштәрендә мөхәббәт сағылғанға күрә, төрлө-төрлө кешеләр уға тартылған. Хатта кәмһетелгән һәм бойоҡҡан кешеләр ҙә уның янына килгән, сөнки бер ҙә шикләнмәгән: Ғайса улар менән дәрәжәләрен төшөрмәйенсә, йомшаҡ мөғәмәлә итәсәк. Эйе, Ғайса иҫ киткес Батша буласаҡ!
Алла Батшалығы хаҡында вәғәзләр өсөн, Ғайса кешеләрҙе өйрәтеүҙән тыш, башҡа уңышлы ысул да ҡулланған: күп мөғжизәләр эшләгән. Ниндәй маҡсат менән? Әйҙәгеҙ, быны беләйек.
Инжилдең Маттай, Марк, Лука һәм Яхъя китаптарына нигеҙләнгән.