Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb18 февраль 3 б.
  • Бойҙай һәм ҡый үләне хаҡында ҡисса

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Бойҙай һәм ҡый үләне хаҡында ҡисса
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ысын имандың дошманын фашлау
    Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
mwb18 февраль 3 б.

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | МАТФЕЙ 12, 13

Бойҙай һәм ҡый үләне хаҡында ҡисса

Бөтә «бойҙайҙы» — майланған мәсихселәрҙе — нисек һәм ҡасан йыясағын аңлатыр өсөн, Ғайса бойҙай һәм ҡый үләне хаҡында ҡисса һөйләгән (майланыу б. э. 33 йылында башланған).

Сәсеү, ураҡ, келәткә йыйыу

13:24

«Үҙ баҫыуына яҡшы орлоҡ сәскән кеше»

  • Сәсеүсе: Ғайса Мәсих.

  • Яҡшы орлоҡ сәсеү: Ғайсаның шәкерттәрен изге рух менән майлау.

  • Баҫыу: донъя, йәғни кешелек.

13:25

«Барыһы ла йоҡлаған саҡта, уның дошманы килеп, иген араһына ҡый үләне сәсеп киткән»

  • Дошман: Иблис.

  • Барыһы ла йоҡлаған: илселәрҙең үлеүе.

13:30

«Ураҡҡа тиклем бергә үҫһен»

  • Бойҙай: майланған мәсихселәр.

  • Ҡый үләне: ялған мәсихселәр.

«Иң элек ҡый үләнен йыйы[ғыҙ]... ә бойҙайҙы минең келәтемә илтеп һалығыҙ»

  • Хеҙмәтселәр/ураҡсылар: фәрештәләр.

  • Ҡый үләнен йыйыу: ялған мәсихселәрҙе майланған мәсихселәрҙән айырыу.

  • Бойҙайҙы келәткә йыйыу: майланған мәсихселәрҙе торғоҙолған йыйылышҡа йыйыу.

Ураҡ башланғанда, ысын мәсихселәр ялғандарҙан нимә менән айырылып торған?

Был ҡиссаның мәғәнәһен аңлау миңә ниндәй файҙа килтерә?

ҺЕҘ БЕЛӘ ИНЕГЕҘМЕ?

Бойҙай менән ҡый үләне бергә үҫә

Иҫәпләнеүенсә, Ғайса һөйләгән сүп үләне — был тиле бойҙай (урыҫ «плевел опьяняющий»), бик ағыулы үлән. Бешә башлаған саҡта бойҙай менән тиле бойҙай бер-береһенә бик оҡшаған. Әгәр бойҙай менән тиле бойҙай бергә үҫһә, уларҙың тамырҙары бер-береһенә урала, шуға күрә, бойҙайға зыян килтермәйенсә генә, тиле бойҙайҙы йолҡоп алып булмай. Әммә тиле бойҙай бешеп еткәс, уны таныу һәм бойҙайҙан айырыу ауыр түгел.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу