АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЯҠУБ 3—5
«Юғарынан килгән» зирәклекте сағылдыр
Йәһүәнең зирәклеге, йәғни «юғарынан килгән» зирәклек тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрендә ҡулланырлыҡ. Мәҫәлән, ул беҙгә ҡәрҙәштәр менән татыулыҡ һаҡларға ярҙам итә. «Юғарынан килгән» зирәклекте сағылдырыуыбыҙ тәртибебеҙҙә ап-асыҡ күренер.
ҮҘЕҢДӘН ҺОРА: «Һуңғы арала „юғарынан килгән“ зирәклеккә хас сифаттар тәртибемдә нисек күренде? Миңә ҡайһы яҡтан яҡшырырға кәрәк әле?»
Сафлыҡ
Татыулыҡ
Айыҡ фекерле булыу
Тыңлаусанлыҡ
Шәфҡәтлелек һәм игелекле эштәр
Кешеләргә бер тигеҙ ҡарау
Ике йөҙлө булмау