МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Яҡшы яуаптар әҙерләйбеҙ
Яҡшы әҙерләнгән яуаптар йыйылышыбыҙҙы нығыта (Рм 14:19). Ҡәрҙәштәрҙең яуаптары үҙҙәренә лә файҙа килтерә (Ғһ 15:23, 28). Шунлыҡтан беҙгә һәр осрашыуҙа кәм тигәндә бер комментарий бирергә тырышырға кәрәк. Әлбиттә, ҡулыбыҙҙы күтәргән һайын беҙҙе һорамаҫтар, шуға күрә иң яҡшыһы — бер нисә яуап әҙерләү.
Яҡшы комментарий...
ябай, аңлайышлы, ҡыҫҡа була. Күпселек осраҡтарҙа ул 30 секунд йә әҙерәк ваҡыт эсендә бирелә
үҙ һүҙҙәрең менән бирелә
алдағы комментарийҙы ҡабатламай
Һине беренсе итеп һораһалар...
яуабың ябай һәм тура булһын
Һорауға инде яуап бирелгән булһа, һин...
килтерелгән шиғыр ҡарап сығылған материалға нисек бәйле икәнен аңлата алаһың
ҡарап сығылған һорау тормошобоҙға нисек тәьҫир итә икәнен күрһәтә алаһың
башҡаларға ярҙам итер өсөн, был материалды нисек ҡулланып булғанын күрһәтә алаһың
төп фекерҙе асыҡлаған берәй осраҡты ҡыҫҡаса һөйләп китә алаһың