7-СЕ БҮЛЕК
Алла пәйғәмбәрҙәр аша нимә вәғәҙә иткән?
БОРОНҒО пәйғәмбәрҙәр Аллаға иман иткәндәр. Улар Алланың вәғәҙәләренә ышанғандар һәм был вәғәҙәләргә нигеҙләнеп, тормоштарын ҡорғандар. Ниндәй вәғәҙәләр тураһында һүҙ бара?
Әҙәм менән Һауа Эден баҡсаһында фетнә күтәргәс тә, Алла шунда уҡ вәғәҙә биргән. Ул бер Затты билдәләйәсәк, ә был Зат «йыландың» — «ҙур аждаһа... Иблис һәм Шайтан тип аталған боронғо йыландың» — башын ярасаҡ һәм уны мәңгегә юҡ итәсәк тигән (Башланмыш 3:14, 15; Асыш 12:9, 12). Килергә тейешле Зат кем булып сыҡҡан икән?
Был беренсе пәйғәмбәрлек бирелгәндән һуң яҡынса 2 000 йыл үткәс, Йәһүә Ибраһим пәйғәмбәргә килергә тейешле Зат уның нәҫеленән буласаҡ тип вәғәҙә иткән. Алла Ибраһимға: «Мине тыңлағаның өсөн тоҡомоң аша фатиха аласаҡ ерҙәге бөтә халыҡтар», — тип әйткән (Башланмыш 22:18).
Беҙҙең эраға тиклем 1473 йылда Алла Муса пәйғәмбәргә «тоҡом» тураһында өҫтәмә мәғлүмәт еткергән. Муса Ибраһим нәҫеленән булған Исраил улдарына: «Раббы Аллағыҙ үҙ ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан һеҙҙең өсөн минең кеүек бер пәйғәмбәрҙе булдырыр — уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ», — тип әйткән (Ҡанун 18:15). Шулай итеп, Муса кеүек пәйғәмбәр Ибраһим нәҫеленән килергә тейеш булған.
Был пәйғәмбәр шулай уҡ Дауыт батшаның тоҡомо булырға һәм бөйөк батша булып китергә тейеш булған. Алла Дауыт батшаға: «Мин һинән һуң һинең тоҡомоңдо ҡуясаҡмын һәм... уның батшалығының тәхетен һис шикһеҙ мәңгегә урынлаштырасаҡмын», — тип вәғәҙә иткән (2 Ишмуил 7:12, 13). Алла шулай уҡ Дауыттың тоҡомо «Тыныслыҡ Мирзаһы» тип аталасағын асҡан һәм былай тип өҫтәгән: «Уның мирзалыҡ идараһы киң тараласаҡ, һәм Дауыт тәхетендә һәм уның батшалығында тыныслыҡ мәңге буласаҡ. Ул ныҡ урынлашасаҡ һәм был көндән алып быуаттарҙан быуаттарға ғәҙеллек һәм тәҡүәлек ярҙамында торасаҡ» (Ишағия 9:6, 7). Эйе, был тәҡүә Етәксе бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ һәм ғәҙеллек урынлаштырасаҡ. Ләкин ул ҡасан килергә тейеш булған?
Вәғәҙә ителгән «тоҡом»... Ибраһим нәҫеленән булған, Муса кеүек пәйғәмбәр булған Дауыт тоҡомонан булған, йыландың, йәғни Шайтандың, башын ярасаҡ
Һуңыраҡ Жәбраил (Йабраил) фәрештә Данилға, Алланың пәйғәмбәренә: «Бел һәм шуны аңла: Иерусалимды торғоҙоу һәм яңынан төҙөү тураһындағы бойороҡтан алып Мәсих Етәксе килгәнгә ҡәҙәр ете аҙна һәм алтмыш ике аҙна үтәсәк», — тип әйткән (Данил 9:25). Был 69 аҙна 483 йыл дауам иткән, сөнки һәр аҙна 7 йылға тиң. Был аҙналар б. э. т. 455 йылда башланған һәм б. э. 29 йылында тамамланғанa.
Мәсих, Муса кеүек пәйғәмбәр һәм оҙаҡ көтөп алынған «тоҡом», ысынлап та б. э. 29 йылында килгәнме? Әйҙәгеҙ, быны беләйек.
a Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 255-се битендәге 2-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.