60-СЫ ДӘРЕС
Мәңге торасаҡ батшалыҡ
Бер төндө Набуҡадниза́р батша сәйер бер төш күрә. Был төш уны шул тиклем борсой, хатта йоҡоһо оса. Ул сихырсыларын саҡыртып: «Мин күргән төш нимә аңлата, һөйләп бирегеҙ», — тип бойора. Сихырсылар: «Әйтсе, батша, төшөңдә нимә күрҙең?» — тип һорай. Әммә Набуҡадниза́р: «Юҡ, төштә ни күргәнемде һеҙ әйтеп бирегеҙ! Юғиһә, мин һеҙҙе үлтерәм!» — тип ҡысҡыра. Улар ҡабат: «Төшөңдө һөйләп бир, ә беҙ аңлатырбыҙ», — ти. Шунда батша: «Һеҙ барығыҙ ҙа алдаҡсы! Тиҙ генә төшөмдө һөйләп бирегеҙ!» — тип ҡабатлай. Сихырсылар иһә: «Төшөңдө бер кем дә һөйләй алмаясаҡ. Һин мөмкин булмағанды талап итәһең», — ти.
Набуҡадниза́р ярһып китә. Ул бөтә аҡыл эйәләрен, шул иҫәптән Дани́л, Сидра́х, Миса́х һәм Әбдинәхте́, үлтерергә ҡуша. Дани́л Набуҡаднизарҙа́н бер ни тиклем ваҡыт биреүен һорай. Шунан Дани́л һәм уның дуҫтары, ярҙам һорап, Йәһүәгә доға ҡыла. Йәһүә уларҙың доғаһына нисек яуап биргән?
Йәһүә Данилға́ күренештә Набуҡаднизарҙы́ң төшөн күрһәтә һәм аңлата. Иртәгәһенә ул батшаның хеҙмәтсеһенә килеп: «Аҡыл эйәләренең береһен дә үлтермә. Мин батшаның төшөн аңлата алам», — ти. Хеҙмәтсе Данилды́ батшаға алып килә. Дани́л Набуҡаднизарға́ былай ти: «Алла һиңә киләсәктә нимә буласағын күрһәткән. Төшөңдә һин ҙур һын күргәнһең. Уның башы — алтындан, күкрәге һәм ҡулдары — көмөштән, эсе һәм боттары — баҡырҙан, балтырҙары — тимерҙән, ә табандары тимер ҡатыш балсыҡтан яһалған. Һин тауҙан бер таштың кителеп төшөүен һәм һындың табандарына бәрелеүен күргәнһең. Һын, селпәрәмә килеп, туҙанға әйләнгән, һәм уны ел осороп алып киткән. Таш иһә ҙур тауға әйләнеп, бөтә ер йөҙөн тултырған».
Шунан Дани́л былай ти: «Төшөң бына нимә аңлата: һындың алтындан булған башы — һинең батшалығың. Көмөш өлөшө — һинең батшалығыңдан һуң киләсәк батшалыҡ. Шунан баҡырҙан булған батшалыҡ килер. Ул бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк. Сираттағы батшалыҡ тимер һымаҡ ныҡ буласаҡ. Ә бына һуңғы батшалыҡ бүленгән буласаҡ. Ҡайһы бер өлөштәре — тимер һымаҡ ныҡ, ә ҡайһы берҙәре балсыҡ һымаҡ ватылыусан буласаҡ. Ә тауға әйләнгән таш — ул Алла Батшалығы. Ул барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы емереп, юҡҡа сығарасаҡ, ә үҙе мәңге торасаҡ».
Набуҡадниза́р Дани́л алдына ергә йөҙ түбән ҡапланып: «Төштө һинең Аллаң һиңә аңлатҡан. Уға тиң Алла юҡ», — ти. Набуҡадниза́р Данилды́ үлтермәү генә түгел, ә бөтә аҡыл эйәләре өҫтөнән баш итеп ҡуя һәм Вавилондағы́ идарасыларҙың береһе итеп билдәләй. Күрәһеңме, Йәһүә Данилды́ң доғаһына нисек яуап биргән?
«Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә „Армагеддо́н“ тип аталған урынға йыйҙы» (Асылыш 16:16)