Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 51 дәрес 124 б.—125 б. 2 абз.
  • Һуғышсы һәм бәләкәй ҡыҙыҡай

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һуғышсы һәм бәләкәй ҡыҙыҡай
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Алланы һөйөндөргән балалар
    Бөйөк Остаздан өйрән
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 51 дәрес 124 б.—125 б. 2 абз.
Нееман Елисейҙың өйө янында пәйғәмбәр сығып уны һауыҡтырғанын көтөп тора

51-СЕ ДӘРЕС

Һуғышсы һәм бәләкәй ҡыҙыҡай

Сү́риә илендә, үҙ ғаиләһенән алыҫта, изра́иль ҡыҙыҡайы йәшәгән. Ул, Сү́риә ғәскәре Изра́илгә һөжүм иткәндә, әсирлеккә эләккән булған һәм Неема́н исемле ғәскәр башлығының өйөндә уның ҡатынына хеҙмәт иткән. Тирә-яҡтағы бар кешеләр ҙә ялған илаһтарға табынһа ла, был бәләкәс ҡыҙыҡай Йәһүәгә ышанған.

Неема́н ҡот осҡос тире ауырыуы менән ауырый. Ҡыҙыҡай уға ысын йөрәктән ярҙам итергә теләй. Ул Нееманды́ң ҡатынына: «Мин бер кешене беләм. Ул Нееманға́ ярҙам итә ала. Изра́илдә Йәһүәнең Елисе́й исемле пәйғәмбәре бар. Ул ирегеҙҙе һауыҡтыра алыр ине», — ти.

Нееманды́ң ҡатыны был һүҙҙәрҙе иренә еткерә. Һауығыр өсөн, Неема́н барыһын да эшләргә әҙер була, ул шунда уҡ Изра́илгә, Елисе́й янына, китә. Неема́н, Елисе́й уны ҙур кеше кеүек ҡабул итер, тип уйлай. Әммә Елисе́й, уның менән үҙе һөйләшеү урынына, хеҙмәтсеһен генә ебәрә һәм: «Иорда́н йылғаһына бар ҙа ете тапҡыр сумып сыҡ. Шунда һауығырһың», — тип әйтергә ҡуша.

Нееманды́ң кәйефе төшә. Ул былай ти: «Шул пәйғәмбәр, үҙ Аллаһын саҡырып, доға ҡылыр, ҡулын тәнем өҫтөнән йөрөтөп, мине һауыҡтырыр, тип уйлағайным. Ә ул миңә Изра́илдең ниндәйҙер йылғаһына барып, сумырға ҡуша! Әйтерһең, Сү́риәлә йылғалар бөткән. Шуларҙың береһенә барып, сума алмаҫ инемме әллә?» Йәне көйөп, Неема́н ҡайтырға сыға.

Нееман, Иордан йылғаһында сумып алғас, һауыға

Әммә Нееманды́ң хеҙмәтселәре уға ярҙам итергә теләп, былай ти: «Һауығыр өсөн, һин барыһын да эшләргә әҙер инең бит. Пәйғәмбәрҙең ҡушыуы шул тиклем ябай. Ниңә шуны эшләп ҡарамаҫҡа?» Неема́н уларҙы тыңлай. Ул Иорда́н йылғаһына бара һәм ете тапҡыр сумып сыға. Етенсе тапҡыр һыуҙан сығыуға уның тәне тап-таҙа була. Ул бик шатлана һәм рәхмәттәрен белдерер өсөн, Елисе́й янына бара. Ул Елисейға́ былай ти: «Хәҙер мин беләм, Йәһүә — хаҡ Алла». Һин нисек уйлайһың, Нееманды́ң шәбәйеп ҡайтыуын күргәс, изра́иль ҡыҙы нимә хис итте икән?

«Балалар һәм сабыйҙар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең» (Матфей 21:16)

Һорауҙар. Нисек уйлайһың, бәләкәй ҡыҙға Нееманды́ң ҡатыны менән һөйләшеү еңел булғанмы? Уға ҡыйыу булырға нимә ярҙам иткән?

2 Батшалар 5:1—19; Лука 4:27.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу