Йөкмәтке
3 Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған
27 ФЕВРАЛЬ — 5 МАРТ АҘНАҺЫ, 2017
7 «Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл»
Был мәҡәләлә 2017 йылдың йыллыҡ шиғыры беҙҙе ауырлыҡтар менән осрашҡанда нисек Йәһүәнән ярҙам эҙләргә дәртләндерә икәне ҡарала. Алланың боронғо заманда йәшәгән хеҙмәтселәренең миҫалынан беҙ Йәһүәгә нисек таянып булғанын, шулай уҡ үҙебеҙ проблемалар менән осрашҡанда йә берәйһе ярҙамға мохтаж булғанда нисек көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләй алғаныбыҙҙы күрербеҙ.
6—12 МАРТ АҘНАҺЫ, 2017
12 Ихтыяр иркегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ
Был мәҡәләнән беҙ, Алланан бүләк итеп бирелгән ихтыяр иркебеҙҙе дөрөҫ ҡулланып, уны нисек ҡәҙерләй алғаныбыҙҙы белербеҙ. Беҙ шулай уҡ башҡаларҙың ихтыяр иркен нисек хөрмәт итеп булғанын ҡарап сығырбыҙ.
13—19 МАРТ АҘНАҺЫ, 2017
17 Ни өсөн тыйнаҡ булыу мөһим?
20—26 МАРТ АҘНАҺЫ, 2017
22 Һәр ваҡыт тыйнаҡ булып ҡалығыҙ
Был мәҡәләләрҙән беҙ тыйнаҡлыҡ кеүек ҡиммәтле сифат тураһында күберәк белербеҙ. Беренсе мәҡәләлә тыйнаҡлыҡтың нимә аңлатҡаны һәм нимәне аңлатмағаны ҡарала. Икенсеһендә, ҡайһы саҡта ауыр булһа ла, нисек һәр ваҡыт тыйнаҡлыҡ сағылдырып булғаны хаҡында әйтелә.
27 МАРТ — 2 АПРЕЛЬ АҘНАҺЫ, 2017
27 Тоғро ағай-ҡәрҙәштәргә ҙурыраҡ яуаплылыҡ тапшырығыҙ
Бер быуын икенсеһен алмаштыра, йәштәр олораҡтар башҡарған вазифаларҙы үҙ өҫтөнә ала. Был мәҡәләлә йәштәргә лә, ололарға ла бындай үҙгәрештәргә дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам иткән принциптар ҡарала.