77-СЕ ДӘРЕС
Ҡоҙоҡ янындағы ҡатын
Ҡотҡарылыу байрамынан һуң бер ни тиклем ваҡыт үтә. Ғайса үҙ шәкерттәре менән ҡабат Галиле́яға китә. Сама́рия аша үткәндә улар Сиха́рь ҡалаһынан алыҫ түгел Яҡу́б ҡоҙоғо янында туҡтай. Шәкерттәре ҡалаға аҙыҡ алырға китә, ә Ғайса ҡоҙоҡ янында ял итә.
Бер ҡатын ҡоҙоҡтан һыу алырға килә. Ғайса уға: «Миңә эсергә һыу бир әле», — ти. Ҡатын: «Нишләп һин минең менән һөйләшәһең? Мин бит Сама́риянан. Йәһүдтәр бит сама́рияндар менән һөйләшмәй», — тип аптырай. Ғайса быға: «Әгәр минең кем икәнде белһәң, үҙең: „Миңә һыу бир әле“, — тип һорар инең, һәм мин һиңә тере һыу бирер инем», — тип яуаплай. «Һин нимә әйтергә теләйһең? — тип һорай ҡатын. — Һинең бит һыу алырға һауытың да юҡ». Ғайса уға былай ти: «Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ». Ҡатын: «Әфәндем! Миңә шул һыуҙы бир әле!» — тип үтенә.
Ғайса уға: «Бар, иреңде саҡырып кил», — ти. «Минең ирем юҡ», — тип яуаплай ҡатын. «Һин дөрөҫ әйттең. Һинең биш ирең булған, ә хәҙер бергә йәшәгән кешең иһә һиңә ир түгел», — ти Ғайса. Ҡатын былай ти: «Күрәм, һин пәйғәмбәр. Минең халҡым Аллаға ошо тауҙа табынырға кәрәк, ти, ә һеҙ, йәһүдтәр, уға тик Иерусалимда ғына табынырға, тиһегеҙ. Мәсих килгәс, беҙгә бөтәһен дә аңлатып бирер, тип ышанам». Шунда Ғайса уға бығаса бер кемгә лә әйтмәгәнде әйтә: «Мин — Мәсих».
Ҡатын шунда уҡ йүгереп ҡалаға ҡайтып китә. Ундағы кешеләргә: «Мин Мәсихте осраттым! Ул минең турала барыһын да белә! Барығыҙ, үҙегеҙ күрерһегеҙ!» — тип һөйләй. Кешеләр ҡатынға эйәреп ҡоҙоҡ янына бара һәм Ғайсаны тыңлай башлай.
Сама́рияндар Ғайсанан үҙҙәре янында ҡалыуын үтенә. Ике көн буйы ул кешеләрҙе өйрәтә, һәм күптәр уға ышана. Улар ҡатынға былай ти: «Хәҙер инде беҙ үҙебеҙ ҙә белдек, ул ысынлап та донъяны Ҡотҡарыусы».
«Һыуһаған... килһен, теләгән кеше тереклек һыуын бушлай алһын» (Асылыш 22:17)