МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Ни өсөн һин саф ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡәҙерләйһең?
Йәзәкил күргән ғибәҙәтхана тураһындағы күренеш әсирлектә булған йәһүдтәрҙе дәртләндереп ебәргән, сөнки уларҙы саф ғибәҙәттең торғоҙолоуына ышандырған. Ошо һуңғы көндәрҙең дауамында «Йәһүә йортоноң тауы», йәғни саф ғибәҙәт ҡылыу «тау баштарынан юғарыраҡ урынлашҡан», һәм был тауға халыҡтар, шул иҫәптән беҙҙең һәр беребеҙ ағыла (Иш 2:2). Йәһүәне белеү һәм уға хеҙмәт итеү — беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Һин был турала уйланырға тырышаһыңмы?
САФ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ НИНДӘЙ ФАТИХАЛАР КИЛТЕРӘ?
Мул итеп рухи ризыҡ бирелгәнгә күрә, беҙҙең тормоштағы мөһим һорауҙарға яуаптар, тормошта дөрөҫ йүнәлеш, киләсәккә ныҡлы өмөт бар (Иш 48:17, 18; 65:13; Рм 15:4).
Бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙ бар (Зәб 133:1; Ях 13:35).
Беҙ, Алланың хеҙмәттәштәре булып, ҡәнәғәтлек килтереүсе эштә ҡатнашыу хөрмәтенә эйә (Ғм 20:35; 1Кр 3:9).
Беҙҙең ауырлыҡтарҙа көс биреп торған «Алла именлеге» бар (Фп 4:6, 7).
Беҙ саф выжданға эйә (2Тм 1:3).
Беҙ Йәһүә менән «яҡын дуҫлыҡҡа эйә» (Зәб 25:14).
Мин саф ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡәҙерләгәнемде нисек күрһәтә алам?