МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Изге Яҙманы нисек тырышып тикшерергә?
Һин, Данил һымаҡ, һынауҙар ваҡытында иманыңды һаҡлап ҡалырға теләр инеңме? Данил Алла Һүҙен, шул иҫәптән ҡатмарлы пәйғәмбәрлектәрҙе, тырышып өйрәнгән (Дн 9:2). Изге Яҙманы тырышып өйрәнеү һиңә лә һынауҙар ваҡытында тоғро ҡалырға ярҙам итер. Нисек итеп? Өйрәнеү Алла вәғәҙәләренең үтәлеүенә ышанысыңды нығытасаҡ (Еш 23:14). Ул шулай уҡ Алланы яратыуыңды көсәйтәсәк, ә яратыу, үҙ сиратында, дөрөҫ булғанды эшләргә дәртләндерәсәк (Зәб 97:10). Әммә нимәнән башларға була? Бер нисә кәңәш ҡарап сығайыҡ.
Нимәне өйрәнергә? Шәхси өйрәнеү үҙ эсенә йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнеүҙе лә ала. Изге Яҙманың һәр аҙна өсөн тәғәйенләнгән өҙөгөн уҡығанда, аңламаған шиғырҙарҙы тикшерер өсөн ваҡыт бүлеп ҡуйһаң, өйрәнеү һиңә күберәк файҙа килтерер. Ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе, рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы, илсе Павелдың миссионер сәйәхәттәрен йә Алла барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙе ентекләп тикшерә. Көн дауамында ниндәйҙер һорау тыуһа, уны яҙып ҡуй һәм киләһе шәхси өйрәнеү ваҡытында уны тикшер.
Мәғлүмәтте ҡайҙан табырға? Яҡшы кәңәштәр «Рухи хазиналар эҙләп табыр өсөн ҡоралдар» тигән видеояҙмала бирелә. Күнекмә өсөн Данил китабының 7-се бүлегендә килтерелгән һәр хайуан нимәне символлаштырғанын тикшереп ҡара.
Өйрәнеүгә күпме ваҡыт бағышларға? Рухи һаулығыбыҙ туранан-тура даими рәүештә үткәрелгән шәхси өйрәнеүгә бәйле. Башта ҡыҫҡа ваҡытлы өйрәнеүҙәр үткәрергә, ә һуңынан уларҙы оҙайтырға була. Алла Һүҙен өйрәнеүҙе хазиналар эҙләү менән сағыштырып була: күберәк хазиналар тапҡан һайын, күберәк «ҡаҙғы» килә! (Ғһ 2:3—6) Алла Һүҙенә ҡарата яратыуың үҫә барыр һәм Изге Яҙманы даими рәүештә өйрәнеү тормошоңдоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнер (1Пт 2:2).
ДАНИЛ КИТАБЫНЫҢ 7-СЕ БҮЛЕГЕНДӘГЕ ХАЙУАНДАР НИМӘНЕ СИМВОЛЛАШТЫРА?
Дн 7:4
Дн 7:5
Дн 7:6
Дн 7:7
ӨҪТӘМӘ ҺОРАУ:
Данил 7:8, 24-тәге һүҙҙәр нисек үтәлгән?
КИЛӘҺЕ ӨЙРӘНЕҮҘӘ:
Асылыш китабының 13-сө бүлегендәге хайуандар нимәне символлаштыра?