МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Өмөтөгөҙгә шатланып йәшәгеҙ
Өмөттө якорь менән сағыштырып була (Ев 6:19). Тормош дауылдары менән осрашҡанда, ул беҙҙе рухи һәләкәттән яҡлай (1Тм 1:18, 19). Тормош дауылдары ул уңышһыҙлыҡтар, мал-мөлкәт юғалтыу, хроник ауырыуҙар, яҡыныбыҙҙы юғалтыу йәки сафлығыбыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуя алған башҡа ауырлыҡтар булырға мөмкин.
Иман һәм өмөт беҙгә вәғәҙә ителгән бүләкте асыҡ күрергә ярҙам итә (2Кр 4:16—18; Ев 11:13, 26, 27). Шуға күрә, өмөтөбөҙ ниндәй генә булмаһын — күктә йәшәргәме йә ерҙәме — беҙгә Алла Һүҙендә яҙылған вәғәҙәләр тураһында даими уйланып уны нығытып торорға кәрәк. Шул саҡта һынауҙар ваҡытында беҙ шатлығыбыҙҙы юғалтмаҫбыҙ (1Пт 1:6, 7).
«ӨМӨТӨГӨҘГӘ ШАТЛАНЫП ЙӘШӘГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАП, ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРЕГЕҘ:
Ни өсөн Муса беҙҙең өсөн яҡшы өлгө булып тора?
Һәр ғаилә башлығының өҫтөндә ниндәй яуаплылыҡ ята?
Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында ниндәй темаларҙы ҡарап сығырға була?
Өмөт нисек һиңә һынауҙар ваҡытында бирешмәҫкә ярҙам итер?
Һин нимәне түҙемһеҙлек менән көтәһең?