МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Йәһүәгә таҙалыҡ яратыусылар оҡшай
«Ҡулыңды йыу. Өйҙө йыйыштыр. Иҙәнде һепер. Сүп-сарҙы түк». Шулай тип атай-әсәйҙәр балаларын таҙалыҡ һаҡларға өйрәтә. Әммә таҙалыҡ нормаларын иң баштан изге Аллабыҙ урынлаштырған (Сғ 30:18—20; Ҡн 23:14; 2Кр 7:1). Таҙа йөрөүебеҙ һәм әйберҙәребеҙҙе таҙа килеш һаҡлауыбыҙ Йәһүәгә дан килтерә (1Пт 1:14—16). Ә йортобоҙ һәм ишек алды таҙамы? Юлдарҙа, урамдарҙа һәм парктарҙа сүп-сар ташлаған кешеләрҙән айырмалы булараҡ, мәсихселәр Ерҙең таҙа булыуы хаҡында ҡайғырта (Зәб 115:16; Ас 11:18). Хатта кәнфит ҡағыҙы, пластик шешә, һағыҙ кеүек ваҡ-төйәкте ҡайҙа ташлауыбыҙ ҙа таҙалыҡҡа ҡарашыбыҙҙы күрһәтә. Тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә «беҙ үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим» итергә тырышабыҙ (2Кр 6:3, 4).
«ЙӘҺҮӘ ТАҘА ХАЛЫҠТЫ ЯРАТА» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Ҡайһы берәүҙәр таҙалыҡҡа әһәмиәт бирмәүен нимә менән аҡлай?
Муса ҡануны Йәһүәнең таҙалыҡҡа ҡарашын нисек асыҡлай?
Нисек беҙ Йәһүә хаҡында һүҙһеҙ генә шаһитлыҡ бирә алабыҙ?
Таҙалыҡҡа ҡарашым Йәһүәнеке кеүек икәнен мин нисек күрһәтә алам?