Инеш һүҙҙәр
ҺЕҘ НИСЕК УЙЛАЙҺЫҒЫҘ?
Беләһегеҙме, Алла һәр кешегә ниндәй бүләк биргән?
Изге Яҙмала: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе», — тип әйтелә (Яхъя 3:16).
Ошо брошюрала ни өсөн Алла Ғайсаны ергә ебәргән, һәм Ғайса беҙҙең хаҡҡа ни өсөн үлгән икәне аңлатыла. Шулай уҡ унда беҙ был бүләк өсөн рәхмәттәребеҙҙе нисек белдерә алыуыбыҙ ҡарап сығыла.