Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb19 июнь 7 б.
  • Күңел асыуҙарҙы нисек һайларға?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Күңел асыуҙарҙы нисек һайларға?
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2019
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Йәһүәне ҡыуандырған күңел асыуҙар һайла
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Күңел асыуҙарҙы нисек һайларға?
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
  • Файҙалы күңел асыуҙарҙы нисек һайларға?
    Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
  • Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
Башҡаларын асырға
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2019
mwb19 июнь 7 б.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Күңел асыуҙарҙы нисек һайларға?

Ни өсөн беҙ күңел асыуҙарҙы аҡыллы һайларға тейеш? Фильм, музыка, сайт, китап, йә уйын һайлағанда, беҙ ысынында аҡылыбыҙҙы нимә менән тултырырға икәнен хәл итәбеҙ. Һайлаған күңел асыуҙар эштәребеҙгә тәьҫир итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күңел асыуҙарҙың күпселеге Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләр менән бәйле (Зәб 11:5; Гл 5:19—21). Тап шуның өсөн дә Изге Яҙма беҙҙе гел Йәһүәне данлаған нәмәләр тураһында уйланырға саҡыра (Фп 4:8).

«НИНДӘЙ КҮҢЕЛ АСЫУҘЫ ҺАЙЛАРҒА?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Боронғо римдарҙың гладиатор уйындары

    Бөгөнгө күңел асыуҙарҙың ҡайһы берҙәре нимә менән боронғо римдарҙың гладиатор уйындарын хәтерләтә?

  • Пионер булып хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәш йәш ҡәрҙәш менән вәғәзләй

    Ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр йәштәргә күңел асыуҙарҙы аҡыллы һайларға нисек ярҙам итә ала?

  • Һуғышсы

    Римдарға 12:9-ҙағы принцип күңел асыуҙар һайлауыбыҙға нисек ҡағыла?

  • Йәш ҡәрҙәштәр футбол уйнай

    Мәсихселәр өсөн яраҡлы булған күңел асыуҙарҙың бер нисәһен әйтеп бир.

АКТИВ ЙӘ ПАССИВ КҮҢЕЛ АСЫУҘАР?

Күпселек күңел асыуҙар кешене ваҡытты пассив рәүештә үткәрергә күнектерә. Фильмдар, китаптар һәм телетапшырыуҙар беҙгә үҙ идеяларыбыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итәһе урынға инде әҙер булған идеялар тәҡдим итә. Был пассив күңел асыуҙарҙан бөтөнләй баш тартырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Әммә күптәр, актив күңел асыуҙар күберәк шатлыҡ килтереүен аңлаған. Мәҫәлән, кемдер рәсем төшөрөргә, ә кемдер музыка ҡоралдарында уйнарға ярата. Башҡаларға иһә ваҡытты саф һауала үткәреү оҡшай: улар спорт менән шөғөлләнә, йәйәү йөрөргә йә тәбиғәткә сығырға ярата. Ни генә һайлаһаҡ, әйҙәгеҙ «бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн» эшләйек (1Кр 10:31).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу