МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Ысын мәсихселәр эскерһеҙ мөхәббәт менән айырылып тора. Эгоизмдан һәм талаштарҙан һаҡланығыҙ
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Ғайса шәкерттәрен, һеҙҙе яратыуығыҙҙан танырҙар, тип өйрәткән (Ях 13:34, 35). Ғайса кеүек мөхәббәт күрһәтер өсөн, беҙгә башҡалар хаҡында ҡайғыртырға һәм талаштарҙан һаҡланырға кәрәк (1Кр 13:5).
ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР
Кеше, берәй нимә әйтеп йә эшләп, һине рәнйетһә, туҡта һәм проблеманың сәбәбен аңларға тырыш. Шулай уҡ һин ниәтләгән аҙымдар нимәгә килтерәсәге хаҡында уйлап ҡара (Ғһ 19:11).
Беҙ бөтәбеҙ ҙә камилһыҙ икәнен онотма. Ҡайһы саҡта беҙ берәй нәмәне эшләйбеҙ йә әйтәбеҙ, ә һуңынан үкенәбеҙ.
Ҡаршылыҡтарҙы тиҙерәк сис.
«„БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ ЯРАТЫҒЫҘ“. ЭГОИЗМДАН ҺӘМ ТАЛАШТАРҘАН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАҒЫҘ ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРЕГЕҘ:
Лариның, Том уға өндәшкәс, асыуы килгәне нимәнен күренә?
Яуап ҡайтарырға ашыҡмау Томға талаштан һаҡланырға нисек ярҙам итте?
Томдың йомшаҡ яуабы уға тыуған ҡаршылыҡты сисергә нисек ярҙам итте?
Ҡаршылыҡтар тыуғанда тыныслыҡ һаҡлаһаҡ, был йыйылышҡа ниндәй файҙа килтерәсәк?