Үҙ маҡсатына ирешә торған вәғәз осрашыуҙары
1. Вәғәз осрашыуҙарҙың маҡсаты ниндәй?
1 Бер ваҡыт Ғайса үҙенең 70 шәкертен вәғәзләргә ебәрер алдынан уларҙы йыйып алған (Лука 10:1—11). Ул шәкерттәрен нығытыр өсөн шуны иҫтәренә төшөргән: улар бер үҙҙәре генә булмаясаҡ, «ашлыҡ Хужаһы» Йәһәвә үҙе уларҙы етәкләйәсәк. Бынан тыш, Ғайса уларға вәғәз эшен башҡарыр өсөн күрһәтмәләр биргән һәм уларҙы «икешәр-икешәр» ебәргән. Бөгөн дә беҙ вәғәзгә барыр алдынан вәғәз осрашыуҙарын үткәрәбеҙ. Уларҙың маҡсаты шул уҡ — дәртләндереү, өгөт-нәсихәт һәм етәкселек биреү.
2. Вәғәз осрашыуы күпме дауам итергә тейеш?
2 Бөгөн вәғәз осрашыуҙарының дауамлығы 10—15 минут. Был осрашыуҙарҙа вәғәзселәргә хеҙмәттәштәр билдәләйҙәр, участка бирәләр һәм доға ҡылалар. Хәҙер вәғәз осрашыуын үткәреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелә. Апрелдән башлап вәғәз осрашыуының дауамлығы 5—7 минуттан күберәк булырға тейеш түгел. Әгәр ул йыйылыш осрашыуынан һуң үткәрелһә, уның дауамлығы тағы ла әҙерәк булырға тейеш, сөнки килеүселәр осрашыуҙа Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән дәртләндергес фекерҙәрҙе инде ишетте. Ҡыҫҡа вәғәз осрашыуҙары вәғәзселәргә хеҙмәттә күберәк ваҡыт үткәрергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ пионерҙар йәки вәғәзселәр вәғәз осрашыуы алдынан вәғәзләй башлаһа, уларға вәғәздәрен оҙаҡҡа туҡтатырға кәрәк булмаҫ.
3. Вәғәз осрашыуҙары вәғәзселәргә күберәк файҙа килтерһен өсөн, уларҙы нисек ойоштороп була?
3 Вәғәз осрашыуҙары вәғәзселәргә күберәк файҙа килтерерлек итеп ойошторолорға тейеш. Күп йыйылыштар вәғәз осрашыуҙарын бөтөн йыйылыш менән бергә түгел, ә төркөмдәргә бүленеп үткәрергә булған. Һөҙөмтәлә вәғәзселәргә вәғәз осрашыуы үткән урынға һәм, бәлки, участкаға ла барып етеү еңелерәк. Өҫтәүенә, вәғәзселәргә хеҙмәттәштәр билдәләү еңелерәк, һәм вәғәз төркөмдәренең күҙәтселәре үҙҙәренә ышанып тапшырылған «һарыҡтарҙы» яҡшыраҡ ҡайғырта ала. Өлкәндәр советы урындағы шарттарҙы иҫәпкә алып, нимә яҡшыраҡ икәнен ҡарар итер. Осрашыу ҡыҫҡа доға менән тамамланғансы, вәғәзселәр ҡайҙа һәм кем менән барасаҡтарын белергә тейеш.
4. Ни өсөн вәғәз осрашыуҙары башҡа осрашыуҙар кеүек мөһим?
4 Башҡа йыйылыш осрашыуҙары кеүек мөһим. Вәғәз осрашыуҙары вәғәзгә барырға йыйынғандар өсөн үткәрелгәнгә, унда, моғайын, ҡайһы берәүҙәр генә киләлер. Ләкин был, вәғәз осрашыуҙарына еңел ҡарарға мөмкин йәки улар башҡа осрашыуҙар кеүек мөһим түгел, тигәнде аңлатмай. Башҡа осрашыуҙар кеүек улар ҙа — Йәһәвәнең бүләге. Улар ярҙамында беҙ «бер-беребеҙҙе мөхәббәт һәм игелекле эштәргә дәртләндерә» алабыҙ (Евр. 10:24, 25). Шуға күрә вәғәз осрашыуы Йәһәвәгә — дан, ә вәғәзселәргә файҙа килтерһен өсөн, уны үткәреүсе яҡшы әҙерләнергә тейеш. Хеҙмәткә барырға йыйынған вәғәзселәр, мөмкин булғанса, вәғәз осрашыуына килергә тырышһын.
Вәғәз осрашыуҙарына еңел ҡарау йәиһә, улар башҡа осрашыуҙар кеүек мөһим түгел, тип уйлау дөрөҫ түгел
5. а) Хеҙмәт күҙәтсеһе вәғәз осрашыуын нисек ойошторорға тейеш? б) Апай-ҡәрҙәш вәғәз осрашыуын нисек үткәрергә тейеш?
5 Үткәреүсе нисек әҙерләнә? Йыйылыш осрашыуында яҡшы сығыш яһар өсөн, ҡәрҙәш йөкләмәне алдан алырға тейеш. Был вәғәз осрашыуҙарына ла ҡағыла. Әлбиттә, вәғәз төркөмдәре айырым йыйылһа, осрашыуҙы төркөмдөң күҙәтсеһе йә уның ярҙамсыһы үткәрә. Әммә вәғәз осрашыуы бөтә йыйылыш өсөн үткәрелһә, үткәреүсене хеҙмәт күҙәтсеһе билдәләй. Ҡайһы бер йыйылыштарҙа хеҙмәт күҙәтсеһе осрашыуҙарҙың графигын бөтә үткәреүселәргә тарата һәм был графиктың күсермәһен белдереүҙәр таҡтаһына элеп ҡуя. Хеҙмәт күҙәтсеһе үткәреүсене һайлағанда, аҡыл менән эш итергә тейеш, сөнки вәғәз осрашыуының сифаты ҡәрҙәштең өйрәтеү һәм ойоштороу һәләттәренән тора. Берәй көндө осрашыуҙы өлкән дә, хеҙмәттәш ярҙамсы ла, һыуға сумдырылған башҡа бер яраҡлы ағай-ҡәрҙәш тә үткәрә алмаһа, хеҙмәт күҙәтсеһе уны үткәрер өсөн, һыуға сумдырылған һәләтле апай-ҡәрҙәште билдәләр. («Осрашыуҙы апай-ҡәрҙәш үткәргәндә» тигән мәҡәләне ҡара.)
6. Ни өсөн үткәреүсе яҡшы әҙерләнергә тейеш?
6 Беҙгә Теократик хеҙмәт мәктәбендә йәки Хеҙмәт осрашыуында сығыш яһарға йөкләмә бирелгәндә, беҙ уға етди ҡарайбыҙ һәм яҡшы әҙерләнәбеҙ. Моғайын, йөкләмәһен йыйылышҡа барышлай әҙерләгән кеше юҡтыр. Вәғәз осрашыуын үткәреүгә лә шулай уҡ ҡарарға кәрәк. Осрашыуҙың дауамлығы ҡыҫҡартылғанға, яҡшы әҙерләнеү тағы ла әһәмиәтлерәк: ҡәрҙәш әҙерләнеп килһә, осрашыу эстәлеклерәк булыр һәм ваҡытында тамамланыр. Яҡшы әҙерләнеү үҙ эсенә вәғәз участкаларын алдан әҙерләп ҡуйыуҙы ла ала.
7. Үткәреүсе нимә тураһында фекер алыша ала?
7 Нимә тураһында фекер алышырға? Ерле шарттар төрлө булғанға, ышаныслы хеҙмәтсе һәр бер вәғәз осрашыуының планын бирмәй. «Вәғәз осрашыуында нимәне ҡарап сығып була?» тигән рамкала ҡайһы бер варианттар тәҡдим ителә. Ғәҙҙәттә, осрашыу фекер алышыу формаһында үтә. Ҡайһы берҙә яҡшы әҙерләнгән демонстрация йәки сайтыбыҙҙан тейешле видеояҙма күрһәтеп була. Вәғәз осрашыуына әҙерләнгән саҡта үткәреүсе, вәғәзселәрҙе нимә дәртләндерер һәм ошо көндә уларҙың хеҙмәте өсөн нимә файҙалы булыр, тип уйланырға тейеш.
Вәғәз осрашыуына әҙерләнгән саҡта үткәреүсе, вәғәзселәрҙе нимә дәртләндерер һәм ошо көндә уларҙың хеҙмәте өсөн нимә файҙалы булыр, тип уйланыр
8. Ял көндәрендә вәғәз осрашыуында нимә тураһында фекер алышып була?
8 Күп вәғәзселәр таратыр өсөн брошюраны шәмбе көндө тәҡдим итә. Уларҙың күбеһе аҙна уртаһында вәғәзгә сыҡмай. Ундай вәғәзселәргә Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә әҙерләгән инеш һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү ауыр булырға мөмкин. Шуға күрә үткәреүсе «Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ»ҙең һуңғы битендәге инеш һүҙҙәрҙең береһен, бәлки, ҡабатлап сығырға булыр. Бынан тыш, ерле яңылыҡтарҙы, ваҡиғаларҙы йә байрамдарҙы иҫәпкә алып, инеш һүҙҙәрҙе территорияға нисек яраҡлаштырып булғаны йәки кеше баҫмаларыбыҙҙы алһа, ҡабат килеп китеүгә нисек нигеҙ һалып булғаны тураһында фекер алышырға мөмкин. Вәғәз осрашыуына килгән ҡәрҙәштәр брошюраларҙы инде тәҡдим итеп ҡараған булһа, үткәреүсе уларҙан тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙарын йәиһә ҡыҙыҡ осраҡтар һөйләүҙәрен һорай ала. Йәкшәмбе көндө үткәреүсе, бәлки, был айҙа таратыла торған баҫмаларға ҡарата шундай уҡ алымды ҡулланырға булыр. Өйрәнеү өсөн баҫмаларҙы теләһә ҡайһы көндө тәҡдим итеп була, шуға күрә вәғәз осрашыуын үткәреүсе был баҫмаларҙың береһен нисек тәҡдим итеп булғанын ҡыҫҡаса ҡарап сыға ала.
9. Йыйылыш ял көндәрендә берәй махсус кампанияла ҡатнашһа, нимә тураһында фекер алышып була?
9 Йыйылыш берәй махсус кампанияла ҡатнашһа, ял көндәрендә үткән вәғәз осрашыуында үткәреүсе был айҙа таратыла торған брошюраны саҡырыу ҡағыҙы йә буклет менән бергә нисек тәҡдим итеп булғаны йәки кеше ҡыҙыҡһынһа, ниндәй саралар күреп булғаны тураһында фекер алышыу үткәрә ала. Унан башҡа, бындай кампанияларҙа ҡатнашыуҙың файҙаһын күрһәткән осраҡтар менән уртаҡлашып була.
10, 11. Ни өсөн вәғәз осрашыуының файҙалы булыуы килгән вәғәзселәрҙән дә тора?
10 Вәғәзселәрҙең әҙерләнеүе. Вәғәз осрашыуының файҙалы булыуы килгән вәғәзселәрҙән дә тора. Әгәр улар хеҙмәткә алдан, мәҫәлән, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында әҙерләнһәләр, улар башҡа вәғәзселәр менән файҙалы фекерҙәр менән уртаҡлаша алыр. Вәғәзгә әҙер булыр өсөн, өйҙән сығып китер алдынан шулай уҡ брошюралар һәм етерлек баҫмалар әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Шул саҡта вәғәз осрашыуы тамамланғас та, бөтәһе лә хеҙмәткә сығып китә алыр.
11 Бынан тыш, вәғәз осрашыуы башланғансы, бер нисә минут алдан килергә планлаштырыу мөһим. Әлбиттә, беҙ һәр йыйылыш осрашыуына ваҡытында килергә тырышабыҙ. Шулай ҙа берәйһенең вәғәз осрашыуына һуңлауы өҫтәмә ауырлыҡтар тыуҙыра. Ни өсөн? Вәғәзселәрҙе хеҙмәткә ебәрер алдынан, үткәреүсе бер нисә яҡты иҫәпкә ала. Осрашыуға бер нисә генә вәғәзсе килһә, ул, бәлки, бөтәһен дә өлөшләтә эшкәртелгән участкаға ебәрергә булыр. Участка йыраҡ булһа, ул осрашыуға йәйәү килгән ҡайһы бер вәғәзселәрҙе машинала килгән вәғәзселәр менән бергә ебәрергә мөмкин. Участка енәйәтселек киң таралған районда урынлашҡан булһа, ул, бәлки, апай-ҡәрҙәштәрҙе ағай-ҡәрҙәштәр менән билдәләр йәки ағай-ҡәрҙәштәрҙе апай-ҡәрҙәштәр вәғәзләгән урындан йыраҡ түгел ергә хеҙмәт итергә ебәрер. Ә һаулыҡтары насар булған вәғәзселәрҙе ул текә юлдары булған участкаларға һәм күп баҫҡыслы йорттарға ебәрмәҫкә булыр. Яңы вәғәзселәрҙе ул, бәлки, тәжрибәлерәк ҡәрҙәштәр менән билдәләр. Әммә вәғәзселәр һуңлап килһә, берәй нәмәне саҡ ҡына йә бөтөнләй үҙгәртергә кәрәк булыр. Ҡайһы саҡта беҙҙең, бәлки, һуңлар өсөн етди сәбәп барҙыр. Шулай ҙа йыш һуңлаһаҡ, сәбәптәрҙе тикшереп сығыу яҡшыраҡ булыр ине: бәлки, беҙ вәғәз осрашыуҙарын ҡәҙерләп бөтөрмәйбеҙҙер йәиһә үҙ эштәребеҙҙе яҡшы планлаштырмайбыҙҙыр.
12. Вәғәзгә алдан һөйләшергә яратаһың икән, ниндәй маҡсаттар ҡуйып була?
12 Ҡайһы ваҡыт вәғәз осрашыуына килгән вәғәзселәр бер-береһе менән алдан һөйләшә, ә ҡайһы саҡта уларға хеҙмәттәште үткәреүсе билдәләй. Алдан һөйләшергә яратаһың икән, яҡын дуҫтарыңдан тыш башҡалар менән дә вәғәзләп, йөрәгеңде «киң итеп аса» алаһыңмы? (2 Көр. 6:11—13) Яңы вәғәзселәр менән ваҡытваҡыт хеҙмәттәшлек итеп, уларға өйрәтеү оҫталыҡтарын үҫтерергә ярҙам итә алаһыңмы? (1 Көр. 10:24; 1 Тим. 4:13, 15) Үткәреүсе күрһәтмәләр биргәндә, мәҫәлән, ҡайҙа вәғәзләргә икәнен аңлатҡанда, уны иғтибар менән тыңла. Осрашыуҙан һуң үҙеңә билдәләнгән хеҙмәттәште лә, участканы ла алмаштырма һәм оҙаҡҡа һуҙмайынса хеҙмәт итергә сыҡ.
13. Һәр кем вәғәз осрашыуҙарының ҡәҙерен белһә һәм уларға әҙерләнеп килһә, был осрашыуҙар ниндәй файҙа килтерәсәк?
13 Ғайса вәғәзгә ебәргән 70 шәкерт «шатлана-шатлана әйләнеп ҡайтҡан» (Лука 10:17). Ғайса биргән күрһәтмәләр, һис шикһеҙ, уларға уңышҡа ирешергә ярҙам иткән. Бөгөн дә вәғәз осрашыуҙары ҙур файҙа килтерә ала. Һәр кем вәғәз осрашыуҙарының ҡәҙерен белһә һәм уларға әҙерләнеп килһә, был осрашыуҙар дәртләндерерлек, етәкселек һәм өгөт-нәсихәт бирерлек булыр. Шул саҡта беҙ «бар халыҡтарға шаһитлыҡ биреү» эшен уңышлы башҡарырбыҙ (Мат. 24:14).