АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ӘЙҮП 11—15
Әйүп терелтеүгә ныҡ ышанған
Әйүп Йәһүәнең уны терелтә алыуына ышаныс белдергән
14:7—9, 13—15
Әйүп, Алланың уны терелтә алыуына ышанысын белдерер өсөн, ағас (күрәһең, зәйтүн ағасы) тураһында миҫал килтергән
Зәйтүн ағасының тамырҙары көслө булғанға, хатта олонон ҡырҡып ташлаһалар ҙа, ул яңы үҫентеләр бирә. Тамырҙары ҡоромаһа, ул яңынан үҫеп сыға ала
Көслө ҡоролоҡтан һуң ямғыр яуһа, зәйтүн ағасының тамырҙары яңы үҫентеләр бирә, һәм ҡырҡып ташланған ағас «терелеп» китә. Шул саҡта ул «йәш үҫемлек һымаҡ» яңы ботаҡтар ебәрә