Йөкмәтке
3 Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған. Төркиә
28 АВГУСТ — 3 СЕНТЯБРЬ АҘНАҺЫ, 2017
Был мәҡәләлә беҙ, күктә дуҫтар булдырыр өсөн, мөлкәтебеҙҙе нисек ҡулланырға кәрәк икәнен ҡарап сығырбыҙ (Лука 16:9). Унда шулай уҡ нисек коммерция системаһының ҡолона әйләнмәҫкә һәм нисек Йәһүәгә мөмкин тиклем әүҙемерәк хеҙмәт итергә икәне хаҡында әйтелә.
4—10 СЕНТЯБРЬ АҘНАҺЫ, 2017
12 «Илағандар менән бергә илағыҙ»
Яҡынын юғалтҡан мәсихсегә күңел әрнеүен нисек кисереп сығырға? Йәһүә беҙ үтә мохтаж булған йыуанысты Ғайса Мәсих, Изге Яҙма һәм мәсихселәр йыйылышы аша бирә. Был мәҡәләлә ҡайғы кисергән бөтә кешеләргә йыуаныс табырға ярҙам иткән кәңәштәр ҡарала.
11—17 СЕНТЯБРЬ АҘНАҺЫ, 2017
17 Ни өсөн беҙгә Йәһүәне маҡтарға кәрәк?
147-се мәҙхиә ҡат-ҡат Алла халҡын Йәһүәне маҡтарға дәртләндерә. Мәҙхиә йырлаусыны Йәһүәнең ниндәй сифаттары шул тиклем һоҡландырған һуң? Мәҡәләлә был һорауға яуап табып була. Унда шулай уҡ ни өсөн беҙгә лә Алланы данларға кәрәк икәне хаҡында әйтелә.
18—24 СЕНТЯБРЬ АҘНАҺЫ, 2017
22 Йәһүә «бөтә уй-ниәттәреңде уңышлы итһен»
Күп йәш ҡәрҙәштәр ашҡынып тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша. Һин дә теләр инеңме? Был мәҡәләләге Изге Яҙма нигеҙендә бирелгән кәңәштәр һиңә, бәхеткә һәм уңышҡа ирешер өсөн, дөрөҫ маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итер.